«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАРҘЫҢ ТӘРБИӘҺЕ ҠАТЫРАҠ ИНЕ, Ә БЕҘҘЕКЕ - ЗАМАНСАРАҠ...
+  - 


"Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!" - халыҡ шағирының рефрен булып яңғыраған шиғыр юлдары "Атайҙар мәктәбе" исемле яңы рубрикаға материал әҙерләгәндә ҡолаҡ төбөндә сыңлап тик торҙо. Был сыңлау халыҡ артистары менән осрашҡанға ғына түгел, күрәһең. Тимәк, халыҡ күңеленә үтеп инергә тейеш яңы ауаз. Һүҙ бит атайҙар, олатайҙар тураһында ғына түгел, ғөмүмән, йәшәйеш тураһында, беҙҙең турала. Үҙебеҙҙе борсоған меңәрләгән һорауҙың береһенә булһа ла яуап тапһаҡ, атайҙар һүҙе бушҡа булмаҫ. Һүҙ ғаиләләрендә өсәр ул тәрбиәләүселәргә: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы ҮТӘШЕВ менән Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илдар Ибраһим улы ҒҮМӘРОВҡа.

Һүҙҙе атайҙарығыҙҙан башлайыҡ. Кемдәр улар? Хәтерегеҙҙә нисек уйылып ҡалғандар?

Хөрмәтулла:
Беҙ ғаиләлә дүрт малай, дүрт ҡыҙ үҫтек. Алтынсы бала - мин. Беҙҙең осорҙоҡолар - фронтовик балалары. Әңгәмәбеҙ атайҙар мәктәбе тураһында булғас, бик шатланып, атайым тураһында күп итеп һөйләй алам. 1909 йылғы ул. Билдәле көрәшсе була. 14-15 йәшенән көрәшә башлай. Атай-әсәйен бер тәүлек эсендә юғалтып, етемлектә үҫә. Еңелдән булмаған атайымдың бала сағы. Ололар уның көрәш менән ихлас мауығыуын аңлап, был баланы һаҡларға кәрәк, тип кәңәш ҡоралар. 16 йәшенә ул ҙур көрәш майҙандарында ла бил бирмәй, көрәшсе исемен яҡлай башлай. Атайымдың һөйләгәне иҫемдә: теләһә кем уның менән көс һынаша алмаған. Ауыл осонда ятҡан ауыр йомро ташты кем күкрәге тәңгәленә тиклем күтәргән, шул ғына майҙанға сығыу хоҡуғы алған. Элек бит ауырлыҡ категорияһы тигән төшөнсә булмаған, майҙанға сыҡҡандар ҙа, бил бирмәҫ бер кеше ҡалғансы көрәшкәндәр.
Атайым шулай 62 йәшенә тиклем көрәшә, Урал аръяғында билдәле көрәшсегә әйләнә. Ул ғына ла түгел, Ырымбур яҡтарында, ҡаҙаҡ далаларында ла ишетәләр еңелмәҫ батыр тураһында. Ул осор көрәшселәре бер-береһе тураһында хәбәрҙар булғандар, эҙләп табып, үҙ-ара осрашып торғандар. Бының өсөн мотлаҡ һабантуйҙарҙа, йыйындарҙа көрәшеү генә етмәгән, бәйге көндәлек тормошта ла дауам иткән. Ҡаҙаҡтарҙан, истәк батыры килһен, тигән хәбәр алһа, барған, көрәшкән, еңгән. Ҡаҙаҡтар үҙҙәре лә эҙләп килә торған булғандар уны. Башҡорт бит ҡунаҡсыл, һәйбәтләп ҡаршылағандар, ҡунаҡ иткәндәр. Һәм, әлбиттә, ундай осрашыуҙар көрәш менән тамамланыр булған.
Аллаһҡа шөкөр, әле лә йыл һайын атайым исемендәге призға көрәш ярыштары уҙғарылып тора. Республика, төбәк-ара кимәлдә лә үтә ундай саралар. Аҡьярҙа Ғаззали Үтәшев исемен йөрөткән урам бар. Спорт комплексы эргәһендә 100 йәше уңайына бюст ҡуйылды.
Унынсы класта уҡып йөрөгәнемдә атайым 67 йәшендә үлеп ҡалды. Ул ауырыманы ла, имен-һау йөрөнө лә ҡоланы ла ҡуйҙы. Һыҙланып йөрөгәнен дә иҫләмәйем. Бәлки, көрәштәрҙә ҡабырғаларын һындырғанда, йә ҡулдарын, бармаҡтарын имгәндергәндә ауыртынғандыр ҙа. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды ул минең өсөн. Ун ете йәшемдә башҡа һыймаҫлыҡ эмоциональ тетрәнеү кисерҙем. Атайҙы юғалтыу ҡайғыһы шул тиклем көслө булғандыр инде, унынсыны көс-хәл менән уҡып бөттөм.
Илдар: Беҙҙең ғаиләлә биш бала булдыҡ: өс малай, ике ҡыҙ. Атайым Ибраһим Исмәғил улы 1910 йылғы ине. Ауыр яҙмыш юлы үтә ул. 1917 йылғы революция, нығынып аяҡ баҫып килгән мәлдәренә 21-се йылғы аслыҡ тура килә. Астан үлмәҫ өсөн атайым ике йәшкә өлкәнерәк ағаһы Иҙрис менән Үзбәкстан яҡтарында ла йөрөп ҡайта. Колхозлашыу йылдарында атайым районда тәүге механизаторҙарҙың береһе була. Шулай колхозда тырышып эшләп йөрөгән кешене көтмәгәндә 1935 йылдың 23 февралендә ҡулға алалар. Комбайнға зыян килтергән өсөн, тип әйтә торғайны атайым, әммә кемдәрҙер көнләшеүҙәнме, үс алыу ниәтенәнме, трактор радиаторына лом тығып киткән булған, тип тә әйттеләр. Атайымдың ҡартатаһы Ғүмәрҙең хажи булыуы ла, бәлки, йоғонто яһағандыр. Ни булһа ла 25 йәшендә атайымды "халыҡ дошманы" мөһөрө менән төрмәгә һөргөнгә оҙатҡас, уның кире ҡайтырына өмөттәр өҙөлә. Тәүге ҡатыны, Мәхүпъямал инәйебеҙ (өлкән ағайым Ғәйнетдиндең әсәһе) тыуған яғына ҡайтырға мәжбүр була. Хәллерәк тә, көслөрәк тә булғанлыҡтан, Ғәйнетдин ағайымды олатаһы (атайымдың атаһы Исмәғил ҡартатай) тәрбиәгә үҙенә алып ҡала. Атайым һөргөндә Колымала булып, 1939 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Шунан Мәфтуха исемле икенсе инәйебеҙгә (уртансы ағайым Мөхәммәтдиндең әсәһенә) өйләнә. Әммә яҙмыш һынауы атайым өсөн бының менән генә бөтмәй. Ун йәшлек Ғәйнетдин менән бер йәшлек Мөхәммәтдинде ҡалдырып, 1941 йылдың 23 июнендә һуғышҡа китә. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, инде тормош көтә башлаған саҡта, 1947 йылда Мәфтуха инәйебеҙ вафат була. Ике ағайымдың донъяға килеү һәм ғүмер юлдарының башы бына шулай. Шулай итеп, атайым беҙҙең әсәйебеҙ (апайымдар Зәриә, Гөлфирә һәм мин) Минеүәрәгә өйләнә. Беҙ бала саҡта ағайымдарҙың икенсе әсәйҙәрҙән булыуын күҙ алдына ла килтермәнек, шатлыҡтарыбыҙ ҙа, ҡайғыларыбыҙ ҙа, мәшәҡәттәребеҙ ҙә һәр саҡ уртаҡ булды. Әлеге көнгә тиклем бер туған булып йәшәйбеҙ һәм шулай ҡаласаҡ та, быныһына иманым камил! Хәҙер атайым да, әсәйҙәр ҙә, ағайҙарым да, еңгәләрем дә мәрхүмдәр инде, йәндәре йәннәттә булһын.
Һуғышта атайым башта Мәскәүҙә, аҙаҡ Ленинград блокадаһына эләгә. Йыш ҡына ниндәйҙер "ҡамау" тураһында һөйләй торғайны. Интернет архивтарҙан атайым хеҙмәт иткән 804-се автобатальон тураһында материалдар таптым. Меңәрләгән кешенән торған батальондан 120-һе генә иҫән сыҡҡан тип хәтерләйем. Ошо хаҡта һөйләргә тырышманы микән ул? Бәләкәй инек шул, күп нәмәне һорашып ҡалмағанбыҙ. Атайым шофер булараҡ Ладога күлендәге "Дорога жизни" тип нарыҡланған юлда йөрөгәнен, бер гармунсы егеттең, бомбежка башланһа, "Двум смертям не бывать, Эх Семеновна..." тип гармунда уйнап ебәргәнен, бергә утлы юл үткән, үлем алдында ла кеше баҙап ҡалмаған башҡа фронтташтарын һөйләй торғайны. Әле атайымдың яҙмышы тураһында уйланам да, уның сабырлығына һоҡланам. Ҡай саҡ ниндәйҙер ҡырҡыу мәсьәләләрҙе хәл иткәндә уның рух ныҡлығын иҫемә төшөрәм. Күпме ауырлыҡтар күрһә лә, төшөнкөлөккә бирелеп ултырғанын хәтерләмәйем, киреһенсә, юморға бай булды. Бер мәл ауылға ҡайтһам, атай: "Мылтыҡты алып бир әле", - ти. "Нимәгә ул?" - тим. "Бынау кәртә башына бер ҡарға килеп ҡуна ла, ҡаааррт, ҡаааррт," - тип мине үсекләп ҡысҡырып ултыра, ҡарт икәнемде үҙем белмәйемме ни мин. Атам мин уны", - тип шаяра ине. Йәнгә ауыр саҡтарҙа юморҙың күңел йыуатыусы бер сара икәнен шулай төшөнә башланым мин. Атайҙарҙың тормош юлы беҙгә сынығыу һәм рух ныҡлығы өлгөһө булып ҡала. Ниндәй дәүерҙә, нисек йәшәһәләр ҙә, әле ауыр ваҡыттарҙа ла, еңел мәлдә лә төплө аң кимәлебеҙ, атайым шулай ине, атайым былай ине, тип иҫкәртеп тора. Тик кеше тәбиғәте шулай ҡоролған, бер кем дә, бер ҡасан да хаталаныуҙарҙан азат түгел.

Атайҙарығыҙҙан алған тәрбиә һабаҡтары тураһында ентекләберәк туҡтап үтәйек әле...

Хөрмәтулла:
Бөгөнгө тәрбиә менән беҙҙең осорҙағы тәрбиәне сағыштырһаң, ер менән күк араһы. Һүҙҙе көнкүрештән башлайыҡ. Ҡунаҡ саҡырһалар, ирҙәр менән ҡатындар айырым бүлмәләрҙә ултырыр ине. Ирҙәр - түр яҡта, ҡатындар - аш-һыу эргәһендә. Ҡунаҡҡа барғанда ир менән ҡатын урамдан ҡултыҡлашып үтмәне. Мәҫәлән, атайым ун метрлап алдан атлай, әсәйем артынан эйәреп бара. Табын бөткәс, ҡатындар ҡайта, ирҙәр донъяуи мәсьәләләр тураһында һөйләшеп ултырып ҡала. Ғөмүмән, былай ваҡытта ла ирҙәр менән ҡатындарҙың йәнәшә йөрөгәндәре иҫтә ҡалмаған. Хатта балалары ҙурайып, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисереүҙәренә ҡарамаҫтан, бергә йөрөмәне ир менән ҡатын. Борондан килгән тәрбиә, йола шулай булғандыр, күрәһең.
Ә инде үҙебеҙҙең өйҙәге тормошҡа килгәндә, атай беҙҙе тик эш менән генә тәрбиәләне тип әйтә алмайым. Шулай ҙа эшкә ҡуша ине. Иртәгә шул-шул эш менән булабыҙ, тип, бер көн алдан иҫкәртеп ҡуйыр ине. Үҙенсә эшкә көйләүе булғандыр. Һиңә биш йәшме, ун йәшме - мөһим түгел, бөтә ғаилә ағзалары менән бергә йөрөргә тейешһең. Атайҙың тәрбиәһе шунан ғибәрәт: ҡулдан тотоп өйрәтмәй, уның таһыллығына ҡарап өйрәнергә тейешһең. Ҡарап тороу өсөн күп аҡыл кәрәкмәй, бергәләп эшләү күп нәмәгә өйрәтә. "Берәү эш менән булғанда, тексәйеп ҡарап торма, күҙәтеүсе булма", тип, йыш ҡабатлай торғайны ул. Тәү ҡарамаҡҡа, ябай тәрбиә һымаҡ, әммә һөҙөмтәле булған. Йүгереп йөрөп, бергәләшеп эшләгәс, эштең ауырлығы һиҙелмәй торғайны. Атайҙың һәр эште урынына еткереп, еңел генә башҡарыуына аптырай ҙа, һоҡлана ла инем. Әле уйлап ҡуям да, шәхсән үҙ өлгөһө аша тәрбиәләгән бит, тигән фекергә киләм.
Тамаҡҡа ашауҙың да үҙенә күрә тәртибе була торғайны. Төп үтәлергә тейеш ҡағиҙә: өҫтәл артына бөтәбеҙ ҙә йыйылмайынса, ашай башламайбыҙ. Уйынға онотолоп йөрөһәң дә, аш мәлендә өйҙә булырға тейешһең. Уҡыуға килгәндә, атайҙың мәктәпкә килеп йөрөгәнен иҫләмәйем. Ул үҙе ваҡытында ғәрәп алфавиты менән уҡыған, яңыса уҡый ҙа, яҙа ла белмәй ине. Шуға микән, уҡыу мәсьәләһенә ҡыҫылманы. Мәктәптәге ата-әсәләр йыйылыштарына әсәй йөрөнө. Ҡай саҡ, иҫкәртеп тормайынса, дәрескә инеп ултыра. Ул дәрестә булғас, уҡытыусы, әлбиттә, минән һорай. Әсәйҙең, атайыңа әйтәм, тигән һүҙҙәренән ҡот оса торғайны. Ә инде атайҙың бер ҡарауы етә, тән семберләп китә.
Атайым малдар ҡарай ине. Сменаһы етһә, өс тәүлеккә йәйләүгә китә. Ҡайһы саҡ үҙе менән мине лә ала ине. Унда иртәнге дүрттә йоҡонан торорға кәрәк. Өс тәүлек буйы икмәккә яғылған май ҙа сәй менән йөрөйһөң. Әйтәм бит, эштән ҡурҡманыҡ. Тышаулы булһа ла, ат йәйләүҙән ике-өс саҡрым ситкә китә. Шуны алып ҡайтырға кәрәк. Ҡай саҡ ат башында бәүелеп килеп, ойоп йоҡлап та кителә торғайны. Ҡыйынлығы ла булғандыр, бәлки, әммә шулай эшкә өйрәнгәнбеҙ. Ҙурая килә, совхоз да эшкә ылыҡтыра ине. Бесән мәле етһә, ат тырмаһына ултырталар, аҙаҡ бесән сабыу, күбәләү, кәбән ҡойоуҙар башлана.
Илдар: Сәңгелдәктә сағымда ныҡ ауырығанмын. Һине район үҙәгендәге йәш табип Риза Шәйехйән улы Мағазов үлемдән алып ҡалды, тип һөйләй торғайны атайым (хәҙер ул билдәле академик, оҙон ғүмерҙәр насип итһен уға Раббыбыҙ). Йыш ауырығас, мин күберәген өйҙә һүрәт төшөрөп ултыра инем. Бер саҡ атайым бәләкәй генә аҡ төймәле ҡыҙыл гармун һатып алып ҡайтты, мин уны мәктәпкә барғансы уҡ уйнарға өйрәнеп ҡуйҙым. Икенсе синыфта уҡығанда беренсе тапҡыр гармун күтәреп сәхнәгә сыҡтым. Алтынсы класта инде атайым баян алып бирҙе. Ул ваҡытта баян атайымдың ай ярымлыҡ эш хаҡына бәрәбәр ине. Оҙон ҡышҡы көндәрҙә, әллә ниҙә бер фронтовиктар беҙгә йыйылып, үҙҙәренә байрам ойоштора торғайнылар. Шунда атайым мине тегеләр алдында гармунда уйната торғайны. Ғорурланыуы булды микән, белмәйем.
Мине ҡыҙыҡһындырған нәмәләр бер гармун ғына булманы. Миңә 1972 йылда легендар серия СССР - Канаданың уйындары шаһиты булырға яҙҙы телевизор аша. Шул ваҡыттан бирле миңә "хоккей ене" ҡағылды. Ғәйнетдин ағайым Өфөнән ботинкалы коньки алып ҡайтып биргәс, төндәрен ай яҡтыһында ла уйнарға сығып китә инем дуҫым менән. Хоккей, ҡашты ярып, яуырын һөйәгемде һындырһа ла, физик яҡтан һаулығымды ныҡ ҡына нығытты ул йылдарҙа. Инде ауыр эштәр башҡарырға ла аҙмы-күпме әҙер инем.
Тәрбиәгә килгәндә, атайҙар беҙҙе, ошолай эшлә, былай эшлә, тип, ҡулдан тотоп өйрәтмәне бит, ваҡыттары ла юҡ ине. Шоферҙар гел генә кәрәк. Һәр саҡ юлда, һәр саҡ эш менән булдылар. Кәрәк булһа, үҙең өйрәнәһең, ә бына эшкә мөнәсәбәт, нисек тотоноуың, таһыллыҡ атайҙарҙан киләлер. Ғөмүмән, кешенең бәхете йәшәйешкә ҡарата дөрөҫ мөнәсәбәттә булыуыңа ҡоролған. Кеше был аҡылды иң башта ата-әсәнән алалыр, тип уйлайым.

Атайҙарығыҙ алдында бурыстарығыҙҙы үтәй алдығыҙмы?

Илдар:
Әҙәм балаһы олоғая барған һайын ата-әсә алдындағы бурыстың ни тиклем ҙур булыуын аңлай бара кеүек һәм ул бурысты ғүмеребеҙ буйы үтәһәк тә бөтөрә алмайбыҙҙыр. Атайымдан мин был донъяға нисек ҡарарға өйрәндем. Уның ғүмер юлын, ил алдында үтәгән бурысын, фронтта күргәндәрен, бер туған ағаһы менән һуғыштан бер көндә ҡайтып төшөү ваҡиғаларын хәтер ебенә теҙеү һәм рухын онотмау - минең бурысым. Был бурысты мин малайҙарыма ла йөкмәтәм. Әлбиттә, атайҙарҙың хаталанған саҡтары ла булғандыр. Кеше теләһә лә абсолют идеаль була алмай. Әммә беҙҙең өсөн улар изгеләр. Беҙгә, малайҙарға, уларҙың өмөттәрен аҡлаусы ла, дауамы булырға ла ынтылырға кәрәктер тип уйлайым. Мин, төпсөк малай, уҡырға Өфөгә сығып киткәс, һағынғандыр ҙа, көткәндер ҙә, әммә миңә тормош юлын һайлар өсөн шулай кәрәклеген яҡшы аңлаған. Йәшлек дыуамал, бик күп нәмәләрҙе аңлап та, иғтибарға алып та бөтмәгәнбеҙ икән. Атайыма күпме йылы һүҙҙәр әйтелмәй ҡалған, уны шатландыра торған күпме шатлыҡтарымды күрмәй китте ул. Уның ышанысын тулыһынса аҡлай алдым, тип тә әйтә алмайым, әммә быға ынтылышым ҙур, ул мине алға әйҙәүсе көстәрҙең береһе.
Хөрмәтулла: Хәйбулла районы етәкселегенә ҙур рәхмәт, атайымдың исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарылды. Былтыр үҙем дә Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Таштуғайҙың ике батыры" исемле китап сығарҙым. Уның яртыһы атайыма бағышланған. Бала сағы, миңә ҡарата, ғаиләгә ҡарата булған мөнәсәбәте, холҡо, фиғеле, булмышы, тормош юлы сағылыш тапты ул китапта. Атайымдың исемен мәңгеләштереүҙе китап аша булһа ла үтәрмен, тигән ниәтемде тормошҡа ашырҙым. Кулак балаһы, тигән мөһөр һуғылғас, атайым артыҡ асылып һөйләй һалып та барманы шул үҙе тураһында. Хәтеремдә, туғыҙынсы класта уҡығанда беҙгә Өфөнән бер журналист килде. Атайым йәйләүгә эшкә китергә тора ине. Был кеше атайымдан көрәш тураһында, тормошо тураһында һорашмаҡ була. Атайым: "Ваҡытым юҡ", - тип, эшенә китте лә барҙы. Аҙаҡ әсәйҙән атайҙың шул ҡылығы тураһында һораштым. "Төпкә төшөп һөйләй башлаһа, үҙенең кулак балаһы булыуы тураһында ла һөйләргә тура киләсәк. Күләгәһе һеҙгә төшәсәк бит", - тип аңлатты әсәй. Шуға күрәлер, бәлки, асылып та китмәгәндер инде. Атайым ниндәй баһа бирер ине, ни тип әйтер ине, тигән сағыштырыу, ниндәйҙер эске һөйләшеү, уның менән рухи бәйләнеште тоям һәр ваҡыт.

Фронтовик улдары үҙҙәре лә әрмелә булғандыр?

Илдар:
Әрмегә 1984 йылда (институтты тамамлағандан һуң) Сибай театрынан киттем. Йыл ярым хеҙмәтем Төньяҡ Кавказда үтте. Актер, етмәһә, тәүге һөнәрем буйынса рәссам булғас, клубтағы саралар, биҙәү эштәре, әлбиттә, минең өҫтә ине. Бөтөн аппаратура ла минең ҡулда булды. Төнөн "Голос Америки" радиостанцияһын тыңлап, хеҙмәттәштәргә һөйләй инем. Был турала кемдер берәү кәрәкле урынға хәбәр иткән, күрәһең, бер ваҡыт хәүефһеҙлек органдары менән дә арыу ғына аңлашырға тура килде хатта. Әрме хеҙмәтем шулай үтеп китте, еңелдән булмаһа ла, артыҡ ауырлығын тойманым. Хәҙер һағындыра.
Хөрмәтулла: 1978-80 йылдарҙа Һарытау өлкәһендә химия ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иттем. Еңелдән булманы: ҡыш көндәрендә ОЗК-ла йөрөүе ауыр булһа, йәй көндәре ныҡ тирләтә, бешерә торғайны. Хеҙмәт хеҙмәт менән, әммә әрмелә саҡта ла сәхнәгә сыҡтыҡ, йырланыҡ-бейенек. Сәнғәткә булған һөйөү һәр саҡ оҙата йөрөнө. Атайым бик матур бейей ине. Бәйләнеш уның аша ла килгәндер, тим. Ул боронғо йырҙарҙы ла яҡшы белде, үҙе мәрәкәсел, ҡунаҡсыл булды. Ә хәҙер үҙегеҙҙең атай тәрбиәһе, улдарығыҙҙы нисек тәрбиәләүегеҙ тураһында һөйләшеп алайыҡ...
Хөрмәтулла:
Беҙҙең ғаиләлә өс малай: Айтуған, Азамат, Арыҫлан. 1984, 1988, 2001 йылғылар. Атайҙарҙың тәрбиәһе менән сағыштырғанда, беҙҙең тәрбиә бөтөнләй икенсе: уларҙың тәрбиәһе ҡатыраҡ ине. Үҙем шәхсән демократик ҡарашлы атаймындыр, тимен. Ниндәйҙер берәй мәсьәлә килеп тыуһа, күберәген кәңәшләшеп хәл итәбеҙ. Тиңлек бар: мин атай, һин бала, тип, өҫтән ҡарау юҡ. Ундай хәлдәр булһа ла бик һирәк. Теге йәки был осраҡта балаларға һайлау мөмкинлеге бирәбеҙ. Бәлки, был дөрөҫ тә түгелдер, әммә гел генә бала алдына талап ҡуйыу ҙа ярамайҙыр. Бәләкәй саҡтарында "аҡыл сыбығы" менән янауҙар булғандыр ҙа, бәлки, әсәләре лә атай абруйын аңлатҡандыр, шулай ҙа ҡаты һөйләшкәнемде иҫләмәйем. Өйҙә гел башҡортса һөйләшәбеҙ, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһында башҡортса уҡынылар. Ете йыл Дим биҫтәһендә йәшәнек, ләкин балалар мәктәпте ташламаны, үҙаллы йөрөп уҡынылар. Бер мәктәпте тамамлауҙары үҙенә күрә йолаға әйләнде. Йыйылыштарға даими йөрөргә тырыштым. Берәй етешһеҙлектәре булһа, ҡатыраҡ әйтергә лә тура килә ине.
Тағы ла шул: өс улым да бәләкәйҙән театрҙа эшләне. Беҙҙең менән бергә гастролдәргә сыға инеләр. Оло улым унға яҡын ролдә уйнаны. Атайҙары икмәкте нисек табыуын бәләкәйҙән күреп үҫтеләр. Гастролдәр айҙарға һуҙылған ваҡыттар була, бергәләп сит илдәргә, Мәскәү, Санкт-Петербургҡа, Ҡаҙанға ҡуша йөрөнөләр, ҡәҙимге эш хаҡы алдылар. Эшкә һуңларға ярамағанын, режиссерҙы, етәкселәрҙе тыңларға кәрәк икәнен күреп-белеп йөрөнөләр. Аталары эш урынындағы ҡағиҙәләргә, ҡанундарға буйһона икән, шуны күргән балалар ҙа шулай тәрбиәләнә. Эшкә ҡарата булған мөнәсәбәтеңде, нисек әҙерләнеүеңде, текст ятлауыңды, йыр-бейеү өйрәнеүеңде, һәммәһен дә күреп, театр былай икән, гастроль улай икән, атай эше шулай икән, роль әҙерләгәндә атайға ҡамасауларға ярамай икәнен бәләкәйҙән аңланылар. Шуға күрә улар минең эшемде энәһенән ебенә тиклем беләләр. Әммә өс малайҙың береһе лә сәнғәт юлынан китмәне.
Илдар: Беҙҙең ғаиләлә лә өс малай: 1989, 1996, 2002 йылғылар. Башҡорт ғаиләһе булараҡ, туған телгә һәр саҡ тоғролоҡ һаҡланыҡ. Ҡыҙыҡ, бәләкәй саҡтарында ҡустылары русса һүҙ ҡушһа, олоһо, аңламайым, тип, боролоп китә лә бара торғайны. Ғөмүмән, ҡатыным Лира менән малайҙарҙың иғтибарын халҡыбыҙҙың тарихына ла, йәшәйешенә лә йәлеп иттек. Нимә ул Башҡортостан, уның элекке географияһы кеүек мәғлүмәттәрҙән башланыҡ. Күренекле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллиндың сығыштарын яратып ҡарайбыҙ, профессор, мәрхүм Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров ағай менән биҡ яҡшы мөнәсәбәттә инек. Уның йоғонтоһо ла ҙур булды. Оло улыбыҙ Илйәр башта музыка мәктәбендә уҡып, аҙаҡ дүртенсе кластан хореография училищеһын тамамланы. Уртансыһы Илгизәр башта эргәбеҙҙәге 90-сы мәктәптә уҡыны, аҙаҡ 158-се мәктәп төҙөлөп бөткәс, шунда күсте һәм унда бер йыл уҡығас, үҙе теләп хореография училищеһына инде. Әйткәндәй, ул театрҙа минең менән бер рәттән өҙлөкһөҙ туғыҙ йыл эшләне. Алты йәшенән һүҙле ролдәр уйнай башланы.
Үҙем яратҡанғамы, малайҙарға бәләкәйҙән классик музыканы тыңлата торғайным. Йәштәр музыкаһынан да тыйманым, киреһенсә, үҙем дә ҡыҙыҡһынып тыңлай инем. Барыһының да һүрәт төшөрөргә барымы күренә. Мәктәптә саҡтарында уҡыуҙарына артыҡ ҡыҫылып барманым. Ә бына кесе улыбыҙ Илмораттың бала сағында дуҫы булдым, уйынсыҡтары менән дә уйнаныҡ, боҙҙа шайбаны ла бергә һуҡтыҡ. Өсөһөнә лә театр сәхнәһенә балалар ролдәрен уйнарға насип булды. Әммә балалар үҫә, тормош алға бара, ҡыҙыҡһыныуҙары ла, донъяға ҡараштары ла үҙгәрә. Киләсәктә, үҙҙәренең заманында уларға аңлайышлы үҙҙәре ҡорған донъяла йәшәйәсәктәр. Беҙ, атайҙар, малайҙарыбыҙҙы беҙҙең атайҙар кеүек үк киләсәккә оҙатабыҙ. Улар, һәр беребеҙҙең күңелендә ятҡан изге төшөнсәләребеҙҙе, рухи байлыҡтарыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡлап, беҙ баҫҡан тырмаларға баҫмай, оҙон, бәхетле юл үтһендәр ине тип теләйбеҙ!

Шулай итеп...
Йөрәгендә халҡы булмағандың... Халыҡ - ҙур, оло, тарихи төшөнсә. Ул бит бер көн эсендә барлыҡҡа килмәгән, меңәр йылдар дауамында бер телдә һөйләшкән кешеләрҙән, ғаиләләрҙән, араларҙан тупланған, туғандарыбыҙға, күрше-тирәбеҙгә ҡарата йылы мөнәсәбәттәрҙән, йөрәк йылыһынан хасил булған. Халыҡ, тибеҙ икән, иң тәүҙә милли ғаиләне күҙ алдына килтерергә кәрәк. Ни тиһәң дә, халыҡтың асылы, нигеҙе ғаиләлә. Ә ғаилә башлығы кем? Атай! Ата-бабаларыбыҙ төйәге атайсал бит атай һүҙенән...

Радик ӨМӨТҠУЖИН әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.12.21 | Ҡаралған: 594

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru