БАШҠОРТ БАЛЫ ИЛДЕ ДАНЛАЙ,
йәғни Бөрйәндә үткәрелгән матур сара тураһында бер кәлимә
"Башҡорт балы" тигән яҙыу уҡыһа, йәки бал батманы ҡосаҡлаған айыу һынын күрһә, моғайын, бөтәһе лә Бөрйән районын күҙ алдына баҫтыралыр. Был йәһәттән "Башҡорт балы - Бөрйән даны" тип исемләнгән Халыҡ-ара этнофестиваль Башҡортостандың тап ошо төбәгендә үткәрелеүенә аптырарлыҡ та түгел. Шифалы үҙенсәлектәре менән бөтөн донъяға билдәле башҡорт балына арналған сара милләт-ара һәм өлкә-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, башҡорт милли музыкаһына, рухи ҡиммәттәренә, тәбиғәт ҡомартҡыларына иғтибарҙы арттырыу һәм һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү, башҡорт балын һәм унан эшләнгән аш-һыуҙы пропагандалау, республикабыҙҙа туризмды үҫтереү маҡсатында үткәрелде.
Күс - ул көс...
Солоҡ, түмәр умарталар Башҡортостандың тик бер төбәгендә - Бөрйәндә генә яҡшы һаҡланһа ла, ҡортсолоҡ менән мөкиббән китеп шөғөлләнеүсе умартасылар ҡул ҡаушырып ятмай икән. Уларҙың береһе - Федоровка районы Оло Сытырман ауылы оҫтаһы Мортаҙа Солтанғолов, кәрәҙле бал етештереү өсөн түмәр умартаны ыҡсым ғына итеп эшләп, бал ҡорттарынан шунда кәрәҙ ҡойҙороп, ҡышҡы осорға уларҙы рамлы умартаға күсереп алыу ысулын уйлап тапҡан. Умартасы инә бал ҡортон был түмәр умартанан нисек күсереп алыу серен береһенә лә сисмәне, шулай ҙа ҡыш буйына кәрәҙле балды ошо һауытта һаҡлап ашарға мөмкин булыуын барыһына ла ихлас һөйләне.
Умартасылар серҙе ныҡ йәшереүсе кешеләр икән, тиһәк, бал ҡушып әҙерләгән милли ризыҡтар күргәҙмәһендә ҡатнашыусы хужабикәләр унан да бигерәк сер эйәләре булып сыҡты. Телде йоторлоҡ тәмле сәк-сәк, баллы ҡоймаҡ, эремсек бәлеше, ҡабартма, "рауза сәскәләре", төрлө емеш-еләк һуттарын тәмләп ҡарарға өгөтләп тороусы оҫтабикәләр рецептарын "һатманы". Уларҙың тырышлығы "Балдан яһалған иң татлы тәмлекәс" номинацияһында билдәләнде, һөҙөмтәлә беренсе урынды Бөрйән районынан Роза Мәликова яуланы. "Иң тәмле бал" номинацияһында ла ошо уҡ райондан Рәфҡәт Ғәҙелшиндың крәҫтиән фермерлыҡ хужалығында етештерелгән татлы ризыҡ юғары баһаланды.
"Башҡорт балы - Бөрйән даны" Халыҡ-ара этник фестивалендә күргәҙмә-йәрминкәләр, төрлө конкурстар, спорт ярыштары, халыҡ уйындарында ихлас ҡатнашыусылар театрлаштырылған тамашанан да ситтә ҡалманы. Атаһының улына ырыу солоҡтарын һәм ырыу тамғаһын тапшырыу йолаһы бөтөн этник фестивалдең асылына төшөндөрҙө лә ҡуйҙы. Башҡорт халҡының Бөрйән ере менән бәйле рухи һәм матди байлығы бына ошолай һаҡсыл рәүештә быуындан-быуынға ҡәҙерләп күсә барырға, уның бер бөртөгө лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа һәм хәтеребеҙҙән юйылмаҫҡа тейеш. Сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева һәм режиссер Сулпан Асҡарованың ижад емеше тағы бер ҡат тарихи үткәндәребеҙгә, ата-олатайҙарҙан ҡалған йолаларға иҫкелек ҡалдығы тип ҡарауҙан арынырға, уларҙы хәтеребеҙҙә булһа ла яңынан тергеҙергә ярҙам итте. Тиҫтәнән ашыу башҡорт этник төркөмдәре, Алтайҙан Сарымай Урчимаев, Тыванан Радик Тулюш ҡатнашлығында ойошторолған концерт һәр кемдең күңеленә дәрт, осҡон өҫтәне.
Башҡортостанға "Башҡорт Уралы - Урал батыр ере" ҡатнаш мәҙәни-тәбиғи объекты менән танышыу өсөн килеүсе ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара эксперттар делегацияһы һәм ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Комиссияһы ағзалары ла "Башҡорт балы - Бөрйән даны" этнофестивален тамаша ҡылды. Белгестәр фекеренсә, башҡорт халҡының рухи мираҫын һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереп, туристарҙы йәлеп иткәндә лә тәбиғәткә зыян килтерелмәһен өсөн бөтөн саралар күрелергә тейеш. Был йәһәттән, тәү сиратта Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе яҡшы хәлдә тотоу, уларҙы консервациялау, таҙартыу өсөн үҙебеҙҙә реставраторҙар әҙерләү мөһимлеге билдәләнде.
Күсле ил - көслө ил, тиҙәр. Башҡорт милләте ошоға тиклем үҙ ғөрөф-ғәҙәттәрен, рухи мираҫын, телен һаҡлап ҡала алған икән, был тик ата-бабаларыбыҙҙың бер төптән, бал ҡорттары кеүек дөйөм идея өсөн йәнен-тәнен аямай ең һыҙғанып эшләп, көрәшеп йәшәүенә барып тоташалыр. "Башҡорт балы - Бөрйән даны" Халыҡ-ара этнофестивале туристарҙы йәлеп итер сара сиктәренән сығып, бөгөнгө еңел булмаған заманда башҡорт халҡына бер төптән, бер күс булып ойошоп йәшәргә кәрәклеген күрһәтеүсе йәмле байрам дәрәжәһенә күтәрелә алды.
Тормошобоҙ түңәрәк...
"Башҡорт балы - Бөрйән даны" Халыҡ-ара этнофестивале сиктәрендә үткән тирмәләр ярышында Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ һәм Белорет райондары ҡатнашты. Башҡорт тирмәһенә барып инһәң, ғәҙәттә, мейелә "донъя түңәрәк" тигән бер генә уй ғына өйөрөлә. Ысынлап та, оҫта ҡуллы хужабикәләр тырышлығы менән быуаттар төпкөлөнән килеп еткән ҡаралтыларға ҡарап тора биргәс, сағараҡ аша төшкән һирәк кенә ҡояш нурҙарына күмелгән тирмәлә үҙеңдең дә тормошоң түңәрәк булып тойола башлай. Төрлө тамғалар һынландырып баҫылған кейеҙ-балаҫтар, әллә ҡайҙан уҡ иғтибарҙы йәлеп итеп ятҡан күҙҙең яуын алырлыҡ түшәк-күпмәләр, сигелгән таҫтамалдар, һуғылған келәмдәр күңелгә әйтеп аңлатып бөткөһөҙ тыныслыҡ бөркә, хатта ваҡ-төйәк проблемалар онотола.
Майҙанға килеүселәрҙе Белорет районы конкурсанттары бер түгел, ике тирмә ҡороп ҡаршы алды. Береһендә район оҫтабикәләренең ҡусҡарҙар сигелгән таҫтамалдары, янсыҡтары, ҡорама юрғандары эленгән булһа, икенсе тирмә алтын ҡуллы Гөлсирә Салауатованың шәхси биләмәһе булып сыҡты. Баҡтиһәң, бындағы бөтөн ҡул эштәрен ул үҙе эшләгән! "Оҫталыҡ ҡандан килә, өләсәйем эргәһендә уралып йөрөп, өйрәндем инде. Сигелгән яҫтыҡ тыштары, бәйләнгән ултырғыс япмалары, ҡорама юрғандар, мәрйендән яһалған төрлө теҙмәләр эшләйем. Бына яңыраҡ ҡына балаҫ һуғырға махсус станок һатып алдым әле, юғиһә, был балаҫтарым энә менән бәйләнгәйне", - тип ихлас әңгәмә ҡорҙо Гөлсирә ханым. Ҡусҡарҙар төшөрөп сигелгән түшәк, күпертеп өйөп ҡуйылған яҫтыҡтар, башҡорт орнаменттары һалып бәйләнгән сағыу балаҫтар, селтәрҙәр араһына күмелеп ултырған хужабикә әңгәмәләшкәндә лә тик ултырманы, ҡулындағы бәйләмен бәйләүҙе дауам итте.
Асы, Зөйәк ауылынан септә, йүкә арҡандары, кәрзин, ат сабатаһы, аттың бот тиреһе менән көпләнгән йыла ағасынан яһалған һунар саңғылары, быйма эшләүсе оҫталар йыйылған Белорет биләмәһенән сығып киткәс, уңған Баймаҡ районы халҡы тирмәһенә килеп инәһең. Баймаҡтар ҡул эштәре, көнкүреш кәрәк-яраҡтарынан тыш, сыуалда бешерелгән көлсә менән һыйланырға, ҡыр мунсаһында сабынып, барлыҡ сихәттәрҙән арынып сығырға тәҡдим итеп тора. Ишмырҙа ауылынан Әҡлимә Әфләтунова хәҙер оҙаҡ йылдар бейә ҡымыҙы менән һатыу итә, был фестивалгә 12 төр ҡымыҙ эшләп алып килгән. "Ҡымыҙҙы ике төргә бүлеп эшләйем: балалар һәм өлкәндәр өсөн. Балаларға тәғәйенләнгән ҡымыҙ сөсө була, улар эсһен өсөн төрлө емеш-еләк һалып бешәм. Ә өлкәндәр өсөн калориялы ҡымыҙ етештерәм: ҡаҙылы һәм ялылы. Бындай ҡымыҙ майлы була, сырхаулап торғандарға, ҡыр эштәрендә йөрөгән ир-аттарға был эсемлек бигерәк тә туҡлыҡлы һәм файҙалы", - ти Әҡлимә Булат ҡыҙы. Баймаҡтарҙың тирмәһендә сағыу-сағыу төҫтәрҙәге буй-буй һыҙатлы балаҫтарға күҙ төшкәйне, баҡтиһәң, Ҡолсора ауылы ағинәйе Рауза Ғафарованың хеҙмәт емештәре булып сыҡты. Етмеш ете йәшен туйлауға ҡарамаҫтан, оҫтабикә әле лә күңеле ятҡан шөғөлөн ташламаған, быйылғы йылда ғына унынсы балаҫын һуҡҡан ул. "Сиктек тә, бәйләнек тә, кәзә тарап, дебетен иләп, шәл бәйләп, Магнитогорск һәм Сибай баҙарҙарына алып барып һатып, балаларҙы шулай үҫтерҙек, Аллаға шөкөр", - ти Рауза инәй.
Төп хужалар бөрйәндәрҙең тирмәһенә яҡынлашыу менән ысынлап та башҡорт балы - Бөрйән даны булыуына инанаһың. Бал батмандарының, урман хужаһы Айыухандың ниндәйе генә юҡ бында! Емеш-еләк өсөн тырыздар, һандыҡ, көбө, хатта ҡайын туҙынан кепкалар, тапочкалар һатыуға ҡуйылған. Яңы Мөсәт ауылы оҫтаһы Дамир Ураҙаев әйтеүенсә, ағастан юнып эшләнгән төрлө зауыҡлы сувенирҙарҙы ул төп эштәренән бушағас, ял иткән саҡтарҙа ғына эшләй, туристик туҡталҡаларға алып барып һата икән. Тирмә эргәһенә үтеү менән станок артында ниҙер һуғып ултырыусы оло йәштәрҙәге инәйҙе күреп, эргәһенә үттем. "Әрмәк һуғып ултырам әле, балам. Бына ошо төрлө сепрәктәрҙе нәҙек кенә итеп йыртып алаһың да, буйына үткәрелгән ептәргә арҡырыһына һалып, тараҡ менән тартаһың. Тарағын борон кешеләр балан ағасынан, ә көрөҫөн йылҡы малының ҡылынан эшләгән", - тип һөйләне Әтек ауылынан Сәғилә Бейембәтова. Һигеҙенсе тиҫтәне уҙған инәй ҡәҙерле станогын хәҙер ошондай ҙур байрамдарҙа йәштәргә күрһәтеү өсөн генә алып йөрөтһә лә, заманында ул һуҡҡан мамыҡ шәлдәр, сағыу балаҫтар, ныҡлы әрмәктәр, таҫтамалдар әле лә ҡулланылыштан сыҡмаған...
Иң төптә үҙ тирмәһен Әбйәлил районынан килеүсе оҫталар ҡуйған. Уларҙың биләмәһе әллә ҡайҙан уҡ "Был районда кейеҙ баҫалар!" тип ҡысҡырып тора. Әбйәлилдәрҙең тирмәһе генә түгел, тотош ихаталары башҡорт халҡының көнкүреше, 1812 йылғы Ватан һуғышы, ырыу тамғалары сағылдырылған кейеҙ балаҫтары менән уратып алынғайны. "Йыл һайын студенттар балаҫ баҫыу серҙәренә беҙҙән килеп өйрәнә, төрлө семинарҙар үткәреп торабыҙ, фестиваль уҙғарабыҙ. Яңыраҡ ҡына 17 сит илдән өйрәнергә теләүселәр килеп, оҫталыҡ дәрестәре үтеп ҡайтты", - ти "Кейеҙ баҫыу йорто"ноң етәксеһе Зөлфирә Мәхийәнова.
Түңәрәкте үлсәп йүгергән сәғәт уҡтары нисәмә быуат арауығын һанап өлгөрөүгә ҡарамаҫтан, башҡорт халҡы түңәрәк тәгәрмәсле ваҡыт арбаһында алға елдергәндә һаман да ата-бабаларынан ҡалған тирмәләрҙе төҙөү серҙәрен онотмаған. "Башҡорт балы - Бөрйән даны" Халыҡ-ара этнофестивале сиктәрендә ҡоролған тирмәләр буйлап йөрөп сыҡҡан ҡунаҡтар башҡорт халҡының матди байлығына ғына түгел, рухи ҡиммәттәренә лә шаһит булды.
Атайыма ҡарап уйҙым түмәр умарта
Фестиваль башланмаҫ элек үк майҙандың бер яҡ ситендә теҙелешеп ятҡан йыуан-йыуан метр ярымлыҡ бейеклектәге түмәрҙәргә иғтибар итә биреп ҡуйғайныҡ. Баҡтиһәң, солоҡсоларҙың таҫыллығын, етеҙлеген, оҫталығын һынау өсөн әҙерләп ҡуйылған икән улар. Икешәр кешенән торған һигеҙ команда араһында көсөргәнешле ярыш оҙаҡ ҡына барҙы. Һәр конкурсант үҙ эшенең белгесе булараҡ, береһенә лә беренселекте еңел генә бирергә теләмәне. Шулай ҙа көн төшкә ауышҡансы призлы урындар билдәләнеп, беренсе урынды Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан Толомғужин Батыр менән улы Салауат алды. "Инде утыҙ йыл солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәм. Бөгөн улым менән түмәр умартаһын бер сәғәт эсендә эшләнек. Беҙҙең ғаиләлә был шөғөл быуындан-быуынға күсә килә, хәҙер үҙемдең дүрт улым бар, өсәүһе минең юлымды дауам итә", - ти Батыр ағай ғорурлығын йәшермәй. Ә бына Басир Мостафиндың уң ҡулы - һигеҙ йәшлек улы Флүр, атаһы солоҡ ағасына менгәндә лә, түмәр умартаһы эшләгәндә лә йүгереп йөрөп ярҙамлашты.
Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән шул. Эште дауам итерҙәй йәш быуын булыуын күреүҙән дә оло бәхет юҡтыр. "Башҡорт балы - Бөрйән даны" Халыҡ-ара этнофестивале нәҡ ошо быуындар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүҙең әһәмиәтен сағылдырҙы.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА