Редакцияла эшләгән ваҡытым ине. Һатыусы булып эшләгән бер таныш ҡатын ниндәйҙер мәсьәлә буйынса минән белешмә алырға булды. Мин уға күптән түгел генә гәзиттә ошо турала белгестәрҙең консультацияһы баҫылыуы тураһында әйттем. "Мин һеҙҙең гәзитте уҡымайым бит, - тине ул һәм минең һораулы ҡарашымды күреп, аҡлана башланы. - Әллә ниндәй телдә яҙаһығыҙ хәҙер, башҡортса ла түгел кеүек, һәр хәлдә, мин һеҙҙең гәзит телен аңламайым…"
Танышымдың ниҙе күҙ уңында тотоуын шунда уҡ аңланым. Үҙгәртеп ҡороу, суверенитет яулау йылдары ине. Ул ваҡытта телебеҙҙе бөтә интернациональ һүҙҙәрҙән таҙартыу, урынына уларҙың төрки варианттарын ҡулланыу ғәҙәткә инеп китте, был яңылыҡты беҙ, журналистар, энтузиазм менән ҡабул иттек, уҡыусыға оҡшаймы-юҡмы икәнен уйлап та тормаҫтан, матбуғат баҫмалары телен үҙгәртергә тотондоҡ. Алдарына аңлатмалы һүҙлек һалып, руссаға йә сит илдекенә саҡ ҡына тартым һүҙҙәргә ғәрәп йә фарсынан алмаш эҙләп ултырыусылар аҙ булманы. Хатта ҡайһы бер һүҙҙәрҙе үҙҙәре уйлап сығарыусылар ҙа табылды. Бер коллегабыҙ, мәҫәлән, "парикмахер" һүҙен "сәстараш" тип үҙгәртте. Ә Өфөлә иһә "Парикмахерская" урынына "Бөҙрәхана"лар барлыҡҡа килде. Журналистар ғына түгел, был шауҡымға яҙыусылар ҙа эйәрҙе һәм әҫәрҙәрен "боронғоса" һүҙҙәр менән сыбарлай башланы, хатта ҡайһы бер китаптарҙа текстарҙың ярты бите һүҙлеккә әйләнде. Ул ғына түгел, әҙиптәр "Мин романымда шунсама боронғо һүҙ ҡулландым", тип маҡтаныша, тип тә ишетеп аптырағайныҡ.
- Мәҫәлән, "сәйәсәт" нимә була ул? - тип дауам итте әңгәмәне баяғы танышым.
- Политика.
- Улайһа, "сәйәсмән"е нимә?
- Политик.
- Йә, шулай әҙәмсә тел менән яҙып булмаймы инде?..
Күптәрҙең нисәмә тиҫтә йылдар буйы ҡолаҡ һәм күҙ өйрәнгән һүҙҙәрҙе икенсе төрлө әйтә башлауҙы хупламауы хаҡында аҙаҡ башҡа күп таныштарҙан ишетергә тура килде, был турала төрлө ҡор-йыйындарҙа ла һүҙ булды. Мин ошондай фекерҙәрҙе тыңлай торғас, үтә ныҡ башҡортлашҡан һүҙҙәрҙе үҙ лөғәтемдә лә, яҙған мәҡәләләремдә лә мөмкин тиклем әҙерәк ҡулланырға тырыштым. Ләкин яҙмаларым мөхәррир ҡулына эләккәс, йәнә интернациональ һүҙҙәрҙән таҙартыла ине. Берәүһе менән "Ул һүҙҙәрҙе аңлап бөтмәйҙәр бит" тип бәхәсләшеп киткәс, "Халыҡты беҙ өйрәтергә тейеш!" тигән яуап ишеттем. Уныһы менән килешәм, мәғлүмәт саралары ла тәрбиә менән шөғөлләнергә тейеш, тик бөгөнгө башҡортса гәзит-журналдарҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә торғанда, һәр яҙылыусы өсөн көрәш барғанда, уҡыусы минең кимәлгә күтәрелһен тип көтөп ултырмай, "Мөхәммәт үҙе тауға барған" кеүек, уның талаптарына ла эйәрергә кәрәктер, моғайын.
Беҙ быйыл үҙебеҙҙең китапханала "Алтын тирмә" уйыны ойошторорға һәүәҫләнеп киттек. Төрлө ойошмаларҙан командалар саҡырабыҙ. Шунда мин халыҡтың яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереүен тикшереү маҡсатында "Хәҙерге гәзиттәр "промышленность" һүҙен нимә тип яҙа?" тигән һорау ҡуйҙым. Яуап варианттары итеп "сәнәғәт", "фирҡә", "сәйәсәт" һәм "сеймал" тигән бөгөнгө матбуғатта иң йыш осраған һүҙҙәрҙе алдым. Һәм, беләһегеҙме, бер команда ла дөрөҫ яуап бирә алманы. Башлыса "фирҡә" менән "сеймал"ды һайланылар, ә өлкән класс уҡыусыларының бер командаһы хатта "сәйәсәт" тип әйтте. Был һүҙҙең беҙҙең телмәргә килеп инеүенә егерме йыл барҙыр. Өйрәнергә лә ваҡыт кеүек. Күрәһең, мәктәптәрҙә был темаға иғтибар бирмәйҙәрҙер. Иң ҡыҙығы, "промышленность" сәнәғәт була икәненә аптыраштылар, хатта бер уҡытыусы-пенсионер: "Мин сәнғәтте хәҙер сәнәғәт тип яҙалар икән тип уйлап йөрөгәйнем", - тип әйтеп һалды.
Телмәрҙә интернациональ һүҙҙәрҙе ҡулланыу хилафлыҡмы? Улар бит телебеҙҙе ярлыландырмай, ә байыта ғына. Латин, француз, инглиз телдәренән ингән, бөтәбеҙгә лә бала саҡтан таныш һүҙҙәрҙе филологтарҙан башҡа һирәк кеше аңлаған төрки һүҙҙәргә үҙгәртеү - башҡортлоҡтоң бер билдәһеме? Мәҫәлән, бер баҫмала "ҡулайлаштырыу" тигән һүҙ уҡып, "приспособление" тип аңлап ултырғайным, баҡһаң, бөтәбеҙ ҙә "оптимизация" тип белгән һәм һөйләгән күренешкә шундай бик уңышлы булмаған тәржемә тапҡандар икән. Мин, юғары белемле филолог, аптырап ултырғас, башҡаларға ней үпкә…
Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы берәүҙәр шул яңы һүҙҙәр арҡаһында матбуғаттан, әҙәбиәттән ситләште, район гәзитенең руссаһын алдыра башланы. Ә бит республика баҫмаларының дубляжы юҡ. Бер башҡорт теле уҡытыусыһының өйөндә русса район гәзитен күреп аптырағайным. "Әй, ирем хәҙерге башҡорт телен аңламайым тип әйтә", - тип көлдө ул. Көлкөмө ни? Күпселек башҡорттар йәшәгән Әбйәлил районында хәлдәр шулай. Беҙ, телселәр, хәбәрселәр, үҙебеҙ аңлағас, башҡаларҙы уйламайбыҙ, арттан эйәрерҙәр, яйлап төшөнөрҙәр, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Ләкин бөтәһе лә яңылыҡҡа эйәрергә ашыҡмай, ҡул һелтәп тороп ҡалыусылар ҙа байтаҡ бит. Ошо хаҡта кем нисек уйлай? Әйҙәгеҙ, фекерләшәйек!
Рәхимә МУСИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА