«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән хеҙмәткәре Рәмил Насибулла улы Рәхимов Беренсе донъя һуғышы осорондағы Башҡортостан менән таныштырыуын дауам итә.

Башҡортостанда төҙөлгән полктар

Башҡортостанда ла мобилизация уңышлы үтә. Беҙҙә 170-се йәйәүлеләр полкы төҙөлә, уны генерал Корнилов етәкләй. Полк фронтҡа ебәрелә һәм 48-се дивизия менән берлектә данлыҡлы юл үтә, Карпат походында ҡатнаша, Венгрияға тиклем барып етә. Ләкин австро-венгрҙарға Германиянан ярҙам килеп төшөүе арҡаһында часть ғәскәренең күп өлөшө әсирлеккә эләгә. Шулай уҡ Златоуст өйәҙендә 330-сы полк ойошторола. Ул һуғышты 1917 йылда тамамлай. Уларҙан тыш, Башҡортостанда ополченсылар, дружинниктарҙан торған полктар төҙөлә. Был полктар, алдан уйланыуынса, тылда хәрби складтарҙы, хөкүмәт биналарын һ.б һаҡларға тейеш була. Башҡортостан дружиналары Петроградта Ҡышҡы һарайҙың һаҡ хеҙмәтен алып бара. Шулай уҡ Башҡортостандан ополченсылар полктары Кавказда, Себерҙә күп була. Һуңынан хәрби резервтар бөткән һайын дружинниктар ҙа, ополченсылар ҙа әүҙем рәүештә фронтҡа ебәрелә башлай.
Әлбиттә, Башҡортостандан кешеләр ошо бер нисә полкта ғына хеҙмәт иткән тип уйларға ярамай. Һуғыш башланған осорҙа үк Башҡортостандан регуляр ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүселәр күп була. Был турала архив материалдарында, тарихи сығанаҡтарҙа күп мәғлүмәт табырға була. Шулай уҡ бөгөн сәйер күренгән, ләкин ул ваҡытта аңлатып булған күренештәр ҙә була. Францияның ҡоралы күп була, шул уҡ ваҡытта кешеләре етешмәй. Рәсәйгә иһә ҡорал кәрәк була. Һөҙөмтәлә ил етәкселеге ҡорал урынына һалдаттар бирә. Махсус бригадалар Архангельск аша Францияға ебәрелә. Златоуста беҙҙең яҡ кешеләренән 4-се һәм 5-се бригадалар төҙөлә. Улар Грецияла булған яуҙарҙа ҡатнаша. Бик күптәр француз миҙалдары менән наградалана.

Ғәскәрҙәрҙе тулыландырыу

Рәсәйҙең хәрби законы 1774 йылдан алып үҙгәрмәгән була. Хәрби хеҙмәткә 18-19 йәштән алалар. Тәүҙә хәрби хеҙмәт ваҡыты 7 йыл булһа, һуңынан бер аҙ ҡыҫҡартыла. Ләкин кеше күп булыу арҡаһында әрмегә бөтәһен дә алмайҙар. Бер ауылдан 40 ир-егет килә икән, йәрәбә тартыпмы, башҡа төрлөсәме, уларҙан ун кешене һайлап, әрмегә алалар ҙа, ҡалғандарын ауылдарына ҡайтарып ебәрәләр. Икенсе йыл был кешеләр тағы килә, уларға тағы йәше еткән егеттәр ҡушыла. Тағы ла бөтәһенә лә урын етмәй. Һөҙөмтәлә һуғыш башланғанда ҡулдарына ҡорал тотмаған, уның менән эш итә белмәгән кешеләр бик күп була. Һуғыш башланғас, фронтҡа тәүгеләрҙән булып элек әрме сафтарында хеҙмәт итеүсе кешеләрҙе алалар. Йәнәһе, уларҙы өйрәтергә кәрәкмәй, бөтәһен дә беләләр, онотҡандарҙы иҫкә төшөрөү ҡыйын булмаясаҡ, тип һанай хәрби етәкселек. Ләкин был резервтар тиҙ арала бөтә.
Бында йәнә бер проблема килеп тыуа. Фронтҡа алынған ҡайһы бер ирҙәр 40 йәште тултырған була. Ә уларҙың хужалыҡтары, ғаиләләре бар. Уларҙа: "Урам тулы эшһеҙ йәш егеттәр йөрөгәндә, ни өсөн мин һуғышырға тейешмен?" тигән хаҡлы ризаһыҙлыҡ тыуа. Ысынлап та, ғаләләре лә, хужалыҡтары ла булмаған йәш егеттәр өйҙә тороп ҡалғанда, инде тормош ҡорған ир-егеттәрҙең һуғыш яланында ятып үлгеһе килмәүен аңларға була.
Хеҙмәт итмәгән кешеләрҙе лә тиҙ арала һуғышҡа әҙерләү зарурлығы тыуа. Яңы һалдаттарҙы өйрәтеү буйынса махсус запас частар ойошторола. Уларҙа уҡытыу тәүҙә алты ай, һуңынан өс ай алып барыла. Запас частарҙы үткән һалдаттар фронтҡа ебәрелә. Әммә бында ла проблемалар килеп сыға. Бер кемдең дә һуғышҡа барғыһы килмәй. Кешеләр фронтҡа эләкмәү өсөн төрлө саралар эҙләй. Ләкин һуғыштың дауамлы булыуы арҡаһында ул үҙенә бер-бер артлы яңынан-яңы резервтарҙы йәлеп итеп тора. 1917 йылға кеше резервтары ла бөткән була. Хатта ҡорал тоторға ярамаған минониттар сектаһы вәкилдәрен дә фронтҡа йәлеп итә башлайҙар, зәғифлектәре ныҡ көслө булмағандар ҙа яу ҡырына эләгә.

Прапорщиктар курстары

Армия һуғыш башында уҡ офицер кадрҙарының күп өлөшөн юғалта. Был бушлыҡты тултырыр өсөн прапорщиктар мәктәптәре ойошторола (прапорщик ул ваҡытта офицер званиеһы була). Ырымбурҙа, Ҡаҙанда, Мәскәүҙә ошондай курстар асыла. Тәүҙә уҡытыу ярты йыл алып барыла, һуңынан өс айға тиклем ҡыҫҡартыла. Был курстарҙа ниндәйҙер тәрән теоретик белем бирелеп өлгөрмәй, шуға күрә прапорщиктар белемде яу ҡырында ала. Кемдәрҙе прапорщиктар итеп алалар һуң? Офицер званиеһы булғанға күрә, рус телендә һөйләшкән, уҡый-яҙа белгән кешеләр кәрәк була. Кем был талаптарға яуап бирә? Әлбиттә, уҡытыусылар. Шулай итеп, ябай ауыл уҡытыусылары офицерҙар булып китә, ә прапорщик булыу дворян сословиеһына инеү тигәнде аңлата. Дворяндар ергә дәғүә итә ала, юғары ҡатлам кешеләре генә саҡырылған йыйылыштарҙа, император алдында смотрҙарҙа ҡатнаша. Уларға "Һеҙҙең ғәли йәнәптәре", тип өндәшәләр. Дәүләт наградаларына, күп ташламаларға эйә булалар. Был прапорщиктар Беренсе донъя һуғышында шәп үрләйҙәр. Әгәр үҙҙәренән юғарыраҡ вазифаны алып торған офицер үлә икән, улар ошо урынға ҡуйылалар. Һөҙөмтәлә, ҡайһы берәүҙәре һуғыш аҙағына полковник званиеһына барып етә.
Иң ҡыҙығы шунда, тап ошо прапорщиктар, Граждандар һуғышы ваҡытында аҡтарҙың, йәки аҡ офицерҙарҙың төп көсө була. Ленин дворянлыҡ бөтөрөлә тип иғлан иткәс, улар большевиктарҙың сәйәсәтенә ҡаршы сыға. "Нисек инде, беҙ үҙ ҡаныбыҙ менән был дәрәжәне яуланыҡ, яраландыҡ, ҡан түктек, дуҫтарыбыҙ үлде, хәҙер һеҙ быны бөтөрөргә теләйһегеҙ", тип ризаһыҙлыҡ белдерә улар. Әйтергә кәрәк, вәлидовсылар сафында ла бик күп ошондай прапорщиктар була. Һуңынан улар биографияларының ошо өлөшөн йәшертергә тырыша, сөнки 30-сы йылдарҙа дворяндар репрессияға эләгә һәм атыу аша язалана.

Әсирҙәр

Һуғыш барышында һалдаттар күпләп әсирлеккә эләгә. Германия Рәсәй халҡының төрлө милләттәрҙән, дин вәкилдәренән торғанын яҡшы аңлай. Ошо төрлөлөктө үҙ мәнфәғәттәрендә ҡулланырға тырыша. Шул маҡсатта мосолман халыҡтары өсөн айырым лагерҙар төҙөй. Был лагерҙарҙа мосолмандарға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡаршылыҡтар булмай, мәсеттәр төҙөлә, дини белем биреү рөхсәт ителә. Мосолмандарҙың дини байрамдарында немец генералдары, хатта Германияның юғары вазифалы кешеләре лә ҡатнаша. Рәсәйҙә лә әсирҙәргә ҡарата ҡараш насар булмай. Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы эшләй. Хөкүмәт ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, төрөк әсирҙәренә урындағы мосолман халҡы ярҙам итеп тора. Беҙ архив материалдарына таянып әҙерләгән йыйынтыҡта яҡташыбыҙ Сөләймән Нагаевтың мемуарҙарынан өҙөктәр килтерҙек. Бик ҡыҙыҡлы яҙмышлы кеше ул. Ул фронтта мулла булараҡ хеҙмәт итә. Әсирлеккә төшә, немец лагерҙарын үтә. Унан Ғосман империяһына ебәрелә, ошо империя составында Месопотамияла инглиздарға ҡаршы һуғыша. Шунан әсирлеккә эләгә. Һиндостандағы, Цейлондағы әсирҙәр лагерына ебәрелә. Унда 1920 йылға тиклем була. Унан Ҡырымға ҡайта. Был ваҡытта Ҡырымда Врангель ғәскәрҙәре була. Ләкин йәше оло булғанға күрә, ул һуғышҡа алынмай. Шулай итеп, оҙаҡ йылдар, алыҫ аралар үткәндән һуң ул тыуған Уралына ҡайта һәм һуңынан ошо ғүмере хаҡында мемуар яҙа. Был иҫтәлектәрҙән һуғыштың айырым кеше һәм бар халыҡ яҙмышына ниндәй йоғонто яһауын асыҡ күрергә була.
Шулай уҡ Башҡортостанға ҡасаҡтар күп килә. 1915 йылда, Бөйөк сигенеү башланғас, Германия ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған ерҙәрҙән латыштар, йәһүдтәр, белорустар күпләп күсерелә. Ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү эше яҡшы ойошторола, тиҙ арала бик күп кеше урынлаштырыла, уларға ярҙам күрһәтелә.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ яҙып алды.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.14 | Ҡаралған: 1706

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru