БАЛА ҺӨЙӨҮГӘ НИГЕҘЛӘНҺӘ...
яҙмышың да, ғаиләң дә емерелмәҫ
Бер бала ғына тәрбиәләгән килене ауылдан килгән ҡәйнәһенә: "Беҙҙә генә туҡта ла ҡуй. Ҡыҙыңдың балалары күп, үҙеңә бимаза ғына булырҙар", - тип әйтә икән. Ҡәйнәһе: "Балалар миңә ҡамасау түгел, мин ауылда былай ҙа тынлыҡтан ялыҡҡанмын инде", - тигән дә, улының иркен фатирын үҙһенмәй, ҡыҙының балалар тауышынан гөрләп торған фатирына киткән...
Табибтар раҫлауынса, һуңғы йылдарҙа балаһыҙ ғаиләләр һаны артҡандан-арта бара. Түлһеҙлекте йыш ҡына насар экология менән бәйләйҙәр - был дөрөҫтөр ҙә. Тәбиғи ризыҡ урынына төрлө суррогат, антибиотик, гормон, химия ашап үҫкән кешенең түлһеҙ булыуына аптырарға кәрәкмәйҙер. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн яҡынса 10 миллион кеше түлһеҙ тип иҫәпләнә. Был халыҡтың 15 проценты, тигән һүҙ. Түлһеҙлектә тик ҡатын-ҡыҙҙы ғына ғәйепләү ғәҙәте бар. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, түлһеҙлектә ғәйеп тигеҙ бүленә: уның 30 проценты - ирҙәр-гә, 30 проценты - ҡатындарға, 30 проценты икеһенә лә тура килә. Тик ҡалған 10 процент сәбәпте генә медицина фәне бер нисек тә аңлата алмай: ир ҙә, ҡатын да һаулығы буйынса бала таба ала, әммә, ни сәбәптәндер, был тормошҡа ашырылмай. Ошо 10 процент хаҡында һөйләшеп алайыҡ әле, ни тиһәң дә, был бит 1 миллион кеше, тигән һүҙ.
Таныштарым араһында ошо "тиҫтә"гә ингән бер йәш ҡатын бар. "Ниндәй генә клиникаларҙа, ниндәй генә тикшереүҙәр үтмәнем. Иремде лә тикшерттем - икебеҙ ҙә иҫән-һау, түлһеҙлеккә бер ниндәй физик сәбәп юҡ, ти белгестәр ҙә. ЭКО ярҙамына мөрәжәғәт итеү ҙә һөҙөмтә бирмәне..." - тип һөйләгәйне ул.
Был танышым менән һөйләшеп ултыра торғас, бер ҡыҙыҡ факт асыҡланды. Уның атаһы менән әсәһе эшкә ныҡ бирелеп (совет тәрбиәһе), "бала - ҡамасау" тип йәшәгән. Әсәһенә күп тапҡырҙар аборт та эшләтергә тура килгән. Балаға булған ошондай кире мө-нәсәбәт уларҙың өс балаһына ла инстинкт буйынса бирелгән. Танышым һүҙҙәре буйынса, "ҡан менән күскән". "Беҙҙең беребеҙ ҙә бала яратмай, - ти ул уфтанып. - Ә иң аянысы - беребеҙ ҙә бала таба алмай. Бының сәбәбе психикала ятҡанын аңлап, психотерапевҡа йөрөй башланым".
Уның был һүҙҙәренән һуң бер ваҡиға иҫемә килеп төштө. Бер әсәй үҙ балалары алдында кеше балаларын "йолҡош", "маңҡа" кеүек һүҙҙәр менән мыҫҡыллап көлөр булған. Хәҙер ошо "тәрбиә"не алған бер балаһының балаһы юҡ. Икенсеһенеке зәғиф булып тыуҙы, уны кешегә күрһәтергә лә оялып, өйҙә генә тоталар. Өсөнсөһөнөң ике балаһы ла теге донъяға күсте...
Эйе, бала яратҡан ҡатын-ҡыҙ барыбер бәхетле. Уның күңеле киң, уның ризығы киң, уның йөҙө нурлы. Минең ауылдаштарым Тәнзилә еңгәй һәм Камил ағай Тайыповтарҙы өлгө итеп килтерер инем был тәңгәлдә. Тәнзилә еңгәй ике апайының, бер ҡустыһының һәм һеңлеһенең урта мәктәпкә йөрөп уҡыған бөтә балаларын да интернатҡа ебәрмәй, үҙ балалары һымаҡ тәрбиәләне (Бәғзеләр исем өсөн генә тапҡан берҙән-бер балаһын интернатҡа ебәреүҙе хуп күрә: унда һәйбәт белем алыу уның өсөн һылтау ғына булып торалыр). Үҙенең ҡәйнәһе Ғәйзамал әбейҙе лә ихтирам итте, икәүләп ауыл конкурсында "Иң яҡшы килен һәм ҡәйнә" исемен алды. Бына кемгә "Әсәлек даны" миҙалын бирергә кәрәк!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең арала бала яратмаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етерлек. Ундайҙар йә бөтөнләй балаһыҙ, йә бер бала ғына аҫырай. Ундайҙарға балаларыңды тейәп килеп төшһәң, берәй нәмәне емереп, ватып, бысратып ҡуймаһындар, тип, ҡунырға ҡалһаң - "балыҡ тотоп" ятмаһындар, тип хафаланырға тотоналар. Бала-саға менән була торған хәл икәне уларҙың башына ла инеп сыҡмай. Хоҙайҙың ни өсөн уларға бала бирмәүен дә шәйләргә була бында.
Оло быуын кешеләре һөйләүе буйынса, беҙҙең ауылда Нурислам бабай артыҡ шуҡ бер малайҙы тотоп, ҡолағын борған да, "Ҡайтып, атайыңа әйт", тип ҡайтарып ебәргән. Был бик һөҙөмтәле алым булған: иптәштәре алдында оятҡа ҡалған теге малай был насар ҡылығынан ғына түгел, ә "бөтә ҡолаҡ борҙорторлоҡ ҡылыҡтарҙан" ғүмерлеккә ваз кискән. Был педагогик сара ҡалғандар өсөн дә ҙур һабаҡ булған. Хәҙер иһә кеше балаһының ҡолағын бороу ғына түгел, ҡаты итеп һүҙ ҡатып та булмай, ти ололар. Бының сәбәбе Нурислам бабай һымаҡ аҡһаҡалдарҙың булмауында ғына түгел. Хәҙерге ғаиләләрҙә балаларҙың әҙ булыуында. Элек, балалар күп, ата-әсәләре көнө-төнө эштә булғас, ошо бабайҙарҙың тәрбиә һабаҡтары бирерлек тулы хоҡуғы ла булғандыр. Ә хәҙерге заман ололары, бер баланы үҙҙәренең ата-әсәһе тәрбиәләргә тейеш, тип иҫәпләп, был ғәмәлдән тыйыла. Ә эш менән мәшғүл ата-әсә тәрбиәне мәктәпкә япһарырға тырыша, мәктәп иһә, "тупты кире тибә".
Хәҙерге тормошто балалар баҡсаһынан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ҡала ерлегендә бигерәк тә. Ғалимдар әйтеүе буйынса, 5 йәшенә тиклем баланың әсәһенән бер нисә сәғәткә генә айырым булыуы ла уның психикаһына насар тәьҫир итә икән: баҡсаға барырға теләмәй, ҡысҡырып илаған балаларҙы күҙ алдына килтерегеҙ, был юҡҡа түгелдер. Тимәк, декрет ялын биш йылға тиклем оҙайтып булмағас, бер-бер артлы бер нисә бала табып, өйҙә ултырыу балаларың тәрбиәһе өсөн күпкә файҙалыраҡ.
Юғарыла балаларҙы патологик рәүештә яратмағандар тураһында һүҙ барҙы. Бәхеткә күрә, үҙенең ғүмерен балаһыҙ күҙ алдына килтермәгәндәр ҙә етерлек. Мин балалар баҡсаһында түбән эш хаҡына ла риза булып эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйтәм. Башлыса матди шарттар арҡаһында күпләп бала табыу бәхетенән мәхрүм булғас (быға хәҙерге тормош шарттары ғәйепле), улар ошо бәхетте кеше балаһын тәрбиәләүҙә таба. Был ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, үҙ ғаиләләрендә лә яҡшы әсәй, килен, ҡатын, өләсәй, ҡәйнә. Был турала мин үҙебеҙҙең өс балабыҙ ҙа йөрөп тәрбиә алған баҡсаның хеҙмәткәрҙәре Әлмирә Насирова, Гүзәл Рәхимоваларҙың миҫалында ышаныслы әйтә алам. Балалар баҡсаһы бала яратмаған осраҡлы килеп эләккән тәрбиәселәрҙән тиҙ генә ҡотола ул, ти баҡса мөдире Римма Ильина ла.
Ғөмүмән, беҙҙең илдә күптәндән ғаиләгә ҡаршы "һалҡын һуғыш" бара. Халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 20 йылда рәсми никахта торған ғаиләләрҙең һаны 6 миллионға кәмегән, шул уҡ ваҡытта ғаилә төҙөрлөк кешеләрҙең иҫәбе 8 миллионға артҡан. Шул уҡ сериалдарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Америка ғалимдары иҫәпләүе буйынса, ошо "Санта-Барбара"ларҙы ҡарау арҡаһында һуңғы 20 йыл эсендә Бразилияла 3 миллиондан артыҡ ғаилә тарҡалған, 800 меңгә кәм бала тыуған.
Ҡунаҡ никахы, һынау никахы, граждан никахы тигән төшөнсәләр барлыҡҡа килде. Нисек кенә булмаһын, уларҙы ғаилә тип әйтеп булмай - был никах репетицияһы булып күренһә лә, ысынында, ғаиләнән ҡасыуҙы аңлата. Ғөмүмән, ысын ғаилә ҡиммәттәре тураһында һөйләшеүҙе дауам итергә саҡырам гәзит уҡыусыларҙы. Был беҙҙең балаларыбыҙға, йәштәребеҙгә кәрәк ғәмәл булыр.
Бер фәрештә кешеләрҙең нисек эшләгәнен тикшерергә булған. Крәҫтиәндең иртәнге таңдан ҡара кискә тиклем бил бөккәнен күҙәткән: бер йыл ул һәйбәт уңыш алған, ә икенсе йылына ҡоролоҡ арҡаһында аслы-туҡлы йәшәгән. Фәрештә көнө-төнө шиғыр яҙған кешенең бөлгөнлөктә йәшәгәнен күреп аптыраған. Бер байҙың да хаҡтар төшөү арҡаһында фәҡир ҡалыуына шаһит булғас: "Кеше бик тырышып эшләүгә ҡарамаҫтан, уның хеҙмәте лайыҡлы баһаланмай", - тигән фекергә килгән. "Эйе, дөрөҫ, - тигән уға оло фәрештә. - Донъяла тик бер генә кеше эше өсөн лайыҡлы хаҡ ала. Ул - әсәй кеше". "Нисек инде, - тип ғәжәпләнгән йәш фәрештә. - Әсәйҙәр көнө-төнө эшләһәләр ҙә, уның өсөн уларға аҡса түләгәндәрен күргәнем юҡ!" "Әсәйҙең эше өсөн иң юғары хаҡ - ул балаларының һәм туғандарының һөйөүе..."- тигән оло фәрештә. Бында аңлатма биреп тороу кәрәкмәйҙер.
Илдар ҒӘБИТОВ
КИРЕ СЫҒЫРҒА