«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
уйлыға - уй
+  - 

ТУЙ ЙОЛАҺЫ НИСЕК АТҠАРЫЛА,
сит ҡалыптамы, үҙебеҙсәме?

Балиғ булған балаларҙы өйләндереү элек-электән килгән сауаплы, изге эш һаналған. Шуға ла уларҙы башлы-күҙле итеү бурысын һәр ата-әсә лайыҡлы итеп, урын еренә еткереп үтәргә тырыша. Әлбиттә, туй табынын күңел асыу өсөн генә йыймайҙар. Уның маҡсаты - йәштәрҙең ир һәм ҡатын булыуын бөтәһе алдында ла тантаналы иғлан итеү, шуның менән улар иңенә яуаплылыҡ тойғоһо һалыу һәм никах бурыстарын йөкмәтеү ҙә. Туйға йыйылған ҡунаҡтар ҙа матур теләктәре, изге кәңәштәре менән йәштәргә ғаилә тормошоноң етди һынау икәнен, никахтың тормошта бер тапҡыр ғына ҡабатланырға тейеш изге ғәмәл булыуын аңлатырға тейеш. Буласаҡ ир һәм ҡатын туйҙа теләнгән теләктәрҙе аҡларға, ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә бурыслы. Ғөмүмән, туй - никахлашыу һәм ғаилә ҡороу уңайынан башҡарылған бурыстар һәм йолалар йыйылмаһы ул. Уны үткәргәндә борон-борондан һәр милләт үҙ ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына таянған. Бөгөн ошо йолалар, бурыстар теүәл үтәләме?

Заманса, тигән булалар ҙа ул…
Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, хәҙер өйләнешеү йолалары күп төрлөгә әйләнә бара. Егет менән ҡыҙҙың берәүгә лә белдермәй, никахтарын рәсми теркәп тормай ғына ир менән ҡатын булып йәшәү күренештәре лә барлығын иҫәпкә алмағанда, ике яҡтың да ата-әсәйҙәре үҙ-ара килешеп, ҡунаҡ саҡырып, мәжлес ҡороп туй үткәреү йолаһы нигеҙҙә һаҡлана. Әммә… Үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы хушһынмай, Европа стиленә эйәргәнебеҙҙе лә һиҙмәй ҡалғанбыҙ икән. Туйҙарҙы берәүҙекенә лә оҡшамағанса, үҙенсәлекле итеп үткәрергә тырышыу модаһы ошонан килә лә инде. Шулай туй мәжлесе ата-әсәнән ҙур сығымдар түктереп, мотлаҡ ресторан, кафеларҙа тамада, музыканттар яллап, шаулатып үткәрелә. Видеоға төшөрөү ҙә заманса туйҙарҙың бер талабы бөгөн. Халыҡ та йәштәрҙең был ғәләмәттәренә күнегеп бөткән. Шуға күрә лә туй кортежының урам буйлап, лимузиндарҙа, биҙәлгән автомашиналарҙа геү килеп үтеп китеүенә лә хәҙер бер кем дә ауыҙ асып шаҡ ҡатмай. Туйҙа ҡатнашҡан егет һәм ҡыҙҙарҙың бер иштән кейенеүе лә, фейерверк аттырыуҙары, иҫтәлекле урындарҙа бикле йоҙаҡ ҡалдырыуҙары ла ғәжәпләндермәй. Туйға төшкән аҡса ошондай мәжлес үткәреүгә сарыф ителмәй, ә өйләнешкән йәштәрҙең ҡулына бирелә, йәнәһе, "эшләп тапҡандар". Йәштәр шул аҡсаға диңгеҙ буйында "баллы ай" үткәрә йәиһә затлы машина, аҡыллыраҡтары фатир һатып ала.
Тик шуныһы үкенесле, шулай ҙурҙан ҡубып, үҙҙәре теләгәнсә ҡыландырып өйләнешкән йәштәрҙең ғаилә тормошо күп осраҡта туйға һалынған сығымды аҡламай. Рәсәйҙең айырылышыуҙар буйынса Европанан ҡала икенсе урында тороуын иғтибарға алһаҡ, ахырыһы, йәштәребеҙ был осраҡта ла сит ил ҡалыбынан ҡалышмаҫҡа тырыша. Бер-ике йыл элек демографтар айырылышыуҙарҙың төп сәбәбен иртә өйләнеү, тәүге баланы иртә табыу менән аңлатырға тырышты. Тик былтырғы мәғлүмәттәрҙе күргәс, йәғни Башҡортостанда кәләштәрҙең уртаса йәше 25-30, ә кейәүҙәрҙеке 28-34-кә етеүен белгәс, сәбәптең бында ғына булмауын аңлайһың. Шуныһы ла ғәжәпләндерә, хәҙерге ҡайһы бер кәләштәр ирҙәренең фамилияһына күсеүҙән ҡырҡа баш тарта икән. Был иһә, заман ҡатын-ҡыҙҙарының ирҙәргә баш бирмәҫкә, һәр ҡайҙа ла үҙе алдан булырға тырышыуына тағы ла бер асыҡ миҫал булып тора. Ҡатындар эреләнгәнме, әллә инде ирҙәр ваҡланғанмы икәнен аңлап ҡара шунан...

Һалым ғына һаҡлармы?
Сит ил ҡалыбына эйәреү ғәҙәте закондар сығарғанда ла үҙен белгертмәй ҡалмай. Былтыр көҙ Дәүләт Думаһы депутаттары, айырылышҡан осраҡта дәүләт пошлинаһын 400 һумдан 30 мең һумға тиклем арттырырға, тигән тәҡдим индерҙе. Был идея ил башлығы Владимир Путинға ла оҡшап ҡалғайны. Адвокат Сергей Жорин: "Европала никахты тарҡатыу күпкә ҡатмарлы процесс һанала. Беҙгә лә улар өлгөһөнә эйәрергә кәрәк, сөнки күптәр ҡыҙған баш менән айырылышыуға ғариза бирә. Рәсми ауырлыҡтар етди аҙым яһар алдынан тағы бер тапҡыр уйларға мәжбүр итәсәк. Шуға ла күтәрелгән идеяның перспективаһы ҙур. Уны никахты теркәгәндә лә файҙаланыу отошло буласаҡ", - ти. Был тәҡдимде РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец та хуплай һәм һалымдан килгән аҡсаны алимент түләмәүселәрҙең балаларына күсерергә тәҡдим итә. Уның һүҙҙәрен Валентина Матвиенко ла элеп алды һәм: "Айырылышыу - етди эш. Шуны белеп тә өйләнәләр икән, айырылышҡан осраҡта 30 мең һум түләттерергә лә була", - тине. Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев иһә һалымдарҙы хөкүмәт инициативаһы менән генә күтәреп булмауын билдәләп, бөтә ыңғай һәм кире яҡтарҙы, йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алырға, эксперт берләшмәһе менән кәңәшләшергә саҡырҙы. Әҙ килемле граждандар өсөн был һалымдың үтә ҙур булыуын белдереүселәргә ҡарата: "Шуның өсөн, өйләнешкән саҡта уҡ башты эшләтергә, айырылышыуҙың өйләнешеүгә ҡарағанда ла сығымлыраҡ булыуын уйларға кәрәк. Әлбиттә, был сара демографик хәлде яҡшыртмаясаҡ. Совет заманында балаһыҙ ғаиләләргә һалым һалыу ҙа тыуымды арттырманы бит, ә дәүләт һалым түләтеүен дауам итте", - тип яуап бирҙе Премьер-министр. Эйе, халыҡҡа төрлө һалымдар һалыу элек-электән килә. Мәҫәлән, буйҙаҡтарға һәм балаһыҙ ғаиләләргә 1941 йылда уҡ һалым һалына башлай. 18 йәштән 50 йәшкә тиклемге балаһыҙ ирҙәргә һәм ирҙә булған 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге ҡатындарға эш хаҡының 6 проценты күләмендә һалым түләттерелә. Был һалым 1992 йылда юҡҡа сығарыла. Шулай ҙа уны, бөтөнләй бөтөрөлдө, тип әйтеүҙәре дөрөҫ түгел, сөнки ул әле лә бар һәм Балаларға стандарт һалым ҡайтармаһы тип атап йөрөтөлә. Ошоға ярашлы, балаһыҙ кешеләр 182 һумға күберәк һалым түләй ҙә инде.
Сенаторҙарҙың 30 мең һум һалым түләтеү тәҡдименә төрлө фекерҙәр белдерелде. Владимир Путиндың ҙур һалым түләмәй генә алдан айырылып өлгөрөүенә төрттөрөүселәр ҙә, туйға төшкән аҡсаны тотонмай, айырылышыу өсөн һалып ҡуйырға тәҡдим итеүселәр ҙә табылды. "Зәңгәрҙәргә" ҡаршы закондың авторы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Елена Мизулина иһә, 30 мең һумлыҡ һалым индереүгә ҡырҡа ҡаршы сығыш яһаны. "Был закондың өҫтәмә проблемалар тыуҙырыуҙан башҡа бер файҙаһы ла юҡ. Шуға күрә 500-1000 һум штраф түләһәләр, шул еткән", - тине ул. Ә адвокат Кирилл Бельский иһә, һәр инициативаның практик маҡсаты булырға тейеш, был тәҡдимде айырылышыуҙар һанын кәметеү сараһы булараҡ ҡына ҡабул итергә була, шунан башҡа ул бер нисек тә нигеҙләнмәгән, тип һанай.
Илдәге уртаса эш хаҡының йәшәү минимумынан да түбән булыуын иҫәпкә алһаҡ, 30 мең һум һалым - күптәрҙең ярты йыллыҡ эш хаҡы икәне яҡшы аңлашылалыр. Шуға күрә, уртаса килемгә эйә булған ябай кешеләр генә түгел, бюджет өлкәһендә эшләүселәр ҙә, пенсионерҙар ҙа никахын рәсми тарҡатыуға еңел генә бара алмаясаҡ. Әммә һуңғы йылдарҙа граждандар никахы менән генә йәшәүҙе хуп күргәндәр күбәйгәндә, бындай закон сығарыуҙы уйланмаған аҙым тиергә лә булалыр. Сөнки был граждандар никахының, законһыҙ тыуыусы балалар һанының күбәйеүенә лә килтереүе ихтимал. Әлбиттә, эт менән бесәй кеүек йәшәгәндәрҙе һалым ҡурҡытмаясаҡ. Бары тик улар бергә йәшәмәүҙең башҡа юлдарын табасаҡ. Нимә генә тиһәк тә, һалым тураһындағы тәҡдимдәр былай ҙа ныҡ булмаған ғаилә институты нигеҙенә етди хәүеф тыуҙыра.
Һүҙ ҙә юҡ, һалымдар ҡаҙнабыҙҙы тулыландыра. Шуға күрә, төрлө һалымдар уйлап сығарып, уны байытырға тырышыуҙарына ғәжәпләнергә лә кәрәкмәйҙер. Үкенескә күрә, төп һалым түләүселәр булып илебеҙҙең ябай граждандары тора, ә миллиардтар менән эш иткән байҙар ҡатламы ситтә, күләгәлә ҡала бирә. Һуңғыларының күбәйеүе арҡаһында тейешенсә йыйылып бөтөлмәгән һалым был базаны киңәйтеүҙе талап итә. Һалымдарҙың ҙур һәм күп булыуы сәбәпле, ҡайһы бер хәйләкәр граждандар унан ҡасыу юлдарын эҙләй башлай. Был юлды ла ябай граждандар түгел, әлеге лә баяғы, иң бай ҡатламдар ғына эҙләп таба.
Әгәр һалымдар йәмғиәт өсөн отошло итеп тәғәйенләнһә, бер районда ғына бер йыл эсендә айырылышҡан 400-ләп парҙың 12 млн 300 һум аҡсаһына нимә төҙөргә, ниндәй эштәр башҡарырға булыр ине икән? Тик уңмаған тормошо өсөн әхлаҡи көсөргәнеш кисереүселәргә матди проблемаларҙы ла өҫтәү дөрөҫ булырмы һуң?
Һалымдар тураһында фекер йөрөткәндә, ирекһеҙҙән, Рәсәй ғалимы, Нобель премияһы лауреаты Ж.И. Алферовтың интернет селтәрендәге: "Әгәр ҙә граждандарға пенсияны үҙ аҡсаһынан йыйырға, дауаланыу, белем алыу, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн тулыһынса баҙар хаҡы менән түләргә тура килә икән, нимә өсөн мин һалым түләргә һәм бер ғәскәр чиновникты ҡарарға тейешмен? Белем биреү һәм медицина хеҙмәте бюджет аҡсаһына күрһәтелергә тейеш. Әгәр ҙә дәүләт был хәстәрҙе үҙебеҙгә йөкмәтә икән, уның беҙгә кәрәге бармы?" - тигән фекере иҫкә төшә. Төптәнерәк уйлаһаң, был һүҙҙәрҙә лә килешерҙәй урын күрәһең.

Был нимәгә килтерер?
Ғаилә - йәмғиәттең бәләкәй генә бер социаль өлкәһе, тибеҙ. Ҙур күләмдәге штрафтар индереп кенә ғаилә нигеҙен һаҡлап булмауын күптәр яҡшы аңлайҙыр. Әгәр ҙә дәүләт үҙ граждандарының мәнфәғәтен нығыраҡ ҡайғыртһа, тотороҡло эш урындары булдырып, тейешле эш хаҡы түләһә, күптәрҙең ғаилә тормошо нығыраҡ та, оҙайлыраҡ та булмаҫ инеме ни? Бөгөн, ни тиклем генә әсе булмаһын, илдәге иҡтисади үҙгәрештәрҙең ғаилә тормошона ла һәләкәт менән янауын танырға тура килә. Был урында башҡорт халҡының "юҡлыҡ талаштыра, барлыҡ яраштыра", тигән аҡыллы һүҙҙәренең ни тиклем дә тапҡыр әйтелеүенә тағы бер инанаһың.
Әлеге ваҡытта шундай күренеш ныҡлы күҙгә салына. Совет осоронда йәшәп өлгөргән быуын Европа илдәренең мәҙәниәтен инҡар итеп, урта быуын уға күҙ йомоп маташһа ла, бөгөнгө заман вәкилдәре иһә уны ҙур теләк менән үҙләштерә бит. Европа традициялары буйынса туйҙар үткәреп, Рәсәй ҡанундары буйынса йәшәп буламы һуң? Нилектән йәштәребеҙ сит ил ҡалыбына эйәрә, уларҙың өлгөһөн эталон итеп ала башланы? Үҙебеҙҙең бына тигән туй йолаларыбыҙ, йәш ир һәм ҡатынға бирелгән аҡыллы өгөт-нәсихәттәребеҙ ниңә ситтә тороп ҡала?
Тәү ҡарамаҡҡа әллә ни иғтибарға алырлыҡ күренештәр булмаһа ла, әле был хәлдәргә күҙ йомоп ҡарауыбыҙ бер көн килеп үҙ емештәрен бирә башламаҫмы, тигән уйға һала. Шуға күрә лә, тарҡалған ғаиләләр иҫәбен саҡ ҡына булһа ла кәметеү маҡсатында өйләнешеүҙең еңел-елпе генә аҙым булмауын кесе йәштән аңға һеңдереп, үҙ ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ нигеҙендә туйҙар үткәреүҙе ҡанун итеп алыу кәрәктер, тигән тәҡдим тыуа. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт?

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.14 | Ҡаралған: 2901

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru