«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

ХАЛЫҠТЫҢ ҮҘАҢЫ КҮТӘРЕЛЕҮГӘ...
революция осоро ла сәбәпсе

Революцияның Башҡортостанға, башҡорт халҡына йоғонтоһо, милли хәрәкәттең барлыҡҡа килеүе һәм халыҡтың үҙаңы күтәрелеүгә сәбәп булған тарихи осор менән тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы ҠАЛМАНТАЕВ таныштыра.

Революция тулҡындары - Башҡортостанда

Петербург эшселәрен атыу бар Рәсәй буйлап сыуалыштарға килтерә. 1905 йылдың 12 ғинуарында Өфөлә 200 кешенән торған митинг ойошторола. Өфөлә һәм губернала революцион сығыштар башланып китә. Социал-демократтарҙың эшселәр менән йыйылыштар үткәреүе, самодержавиены ҡолатырға саҡырыуҙар йышая. Улар үҙҙәренең пропаганда эшен төбәктең милли үҙенсәлегенә ҡарап алып бара. 1905 йылдың 16 мартында эсерҙар тарафынан "Мосолмандарға!" тигән прокламация әҙерләнә. Унда: "Мосолмандар, Рәсәйҙә ниндәй заманалар еткәнен һәм ниндәй эштәр эшләнгәнен беләһегеҙме? Урыҫтар һәм поляктар йоҡламай, халыҡ хоҡуҡтарын яҡлап, әүҙем эш алып бара, үҙ талаптарын ҡуя". Прокламация мосолман эшселәрен иҫкергән дәүләт ҡоролошо менән көрәшергә саҡыра: "Мосолман эшселәре, забастовкаға сығығыҙ, урыҫ эшселәренә ҡушылығыҙ һәм үҙегеҙҙең хәлегеҙҙе яҡшыртасаҡ талаптарығыҙҙы ҡуйығыҙ. Йоҡонан уянығыҙ, хәрәкәт итегеҙ. Халыҡ файҙаһы өсөн тырышығыҙ! Рәсәйҙә ялған юҡҡа сыҡһын һәм хәҡиҡәт менән ғәҙеллек еңеп сыҡһын!". Шул уҡ осорҙа Ырымбурҙа татар телендә лә прокламация әҙерләнә. Унда: "Дөйөм көрәш һуңынан берҙәм азат тормош ҡорор өсөн алып барыла. Ирекле хоҡуҡи дәүләттә һәр милләт үҙбилдәләнеш хоҡуғын аласаҡ һәм властар яғынан айырым милләттәрҙе ҡыҫырыҡлау булмаясаҡ", - тиелә. Социал-демократтарҙың прокламация-листовкалары халыҡ араһында ныҡ тарала, Башҡортостандың төпкөл ауылдарына тиклем үк барып етә.
1905 йылдың йәйендә Ырымбур һәм Өфө губерналарында барыһы 31 забастовка үтә. Уларҙа иҡтисади талаптар ғына түгел, сәйәси талаптар ҙа яңғырай. Мәҫәлән, Ҡатау-Иван заводы эшселәре бөтә халыҡ ойоштороу йыйылышы үткәреп, енескә һәм дингә ҡарамайынса, дөйөм тура һайлауҙар үткәреүҙе талап итә. Ошо уҡ йылдың көҙөндә революцион хәрәкәт яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Мәскәүҙә һәм Петербургта башланған сәйәси стачка империяның барлыҡ сәнәғәт үҙәктәрен һәм тимер юлдарын ялмап ала. Был стачка батша власын сигенергә мәжбүр итә. 1905 йылдың 17 октябрендә Николай II сәйәси азатлыҡтар биреү буйынса манифест ҡабул итә. Унда: "1. Даровать населению незыблемые основы гражданской свободы на началах действительной неприкосновенности личности, свободы совести"; 2. Привлечь ... к участию в Думе ... те классы населения, которые ныне совсем лишены избирательных прав...; 3. Установить как незыблемое правило, чтобы никакой закон не мог воспринять силу без одобрения Государственной Думы...", тигән пункттар ҙа була.

Ҡара груһсыларҙың әүҙемлеге

Эшселәрҙең сығыштары әүҙемләшкән һайын, монархия көстәренең сығыштары ла арта. Өфө һәм Ырымбур губерналарында ҡара груһсы милләтселәренең ойошмалары төҙөлә башлай. Улар сәйәси демагогияны ҡулланып, рус халҡының патриотик тойғолары менән файҙаланып, милләтселекте ҡорал итеп ала. Ҡара груһсылар батшаны, православиены, йәшәгән дәүләт ҡоролошон яҡлап сығыш яһай. Православие руханиҙары уларҙың терәге була.
Сиркәү руханиҙары 17 октябрь манифесын ҡабул итә алмай, уға дошманлыҡ менән ҡарай, хатта уның (манифестың) ялған булмауына инаныр өсөн махсус рәүештә губернаторға үҙ кешеләрен дә ебәрәләр. Уларға башҡа милләттәрҙең, диндәрҙең православие дине, урыҫтар менән тиң хоҡуҡтарға эйә буласағы оҡшап етмәй. Монархистар Өфөлә ҡайһы бер чиновниктар ярҙамы менән "Общество русского народа" тип аталған ойошма төҙөй. Был ойошманың төп тактикаһы емереүҙәр була. Улар либералдарҙы һәм революционерҙарҙы эҙәрлекләүе, йәһүҙи погромдарын ойоштороуы менән билдәле. Улар сәйәси оппоненттарының ғүмерен өҙөүгә тиклем барып етәләр, Өфө губернаторының 17 октябрь манифсын ҡабул итеүен дә ғәфү итә алмайҙар.

Мосолман халыҡтарының уяныуы

Мәҙәниәт, тел, йолалар, дин өлкәһендәге ҡыҫырыҡлауҙар һәм көсләп урыҫлаштырыу сәйәсәте XX быуат башында мосолман халыҡтарының үҙаңы күтәрелеүгә килтерә. Был хәрәкәт 1905 йылдағы петицион кампания менән башланып китә. Мосолман йәмәғәтселеге Ислам диненә ҡараған халыҡтарҙың ихтыяждары тураһында хөкүмәткә еткерә. Улар был мәсьәләләрҙең тыныс юл менән, самодержавие ҡоролошо сиктәрендә хәл ителеүенә өмөт бағлай. Ошо ваҡытта төрлө өйәҙҙәрҙә сходтар үткәрелә башлай. 1905 йылдың йәйендә Өфөлә лә йыйылыш үтә. Унда батша исеменә мөрәжәғәт яҙыла. Мөрәжәғәттә мосолмандарға ҡарата сәйәсәтте үҙгәртеү, башҡорт ерҙәрен һатыуҙы тыйыу, ерһеҙ тороп ҡалған башҡорттарҙың ер мәсьәләһен хәл итеү һорала.
Ошо йылдың 15 авгусында Түбәнге Новгород ҡалаһында "Мосолмандар иттифағы"ның беренсе йыйылышы үткәрелә. 120 делегат Рәсәй мосолмандарының проблемалары хаҡында фекер алыша. Рәсәй хөкүмәте "Мосолмандар иттифағы"ның икенсе йыйылышын үткәреүгә рөхсәт бирмәй. Шуға күрә лә 1906 йылдың ғинуар айында мосолмандар йәшерен рәүештә йыйыла. Өсөнсө сьезд ошо уҡ йылдың авгусында Түбәнге Новгород ҡалаһында үткәрелә. Икенсе һәм өсөнсө съезда "Мосолмандар иттифағы"ның уставы һәм программаһы раҫлана. Ойошма Рәсәй мосолмандарының берләшеүен яҡлай һәм үҙенең маҡсаты итеп башҡорттарға, татарҙарға һәм мосолман булған башҡа төрки халыҡтарға урыҫтар менән тиң хоҡуҡтар бирелеүен талап итә. Дөйөм алғанда, мосолман хәрәкәтенең асылы дәүләттән тиң хоҡуҡтар биргән конституция ҡабул итеүгә, уҡытыу эшендә, әҙәбиәттә һәм мәҙәниәттә ирекле эш алып барыуға, иркен рәүештә үҙ диндәрен тота, аңлата һәм һаҡлай алыуға һәм демократлаштырыуға йүнәлтелгән 17 октябрь манифесының талаптары үтәлеүен, гарантияһын талап итеүгә ҡайтып ҡала.
Мосолман хәрәкәте Ислам динен тотҡан, Рәсәйҙең көнсығышында йәшәгән төрки халыҡтарҙың милли-мәҙәни һәм дини автономияһы булыуы өсөн көрәш алып бара. Мосолман йәмәғәтселегенең рухи үҙбилдәләнеш көҫәүен Думала ултырған мосолман депутаттары сығыштарынан да күрергә була. Мәҫәлән, улар 1906 йылдың 24 мартында Дәүләт Думаһы рәйесе исеменә "Об отмене Правил 31 августа 1906 г. о начальных училищах инородцев" тип аталған ғариза яҙа. Унда: "Начальные училища учреждаются не для того, чтобы детям инородцев дать возможность обучаться всеобщей грамоте, в которой они действительно нуждаются, а для того, чтобы исключительно распространить среди инородцев знание русского языка... Но как бы сильно сознание необходимости русского языка не чувствовалось, немыслимо допустить, чтобы знание этого языка приобреталось ценой потери и забвения родного языка или чтобы, в лучшем случае, родной язык служил для этого лишь орудием", - тип әйтелә.
Тап Ислам дине мосолман халыҡтарының телдәренең, мәҙәниәттәренең, йолаларының һаҡланып ҡалыуын тәьмин итә. Шуға күрә лә Рус православие сиркәүенең миссионерлыҡ эшендә әүҙемлек күрһәтеүе һәм дәүләт рычагтарын файҙаланып, үҙ диненә башҡаларҙы йәлеп итергә теләүе башҡорттар, татарҙар һәм башҡа мосолман халыҡтары тарафынан үҙҙәренең милли үҙенсәлегенең, рухи тамырҙарының юғалтыуына килтерәсәк кампания кеүек ҡабул ителә. Дәүләттә башланған революцион үҙгәрештәр хөкүмәттең мосолмандарға ҡарата ҡарашын үҙгәртә. 1905 йылдың апрелендә православие диненә көсләп суҡындырылған мосолмандарға ҡабаттан Ислам диненә ҡайтырға рөхсәт бирелә, шуға күрә лә революция осоро кешеләрҙең православие диненән күпләп сығыуы менән дә билдәләнә.
Урыҫлаштырыу һәм хөкүмәт менән сиркәүҙең миссионерлыҡ сәйәсәте төбәктең мосолман халҡында ҡаршылыҡ тыуҙыра, сыуалыштарға килтерә. Мәҫәлән, 1907 йылдың 6 февралендә Борай ауылында Першин исемле стражник (революцияға тиклем Рәсәйҙә ауылдағы иң түбән полиция чины) дини китаптар һатып торған Шабай ауылы башҡортона килеп, ике китабын йыртып ырғыта. Першиндың ҡылығына шаҡ ҡатҡан башҡорттар, уның ни өсөн былай эшләүен аңлатыуын һорайҙар. Ул тиҙ генә ҡасып, башҡа полицейскийҙар менән бер йортта бикләнә. Асыуланған халыҡ ғәйеплене сығарыуҙарын һорай, әммә бының урынына полицейскийҙар ҡорал ҡуллана һәм бер кеше үлтерелә. Юғарыға, Үҙәккә иһә, башҡорттарҙың бунты хаҡында телеграмма ебәрелә. Икенсе көндө ауылға прокурор ярҙамсыһы менән 50 стражник килеп төшә.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 22-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.14 | Ҡаралған: 1637

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru