«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТА-БАБАМ ҺӨНӘРЕ - ҠОШ СӨЙӨҮ
+  - 


Хәҙер инде ҡош сөйгәндә, ҡош менән һунар итеүҙә ҡулланыла торған әйберҙәрҙе яҙып, һәр береһен тасуирлап китәйек.

Тағараҡ. Тағараҡ бауы. Ике ағас, ике бағана араһына ныҡ итеп тартып ҡуйылған арҡан. Арҡан ныҡлы һабаҡлыҡ - киндер, ҡыл йә сүс бәйҙәрҙән тығыҙ итеп бәйләнә. Йыуанлығы хәҙерге үлсәм менән өс-дүрт сантиметр, йә артыҡ йыуан булмаған ике бармаҡ. Оҙон түгел, ике-өс метр. Ике осона, бағаналарға беркетеп элер өсөн, ҡалын ҡайыш тағыла. Бөркөт тағарағы һәм ыласын тағарағы була. Ыласын тағарағы нәҙек, диаметры иң күбе 1,5-2 см. Тағараҡтың төп ҡулланылышы "томаға" кейҙерелгән ҡоштоң ихтыярын һындырыу, сөнки сайҡалып, бәүелеп торған тағараҡта ултырған ҡош үҙен һәр саҡ ышанысһыҙ тоя. Аунап-ҡолап төшмәҫ өсөн, тағараҡ һәр саҡ тигеҙлек һаҡларға мәжбүр итә. Ҡанатлы ҡош ҡолап төшөүҙән, әлбиттә, ҡурҡмаҫ ине, әммә ул күрмәй. Сөнки башына кейҙерелгән томаға күҙен бөтөнләйгә ҡаплап тора. Көнө-төнө, айҙар буйы тағараҡта ултырған ҡошто хужаһы алып ҡулына ултыртһа, уның сығанағы иң ышаныслы, ныҡлы, ҡурҡынысһыҙ ергә әйләнә. Йыртҡыс ҡош өсөн кеше сығанағы йә ҡулбашы ҡая түшенә, ҡая үркәсенә әйләнә. Шуға ла ул сөйөлөп, ҡошто, йәнлекте алғас, кире шул ышаныслы "ҡая үркәсенә" - сығанаҡҡа ултырырға ҡаршылашмай. Тағараҡты көслө ел, ямғыр, ҡар яумағанда асыҡ ерҙә, ә ел йәки яуынлы осорҙа яҡтылыҡ төшкән япма, һарай эсенә япҡандар. Ялан ерҙә ағас булмау сәбәпле кәртә эшләү мөмкинлеге булмағанда һауын бейәләрҙең ҡолоҡайҙарын да тағараҡҡа ағас ҡолаҡтар аша элгәндәр.
Ағас ҡолаҡ. Ҡолаҡтың бер тишегенән тағараҡ бауы үтһә, икенсе тишегенән ҡайыш аша ҡолон муйынына бәйләнгән. Боронғо ваҡытта тимер сыңға табыу ярайһы уҡ ауыр булғанға, ҡартатайҙар бөркөт, ҡарсыға аяғына ағас ҡолаҡты ҡайыш менән бәйләп ҡуйғандар. Бөркөт ҡолағы ҙурыраҡ, ә ҡарсыға, ыласын ҡолағы бәләкәй булған. Ағас ҡолаҡтың түбәнге буш тишегенән оҙон, нәҙек ҡайыш, бау үткәреп, бөркөттө өйрәткәндәр. Ә һунарҙа бауҙар ҡыҫҡа булған. Ҡошто тиҙ генә ысҡындырып осороп ебәрер өсөн түбәнге ҡолағына таралдыҡ кейҙергәндәр. Таралғы түгел, ә таралдыҡ.
Бейәләй. Әгәр һунарсы һулаҡай булмаһа, тик уң ҡул өсөн ҙур тире - йорон бейәләй тегелә. Уның тышҡы яғы ҡайыш та булыуы ихтимал. Әгәр тышы күн-ҡайыш булһа, эске яғы мотлаҡ йә йөрөн - эшкәртелгән тире, йә кейеҙ булған. Бейәләйҙең төп тәғәйенләнеше - бөркөт, ыласын, ҡарсыға ултырғанда уның осло тырнаҡтарынан ҡулды һаҡлау. Уның ярайһы уҡ иркен, оҙон һаплы булыуы шарт.
Еңдек. Еңдек көпө, бишмәт, тун, хәҙерге фуфайка еңенә бейәләй һабынан сығанаҡ аша ҡулбашҡа тиклем кейелә торған иркен еңтире. Еңтире йомшаҡ итеп эшкәртелгән һарыҡ, кәзә, бүре, эт тиреһенән тегелһә лә, тыш яғы ҡалын, йомшаҡ күн, ҡайыш менән ҡапланған була. Һыбай йөрөгәндә һелкенгәндә йә ат тулағанда, сапҡанда бөркөт уң аяғын бейәләй һабына, һул аяғын еңдек өҫтөнә баҫып, йығылмаҫ өсөн тырнаҡтары менән беләкте ҡоршап тотоп алға ҡарап ултыра. Тигеҙлек һаҡлар өсөн ҡанаттарын асып елпеһә лә, һул ҡанаты ҡошсоноң башы артынан үтә. Ул, ғәҙәттә, алға ҡарап ултыра. Уның был ултырыу алымы туҡтай биреп йә сабып барғанда ла һул ҡул менән томағаһын сисергә уңайлы була.
Балдаҡ, беләҙек. Ауыр бөркөттө ҡулда, сығанаҡта оҙаҡ йөрөтөп булмағанлыҡтан, һыбай һунарсылыҡ иткән ҡошсолар эйәр ҡашағаһына - алғы дуғаға ҡул суғын һалып барырға терәк нығытҡандар. Уның терәү ере аҫҡы яғы берәүҙеке аса булһа, икенсеһенеке яҙы булып, һәр осраҡта аҫҡы яғы ҡайыш менән эйәргә нығытылған. Ҡошсо балдаҡҡа, беләҙеккә уң ҡул суғын һалып, сығанағын киңәйтә биреп, ҡошо шунда ултыртып йөрөгән. Ниңәлер, исемен бер яҙғанда балдаҡ тип, икенсе ерҙә беләҙек тип тәркәгәнмен. Беҙҙең ҡартатайҙар уны беләҙек тигәндәр. Сөнки ҡул суғы нәҡ беләҙек кейелгән урынға ятҡан бит. Әгәр балдаҡ тиһәк, ул ағаста дүрт йә биш бармаҡ өсөн уйып төшөрөлгән ятма булыр ине. Ул ваҡытта бейәләй нисек булған һуң? Бәлки, балдаҡ көҙ көндәр йылы осорҙа ҡулланылғандыр. Балдаҡ сөйөр ҡош бөркөт, көсөгән, ҡарағош түгел, ә ыласын, балапан, ҡыйғыр, ҡарсыға, яғылбай һәм башҡа вағыраҡ, еңел ҡош булғанда ҡулланылған. Сөнки ваҡ ҡош, ғәҙәттә, һәр саҡ йә ҡулбашҡа, йә ҡул суғының өҫ яғына ултырған. Ҡул бармаҡтарына зыян килтереү мөмкинлеге әҙ булғанлыҡтан, балдаҡҡа бармаҡтарҙы һалып барыу өсөн "тупаҡ бейәләй" йәки бейәләйҙең осо йә ҡырҡып ташланған, йә махсус рәүештә бармаҡтар сығып торорлоҡ итеп тегелгән. Сөнки көн йылы булғас, бармаҡтар өшөмәгән.
Һунар итә торған ерҙең таулы яланлымы, урманлы түбәнлекме булыуына ҡарап, һунарҙа хәрәкәт итеүсе алым ҡулланылған. Һыбай, ат өҫтөндә. Арбала йәки санала. Ваҡ ҡоштар менән һунарсылыҡ иткәндә - йәйәү. Арбала йәки санала һунарға сыҡҡанда ҡошто арбаның йәки сананың алғы яғына тире менән ҡағылған махсус ултыртма эшләнгән. Ул ултыртма "туғыр" тип аталған.
Туғыр. Алғыр ҡош менән һыбай сыҡҡанда ла, сана-арбала булғанда ла ҡошсо күп осраҡта бер үҙе булмай. Уның йәнәшендә һунар эте менән ярҙамсы була. Башҡорт һунарсыһы элекке ваҡытта һунар этенең тик бер тоҡомон ғына тотҡан. Ул башҡорт бурҙайы. Башҡорт һунарсыларында тик башҡорт бурҙайы булды. Ул бик күп сифаттарға эйә ине. Ул эҙләне лә эҙҙән ҡыуып етеп йәнлек алды, өңгә лә керҙе, һыуҙан ҡош та сығарҙы. Насип булһа, башҡорт бурҙайы тураһында айырым һүҙ әйтергә теләгем бар. Туғыр өҫтөндә ултырған ҡош, әлбиттә, томағала була һәм туғырға ҡыҫҡа бауҙар менән бәйләп ҡуйыла. Ә туғыр үҙе аяҡтарынан арбаға, санаға нығытылып ҡуйыла. Ултыртма йөнлө тире менән бәйләнә, ҡағыла. Был ҡыш көнө ҡоштоң аяғы өшөмәһен өсөн эшләнә.
Томаға. Алғыр ҡоштоң күҙен ҡаплау өсөн башына яраҡлы итеп бесеп, махсус рәүештә тегелгән тәрән башлыҡ. Ул йомшаҡ сафьян күндән, бәрхәттән тегелгән. Байҙар бер-береһенең алдында ҡупырайыр булһалар, йә туйҙа ҡайны кеше кейәү йә төп ҡоҙа һунарсы булһа, уға бүләк итеп сөйөр ҡош биргәндәр. Өйрәнгән алғыр ҡош бик ҡиммәт булған. Уны бүләктән тыш аҡсаға һалып, ҡалым хисабына ла биргәндәр. Кейәүгә бүләк итеп бирелгән алғыр ҡоштоң томағаһы фарсы, төрөк бәрхәтенән булып, алтын һәм көмөш мәрйен-гәрәбәләр менән сигелгән була. Әгәр алғыр ҡош төп ҡоҙаға - кейәүҙең йә ҡыҙҙың атаһына тәғәйен булһа, уға шул уҡ алтын-көмөш менән биҙәрләнгән сафьян күнле тағараҡлы алғыр йә типкес һайлағандар. Халыҡ телендә дөйөмләштереп "алғыр" тип ҙур ҡошто, "типкес" тип бәләкәй һунар ҡоштарын атағандар. Һунар ҡошоноң иң ҡиммәтле кейеме шул томаға булған да инде. Байрамдарҙа, туй өсөн томағаға һәр төрлө төҫлө таҫмалар, елберҙәктәр, ваҡ ҡына ҡыңғырау ҙа таҡҡандар. Буран көнө беҙ бүрек ҡолаҡсынын эйәк аҫтынан бәйләп ҡуйған кеүек, ҡош башына ла томаға аҫҡы соҡошо аҫтынан таҫма, йомшаҡ ҡайыш менән бәйләп ҡуйыла. Алғыр ҡошто ҡаратайҙар томағаһыҙ өйрәтә алмаған, сөнки ҡоштоң аң үҫеш кимәле ҡулға өйрәтелгән башҡа йән эйәләренән бик күпкә айырыла. Томаға кейҙерелгән бөркөт тағараҡта аҙналар, айҙар буйы ултыра. Бөркөт тыныс ҡына ултырмаһын өсөн, тағараҡ бауын һәр саҡ тартып-тартып торғандар. Ҡырҡ көн буйы йоҡоһоҙ һәм бау бәүелгәндә тигеҙлек һаҡлап арып бөткән бөркөткә хужаһының еңдеге иң ышаныслы урынға әйләнә. Тағараҡты алғыр башынан һунар этте, атты танытырға, улар менән аралашҡанда, бергә ашатҡанда ғына сискәндәр. Һунар этенең төҫө бүрегә, төлкөгә оҡшамауы ла бер шарт була. Һауаға ҡошто сөйгәндә, әлбиттә, томағаны хужа сисеп алып ҡала.
Бауҙар. Алғыр ҡошто өйрәткән саҡта томағаһын асып, тәүләп осҡан ҡош йә йәнлек күрһәткәндә уның аяғына һунарҙың төрөнә ҡарап төрлөсә бау-бәйҙәр таҡҡандар. Әгәр алғыр менән хужа ҡошҡа - үрҙәккә, ҡорға, ҡуянға, ҡаҙға һунарсылыҡ итә икән, уны тиҙ генә ысҡындырып осороп ебәрер өсөн бауҙар ҙа ябай булған. Тимер, унан тимер сыңға эшләп өйрәнгәнгә тиклем алғыр аяғына бәйләй торған бауҙар төрлөсә була. Миңә уларҙың ошо төрҙәре билдәле: беләҙек, балдаҡ; һиртмәк; ҡайыш бау. Ҡоштоң, ғәҙәттә, уң аяғына йомшаҡ, майланған, әммә ҡалын ғына ҡайыштан балдаҡ, беләҙек кейҙергәндәр. Беләҙекте бик оҫта, һынсыл һунарсылар ҙур алғыр ҡоштоң һул аяғына, ә бәләкәй ҡошҡа, ыласын, ҡыйғырға - уң аяғына кейҙергәндәр. Сөнки бөркөт төлкөнөң, бүренең һәр саҡ муйыны башына тоташҡан ерҙән уң аяғы менән, ә һул аяғы менән йә нәҙек биленән, йә умыртҡа һөйәгенең ҡалаҡ һөйәге аҫтына керер еренән тотҡан. Бәләкәй ҡош осоп барған ҡошто һәр саҡ йә ике аяғы менән дә, йә тәүге һуғыуҙа ҡорбанын тиңһенмәйерәк күберәк һул аяғы менән типкән.
Беләҙек ҡоштоң аяғына йә ҡайыштарын сисеп, йә ҡоштоң бармаҡтары аша аҫтан кейҙерелгән. Беләҙектең уртаһынан бер ая самаһы ҡайыш булып, осо бәләкәй генә һиртмәк менән бөтә.
Таралдыҡ һиртмәккә кейҙерелә. Ғәҙәттә, ат йүгәненең тамаҡһаһына тегелгән таралғы түгел, ә таралдыҡ.
1. Таралдыҡ аяһы.
2. Мүлдергә.
3. Таралдыҡ тишеге.
4. Таралдыҡ ағасы.
5. Оҙон бау йәки ҡыҫҡа ҡайыш - ҡулсар.
Беләҙек бауының һиртмәге таралдыҡ аяһына кейҙерелә. Таралдыҡтың икенсе осо тишек булып, мүлдергә аша йә оҙон бауға, йә бер аршын, бәлки оҙонораҡ ҡайышҡа бәйләнә. Оҙон бауҙы ҡошто өйрәткәндә ҡулланғандар. Ә ҡыҫҡа ҡайыш өйрәнгән ҡошто ҡулда йөрөткәндә тотор өсөн ҡулайлы булған.
Таралдыҡ ағасының аяһы "алғырҙы" тиҙ генә һиртмәктән ысҡындырып ебәрер өсөн уңайлы. Таралдыҡ ботағын урманда һайлап йөрөп киҫеп алып, әрсеп, киптереп ҡуйғандар. Таралдыҡтың дөйөм оҙонлоғо ун-ун биш сантиметр самаһы. Һуңғараҡ тимерҙән түңәрәк сыңға эшләнә башлағас, беләҙек бауының осона сыңға бәйләп, сыңға аша ҡулсар йә оҙон бау - нәҙек сылбыр үткәреп ҡулланыр булғандар. Ҡошто ысҡындырып ебәрер өсөн ҡулсарҙың йә сылбырҙың бер осон ебәреү еткән. Ҡыҫмау - ҡыҫбау. Был күберәк бүре һуға торған алғыр бөркөттөң, ҡарағоштоң, көсөгәндең аяғын, ботон һаҡлар өсөн кейҙерелгән, дөрөҫөрәге, бәйләп ҡуйылған ағас ҡулайлама. Ҡыҫбау ике өлөштән, ә ҡайһы бер осраҡта дүрт өлөштән торған. Әлбиттә, ҡыҫбау ҡоштоң хәрәкәтен бер аҙ сикләгән, әммә ул күп осраҡта үҙен аҡлаған.
1. Бот ҡаҫмауы. Алғыһы.
2. Бот ҡаҫмауы. Артҡыһы.
3. Ашҡаҡ ҡыҫбауы. Алғыһы.
4. Ашҡаҡ ҡыҫбауы. Артҡыһы.
5. Ҡайыш бәйҙәр.

Спартак ИЛЬЯСОВ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.04.20 | Ҡаралған: 575

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru