«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘСӘ КЕЙЕНӘЙЕК ҺӘМ КЕЙЕМДӘРҘЕҢ АТАМАҺЫН ДӨРӨҪЛӘП ӘЙТӘЙЕК
+  - 

Һуңғы йылдарҙа республикала башлыса ағинәйҙәр тырышлығы менән халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен, нәфис биҙәүестәрен тергеҙеү өҫтөндә байтаҡ эш алып барыла. Беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында башҡаларҙы хайран итеп, зауыҡлы биҙәүестәр тағып, милли күлдәктәр кейеп йөрөү ғәҙәткә инә. Үҙе бер илаһи күренеш ул яға, селтәр, түшелдеректәрен тағып, аллы-гөллө күлдәктәрен кейеп, эшлекле ҡорҙарға йыйылған ағинәйҙәр. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, уйын-йыр өсөн генә йыйылмай улар. Ниндәйҙер мөһим проблеманы хәл итер, йәштәргә йолаларыбыҙҙы өйрәтер өсөн, йә булмаһа, милли кейем өлгөләре, биҙәүестәр эшләү, ниндәйҙер милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ серҙәре менән бүлешергә, экологик өмәләр үткәрергә йыйыла улар һәм ошондай матур саралар менән рухлы киләсәк быуын тәрбиәләүҙе бурыс итеп алған ағинәйҙәребеҙ.

Ошо көндәрҙә Учалы ағинәйҙәре БДУ-ның Учалы вәкиллеге менән берлектә район ҡатын-ҡыҙҙарын ижад йортона яға (башҡа төбәктәрҙә селтәр, һаҡал, түшелдерек, алмиҙеү һ.б. тиҙәр) эшләү буйынса оҫталыҡ дәресенә йыйҙы. Сараның тәүге өлөшөндә БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы Ғарипов Азат Салауат улы үҙебеҙҙең төбәккә хас яғалар өлгөләрен экранда күрһәтеп, бик төплө мәғлүмәт бирҙе. Райондың күбәләк, тиләү, табын ырыуҙарына ҡараған Оҙонгүл, Рафиҡ, Яңы Байрамғол, Наурыз, Мәҫкәү, Һәйтәк, Ишмәкәй, Аҡҡужа, Юлдаш ауылдарында һаҡланып ҡалған был бай биҙәүестәр өлгөләре берсә һоҡландырҙы, берсә уйландырҙы. Берҙән, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының был нәфис биҙәнеү әйберҙәре ни тиклем бай, етеш тормоштоң сағылышы булһа, икенсенән, юғары зауыҡ, юғары оҫталыҡ өлгөһө булараҡ та һоҡландырҙы. Беҙҙең төбәккә хас был биҙәүестәрҙең 2 сантиметр тирәһе яҫылығында муйынға тағыла торған өлөшө, яғаһы бар. Ул арттан йә ҡаптырмаға, йә төймәгә эленгән булған. Оҙонлоғо - 40-42 сантиметр, киңлеге өҫкө өлөшө - 23-25 сантиметр, аҫҡы өлөшө - 34 сантиметр булып, урта өлөшөндә 11-13 рәт тәңкәләр теҙелгән. Ғәҙәттә, эре тәңкәләр иң һуңғы рәттә була. Тәңкәләрҙән аҫтағы тәҙрә тип аталған өлөшө мәрйендән яһалған селтәрҙән тора. Был өлөш бик үк ҙур түгел. Көмөш тәңкәләр, мәрйен, аҡыҡ таштар ҡыҙыл төҫтәге туҡыма менән ҡапланған тулаға, йә драпҡа тегелә. Ауырлыҡтары 3-4 килоға еткән яға муйындан ғына түгел, бил тәңгәленән дә бәйләнеп ҡуйылған. Силәбе, Ҡорған өлкәһе баш-ҡорттары ла был биҙәүесте яға тип атай икән. Бына ошондай бай мәғлүмәт алған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Азат Салауат улына рәхмәт әйтеп, артабан мәрйен, тәңкәләрҙе дөрөҫ тегергә, туҡыманы дөрөҫ киҫергә лә өйрәнде. Был эштә уларға ағинәйҙәребеҙ Байморатова Таңһылыу менән Ишбирҙина Зөбәйҙә ярҙам итте. Оҫталыҡ дәрестәре артабан башҡа ауылдарҙа ла үткәреләсәк.
Был сараны ойоштороуҙың үҙ сәбәптәре лә бар. Беренсенән, Учалы телевидениеһы райондың ағинәйҙәре, БДУ менән берлектә үҙенең 25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы "Яға" конкурсы иғлан итһә, икенсенән, ундай конкурс республикала ла үткәреләсәк. Былтыр көҙөн Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан үткәрелгән "Селтәр" конкурсында ла беҙ дәррәү ҡатнашҡайныҡ. Конкурстан ыңғай тәьҫораттар алдыҡ, әлбиттә, тик күңелдә бер көҙөк ҡалды: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ошо биҙәүестәренең төрлө ырыуҙа төрлөсә аталып йөрөтөлөүе, хатта тамғалары, эшләнеше лә төрлөрәк булыуы конкурсты ойоштороусылар тарафынан бик иҫәпкә алынманы. Мәҫәлән, беҙҙе, учалыларҙы, бигерәк тә был биҙәүестең "яға" тигән төрөн иҫәпкә алмауҙары борсолдорҙо. Фекеремде раҫлар өсөн тағы ла Сергей Руденконың "Башҡорттар" исемле китабын ҡулға алам. Унда ла, мәрйен-көмөш тәңкәләр, аҡыҡ менән биҙәлгән был биҙәүестәрҙең муйындан алып билдән аҫҡа тиклем төшөп торғандары яға, һаҡал, селтәр тип йөрөтөлгән, тип билдәләнгән. Башҡа атамаһы юҡ. Әммә һәр береһенең үҙенә генә хас үҙенсәлеге лә булған. Руденко хеҙмәтендәге яғаның һүрәтләнеше беҙҙең яҡтағыһы менән тап килә. Һаҡал тип аталғанында иһә мәрйендән эшләнгән селтәр өлөшө юҡ. "Киске Өфө" гәзитенең быйылғы беренсе һанындағы һүрәттә лә ҡыҙ баланың түшендәге биҙәүесте Руденко буйынса "һаҡал" тип атарға мөмкин булыр ине. Ә "селтәр" тигәненең күпселек өлөшө мәрйендән эшләнгән селтәрҙән тора. Өҫкө өлөш менән селтәр араһына бер нисә (1-3 булыуы мөмкин) рәт көмөш тәңкәләр теҙелә. Ул муйынға тар таҫма менән бәйләп ҡуйыла, сөнки сағыштырмаса еңелерәк була. Бөгөн ошо атамалар менән бергә түшелдерек, күкрәксә тип йөрөтөлгәндәре мәрйен, көмөш тәңкәләр менән биҙәлмәгән. Улар 30х40 сантиметр ҙурлығында булып, туҡыманан ҡорап эшләнгән, йә төҫлө ептәр менән матурлап сигелгән. Ғәҙәттә, уларын йәш ҡатындар, еткән ҡыҙҙар йөрөткән. Бындай күкрәксәләрҙе еңгәләр бикәстәренә бүләк иткән, тип тә хәтерләй беҙҙең яҡ ағинәйҙәре.
Фекеремде йомғаҡлап, шуны әйткем килә. Беҙҙең бар ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа мәрйен-тәңкәләр менән биҙәлгән матур биҙәүестәр тағып йөрөүҙе модаға индереп ебәрһен, әйҙә. Тик был классик биҙәүестәребеҙҙе, яһалышына ҡарап, үҙ атамалары менән дөрөҫ итеп яға, һаҡал, селтәр тип атайыҡ. Борон халҡыбыҙ бер ҙә иренмәгән, һәр ҡайһыһын үҙ исеме менән атаған бит. Ул саҡта тарих та, зауыҡ та, тел байлығы ла һаҡлана.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" ойошмаһы етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.17 | Ҡаралған: 1220

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru