«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҘЛАР - ТАРИХ АТАҺЫ ГЕРОДОТ АРГИППЕЙҘАРЫ ВАРИҪТАРЫ (1-cе бүлек)
+  - 


Башҡа бер ырыуҙар араһында артыҡ билдәле булмаған, атамаһы ла сәйерерәк яңғыраған башҡорт этник төркөмдәренең береһе - таҙлар (тазлар) тип исемләнә. Күрәһең, тарихи процестар барышында ошо ырыу вәкилдәренең айырым-айырым төркөмдәре, Көньяҡ Урал территорияһына килеп урынлашып, башҡа башҡорт ырыуҙары составына инеп киткән. Бәлки, ошо сәбәптәндер инде, хәҙерге осорҙа үҙҙәренең ата-бабаларының үтә боронғо һәм ҡеүәтле бер ҡәүем ағзалары булғанлығы хаҡында иҫләүсе таҙлар вәкилдәре һирәгерәк. Таҙларҙың компакт төркөмдәре Башҡортостандың Борай районының Варҙытамаҡ, Йомаҡай (Йомаш), Яңы Ҡарғалы, Иҫке Таҙлар, Яңы Таҙлар, Таҙтүбә, Арҙаш һәм Әрнәш, Балтас районының Түсебай, Шауъяҙы, Иҫке Ҡарғалы, Һәйтәк ауылдарында йәшәй. Йәнә шуға ла иғтибар итергә була: Дыуан районының иң төпкөл төбәгендә Таҙтүбә ауылы бар (унда Рәсәй губерналарынан күсерелеп килтерелгән рус крәҫтиәндәренең вариҫтары йәшәй), әммә Таҙтүбә тип аталған тау янындағы һәм ошо яҡтағы башҡа ерҙәргә ҡасандыр дыуан-әйле һәм һарт-әйле башҡорттары хужа булған. Рус телендә Таҙтүбә тауы Лысая гора, тип аталған хәлдә лә, батша Рәсәйе замандарында Таҙ-Дыуан олоҫо ла теркәлгән була.

Таҙлар ырыуының боронғо тарихы Үҙәк Азия (совет историографияһына ул Урта Азия, тип аталып ингән) территорияһында йәшәгән төрки ҡәүемдәренә барып тоташа. Ошо турала күренекле башҡорт тарихсыһы, этнолог Рәил Кузеев бына нисек яҙа: "Таз (тас) ҡәбиләһенә ҡараған ырыу төркөмдәре Төньяҡ Алтай кумандиндары (сеок тас. - Башҡортса "таҙ һөйәге" тигәнгә тура килә. - Авт. иҫк.), ҡаҙаҡтар (Кесе Жузда таз йәиһә таҙлар ҡәбиләһе, Оло Жузда тастар-арғын, тас-коян ырыуҙары), ҡырғыҙҙар (сарыбағыш ҡәбиләһенең таздар ырыуы), үзбәктәр (тас-катаган ырыуы; Зеравшандың манғыт ҡәбиләһендәге таз ырыуы), төркмәндәр (йомудтар составындағы таздар йәиһә даздар) составына ингән. Л.П. Потапов тастарҙың телеуттар менән этник яҡынлыҡта булыуы хаҡында фараз иткән. Быға "Монголдарҙың йәшерен тарихы" ("Сокровеннное сказание монголов") яҙмаһында монголдарға буйһонған "урман халыҡтары" иҫәбендә телестар менән йәнәш тас ырыуының иҫкә алыныуы нигеҙ булған. Л.П. Потапов билдәләүенсә, ул заманда тастарҙың йәшәү урыны Саян-Алтай ҡалҡыулығында булған. Әгәр был фараз дөрөҫ икән (таҙларҙың ырыу-ҡәбилә төркөмдәренең артабанғы тарихы ысынлап та уларҙың монголдар менән тарихи бәйленештә булыуын раҫлай), ул саҡта тастарҙың килеп сығышы боронғо төркиҙәргә барып тоташа.
Ҡайһы бер туранан-тура булмаған мәғлүмәттәр тастарҙың уғыр-самодий ҡәбиләләре менән этник бәйләнештә булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкинлек бирә. XVIII быуатта Обь йылғаһының Таз тигән ҡушылдығы буйында, селькуптар йәшәгән районда, тасангоручи йәиһә тазукарачея ырыуы күсенеп йөрөгән. Формалашҡан осоронда самодийҙар һәм уғырҙар менән ҡатнашлығы булған кумандиндар составында таз сеогы булыуын тикшеренеүселәрҙең бер генә тапҡыр иҫкә алмауы бындай мөмкинлеккә иғтибарлы булырға мәжбүр итә. Әммә II быуат баштарында таҙларҙың көнбайышҡа, Дәште-Ҡыпсаҡҡа үтеп ингән ырыу төркөмдәренең һис һүҙһеҙ төрки телле булыуын тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ. Таҙларҙың Арал буйы далаларына һәм артабан көнбайышҡа үтеп инеүе монгол эпохаһына тиклем башлана. XII быуатта йәшәгән ҡыпсаҡ кенәздәренең береһенең, Бүнәктең туғанының, исеме Таҙ булған. Урта быуаттарҙа ҡәбилә башлыҡтарының йыш ҡына улар үҙҙәре етәкләгән берләшмә этнонимына ярашлы аталыуы сығанаҡтарҙан яҡшы билдәле (башҡорт шәжәрәләрендәге Мөйтән бей, Уран баба, Дыуан-Һаҡал, Ҡыпсаҡ хан, Ҡара-Табын бей һ.б. менән сағыштырып була). Монголдарҙың Көнсығыш Европаға походтары башланыуы һәм Алтын Урҙа барлыҡҡа килеү осоронда таҙлар теләүҙәр менән бергә көньяҡ далаларында, Эмба һәм Урал арауығында күсенеп йәшәй. Рукнетдин Бейбарс хәбәр итеүенсә, XIII быуат аҙағында улар тәүҙә Токта ғәскәре составында, уға хыянат иткәс, уның дошманы Нуғай яғында үҙ-ара һуғышта ҡатнаша. Таҙларҙың бер өлөшөнөң төньяҡҡа, Урал алдына күсеп китеүенең сәбәбе тап ошо ваҡиғалар, Нуғайҙың тар-мар ителеп, Токтаның еңеүе менән бәйле булыуы бик ихтимал, улар бында еңеүсенең үс алыуынан ҡотолорға иҫәп тотҡан. Бындай һығымтаны тағы ла бер нәмә - таҙларҙың Урал алдына компакт масса менән түгел, ә айырым төркөмдәр менән килеп, төрлө ырыу-ҡәбиләләр: бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ, табын һәм башҡалар составына ҡушылып китеүе менән аңлатып була. Асылда таҙ ырыуы төркөмдәре бөтөн Башҡортостанға тарала.
Таҙлар бер ни тиклем компакт рәүештә ике тарафта урынлаша. Уларҙың бер төркөмө табындар менән бергә Уралға һәм Урал аръяғына табан йүнәлә. Улар әйле ырыуының ҡаратаулы һәм дыуан-әйле төркөмдәренә йәнәш ерҙәрҙе биләй. Таҙларҙың бер нисә ауылы XVIII быуатта ҡайһы бер сығанаҡтарҙа теркәлгән Себер даруғаһының Тазлар олоҫон хасил итә. П.И. Рычков исемлегенә ул әйлеләр составындағы "Таз-Дыуан" түбәһе исеме аҫтында индерелә. XVIII быуатта, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре тау заводтары өсөн тартып алынғас, тазлар төньяҡҡараҡ китеп, ҡаратаулылар һәм дыуандар составына инеп китә.
Таҙларҙың икенсе бер төркөмө төньяҡ йүнәлешендә, Танып йылғаһы буйлап барып, уның урта ағымындағы урманлы киң районды биләй. Танып таҙлары оҙаҡ ваҡыттар дауамында әйле таҙлары менән бәйләнештәрен өҙмәй. Улар, риүәйәттәрендә һөйләнелгәнсә, Урал аръяғындағы ырыуҙаштарына, тегеләре Таныпҡа килеп йөрөй.
Әммә этнология өлкәһендә таҙлар ырыуының тарихи сығышы буйынса ғалим-этнолог Р.Ғ. Кузеевтың ғилми фараздарына тулыһынса тап килмәгән мәғлүмәттәр, йәиһә уның ҡараштарын бер ни тиклем кимәлдә инҡар иткән тикшеренеүҙәр ҙә бар. Ошо проблема хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡанда дөйөм башҡорт тарихына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә иҫәпкә алыу фарыздыр.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.21 | Ҡаралған: 311

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru