«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТТАР ЙОРТО - ҠАЙҒЫ ЙОРТОМО?
+  - 

Яңғыҙ ир кешене урынлаштырыу өсөн урын эҙләгәндә республиканың бер нисә ҡарттар йортона мөрәжәғәт итергә тура килде. Беҙҙең герой ғәрип, әммә аҡылы теүәл, үҙен хеҙмәтләндерә, көсө бар. Себерҙә эшләп ялға сыҡҡанлыҡтан, пенсияһы ла юғары ғына. Уға медицина ярҙамы булған, аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән, йыйыштырыусылары тәрбиәләгән махсус урын кәрәк булып, республикалағы бер шәхси ҡарттар йортонда туҡталдыҡ. Баҡтиһәң, беҙҙең республикала түләүле ғәриптәр йорттары юҡ икән. Уларҙың барыһы ла "ҡарттар йорто" тигән исем аҫтында.

Ҡарттар йортонда йәшәүҙең иң беренсе яҙылмаған шарты - һине килеп күреп, тикшереп йөрөүселәр булмаҫҡа тейеш. Беҙҙең осраҡта ла шулай булды. Клиент ирекле инеп-сығып йөрөй алмай һәм уға килеүселәр ҙә эскә үткәрелмәй. Үтеү түгел, хәл белешеп тә булмай булып сыҡты. Күп тә тормай, бының сәбәптәре асыҡланды ла. Унда мәхшәр икән! Яҡлаусыһыҙ ҡарттарҙың бер нәмәгә лә хоҡуғы юҡ, ти. Унда бары иҙән йыуыусылар ғына хакимлыҡ итә икән. Әбей-һәбейҙе, эсеп эшлектән сыҡҡан ҡарттарҙы, ғәриптәрҙе теләһәләр һуғып ебәрәләр, теләһәләр ашһыҙ тоталар, теләһәләр йыуыныу бүлмәһенән мәхрүм итәләр. Ә түләүҙе айына шыҡылдатып һалдырып алалар, пенсияң күсмәһә, бер көн, бер минут тотмайҙар. Беҙҙең герой ҡарттар йортонда ике ай йәшәне, әллә нисә тапҡыр персонал менән ғауғаға инде. Ҡарттарҙы яҡлашып, әбейҙәрҙе һуҡҡылаған санитарҙар, техничкалар менән эләгешеп бөттө. Пансионаттың директорын саҡыртып-саҡыртып та, бер генә лә күрешә алманы. Ике айҙан "Бында минең йөрәгем сыҙамай" тип сығып, бер ҡалала ҡуртымға фатир алып, медицина хеҙмәткәре яллап йәшәүгә күсте. Һәм шул йортта булып сыҡҡан ваҡытын һаман яман төш кеүек итеп иҫләй, ҡалған йәшәүселәрҙе йәлләп, шундай шарттар тыуҙырған йорт етәкселеген һүгеп йыуана.
Ҡарттар йорто ял йорто түгел, уныһы бар. Әммә һуңғы ваҡытта телевизорҙан күрһәтелгән ҡарттар йорто һәм республикабыҙҙағы шундай бер учреждениелағы хәл-ваҡиғалар был урындарҙың ысынлап ҡайғы йорто булыуын күрһәтте. Дәүләт учреждениеһы булһынмы, шәхси асылған ололарҙы, ғәриптәрҙе ҡарау йорто булһынмы, унда бит яҡлауға, ҡарауға мохтаж кешеләр өсөн яуаплылыҡ ята. Уларҙың пенсияһын тартып алып, аслы-туҡлы, ҡаҡ-һалҡында тотоу, уның өҫтәүенә, ҡурҡытыу, һуғыу, бикләү һәм башҡа яза төрҙәрен ҡулланыу - ул матди йә рухи яҡтан аҡлаймы үҙен? Минеңсә, бер яҡтан да аҡламай. Ундай йорттарға, әйтерһең, иң яуыз, иң ҡаты күңелле хеҙмәткәрҙәрҙе генә йыйғандар, тиерһең. Әллә шундай битараф, яҡшылыҡтан ваз кискәндәрҙе генә микән...
"Ҡарттарҙы һин бағып ҡара" тиеүселәр ҙә булыр һәм уларҙың һүҙе дөрөҫ тә һымаҡ. Күптәренең ярауы аҫтында, аҡылдары шыйығайған, мыжыйҙар, оноталар, буталаларҙыр. Әммә был сәбәптәрҙең береһе лә кешелекһеҙлекте аҡламай. Ҡарттар йортона барып инеүҙәрендә уларҙың үҙҙәренең дә ғәйептәре етерлектер, шулай ҙа, былар ҙа мәрхәмәтһеҙлекте аҡламай. Ҡасандыр үлтереүсе, урлаусы, балалар ташлаусы, эскесе әҙәмдәр булһалар ҙа, бөгөн ярҙамға мохтаж, бала хәлендә ҡалғандарға изгелекле булыу - ул әҙәмилек билгеһе. Әгәр яманға яман, насарға насар ғына булып ҡалһаҡ, был донъя ҡайҙа барыр? Берәү ҙә ҡартлығында яңғыҙ ҡалыуҙан, кеше көнлө булыуҙан һаҡланмаған. Әжәл ғәли йәнәптәренең кемде ниндәй хәлдә килеп табырын бер Аллаһ ҡына беләлер...
Бер ваҡыт, ике меңенсе йылдарҙа булһа кәрәк, Баймаҡ районының Төркмән ауылында ҡарттар йорто була торғайны һәм шул хаҡта гәзиткә яҙырға тура килгәйне. Төрлө райондарҙан йыйылған ине ололар. Һәм шундағы мөнәсәбәт, йылы мөхит, таҙалыҡ хәтерҙә ҡалған. Бүлмә һайын әбей-һәбей ҡул эше менән булып, сәй эсеп, сөкөрләшеп ултыра, бабайҙар шахмат уйнай, гәзит уҡый ине. Ҡарттар йорто шулай була икән тигән уй ҡалған башта. Ә әле үҙем шундай йорттарға йөрөп сыҡҡандан, республика яңылыҡтарынан, ҡарттар йортондағы янғын афәтен ишетеүҙән күңелдә һаҡланған яҡты хәтирәләр юҡҡа сыҡты. Кешелектең иң ябай мөнәсәбәтенә, мәрхәмәткә мохтаж булған етем ҡарт-ҡороно, балаларҙы, ғәриптәрҙе йәберләргә, шулар иҫәбенә туйынып йәшәргә, таларға, өлөштәренә төшөргә, язаларға, уларҙың көсһөҙлөгөн үҙҙәренең бысраҡ нәфселәре файҙаһына тотонорға ынтылып торғандар ҡайҙан килеп сыға икән? Ҡарттар, балалар, ғәриптәр йорттары етәкселәре, хеҙмәт коллективы, был учреждениеларҙың йәшәйешен күҙәтеүсе өлкәләр, министрлыҡтар шул хәтлем дә битарафмы эштәренә? Был һорау үҙенән-үҙе телдән ысҡына. Сөнки Әбйәлил районындағы ҡарттар йорто көл-күмергә ҡалып, ҡорбандар билдәле булғас, республикабыҙҙың Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова был йорт хаҡында "белмәй" ҙә булып сыҡты (!). Әммә был ғына яуап уны аҡлаймы? Йәғни, шул дәрәжәләге етәксенең үҙ биләмәһендәге тотош бер ҡарттар йортон белмәй ҡалыуы уны һәм башҡаларҙы енәйәти яуаплылыҡтан азат итәме? Үкенескә ҡаршы, етәкселектең бәләнән ҡотолоп ҡала торған иң еңел юлы ошо.
Ҡарттар һәм балалар йорттары кәмемәҫ тә һәм уларҙың йәшәйеше артыҡ үҙгәрмәҫ тә инде ул илдә. Был йорттарҙа ҡалдырылғандарҙың утыҙ процентының ғына ата-әсәһе һәм балалары юҡ, тип билдәләй бит статистика. Тимәк, был күренештәр йәмғиәттең үҙе һайлаған, үҙе сәбәпсе булған күрһәткестәре. Иң тәүге сиратта был ғаилә тәрбиәһенең аҡһауы. Балаларынан, ололарынан һәм ғәриптәренән баш тартмаҫлыҡ кимәлгә етә алырмы икән берәй ваҡыт кешелек? Билдәһеҙ...

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.01.21 | Ҡаралған: 448

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru