«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
монолог
+  - 

БАШҠАЛАРҒА ЮЛ ЯҠТЫРТЫП...
үҙем янам!

Венер Ғәзиз улы СӘХӘҮЕТДИНОВ Медицина фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы Венер Сәхәүетдиновтың китабы тап шулай атала. Бар булмышын кеше сәләмәтлеген, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға бағышлаған алтын ҡуллы хирург, бик күп табиптарҙың уҡытыусыһы һәм остазы, ысынлап та, үҙенең тормош юлы хаҡында шулай тип әйтергә хаҡлы. Сөнки ул Аллаһы Тәғәлә үҙе иң мөһим тип һанаған өс йүнәлештең (белем биреү, дауалау һәм хөкөм итеү) икәүһен бер юлы бына нисәмә йылдар инде параллель рәүештә алып бара: студенттарға белем бирә һәм ауырыуҙарҙы дауалай. Шул уҡ ваҡытта уның әлегәсә балаларса саф күңелле булыуына, сабыйҙар кеүек һәр нәмәгә шатлана белеүенә, һәр нәмәнән матурлыҡ табыуына һоҡланырға ғына ҡала. Уның эш бүлмәһендәге аҡ халатлы, ҡыҙыл тәреле ҡалпаҡ кейгән төрлө хайуандарҙың (һәр береһе - доктор Айболит!) үҙенсәлекле коллекцияһы ла быны раҫлай. Медицина аҡһаҡалы Венер Ғәзиз улы СӘХӘҮЕТДИНОВ менән осрашып, уның тормош юлындағы айырыуса яҡты янып, үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған мәлдәрҙе барланыҡ.

Дүрт "кит"
Бөгөн медицинаның тармаҡтары бик күп булһа ла, ул барыбер ҙә дүрт "кит"ҡа нигеҙләнә. Шуларҙың иң тәүгеһе - гинекология һәм акушерлыҡ. Сөнки гинекология ул ҡатын-ҡыҙҙарға - әсәйҙәргә, буласаҡ әсәйҙәргә, донъяға яңы кешене тыуҙырыусыларға, уларҙың һаулығына бәйле өлкә. Икенсе урында хирургия тора. Әлбиттә, мин уны беренсе урынға ҡуйыр инем, әммә көслө зат вәкиле булараҡ та, табип булараҡ та ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам менән ҡарайым һәм шуға ла гинекологияны тәүге урынға ҡуям. Ләкин медицинала бер генә өлкәне лә хирургиянан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Шул уҡ гинекология булһынмы, стоматология, кардиология һәм башҡа бик күп "ология"лар хирургия менән тығыҙ бәйләнгән. Хатта оператив ысул менән хәл-торошто онкологияға алып барып еткермәйенсә, кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға мөмкин. Көн һайын күпме юл-транспорт фажиғәләре, башҡа бәхетһеҙлектәр булып тора. Уларҙа ҡатнашыусыларҙың күпселегенең ғүмере хирургтарға бәйле. Өсөнсө "кит" - терапия. Фән булараҡ, ул эске ағзалар ауырыуҙарын өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Терапевт сирле менән уның хәл-торошо тураһында әңгәмәләшкәндә үк мөрәжәғәт итеүсенең ниндәй ағзаһына иғтибар итергә, уны артабан ниндәй белгескә ебәрергә һәм ниндәй һөҙөмтә көтөргә кәрәклеген күреп торорға тейеш. Шуға күрә лә улар медицинала булдырылған системаның беренсе звеноһы булып тора ла инде. Дүртенсеһе - гигиена. Уның төрлө бүлектәре бар. Әммә гигиена тигәндә беҙ тәү сиратта сәләмәтлек тураһындағы фәнде, кешенең хеҙмәтен һәм ялын дөрөҫ итеп ойоштороу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, кешеләрҙең һаулығын һаҡлау өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙаллайбыҙ.

Иң беренсе хирург

Минеңсә, иң беренсе хирург - ул Аллаһы Тәғәлә үҙе булған. Сөнки Ожмах баҡсаһы булдырып, ойошҡан ҡандан Әҙәмде барлыҡҡа килтергәс, уның яңғыҙына был баҡсала күңелһеҙ икәнен күреп, уға иптәш хаҡында уйлай башлай. Һуңынан инде Әҙәмдең 12-се ҡабырғаһынан гүзәл затты - Һауаны яралта. Уйлап ҡараһаң, кәкере ҡабырғанан шундай матурлыҡты, илаһилыҡты, нәзәкәтлекте тыуҙырыу өсөн күпме операциялар эшләргә тура килгәндер Хоҙайға? Бөгөн дә ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалған хирургтарҙы пациенттар Алла кеүек күрә.
Әлегә тиклем хирургияның һөнәрме, фәнме, әллә сәнғәтме икәнлеге хаҡында бәхәс тыуып тора. Теләһә ниндәй оҫта кеүек үк, хирург хирургик ҡоралдар менән оҫта эш итә белергә, түҙемле, сабыр һәм тәүәккәл дә булырға, кәрәк икән, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып ҡарар ҡабул итә белергә лә тейеш. Икенсе яҡтан, хирургия - ул фән, сөнки бары тик көндәлек эшеңде анализлау, белемеңде даими камиллаштырыу юғары тиҙлек менән үҫешкән йүнәлеш менән бергә атларға, артта ҡалмаҫҡа мөмкинлек бирә. Хирургия - ул сәнғәт. Сәнғәттә рәссам йәки скульптор бер төрлө әҫәр ижад итә алмаған кеүек, үҙ ғүмерендә хирург нисәмә мең операция яһамаһын, уларҙың береһе лә икенсеһен ҡабатламай. Сәнғәттәге кеүек хирургтың да оҫталығы көндәлек ныҡышмал, фиҙаҡәр хеҙмәт аша камиллаша.
Хирургия - физик һәм рухи көсөргәнеш талап иткән хеҙмәт. Әгәр дауаханала бер генә хирург бар икән, уны башҡа бер генә табип та алмаштыра алмай. Шулай уҡ хирург тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ла, ҡайҙа булыуына, нимә менән шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ашығыс саҡыртыуҙарға әҙер булырға тейеш. Даими рәүештә шундай йәшәү рәүеше уларҙың сәләмәтлегенә лә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Бер операция ваҡытында ғына бер нисә килограмм ауырлыҡ юғалтырға мөмкиндәр. Хирургтарҙың 60 проценты пенсия йәшенә етмәйенсә йә инсульт, йә миокарда инфаркты кисереп, яҡты донъя менән хушлаша.

Халыҡ "хеҙмәтсеһе"

Өс саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булып эшләү дәүеремдә халыҡ һаулығы һәм ғәмәли медицина өлкәһенә ҡағылышлы 8 закон ҡабул ителеүен үҙемдең иң ҙур уңышым тип иҫәпләйем. Сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, тәмәке тартыуҙы тыйыу, шәхси медицина эшмәкәрлеге алып барыу, опекунлыҡ һәм попечителлек, ир-ат һаулығы тураһындағылары Рәсәй Дәүләт Думаһынан 5 йыл алда ҡабул ителде һәм федераль закон һүҙмә-һүҙ тигәндәй Башҡортостан законынан күсереп эшләнде.
Опека һәм попечителлек тураһындағы закон беҙгә балалар йорттарын ябыу, уларҙағы балалар һанын кәметеү мөмкинлеге бирҙе. Һәр ил өсөн балалар йорттары булыуы - хурлыҡ ул. Йәмғиәттең цивилизациялылығы ике күрһәткес буйынса билдәләнелә: балаларға һәм ололарға мөнәсәбәт. Был теләһә ниндәй илдең именлеген лакмус ҡағыҙы кеүек асыҡлай. Балалар ҙа, ололар ҙа ғаиләлә йәшәргә тейеш. Борон-борондан башҡорттарҙа етем балаларҙы ситкә ебәреү булмаған. Мәҫәлән, олатайым 14 балаһы өҫтөнә вафат булған ҡустыһының өс балаһын алып ҡараған. Депутат коллегаларымды ошо закон ҡабул ителһә, балалар йорттары һаны кәмейәсәк, тип инандырҙым. Шулай булып сыҡты ла.
Элек үҙем дә тәмәке тарта инем. Бер нисә тапҡыр ташлап ҡараным - ҡабат башлайым да ҡуям. Ә инде тәмәкегә ҡаршы закон ҡабул ителгәс, өҫтәүенә, уның авторы үҙем булғас, эште үҙемдән башларға тура килде. Медицина университеты студенттарына һәм хеҙмәткәрҙәренә лә ҡаты талап ҡуйылды. Бер ни тиклем ваҡыттан инде вуз территорияһында тәмәке быҫҡытыусы бер генә талип та, хеҙмәткәр ҙә күренмәне. Ә был закон проектын парламентҡа сығарғас, нимәләр генә эшләмәнеләр! Телефондан аноним шылтыратыуҙар, янауҙарҙың иҫәбе-һаны булманы. Әммә иң аптыратҡаны прокуратуранан килгән хат ине. Унда аҡҡа ҡара менән закон проектының кеше хоҡуҡтарына тура килмәүе яҙылғайны. Йәнәһе, тәмәке тартыусыларҙың хоҡуҡтары боҙола. Һуңынан шундай уҡ йөкмәткеле хат Волга буйы федераль округы прокуратураһынан да килде. Әммә хәл-торошто республиканың ул ваҡыттағы Президенты Мортаза Рәхимов оҫта итеп бороп ебәрҙе: ултырыштарҙың береһендә тәмәке тартыуҙы тыйыу тураһындағы закондың бер ай эсендә өҫтәлендә ятырға тейешлеген белдереп, ҡәтғи бурыс ҡуйҙы.
Закон депутаттар тарафынан бер тауыштан ҡабул ителде һәм эшләй башланы. Ә РФ Дәүләт Думаһында ошондай закон биш тапҡыр кире ҡағылды. Һуңынан дүртме, бишме субъектта аналогик закондар әҙерләй башлағас, Дума депутаттары ла, ниһайәт, эш башланы. Әммә бының өсөн тәүҙә беҙҙең законды ғәмәлдән сығарырға кәрәк ине. "Мөһим" сәбәп таптылар: "...Рәсәй Федерацияһының бюджет проектында махсус тәмәке тартыу бүлмәләрендә вентиляция ҡоролмаларын ҡуйыуҙы финанслау ҡаралмаған, шуға күрә һеҙҙең законды ғәмәлдән сығарабыҙ". Һәм күп тә тормай, һүҙмә-һүҙ, өтөрөнә тиклем Башҡортостан законын ҡабатлаған Федераль закон әҙерләп ҡабул иттеләр.
Йәки бына ир-ат һаулығына ҡағылышлы закондың әһәмиәтен закон ҡабул ителгәс кенә аңлай башланылар. Ғәмәлдә, Рәсәйҙәге 6 миллиондан ашыу түлһеҙ парҙың 60 проценттан күберәк осрағында ир-ат ғәйепле. Нилектән шулай килеп сыға һуң? Сөнки ҡыҙҙарҙы буласаҡ әсә тип бала саҡтан уҡ тейешле күҙәтеүгә алалар, ә малайҙарҙың һаулығына иғтибар бирелмәне һәм йәш әсәләргә малайҙарҙың гигиенаһы хаҡында белем биреүсе бер генә китап та, әсбап та булманы. Үҫмерҙәр беренсе тапҡыр военкоматта тулы тикшереү үтәләр ине, ә инде армиянан ҡайтҡанда күптәре "эшлекһеҙ" була. Хәҙер иһә, законға ярашлы, малайҙар планлы рәүештә тикшерелергә тейеш. Тағы шуны әйтеп китеү мөһим: уҙған быуаттың 50-60-сы йылдарында профессорҙарыбыҙ беҙҙе, ирҙәрҙең енес ағзаһының 4-6 сире бар, тип уҡытһа, хәҙер инде был һанды 40 тип белдерәләр! Минең маҡсатым - балаһыҙ ғаиләләр һанын кәметеү һәм йәмғиәт иғтибарын ошо етди проблемаға йәлеп итеү ине. Юҡһа, икенсе бала тыуыуға күпме генә аҡса түләмәһендәр, Рәсәй демография мәсьәләһен оҙаҡ йылдар хәл итә алмаясаҡ, бәлки, бөтөнләй хәл итмәҫ. Әйтәйек, статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, илдә халыҡ һаны йыл һайын 600-700 меңгә кәмей. Ә бына әгәр түлһеҙ тип иҫәпләнгән һәр ғаилә ике бала ғына тапһа ла, халыҡ һаны 12 миллионға артыр ине. Ир-ат һаулығы тураһында закон әҙерләгәндә тап ошо күҙлектән сығып фекер йөрөттөм дә инде. Сөнки буласаҡ яугир һәм ил һаҡсыһы үҙенең Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан төп бурысын үтәргә һәм үҙенән һау-сәләмәт тоҡом ҡалдырырға тейеш.
Шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында законды ҡабул итеү медицинаны түләүле итеүгә бер аҙым түгелме, тиһегеҙ инде? Ә бына уйлап ҡарағыҙ: бөгөн табиптың эш хаҡы 6,5 мең һум. Статистика мәғлүмәттәре күрһәткән 40 мең һумды эшләр өсөн уға күпме дежурство алырға тура килә? Ә шәхси медицина эшмәкәрлеге медиктарға түләүле хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеген асты. Уларға ла ғаиләһен ҡарарға, йәшәргә, кейенергә, балаһын уҡытырға кәрәк бит.
Тағы шуны әйтеп китер инем: элек, СССР заманында "СССР-ҙың халыҡ табибы" тигән исем булдырылғайны. Халыҡ исеме юҡҡа ғына өҫтәлмәй, тимәк, уға халыҡ ышана, уға мөрәжәғәт итәләр, унда яҡлау табалар. Әлбиттә, медицина өлкәһендә лә профессорҙар, атҡаҙанған, отличник исемдәрен алыусы хеҙмәткәрҙәр бик күп, әммә халыҡ улар араһынан исемдәрен телдән төшөрмәй һөйләгәндәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Бына, мәҫәлән, халыҡ артисы, халыҡ яҙыусыһы, халыҡ шағиры тигән исемдәр бар. Улар халыҡтың күңелендә йөрөгән уй-фекерен, моңон халыҡҡа еткерә, халҡына хеҙмәт итә. Ундай табиптар ҙа бар ул, әммә Рәсәй Хөкүмәте әлегә тиклем бындай исемде булдырыу тураһында закон ҡабул итергә ашыҡмай.

Дин юлында

1997 йылда Башҡортостан мосолмандары менән хаж ғәмәлен үтәнем. Ул хаҡта күп тапҡырҙар һөйләгәнем дә, яҙғаным да булды инде. Шуға иң мөһим мәлдәргә генә туҡталып китмәксемен, сөнки был сәфәр минең тормошомда ҙур роль уйнаны. Беҙҙең төркөмдә 21-се дауахананың табибы Роза Заһит ҡыҙы ла бар ине. Уның менән беҙ сәфәрҙең башынан аҙағына тиклем үҙебеҙҙең табиплыҡ бурысын намыҫ менән атҡарҙыҡ. Климат алмашыныуҙан да, башҡа сәбәптәр менән дә күптәрҙең хәле ҡапыл ғына насарайып киткән осраҡтарҙа тиҙ ярҙам күрһәттек. Хатта үҙебеҙ алып барған кәрәкле дарыуҙар бөткәс, уларҙы урындағы аптеканан үҙ аҡсабыҙға һатып алырға ла тура килде. Һуңынан асыҡланыуынса, Башҡортостан хажиҙары араһында беҙҙән башҡа тағы ла 5 табип булған икән. Әммә улар сәфәр барышында был турала ләм-мим өндәшмәне.
Хаждан ҡайтҡас, хаж ҡылыусылар менән бергә, уларҙың иҫәбенә, мотлаҡ рәүештә бер нисә медикты ебәреү кәрәклеге тураһындағы мәсьәләне күтәреп сыҡтым, һәр дәүләт үҙенең граждандары тураһында хәстәрлек күрергә, уларҙың именлеген тәьмин итергә бурыслы. Был тәҡдим асыҡ килеш ҡалманы, етәкселек тарафынан да иғтибарға алынды һәм хәҙер йыл һайын хаж ҡылыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан һәм ир-егеттәрҙән бер медик мотлаҡ була.
Хаж ул шундай урын - бәғзе мосолмандар унда һуңғы төйәген табыр өсөн әҙерләнеп бара һәм шул ерҙә ғүмерҙәре бөткәндәр бәхетле тип һанала. Әммә һуңғы минуттың төрлө шарттарҙа һәм төрлөсә булыуы ла мөмкин. Минаға барып Шайтан бағанаһына таш ырғытыу йолаһын үтәргә тейеш инек. Әммә ғәрәптәр бер ваҡытта ла ваҡытында йөрөмәйҙәр һәм беҙҙе алып бара торған автобус та күпкә һуңлап килде. Шул сәбәпле тәғәйен урынға ваҡытында бара алманыҡ. Ә инде күп тә тормаҫтан юлдағы ике бейек ҡая араһынан ҡара төтөн күтәрелгәне күренде. Яйлап ул ҡуйыра барҙы һәм тиҙ ярҙам машиналары себен кеүек оса башланы. Баҡтиһәң, Минала янғын сыҡҡан һәм хажиҙар уның уртаһында ҡалған икән. Күрәһең, Аллаһы Тәғәлә үҙе беҙҙе оло фажиғәнән һаҡлап алып ҡалғандыр инде. Һуңынан дауаханаларҙа бер нисә көн янғындан зыян күреүселәргә ярҙам итеп тә йөрөнөм. Ләкин урындағы табиптар мине тиҙ генә "иҫәпләп сығарҙы", һеҙ эшләргә түгел, хажға килгәнһегеҙ, тип, рәхмәт әйтеп, артабанғы ярҙамымдан баш тарттылар.
Шундай мәхшәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күргәс, Алла бойорһа, ҡайтып, тыуған ауылымда мәсет һалдырырмын, тигән ниәт әйткәйнем. Шөкөр, әсәйемдең исеме менән аталған "Фатима" мәсетен төҙөп ҡуйҙым. Уның коммуналь хеҙмәттәр буйынса сығымдарын, һалымды үҙем түләп торам. Рәхмәт, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Рәмис Дәүләтбаев менән ауылдашым, теш табибы Ришат Әхмәҙиев ярҙам итә. Аҙ булһа ла, кеше йөрөй. Хажға барып, мин мосолманлыҡтың ғына түгел, башҡа диндәрҙең дә, хатта ниндәйҙер кимәлдә мәжүсилектең дә бөйөклөгөнә инандым. Сөнки әгәр кеше бер кемгә лә, бер нәмәгә лә ышанмай икән, ул хайуанға әүерелә, уның өсөн бары тик инстинкттар ғына ҡала. Ә инде ҡурҡыу, яуаплылыҡ, кеше хәленә инеү һ.б. сифаттарға эйә түгел икән, ул йәмғиәттә йәшәй алмай - урлаша, үлтерә башлай, ҡанундарға буйһонмай, һәм йәмғиәтте унан азат итергә кәрәк. Барлыҡ диндәрҙең дә нигеҙендә бер үк принциптар ята - үҙеңде мөхиттең бер өлөшө итеп тойорға өйрәтеү, урлашыу, үлтереү, башҡа насар ҡылыҡтарҙан алыҫ тороу һ.б.
Эйе, хажи булғас, яратҡан шөғөлдәремдең береһе булған һунар ҡомарынан баш тартырға тура килде. Ә инде мосолман донъяһына, уның талаптарына мин һәр саҡ табип күҙлегенән ҡарайым. Рух таҙалығы, тән сафлығы унда бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Әммә үҙемде башҡалар кеүек үк дингә фанаттарса бирелгән кешемен тип әйтә алмайым. Ислам динен, уның ҡанундарын ихтирам итәм, Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инанам, әммә, тәү сиратта, иман кешенең үҙендә, уның күңелендә булырға тейеш, тип иҫәпләйем.

Ҡаланы ауыл һаҡлай

Ни өсөндөр элек-электән ҡала халҡы тарафынан ауыл кешеһе кәм итеп ҡабул ителә. Бер заман медицина институтында ла ауыл балаларын ҡабул итеү имтихандарына үткәрмәҫкә тырышыу, улар уҡырға ингәс тә, беренсе курста уҡ имтихандарын тапшыра алмау кеүек күренештәр күбәйә башланы. Был мәсьәләне йыйылышҡа сығарып тикшергәндә ҡапыл башыма шундай уй килде: "Фән кандидаттарынан кем ҡаланыҡы, баҫығыҙ", - тием. Өс кеше тороп баҫты. "Ә хәҙер кем ауылдан килеп уҡып, фән кандидаты булған, шулар баҫһын", - тием. 46 кеше тороп баҫты. "Ауылдың нимә икәнен аңланығыҙмы инде, шуға күрә уны яратыуығыҙҙы һәм ихтирам итеүегеҙҙе һорайым. Бер аҡыллы китапта әйтелгәнсә, икмәк биргән ҡулдарҙы үбергә кәрәк!" - тип ҡаты ғына итеп киҫәттем. Ә инде имтихандар алырға республика райондарынан иң яҡшы уҡытыусыларҙы саҡырттым. Ул йылдарҙа медицина институтына уҡырға инеүселәрҙең нисбәте ҡала һәм ауыл халҡының нисбәтенә генә түгел, ә уларҙың милли составына ла пропорциональ ине. Шунан һуң вузда өлгәшмәү сәбәпле уҡыуҙан ебәреүҙәр ҡырҡа ҡыҫҡарҙы, ауылдан килгән егет-ҡыҙҙар уҡыу йортон лайыҡлы тамамлап, үҙҙәренең ауылдарына, райондарына таралышты. Тап бөгөн улар төрлө ҡалаларҙың, райондарҙың ғына түгел, республика дауаханаларының нигеҙен тәшкил итә, төрлө сит ил дауаханаларында эшләй.
Бөгөн ауыл халҡы ла ныҡ үҙгәрҙе. Кешелә көнсөллөк тигән насар сифат саманан ашты. Унан бер кем дә азат түгел. Элегерәк сәм өҫтөнлөк итһә, бөгөн - көнсөллөк. Берәйһе ҡайһы яғы менәндер айырылып тора икән, мотлаҡ уға зыян эшләргә тырышалар. Бер-береңә ярҙам, ихласлыҡ тигән нәмә онотола бара.

Полиглоттар теле

Студенттар менән эшләп, шуны асыҡланым һәм аптыраным: улар буласаҡ зыялылар эйә булырға тейешле мәғлүмәттең 20 процентын да белмәй. Бөгөн инглиз телен белмәгән табиптың бер ниндәй әһәмиәткә эйә түгеллеген, ә инде ҡытай телен белеүсенең баһаһы тағы ла юғарыраҡ икәнен аңламайҙар. Шулай уҡ милли республикала йәшәп тә, аяҡ терәп татар йәки башҡорт телен уҡырға ҡарышҡан рус кешеһенең үҙен полиглот булыуҙан мәхрүм итеүен нисек аңлатырға? Был телдәрҙе белгәндә ул бер юлы 20 телдә һөйләшә алыр ине: ошо һәм уға яҡын телдәрҙә бөгөн 100 меңдән ашыу төрөк, 8 миллион татар һәм башҡорт, 18 миллион ҡаҙаҡ, 6 миллион төркмән, шунса уҡ ҡырғыҙ, алтай, Молдова ғағауызы, Грузия ҡарасәйҙәре һ.б. һөйләшә һәм бер-береһен аңлай.

Шулай итеп...
Венер Ғәзиз улына хирург булыу Аллаһы Тәғәлә тарафынан, тәбиғәттән бирелгәндер, моғайын. Уның тураһында, хатта отпускыһы ваҡытында ла ауыр операция үткәргән пациенттары эргәһенән китмәй, ауырыу аяғына баҫып дауахананан сыҡҡансы фәрештә кеүек һәр саҡ уны ҡурсалап тора, тиҙәр. Булыуы ла ихтимал, сөнки уның өсөн тәүге урында кеше тора. Сөнки ул, ысынлап та, башҡаларға юл яҡтыртып, үҙе яна торған шәхес.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.14 | Ҡаралған: 1846

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru