«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Туратау ҡалаһы, ҡуңғраттар, Гәрәй хан

Кәрәит ханлығы тарҡалғандан һуң, уның халҡы Монголстандың төрлө төбәктәренә күсерелә, Сыңғыҙхандың ғәскәрҙәренә таратылып бирелә. Әммә кәрәиттәрҙең бер өлөшө, В.В. Востров һәм М.С. Муканов фекеренсә, төньяҡ-көнбайышҡа күсенеп өлгөрә. Иртыш йылғаһының аҫҡы ағымына ҡарай йүнәлеп, улар Төньяҡ Ҡаҙағстанға барып етәләр. Бында улар үҙҙәренең элекке атамаларын үҙгәртеп, "кәрәй" тип атала башлайҙар. Әммә был ҡәбиләнең төп өлөшө Джучи улысына күсә. Үрҙә телгә алынған авторҙар кәрәиттәрҙең ошо өлөшө тураһында, улар үҙҙәренең элекке атамаларын һаҡлап ҡалалар һәм һуңынан ҡаҙаҡтар, нуғайҙар, ҡырым татарҙары, үзбәктәр составына инәләр, тип яҙа.
Башҡорттарҙың гәрәй ырыуына килгәндә, Р.Ғ. Кузеев иҫәпләүенсә, уларҙың тамырҙары шулай уҡ кәрәиттәрҙең көнбайыш төркөмөнә ҡарай. "Уларҙың Гәрәй исемле ата-бабаһы Ҡыпсаҡ менән бергә Иҙел буйында күсенеп йөрөгән", тип яҙа автор. Башҡортостанға килгәс, улар Ағиҙел буйына, хәҙерге ваҡытта Гәрәй иле тип йөрөтөлгән ергә күсенеп килә. Бында уларҙың атамаһында күплекте аңлатҡан "ит" ялғауы төшөп ҡалып, гәрә (гәрәй) тип атала башлайҙар.
Раил Кузеев башҡорт һәм ҡаҙаҡ гәрәйҙәренең тамғаларында ҡуңғрат ҡәбиләһе менән уртаҡлыҡ булыуына иғтибар итә. Ҡуңғрат Алтын Урҙа ханлығының бер осоронда алдынғы урындарҙы алып торған ҡәбилә була. Кузеев иҫәпләүенсә, гәрәйҙәр ҡуңғраттар йоғонтоһонда була, ошоға нигеҙләнеп ул: "Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары кәрәйҙәр (кәрәиттәрҙең бер тармағы) һәм ҡуңғарттар менән ҡатнашҡан Дешт-и-Ҡыпсаҡ ҡыпсаҡтарының тоҡомдары булып тора", - тип яҙа. Тарихсының фаразы ошо темаға арналған башҡа хеҙмәттәрҙә лә яңы дәлилдәр менән нығытыла. Шундай хеҙмәттәрҙең береһендә ике төрлө сығанаҡтан теркәлгән риүәйәттәр килтерелә. Тәүгеһе Әхмәтйән улы Нурмөхәмәт исемле кешенең йылъяҙмаһында һаҡланған. "Өфө ҡалаһы янында, Дим йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урында, Ҡуңғрат тип аталған ҡәлғә булған. Ул ҡәлғәнең кешеләре Ургенчҡа күскәндәр. Ҡәлғә төҙөп, уны Ҡуңғрат тип атай башлағандар (Ҡарағалпаҡстанда урынлашҡан Ҡуңғрад ҡәлғәһе хаҡында һүҙ бара). Ағиҙел йылғаһы буйында Туратау (Торатау менән бутамаҫҡа) тип аталған тау бар, Тура - ҡуңғрат ханының исеме. Ошо тауҙың башында ... ул ҡәлғә төҙөгән. Шуға ла уны Туратау тип атағандар. Бөгөнгө көндә ул урында был ҡәлғәнең емереклектәре генә ҡалған", - тип яҙылған был йылъяҙмала. Ысынлап та, элек булған ҡәлғәнең соҡорҙарының һәм урҙарының ҡалдыҡтары бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Икенсе риүәйәт XIX быуатта Өфө ҡалаһының башлығы булған Д. Волковтың яҙмаларында осрай: "Турахандың подданныйлығы аҫтында нуғайҙар менән башҡорттарҙың мең ырыуының 12 улысы кешеләре булған. Әлеге ваҡыттағы Өфө ҡалаһы урынында Туратау тип аталған ҡала урынлашҡан..." Рычковта ла оҡшаш мәғлүмәт осратабыҙ: "Русь Ҡаҙан ханлығын һәм башҡорттарҙы яулағанға тиклем үк, әлеге Өфө урынында ҙур ҡала булған..." - тип яҙа ул. Тикшеренеүселәрҙең раҫлауы буйынса, нуғайҙар үҙҙәре монументаль ҡоролмалар төҙөмәгән, ә алдан булған нығытмалар менән ҡулланған. Тимәк, Туратау башҡорттар Нуғай Урҙаһына ингәнсе үк булған. Быны раҫлаған башҡа яҙма дәлилдәр ҙә бар (Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы урынында ағалы-ҡустылы Пициганиҙарҙың - Pascerty, Авраам Крескестың Каталон картаһында - Pascerty тип аталған ҡала билдәләнгән). Күптән түгел Алтын Урҙа тарихсыһы Үтәмеш хаджиҙың "Сыңғыҙнамә"һе баҫылып сыҡты. Унда ла әлеге Туратау хаҡында телгә алына.
Шулай итеп, Туратау ҡалаһы (ошо уҡ ҡала Башҡорт ҡалаһы тип тә йөрөтөлә) әлеге көндә Өфө ҡалаһы урынлашҡан урында була. Телгә алынған Нурмөхәмәт исемле кешенең яҙмаһына ярашлы, унда Ҡунғрат ҡәбиләһе ханы идара итә. Әммә Йомран-Табын ырыуы башҡорттары шәжәрәһендә Гәрәй исемле хан тураһында һүҙ бара. Шулай уҡ башҡа башҡорт йылъяҙмаларында ла Гәрәй хан хаҡында әйтелә. Тимәк, Раил Кузеевтың ҡуңғрат менән гәрәйҙәрҙең симбиозы тураһындағы фаразы дәлил таба. Турахандың кем булыуы мәсьәләһен ситкә ҡуйып, гәрәйҙәр менән ҡуңғраттарҙың Ағиҙел йылғаһының урта ағымында йәшәүҙәрен һәм башҡа башҡорт ырыуҙары араһында өҫтөнөрәк урын алып тороуҙарын әйтергә була.
Ю. Йосопов фекеренсә, XIV быуатта Башҡортостанда Турахан ханлығы тип аталған шартлы сәйәси ойошма барлыҡҡа килә. Унда алдынғы урынды ҡуңғрат менән гәрәйҙәр биләй. Тарихсы В. П. Юдин билдәләүенсә, XIV быуатта Көнсығыш Дешт-и-Ҡыпсаҡта идара ырыу бейҙәренең ҡулына күсә, шул уҡ ваҡытта Сыңғыҙхан тоҡомдарының власы ла һаҡланып ҡала. Бәлки, тап ошо осор "Дәфтәр-и-Сыңғыҙнамә"лә башҡорттар тарафынан "алтын быуат" булараҡ маҡтап телгә алына. Шулай уҡ Б. Аҙнабаев билдәләүенсә, "Дәфтәр..."ҙә, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын башлап ебәреүсе кеше Сыңғыҙхан булған, тигән фекер ҙә ята.
Бөгөнгө көндә башҡорт ырыуҙары номенклатураһында ҡуңғраттар юҡ. Бының сәбәбен уларҙың аҫабалыҡ хоҡуғына эйә булмауҙарында күрергә була. Урал аръяғы башҡорттары һуңға тиклем Күсем хандың вариҫтарына тоғролоҡ һаҡлай, уларҙың тарафташтары, ғәскәрҙәренең төп көсө була. Шуға күрә лә Уралдың бирьяғында йәшәгән башҡорттарҙан айырмалы рәүештә, улар тик XVII быуаттың башында ғына яуланып алына. Ошо сәбәпле ҡуңғраттар аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителә, ә Рәсәй хөкүмәте тап уларҙың ерҙәрендә иң тәүҙә ҡәлғәләр төҙөй башлай, Һөҙөмтәлә, башҡорттарҙың тылында Исәт провинцияһы (бөгөнгө көндә Силәбе өлкәһе территорияһы) барлыҡҡа килә. Ҡуңғраттарҙың ерҙәре тартып алына, үҙҙәре припущенниктарға әйләнә, һуңынан башҡорттарҙың башҡа ырыуҙары менән ҡушылалар.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне. (Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.02.15 | Ҡаралған: 1748

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru