НИСЕК БАРМЫН...
мин шулаймын
Бөгөнгө башҡорт музыкаль шоу-бизнесы тураһында һүҙ йөрөткәндә мотлаҡ рәүештә Сәғиҙулла Байегетте телгә алыу ғәҙәти күренешкә әүерелгән. Ижад итә башлауының милли эстраданың барлыҡҡа килеү йылдарына тура килеп, был өлкәнең кире һәм ыңғай яҡтарын үҙенең елкәһендә татыған йырсының егерме йыл инде олоһоноң да, кесеһенең дә яратҡан ижадсыһы булып ҡала алыуының сере нимәлә? Тотошлай иҡтисади бәйләнештәргә генә ҡоролған шоу-бизнес башҡорт эстрадаһында ниндәй кимәлдә? Һәр йыл яҙ миҙгелендә Өфө ҡалаһы тамашасыһы өсөн концерттар ойоштороу йолаһына тоғро ҡалыусы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла БАЙЕГЕТ сираттағы тамашаһы алдынан ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә.
Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда
Иҡтисад ҡанундары хөкөм һөргән заманда милли сәнғәт тә үҙенсәлекле үҙгәреш кисерә, был кисектергеһеҙ күренеш. Миңә йыш ҡына башҡорт эстрадаһы, башҡорт шоу-бизнесы бармы ул, тигән һорауға яуап бирергә тура килә. Әлбиттә, бар, хатта ниндәйҙер кимәлдә көслө конкурентлыҡ та бар, тимәк, шоу-бизнес тигән төшөнсә беҙҙең милләткә ят түгел. Һәр береһенең төп эше булыуға ҡарамаҫтан, артистар төрлө ысулдар менән аҡса эшләү юлын таба, сөнки дәүләт бюджетына ғына ҡарап ултырып булмай бөгөнгө заманда һәм быны дәүләт үҙе лә аңлай. Баҙар системаһы мөнәсәбәттәрен, бәлки, һуңлабыраҡ аңлағанбыҙҙыр, шулай ҙа хәҙер ул беҙҙе тулыһынса үҙенә йәлеп иткән.
Аҡса эшләү өсөн шарттар юҡ, тиеүселәр иһә шул рәүешле үҙҙәренең ялҡаулығын, эшләргә теләмәгәнлеген аҡлап маташа. Ғөмүмән, тормошҡа бер туҡтауһыҙ зарланыусыларҙы мин йәлләйем генә. Шул уҡ башҡорт теленә бәйле хәлдәрҙе генә алайыҡ. Мин Өфөгә килгән замандарҙа мәрйә ҡарсыҡтары, шул ҡырағай телегеҙҙә һөйләшмәгеҙ әле, тип әрләп китә торғайны. Бөгөн, Аллаға шөкөр, рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә аралашабыҙ. Күп нәмә үҙеңдән тора, шуны аңлаһаҡ, зарланып ултырырмаҫ инек. Балаларым менән магазинға инһәм, улар алдан йүгереп китә. Шунан улым ҡысҡыра: "Атай, туңдырма алайыммы?" Мин ишетһәм дә, юрамал: "Нимә тиһең, улым", - тием. "Туңдырма алайыммы?" - улым тағы ла магазинды яңғыратып ҡысҡыра. Һәр хәлдә, балаларым башҡорт телендә һөйләшергә һис тартынмай һәм уларҙы бер кем дә тыя алмай. Ана, аҡса эшләү өсөн Рәсәйгә килгән гастарбайтерҙар бер ҙә сит ерҙәмен тип тормай.
Беҙ, әлбиттә, тыйнаҡ халыҡ, шулай ҙа атай-олатайҙарҙан килгән тәрбиәгә икенсе күҙлектән ҡарарға ваҡыттыр, моғайын. Мәскәүҙә ГИТИС-та уҡыған саҡта беҙгә башлыса йәһүд профессорҙары белем бирҙе. Рәсәй тураһында һүҙ сыҡҡанда, ни өсөн Башҡортостан айырым дәүләт булып йәшәй алмай, тип һорай ҡуйҙыҡ. Беҙ икенсерәк яуап ишетергә теләгәнбеҙҙер, әммә профессор бик ябай итеп яуап бирҙе: "Нимә эшләйһең инде, тарихи йәһәттән шулай килеп сыҡҡан..." Тарихты үҙгәртә алмайбыҙ, әммә һәр заманда ла милләтебеҙҙең үҫеше өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра алабыҙ. Был беҙҙең һәр беребеҙҙең ҡулынан килә.
Бизнестың шоуы ҡайҙа?
Шоу-бизнестың бизнес өлөшө үҫешә барһа ла, икенсе өлөшө - шоуы бик түбән кимәлдә, бының йәшерен-батырыны юҡ. Бөгөнгө көндә ниндәйҙер концерт ойоштороп, ҙур килем алыу мөмкин түгел, шуға ла уға күпләп сығым ташлаһаң да, ташламаһаң да артыҡ айырмаһы булмай. Шуға ла башҡарыусыларҙың 80-90 проценты концерттың кимәленә иғтибар бирмәй. Иғтибар итһәгеҙ, сәхнә биҙәлеше бер үк, мәҫәлән, һәр сара һайын ҙур экран ҡуялар, бер үк биҙәүселәргә мөрәжәғәт итеү тағы бер төрлөлөккә алып килә. Режиссер, ҡуйыусы эше лә аҡһай. Йырсының артында бейеүсе ҡыҙҙар, егеттәр бейеп йөрөүе ғәҙәти күренешкә әүерелде. Ҡайһы берҙә сәхнәлә музыканттар тора, тик уларҙың да "тере" тауышҡа уйнамауы ихтимал. "Арғымаҡ", "Бүреләр" кеүек төркөмдәр тамашасыны бер нисек тә алдай алмай, әлбиттә, әммә эстрадаға килгәндә, йышыраҡ күптәр алдан яҙҙырылған тауышҡа ғына ҡушылып тора.
Бер заман, йырсылар теле менән әйткәндә, плюсҡа йырлау бигерәк модаға инеп киткәйне. Һуңғы осорҙа күптәрҙең тере тауышҡа йырлауын күреп шатланам. Үҙем өсөн ысын тауышҡа йырлау оло ләззәт. Ижадымдың башланғыс осоронда, "Арҡайым" төркөмөндә йырлаған саҡта тик "тере" тауышҡа йырлай инек. Ҡобайырҙар, башҡа шуның кеүек үҙенсәлекле йырҙар башҡарып йөрөгәндән һуң, эстрадаға килеп ингәс, мин дә был шауҡымға эләгә биреп ҡуйҙым. Йә концертты телевидение төшөрә лә, сифат булһын өсөн, аранжировка өҫтөнән йырлауҙы һорай. Был уларға аҙаҡтан монтаж эшләп ултырмау өсөн кәрәктер инде. Ғөмүмән, хәҙерге заманда һәр кемебеҙ ике ҡуядың ҡойроғон бер юлы тоторға ынтыла.
Шоу-бизнестың үҫеше өсөн мөмкинлектәр күбәйһә лә, хәл итә торған мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, продюсер мәктәптәре юҡ. Улайға китһә, сәнғәтме ул, сәнәғәт өлкәһеме, башҡа йүнәлешме, уларҙың һәр береһендә баҙар иҡтисадына күсеү башланғыс кимәлдә генә тора. Әлеге лә баяғы йәһүд ағай әйтмешләй, тарихи йәһәттән шулай килеп сыҡҡан. Бер нисә йыл эсендә генә Америка кимәленә етә алмаясаҡбыҙ, унан һуң, асылыбыҙ ҙа, хатта тәбиғәт шарттарыбыҙ ҙа икенсе бит.
Талапсанлыҡ - уңыш нигеҙе
Шоу-бизнестың бер берәмеге булараҡ, ижадыма ҡағылышлы ҡайһы бер принциптарым да бар. Мәҫәлән, мин йыл һайын Өфөлә үҙемдең ҙур концертымды ойошторам һәм уны ижадыма имидж бирә торған сара тип атайым. Бындай концертҡа ҙур сығымдар түгәм, йышыраҡ килем сығымға ҡарағанда күпкә әҙ килеп сыға, быныһы минең өсөн бөтөнләй мөһим түгел. Был концерттың сюжеты ла була, уны профессиональ ҡуйыусы, профессиональ режиссер эшләй. Уның тамашасыны саҡырып торған исеме лә була һәм был сараны телевидение төшөрөп, бар республика халҡына күрһәтә. Тимәк, һин үҙеңдең тамашасыңды ижадың менән таныштыраһың, эшеңде күрһәтәһең. Концерттың кимәле юғары булыуы минең өсөн төп шарт, шул саҡта тыңлаусыларың алдында йөҙөң дә яҡты була һәм уларҙан килгән ыңғай тойғолар һиңә кире әйләнеп ҡайта, бынан ҙур ҡәнәғәтләнеү алаһың. Үҙеңә, ижадыңа талапсанлыҡ та булырға тейеш.
Концертта халыҡ менән туранан-тура аралашам, кешене көлдөрәм, тип, бер ҡасан да билдән түбән юморға төшөп китмәйем - былар минең өсөн ят. Ысын мәғәнәһендә сәнғәт оҫтаһы булған кеше тамашасыны тәрбиәләргә тейеш. Был йәһәттән минең актер булыуым, театрҙа эшләүем ярҙам итә. Тормошомдо театрһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым, ул мине ижади яҡтан үҫтерә. Театр коллективы тере организм икән, мин дә уның айырылғыһыҙ бер күҙәнәге. Шул уҡ ваҡытта унда үҙемдең тәҡдимдәремде, талаптарымды белдерә алам, сөнки минең үҙ фекерем бар. Йәштәр араһында ла шәхсән фекере булғандарҙы яратам. Йәштәр уйлы, ғәмле булырға тейеш, шунһыҙ, милләттең киләсәге юҡ. Улар шулай уҡ аҡыллы ла булһын, юғиһә, ҡорал тотоп, майҙанға сығыу фажиғәле хәлдәргә килтереүе бар.
Шоу-бизнес тураһындағы һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтергә була: әгәр ҙә бөгөн йырсы йәки башҡа ижад кешеһе тәҡдим иткән хеҙмәткә аҡса түләргә әҙер булыусылар бар икән, күпмелер кимәлдә был өлкә үҫешкән, тик хәҙер уны юғарыраҡ, сифатлыраҡ үргә күтәреү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Йыр - мәңгелек
Әле ҡасан ғына: "Эстрада - ул бер көнлөк", - тигән кешеләр бар ине. Был фекер менән бөтөнләй килешмәйем. Бына мин хәҙер егерме йыл сәхнәлә, был үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Йыр сәнғәте бер мәллек кенә түгел. Фидан Ғафаров менән Рим Хәсәновтың ижад иткән йырҙарын ғына иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. "Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?", "Етегән шишмә" кеүек йырҙарҙы улымдың улы йырлаясаҡ әле! Бының шулай булырына икеләнмәйем дә хатта.
Минең "Тәпә" йырын, Рөстәм Ғиззәтуллиндың беренсе йырҙарын бер матбуғат баҫмаһында рәхәтләнеп тәнҡитләнеләр. Ун йыллап ваҡыт үткәс, яңы башҡарыусыларҙың йырҙарын ишетеп, Байегет менән Ғиззәтуллиндың йырҙары әле яҡшыраҡ булған икән, тип яҙҙылар. Заман бит алға бара, уның киләсәген күҙаллай ҙа белергә кәрәк. Береһен дә айырып әйткем килмәй, бөгөнгө көндә лә йәш йырсыларҙың үҙҙәренең йәшлек теләктәре, заманса ижадтары бар, уларға ғашиҡ булған ҡыҙҙар бар, уларҙы кумир тип иҫәпләйҙәр, уларға ҡушылып йырҙарын йырлайҙар. Иманым камил, был ижадсыларҙың да, уларҙың тыңлаусыларының да күңелендә моң бар, башҡорт йырҙары уларҙың ҡанына һеңгән, ҡасан да булһа, улар ретро йырҙарҙы ла, халыҡ йырҙарын да тыңлай, йырлай башлаясаҡ.
Егерме йыл сәхнәлә
Йылдағыса, баш ҡалала тышта яҙ миҙгеле хакимлыҡ иткән мәлдә ижади дуҫтар менән берлектә ҙур концерт ойошторасаҡмын. Ул сәхнәгә башлап сығыуыма егерме йыл тулыуға арналасаҡ. Быға тиклем булған концерттарыма Айдамир Мугу, Алла Духованың "Тодес" бейеү коллективын саҡырып, үҙемә һәм тамашасыма бүләктәр эшләгәнем булды. Ни өсөн әле Сәғиҙулла Байегет менән бер сәхнәлә, әйтәйек, Алла Пугачева, йәки Валерия, Дима Билан сығыш яһамаҫҡа тейеш? Баҙар иҡтисады заманында мөмкин булмаған бер нәмә юҡ, барыһын да аҡса хәл итә. Шулай ҙа быйыл ул тиклем кимәлдәге йондоҙҙар булмаһа ла, әле төрлө һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, тамашасымды, ниндәйҙер сюрприздар булыр, тип ышандыра алам. Абруйлы ҡунаҡтар менән бер рәттән, башҡорт эстрадаһына аяҡ баҫыусы йәштәр ҙә буласаҡ. Уларҙың әлегә концерт ойоштороп, халыҡ йыйырға мөмкинлектәре юҡ, шуға ла был йырсыларға бәләкәй генә булһа ла ярҙам күрһәтеүҙе үҙемдең бурысым иҫәпләйем.
Егерме йыл ижад итеү осоронда иң-иң уңышлы ваҡыттарымды күрһәткем килә. Сибайҙа эшләгән дәүерҙән башлап, бөгөнгө көнгә тиклем башҡарған йырҙарым яңғырар, моғайын. Күптән башҡармаған йырҙарымды, шул уҡ "Тәпә", Рәйес Түләк һүҙҙәренә яҙылған "Шәүрә" кеүек йырҙарҙы, Дим Мәннәндең "Нисек барһың, тик шулай бул" йырҙарын да тамашасы һағынып бөткән. Әйткәндәй, ана шул нисек бармын, шулай була белеүемде тамашасы ифрат ярата. Тормошта мин ниндәй, сәхнәлә лә шулай. Бер ҡасан да улар менән яһалма һаулыҡ һорашмайым, яһалма йылмаймайым. Яһалмалыҡ комплекстар тыуҙыра бит ул, быға ҡаршы халыҡ интуитив рәүештә ҡаршылаша башлай. Ни өсөн ошо кешене яратмайым әле мин, сәбәбе лә юҡ, тип уйлай ул шунан. Барыһы ла ябай ғына - ихлас булыу ихласлыҡ тыуҙыра.
Шулай итеп...
Шулай ҙа бөгөнгө заман кешеһенең төп бәләһе - үҙгәрештәргә әҙер булмауы ғына түгел, уларға аяҡ терәп ҡаршылашыуылыр ул, моғайын. Ихлас кеше донъя, заман, әйләнә-тирәһендәге кешеләр алып килгән һәр нәмәгә, һәр яңылыҡҡа асыҡ була, тимәк, Сәғиҙулла әйткән ихласлыҡтың донъябыҙҙы, милли мөхитебеҙҙе камил дәрәжәгә еткереү, үҙебеҙҙе уңышлы итеү һәләте бар. Һәр хәлдә, уңышлы кешенән ыңғай энергия йоҡтороп ҡайтырға ниәтләнһәгеҙ, "Егерме йыл сәхнәләргә сыға, тәпәш кенә бер егет" программаһына рәхим итегеҙ. Ул бер генә көн - 23 март Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк.
Ләйсән НАФИҠОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА