Хәҙер кешенең, уны уратып алған мөхиттең, Ерҙең, Ғаләмдең, хатта бәләкәй генә бөжәктең, йәнһеҙ тип иҫәпләнгән бөтөн әйберҙең дә йәне, тимәк, энергияһы булыуы тураһында күп яҙалар, һөйләйҙәр. Уларҙың бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүе, үҙ-ара энергия менән алышыуы фәнни яҡтан нигеҙләнгән. Шуға бәйле, кешенең ергә, туған телгә ҡарата мөнәсәбәте хаҡындағы фекерҙәргә ҡолаҡ һалайыҡ.
Ер тигәндән, бында планета тураһында һүҙ бармай, әле төп иғтибарҙы үҙебеҙ тыуған, йәшәгән ергә йүнәлтке килә. Тағы ла аныҡлабыраҡ әйтһәк, кешенең үҙе йәшәгән йорт ихатаһына, урамына, урманына мөнәсәбәте нисек булыуы тураһында ине һүҙ. Шулай уҡ кешеләрҙең бер-береһе менән мөғәмәләһе лә ошонда уҡ инә. Әлбиттә, яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ, игелекле мөғәмәләләбеҙ, тиерһегеҙ. Тәү ҡарашҡа, шулай кеүек тә бит, ә ысынында эштәр нисек тора һуң? Бөтөнләй киреһенсә. Йыш ҡына беҙ үҙебеҙ йәшәгән урынды, ундағы бер иш һоро йорттарҙы, аҙым һайын асарбаҡтар, гастарбайтерҙар осраған урамды күрә алмай китәбеҙ. Юлда транспорт тығындарында ултырғанда ирекһеҙҙән "енләнәбеҙ", тирә-йүнде тултырған пластик шешәләр, һыра йә кока-коланан бушаған ҡалай банкаларҙы, махсус сүп һауыттарында түгел, ә аяҡ аҫтында ятҡан тәмәке төпсөктәрен, төкөрөктәрҙе һәм башҡа хәшәрәттәрҙе күреп ерәнәбеҙ. Шулай итеп, күңелебеҙҙә насар хис-тойғолар ҡайнай, беҙ шул кире энергияны Ер-Әсәбеҙ менән бүлешәбеҙ. Уға шундай оятһыҙ мөнәсәбәттә булыр өсөн ул беҙгә ниндәй яуызлыҡ эшләгән? Ә бит ерҙең дә йәне бар, уның да рәнйеше төшөүе ихтимал (элек ололар шулай тип әйтә торғайны).
Ни эшләргә тейешбеҙ һуң? Был осраҡта бер генә юл бар: беҙгә бәйле булмаған бөтә нәмәгә нейтраль булырға, тыныс ҡалырға! Башҡалар ни эшләһә, беҙгә лә шуны эшләргә тимәгән бит. Иң мөһиме - һәр кем үҙен уратып алған мөхит менән берлеген тойоп йәшәргә тейеш. Шул саҡта ғына кеше, мәҫәлән, тротуарға төкөрөү - ул үҙ битеңә төкөрөү икәнен аңлаясаҡ. Шуны аңлаһағыҙ, тирә-йүнгә тик матурлыҡ ҡына сәсерһегеҙ, йәнәшәгеҙҙәге бөтөн нәмә менән килешеп йәшәрһегеҙ, һеҙгә йәшәйеш ҡанундары, Ғаләм закондары асылыр, ә унда һәммәһе лә камил, унда ығы-зығы, тәртипһеҙлек юҡ. Беҙ эргәбеҙҙәге урманға, яланға, йылғаға, һәр бер сәскәгә, япраҡҡа рәхмәт әйтеп, баш эйергә тейешбеҙ. Хоҙай Тәғәлә беҙҙе Ерҙәге ожмахҡа урынлаштырған бит - нисек шуны аңламайбыҙ?..
Ғөмүмән, беҙгә Ерҙәге үҙебеҙҙең урыныбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы әхлаҡи йәһәттән дә, энергетик яҡтан да тойомлау зарур. Ә иң мөһиме - туған телебеҙҙе һаҡларға бурыслыбыҙ. Ул да тыуған ер, Ватан тойғоһоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Туған тел тураһында ла күп яҙалар, ҡабатлап тороу кәрәкмәҫтер. Тик хәҙерге заман тикшеренеүҙәренә иғтибарығыҙҙы йүнәлткем килә.
Мәҫәлән, туған тел - ул тәғәйен бер урынға хас өндәр вибрацияһы, ул ошо урындағы башҡа вибрациялар менән гармонияла тора. Иҫ киткес бит! Туған телеңдәге һин ҡулланған һүҙҙәр йыйылмаһы ни тиклем бай булһа (өҫтәүенә, уны даими рәүештә арттыра барһаң), үҙең дә энергетик йәһәттән шул тиклем көслөрәк буласаҡһың, тигәнде аңлата был.
Хәҙер "цивилизация коды" үҙгәрҙе, бөтә нәмә ябайлаштырыла, американлаштырылған жаргонға ҡайтып ҡала, тиһәләр ҙә, был ялҡауҙар өсөн генә шулайҙыр. Үҙ телеңде белеү мотлаҡ икәнен бер генә ғалим да, бер генә тикшеренеү материалы ла кире ҡаҡҡаны юҡ әле! Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: беҙ тыуып үҫкән ерҙә телебеҙ бик борондан йәшәп килә, уның тулҡындары (вибрацияһы) барлыҡ тирә-йүнгә үтеп ингән. Әгәр һеҙ баһалап бөтөргөһөҙ хазинаға - туған телебеҙгә эйә булһағыҙ, тирә-яҡ мөхит һеҙҙең организмығыҙ менән ыңғай резонансҡа инәсәк. Ә инде туған телен белмәгән "ғәрип" булһағыҙ, тыуған ерегеҙ һеҙҙе аңламаясаҡ та, бер нисек тә ярҙам да итә алмаясаҡ. Юҡҡа ғынамы ни, ауылда яҙыусылар, шағирҙар күберәк тыуа, улар тәбиғәт ҡосағында илһам ала, яҡшыраҡ яҙа. Кешеләр ҡалала йәшәһә лә, тыуған ауылдарына ҡайтҡылары килеп тик тора; сит илгә китһәләр - Тыуған илдәрен һағыналар; сит яҡтарҙа туған телендә һөйләшкән тауыш ишетһәләр - сикһеҙ шатланалар.
Үҙ ереңдә үҫкән ризыҡты ҡулланыу организм өсөн файҙалы, ә ситтән килтерелгәндәре зыянлы икәне лә иҫбатланды хәҙер. Шуның кеүек, үҙ телеңдәге һүҙҙәр ҙә дауалау һәләтенә эйә икән. Олоғайған кешеләр тыуған яҡтарына ҡайтып йәшәргә, һуңғы көндәрен шунда үткәреп, туған тупраҡҡа ятырға ашҡына, "тыуған ер тарта" тигән әйтем дә бар беҙҙең халыҡта. Был да юҡҡа ғына түгел. Ҡартайғас, кешенең энергияһы кәмей; тыуған ерҙән, туған телдән алмай, ҡайҙан алһын ул артабан ғүмер итерлек көс-ҡеүәтте, дәрт-дарманды?
Компьютер, гаджеттар заманында халыҡтар буталышҡан, телдәр, илдәр уртаҡ була барғанда, былар нимәгә, тип уйламағыҙ. Башта әйткәнемсә, башҡалар ни ҡылһа, һеҙ ҙә шуны ҡабатлап йөрөмәгеҙ. Тыуған ерегеҙҙән, туған телегеҙҙән айырылмағыҙ, уларҙы яратығыҙ, өйрәнегеҙ, тип әйткем генә килгәйне.
Хәлиҙә АЛТЫНБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА