«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘӘБИӘТ ЙЫЛЫНЫҢ ҺӨҘӨМТӘҺЕМЕ? ХӘРӘКӘТ БАШЛАНДЫ!
+  - 

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ менән беҙ, ғәҙәттә, төрлө темаларға аралашырға яратабыҙ. Ул бихисап һорауҙарға яуап табыусы, аҡыллы кәңәш биреүсе кеше. Әммә бер ҡасан да үҙ кәңәшен көсләп таҡмай, аҡһаҡалдарса һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтә торған ағай. Билдәле шағир Тимер Әбдрәхим улы НИӘТШИН тураһында һүҙебеҙ. Бөгөн уға "Әҙәбиәт йылы ижадсыға нисек ярҙам итте?" тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Дөйөм алғанда, ижад донъяһы өс өлөштән: яҙыусынан, ул яҙған китаптан һәм китапты уҡыусынан тора, - тип башлап китте һүҙен ағайыбыҙ. - Шуға күрә, әгәр йыл махсус рәүештә "Әҙәбиәт йылы" тип аталған икән, ул йылда яҙыусыға ҡарата иғтибар артырға, әҙипте дәртләндереү буйынса эштәр ҙә әүҙемерәк атҡарылырға, уның һәйбәт китаптары йылдамыраҡ донъя күрергә, уҡыусыларға барып етергә, уҡыусыларҙың ул китапҡа булған мөнәсәбәте матбуғатта, киң мәғлүмәт сараларында йышыраҡ сағылдырылырға тейеш. Быларҙың барыһы ла тормошҡа ашмаһа ла, ҡайһы бер саралар күңелде йылытты. Әҙәби марафон, "Әҙәби нағыш" исеме аҫтында яҙыусылар менән осрашыуҙар, кисәләр үтеүе әҙипте, айырыуса йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙе халыҡҡа, уҡыусыға яҡынайтыу яғынан отошло булды. Был сараларҙа исеме билдәле яҙыусылар, айырыуса яҡташ яҙыусылар осрашыуҙарға ҡайтты. Йәштәрҙең, олораҡ йәштәге башлап яҙыусыларҙың ҡулъяҙмалары ошо билдәле яҙыусылар хөкөмөнә сығарылды. Башлап яҙыусылар иһә яҙыусыларҙан үҙенсәлекле фекер, хуплау, тәнҡит һүҙҙәре ишетә алды. Ҡайһы бер әҫәрҙәр йыл аҙағында үтәсәк йомғаҡлау йыйылышына тәҡдим ителде. Тимәк, былтыр яҙыусылар менән эшләү, яҙыусыларға булған иғтибар күҙгә күренеп артты.
Китап мәсьәләһенә килгәндә, һуңғы йылдарҙа беҙҙең төп нәшриәттә, З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә, китап сығарыу мәсьәләһе киҫкен тора. Нәфис әҙәбиәт өлгөһө сығарыу йылдан-йыл ауырлаша. Уға бүленгән аҡсаның күләме лә шундай уҡ етеҙлектә кәмей. Шуға күрә, был өлкәлә ваҡиға булырлыҡ, халыҡ дәррәү хуплап ҡаршы алырлыҡ ниндәй яңы китап сығыуын әлегә әйтә алмайым. "Ағиҙел" журналында миңә оҡшаған әйберҙәр, әлбиттә, булды. Мәҫәлән, Тамара Искәндәриәнең "Тимер" поэмаһы матур яҙылған. Флүр Ғәлимовтың "Аҙғын тәүбәһе" трилогияһы... Тәүбәне автор нисек өс томға һуҙҙы икән? Ғөмүмән, әҙәбиәттә тәүбәләр күп кенә: Рәшит Солтангәрәевтың, Сергей Есениндың, Жан-Жак Руссоның, Лев Толстойҙың тәүбәләре бар. Бына хәҙер Флүр Ғәлимовтың тәүбәһен күрҙек. Флүрҙең темаһы ҡыҙыҡлы ғына. Яңы башҡорт - башҡорт мөхитенә килеп кергән яңы төшөнсә. Яңы баҙар шарттарындағы герой. "Аҙғын тәүбәһе" лә шул яҡҡа тартым. Исеменә күрә есеме, тигәндәй, урыҫтарҙың "Греши и покайся" тигән лозунгыһындағы һымаҡ, гонаһ яһайһың да, тәүбәгә киләһең, яһайһың да, тәүбә итәһең... "Аҙғын тәүбәһе" китап уҡыусыға шул яғы менән ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Әммә, алдараҡ әйткәнемсә, был китап та уҡыусыға китап һатыу нөктәләре, сауҙа селтәре аша барып етә алмай интегә. Беҙҙең кибеттәрҙә, мәҫәлән, төбәктәге - Мәләүездәге, Күмертауҙағы, Салауаттағы китап магазиндарында, милли китаптар бик һирәк, сөнки кибет хужалары башҡорт китаптарын күмәртәләп алырға ҡурҡа. Алһа, һата алмай яфалана. Һатыр ҙа ине, беренсенән, халыҡ аҡсаһыҙ, икенсенән, китапты рекламалай белмәйбеҙ.
Ҡыҫҡаһы, Әҙәбиәт йылы тип, күҙгә күренерлек, ғорурланып, күккә күтәреп һөйләрлек саралар булмаһа ла, хәрәкәт башланды, тиергә була. Яҙыусылар яғынан да хәрәкәт бар. Улар шуны төшөнә: ХХI быуатта үҙ мөйөшөңә генә һырылып, үҙ йырыңды ғына йырлап, уң яҡта, һул яҡта, теге милләттә, был милләттә нимә бар - шуны белмәйенсә, анализламайынса, заман геройҙарын тыуҙырмайынса, заман ағышының төп йүнәлештәрен белмәйенсә, йүнле китеп яҙып булмай. Павло Неровныйҙың бер һүҙе бар: "Кешене кеше итеү өсөн күпме хәл-ваҡиға ер юлдары буйлап, ваҡыт ағышында хәрәкәт итергә тейеш". Ә бит кешене яҙыусы итеү өсөн ул хәл-ваҡиғаларҙың хәрәкәте - тығыҙыраҡ, хәрәкәт үҙе - етеҙерәк, хәрәкәттең даирәһе, биләгән юлдары - күберәк булырға те-йеш. Ә яҙыусыларҙың бөгөнгө тормошо шуға алып барамы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алып бармай. Ауылдарға яҙыусыларҙы саҡырайым тиһәң, үҙе бер бәлә. Транспорты юҡ, ҡаршы алырға кешеһе юҡ, колхоз-совхозы - юҡ. Уларға хатта ҡайһы ваҡытта йылы аш ашатыу ҙа мөмкин булмай сыға. Был - сиселеш талап иткән мәсьәләләрҙең тағы береһе, әлбиттә. Әммә, нисек кенә булмаһын, был ауырлыҡтарҙы яҙыусы ла, уҡыусы ла, йәмғиәт тә еңеп сығырға тейеш. Яңырак "Культура" телеканалында 80-се йылдарҙа Сыңғыҙ Айтматовтың "Плаха" тигән китабы сығыуға ҡарата Мәскәүҙәге әҙиптәр йортонда үткән осрашыуҙы ҡабатлап күрһәттеләр. Мине аптыратҡаны шул булды: зал шығырым тулы. Тегенән дә тороп һорау бирәләр, бынан да... Халыҡ шул тиклем әҫәрҙе яҡшы аңлай, шул хәтлем тәрән һорауҙар бирә. Уҡығас, бирә инде, тиер кемдер... Уҡымаҫ ине, "Плаха"ла торғонлоҡ заманында халыҡ эҙләнгән, яуап тапмаған мәсьәләләр күтәрелде бит. Унда - тәбиғәт тә, изгелек тә, кешенең үҙ алдындағы яуаплылығы ла һәм башҡа мәсьәләләр ҙә бар. Һәммәһе лә художестволы образдар, характерҙар аша бирелә. Унда бүреләр тормошо ла бар тулылығында тасуирлана.
Тормоштоң тарлығы - тема тарлығына, тема тарлығы әҫәрҙең фәҡирлегенә килтерә. Фәҡир әҫәрҙе бөгөнгө XXI быуат кешеһе уҡымай. Ул уның урынына интернеттан, йә булмаһа, телевизорҙан юҡ-бар нәмә ҡарай, сөнки унда кешенең иң боронғо, элек-электән һалынған хис-тойғолары - һуғыш-ҡан ҡойош, аҡса һәм власть, мөхәббәт һәм енси мө-нәсәбәттәр күтәрелә. Улар ябай, улар өҫтә ята - кеше шуға ынтыла, сөнки улар еңел ҡабул ителә. Ул, әлбиттә, һинең булмышыңдың төпкөлдәренә төшөп етмәй, әммә еңел ҡабул ителә. Баштағы ләззәтләнеү үҙәктәрен уята, уларҙы ваҡытлыса әүҙемләштерә, кешегә рәхәт һымаҡ. Әммә 5 минуттан һуң бөттө - осто-китте! Ошондай мәғлүмәт көҫәгән уҡыусыны ла тәрәнлеге менән тетрәтеп, уны үҙенә йолоп алырлыҡ булырға тейеш бөгөнгө заман әҫәре...

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.16 | Ҡаралған: 1429

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru