«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҪЫЛТАШҠА ӘЙЛӘНҺЕН ӨСӨН МӘҒДӘНДЕ ЛӘ ШЫМАРТЫРҒА КӘРӘК
+  - 

Мәғлүм ки, проза жанры әҙәбиәттең күләмле һәм уҡымлы жанрҙарынан һанала. Башҡорт прозаһы, асылда, һуңғы бер быуат дауамында формалашты, дәүер аҙымдары менән үрҙәргә артылды, халыҡтың милли үҙаңын, нәфис һәм тарихи фекерләүен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе һәм индереүҙе дауам итә. Илдә идеологик ҡараштар үҙгәреп, кәрәк-кәрәкмәгән ижтимағи-сәйәси реформалар үткәреп тороуға ҡарамаҫтан, Ғәйнан Хәйри, Авзал Таһиров, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Яныбай Хамматов (бынан утыҙ йыл элек һуңғы ике автор әҫәрҙәре иң күп уҡылғандар иҫәбендә ине), Динис Исламов, Ғәли Ибраһимов, Шакир Янбаев, Рәшит Солтангәрәев, Динис Бүләков ише мәшһүр, йәғни патриот ҡәләмгирҙәр традициялары бөгөн нисек дауам ителә? Был һорауға өҙөп кенә яуап биреүе ярайһы уҡ ауыр.

Һуңғы ете-һигеҙ йыл эсендә Яҙыусылар берлегенең проза һәм публицистика секцияһы йәмғеһе ун туғыҙ ултырыш, ике семинар үткәрҙе. Әлбиттә, сағыштырмаса йәш авторҙарҙың ҡулъяҙмаларын анализлағанда әҙәби оҫталыҡ, йәғни новаторлыҡ, авторҙарҙың теоретик әҙерлеге, тел-стиль үҙенсәлектәре һ.б. мәсьәләләргә лә иғтибар бирергә тырышабыҙ. Тиҫтәгә яҡын прозаик Яҙыусылар берлегенә ҡабул ителде, бер нисәһенә ағзалыҡҡа юллама әҙер, тағы әҙерләнәсәк.
Әлеге сығышымды нигеҙҙә йәшерәк ҡәләмдәштәргә арнарға иҫәбем. Әһәмиәтле ижад емештәрен, йәғни өмөтлө ҡәләм оҫталарын эҙләүҙе күҙ уңында тотһаҡ, иң тәүҙә Раят Вәлиев, Айгиз Баймөхәмәтов, Рәзилә Рыҫҡужина, Рәйлә Сабитова, Мәүлиҙә Әхмәтйәнова, Рәмилә Торомтаева, Әлнисә Кәримова, Сабит Фазлыев, Тәскирә Даянова, Сәлиә Ғатауллина, Сәлмән Яҡупов, Мансур Һиҙиәтов һ.б. тиҫтәләгән исем-шәрифте телгә алыу фарыз. Лениза Шакированың "Һөрәндәк" исемле хикәйәләр йыйынтығы Белорет район-ҡала хакимиәтенең, агроном Иҙрис Ноғомановтың "Һаҡмарбаш" романы Әбйәлил районының әҙәби премияһы менән бүләкләнһә, Стәрлетамаҡта йәшәүсе инженер-төҙөүсе Ишғәли Нуриәхмәтовтың "Ҡарабаш турғайы" яҙмышнамәһе массовой уҡыусы баһаһын яуланы.
Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы хаҡында матбуғатта хуплау һүҙе күп әйтелде, етемдәр проблемаһын социаль-психологик юҫыҡта экспрессив яҡтыртҡан ыҡсым китабы, уҡыусылар аудиторияһының үтенесе буйынса, ҡабат нәшер ителде һәм йылдам таралды. Яңыраҡ ул рус телендә лә сыҡты, әҫәр менән киностудиялар ҡыҙыҡһына башлағаны мәғлүм. Заманына күрә һөйөнөслө күренеш был.
Йәш әҙибә Рәйлә Сабитова (Ғафури районы) "Артыҡбикә" повесть-монологы менән сәсмәүер жанрында яңысараҡ художество биҙәктәре, урбанизация шауҡымы өҫтәргә һәләтле икәнен раҫлаһа, донъяны апаруҡ гиҙгән-күргән Мәүлиҙә Әхмәтйәнова (Мәсетле районы) ла үҙенсәлекле фәлсәфә һәм яңғырашлы лексика менән ижад итә. Авторҙың тематик диапазоны ярайһы киң, уға ҡоласлыраҡ әҫәрҙәргә тотонорға ваҡыттыр: көсө лә, илһамы ла, һәләте лә мулҡып тора. Әҙәби төрҙәрҙең һәр береһендә (лирика, проза, драматургия) егәрле эшләүсе, өҫтәүенә, музыкант һәм рәссам Сәлмән Яҡупов, бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тигәндәй, камил хикәйәләр тупланмаһы менән үҙенең ижади көсөн раҫланы.
Быға тиклем әҙәби мөхиттә исеме артыҡ танылмаған тарих уҡытыусыһы (әйткәндәй, Сибай филиалын тамамлаған) Сабит Фазлыевтың (Ейәнсура районы) "Ҡара этап" тигән роман-хроникаһы ун ике йыл дауамында яҙылған. Әҫәрҙе (мең битлек) тикшереүҙә тиҫтәнән ашыу яҙыусы ҡатнашты, байтаҡ конструктив кәңәштәр бирелде, бигерәк тә композиция, тел-стиль, геройҙар теҙмәһе йәһәтенән кәңәштәр күп яуҙы. Былтыр "Ағиҙел" журналы уҡыусыларыбыҙға был күләмле әҫәрҙең күп кенә өлөшөн тәҡдим итте. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, совет дәүләтенең НЭП осоронан һуң репрессив алымдар менән колхозлаштырыу, артабан сәнәғәтте нығытыу сәйәсәте, фронт һәм тыл берҙәмлеге, Себерҙәге ҡот осҡос лагерь шарттарында ла яҡташтарыбыҙҙың патриотлығы, эшһөйәрлеге, тормоштан төңөлмәүе, кешене кәмһеткес режим хаҡындағы уйландырғыс, хатта ки тетрәндергес әҫәр буйынса һүҙҙе оҙаҡ сурытырға була. Тик шуныһы: романдың үҙен мотлаҡ уҡыу кәрәк, өҫтәүенә, документаллеккә ҡоролған "Ҡара этап"та күп кенә замандаштарыбыҙ үҙҙәренең ауылы, йә районы, шулай уҡ нәҫел-нәсәптәре хаҡында мәғлүмәттәргә юлығыуы бик тә ихтимал. Авторҙы, урыҫса әйтмешләй, самородок тип тә атағы килә. Әммә аҫылташҡа әйләнһен өсөн мәғдәнде лә юнырға, шымартырға кәрәк. Былтыр Ейәнсура районының Үтәғол ауылында роман геройҙары менән шатлыҡ хистәренә һәм күҙ йәштәренә тулы кисә уҙғарҙыҡ; иң мөһиме, әҫәрҙең китап рәүешендә баҫылыуын күмәк халыҡ һораны. Әҙәби мөхиттә һирәк була торған хәл бит был!
Өс йыл элек Балтас райүҙәгендә башҡорт һәм татар телле берлектәге секцияларҙың күсмә ултырышын практик ижад процесы рәүешендә үткәргәйнек, хәҙер ошо ғәмәли эштең һөҙөмтәһе күренә: Яңауыл төбәгенең йәш авторҙары ярайһы уңыш менән ваҡытлы матбуғатта сығыш яһай башланы. Ҡаҙан ҡалаһында үткән семинарҙа ла нәҡ беҙҙең яҙыусылар һынатманы, күршеләрҙең йәш ижадсыларына фәһемле кәңәштәр бирелде. Башҡорт һәм татар прозаһы туғанлыҡ сериялдарында сыҡҡан баҫмалар иҫәбенә байыны. Төркиә илендә лә китаптарыбыҙ донъя күрә, шөкөр. Бындай эш алымдарын киләсәктә лә ҡулланыу мөмкин, тимәксемен.
Һуңғы осорҙа халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Таңсулпан Ғарипова, Ғәлим Хисамов, Рәсәй Әҙәби премияһы лауреаты Әмир Әминев, әҙәбиәт һөйөүселәргә күптән таныш Гөлнур Яҡупова, Мәүлит Ямалетдин, Мирас Иҙелбаев, Хәйҙәр Тапаҡов, Рәлис Уразғолов, Флүр Ғәлимов, Спартак Ильясов яңы китаптары, Нияз Алсынбаев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Лира Яҡшыбаева һ.б. дәүләт заказы һәм үҙнәшер баҫмалары менән һөйөндөрҙө, үрҙә һаналған китаптарҙың байтағы маҡтаулы наградаларға лайыҡ булды. Публицистика өлкәһендә әллә ни балҡыш һиҙелмәгән кеүек, шулай ҙа Баныу Ҡаһарманова, Илдар Аҡъюлов, Нурия Кил-мөхәмәтоваларҙың ҡулъяҙмаларын ыңғай баһаланыҡ. Яҡын арала тағы ике авторҙың ҡулъяҙмаһын тикшереү ойоштороласаҡ.
Ҡыҫҡаһы, һандар ҙа һәлмәк, сифат та арыу һымаҡ. Әммә йәш прозаиктар менән эште көсәйтеү бик тә зарур. Был талап төбәк яҙыусылар ойошмалары - Учалы, Сибай, Яңауыл, Күмертау, Стәрлетамаҡтағы проза секцияларына айырыуса ҡағыла. Юғиһә, "Китап" нәшриәтенең "Йәштәр тауышы" серияһына өмөтлө ҡәләмдәрҙе тәҡдим итеү йылдан-йыл ауырлаша. Быйылға, мәҫәлән, йәштәр прозаһынан бер китап та планға инмәне. Үкенесле. Ярай әле республикала "Әҙәби нағыш" ҡанат йәйә, һирәк-һаяҡ өмөтлө ҡәләмдәргә юлығабыҙ. Ә улар - төрлө милләттән.
Ни өсөн прозаға йәштәр дәррәү ылыҡмай? Йәмғиәттә яҙыусының абруйы кәмеүендәме, баҫма тираждарҙың әҙлегендә, гонорарҙың ныҡыҫлығында ғынамы хикмәт? Минеңсә, төп бәлә - күп йәштәрҙең башҡорт әҙәби телен башҡа телдәргә ҡарағанда юҫыҡ белмәүендә, йәнә уҡыусыларыбыҙҙың да башҡортсаһы йомшарыуҙа. Был тәңгәлдә мәктәп программаларындағы әҙәби дәреслектәрҙең, хрестоматияларҙың популярлығы самалы, уларҙың йөкмәткеһе идея-эстетик концепцияһы тапалған, художество кимәле яғынан аҡһаған проза менән тултырылыуы бәкәлгә һуға, буғай. Яҙыусылар союзының ошо темаға махсус ултырыш уҙғарыуы, "Киске Өфө" гәзитенең ошо мәсьәләне ҡуҙғатыуы нәҡ үрҙәге фекергә ҡеүәт.
Әҙәбиәт йылының төп маҡсаты - яҙыусыларҙы һәйбәт әҫәрҙәр яҙырға илһамландырыу, ә китап һөйөүселәрҙе Рәсәй һәм Башҡортостан әҙәбиәтен күберәк уҡырға йәлеп итеү. Йәшерен-батырын түгел, һуңғы егерме йыл эсендә уҡыусылар яҡынса дүрт-биш тапҡырға, китап етештереү ҙә шунса нисбәткә аҙайҙы: уларҙың да ярайһы проценты коммерция әҙәбиәтен тәшкил итә. Был беҙҙе һис тә биҙәмәй, иң аяныслыһы - рухиәтебеҙҙе, илһөйәрлегебеҙҙе, телһөйәрлегебеҙҙе ҡаҡшата.
Прозабыҙ алдында торған бурыстар ифрат ҡоласлы һәм яуаплы. Беренсе нәүбәттә - тасуирлау оҫталығын күтәреү, социаль-психологик яңғырашлы, художество дөрөҫлөгө менән тормош дөрөҫлөгө араһында артыҡ айырма күҙәтелмәгән проза яҙыу, тематика диапазонын киңәйтеү, образдар, характерҙар галереяһын ишәйтеү. Минеңсә, һөнәренә, йәшенә, фирҡәһенә ҡарамай, һәр осор кешеһе әҙәби герой сифатында һынланырға хаҡлы. Ә яҙыусының теге йәки был фирҡәлә тороуы-тормауы мөһим түгел. Икенсенән, тәржемә юлы менән ғәзиз Рәсәй, Евразия, хатта ки океандар ашаһындағы китап уҡыусыларҙың күңел ишектәрен ныҡышмалыраҡ ҡаҡһаҡ ине. Ошо булыр ине әҙәби патриотлыҡ! Шуны ла онотмайыҡ: беҙҙең, башҡорттарҙың һүҙ сәнғәтендә, борон-борондан әҙәп-әхлаҡ, саф һәм сәләмәт асыл тәрбиәләү изге маҡсатыбыҙ булған, булыр, буласаҡ.

Сабир ШӘРИПОВ,
БР Яҙыусылар берлегенең проза һәм публицистика секцияһы рәйесе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.04.15 | Ҡаралған: 2017

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru