Һөнәренән уңған кешене, һис шикһеҙ, бәхетлеләр рәтенә индерергә кәрәк. Берәүҙәр күңеленә ятҡан, булмышына тап килгән, холоҡ-фиғеленә таман һөнәрҙе тапҡансы яҙмыштарында бер-нисә тапҡыр ҡырҡа боролош яһарға мәжбүр. Ә икенселәр бер һайлаған һөнәренә ғүмерлеккә тоғро ҡалып, унан ҡыуаныс табып, илһам алып, дәртләнеп йәшәй. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күп һанлы халыҡ-ара театр фестивалдәре лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы ҮТӘШЕВ та үҙ һөнәренә мөкиббән китеп, башкөллө сумып ижад итеүселәрҙең береһе. Сәнғәт тип аталыусы ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та донъяла үҙенең лайыҡлы урынын табып, театр олимпының юғары баҫҡысын биләүсе актер менән уның ижадын барлайбыҙ.
Сәнғәткә булған ынтылыш - бала саҡтан
Кешене мөхит тәрбиәләй. Бала эргәһендәге хәл-ваҡиғалар, һөйләнгән һүҙҙәр уның булмышын әүәләй, холоҡ-фиғелен формалаштыра, ғүмерлеккә үҙ эҙен ҡалдыра. Миңә лә ололарҙың йоғонтоһо ҙур булды. Атайым, бөтә тирә-яҡта данлыҡлы көрәшсе Ғаззали батыр, һабантуйҙарҙа еңеп алған һарығынан ауыҙ итергә барлыҡ туған-тыумасаны, күрше-тирәне саҡырып, күңелле мәжлестәр ҡорорға яратты. Был күркәм табындар ҡурай моңона, йыр-моңға сорналып, шаян-төртмә һүҙҙәр менән гөрләп үтә ине. Ололар ауыҙынан башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын тыңлау, уларҙың ут сәсрәтеп бейеүен ситтән генә күҙәтеүҙәр йөрәгемә йыр-моңға һөйөүҙең тәүге орлоғон һалғандыр. Шулай күңелемдә сәнғәткә ынтылыш тыуғандыр. Хәҙер уйлайым да, бала саҡтағы һәр ҡылығым ижад донъяһына тартылыуҙан булған икән. Мәҫәлән, бала саҡта өй мөйөшөндәге радиоалғыстан яңғыраған концерттарҙы бар донъямды онотоп тыңлауым хәтеремдә ҡалған. Тауышы яҡшылап сыҡмаһа, ултырғысҡа баҫып, ҡолағымды радиоалғысҡа ҡуйып тыңлай торғайным. Клубта уҙғарылған концерт, кисәләрҙе түҙемһеҙләнеп көтөп алыуым да иҫтә.
Әҙәбиәт, уның аша сәнғәт донъяһына ылығыуыма бала саҡтағы шуҡлығым, тиктормаҫ булыуым һөҙөмтәһендә йыш алған тән яраларым да булышлыҡ итте. Бер-нисә тапҡыр аяғымды йәрәхәтләп, эсемде яралап, оҙаҡ ҡына түшәктә ятырға тура килде. Ошондай мәжбүри "ял итеү" мәлендә башҡорт халыҡ әкиәттәрен, башҡа китаптарҙы уҡырға әүәҫләнеп киттем. Аҙаҡ, бик үк аңлап етмәһәм дә, рус телендәге китаптарға күстем. Китап геройҙары менән үҙ аллы һөйләшеп, хатта бәхәсләшеп киткән саҡтарым да йыш булды. Үҙемде шул геройҙар араһында хис итеп, уларҙың тормошо менән "йәшәнем", улар менән бергә ижад иттем. Шулай итеп, әҙәбиәт аша сәнғәткә ылыҡтым.
Психологтар әйтеүенсә, үҙ аллы мауығып уйнаусы баланың ижад өлкәһендә үҙен табыу мөмкинлеге юғары икән. Был фекерҙе үҙемдең миҫалда дәлилләй алам. Мин бәләкәй ваҡытта селлә тип йөрөтөлгән осор бар ине. Ул ғинуар урталарындағы иң һыуыҡ мәл. Ошондай көндәрҙә урамға сыҡмайым, ә өйҙә пластилиндан эшләп алған һындарым менән бар донъямды онотоп уйнайым, улар менән ниндәйҙер ваҡиғалар тыуҙырам. Тимәк, психология күҙлегенән сығып ҡарағанда, ижадсы булыу яҙмышыма яҙылған булған инде.
Мәктәп йылдарында ла сәнғәттән айырылманым: бик теләп төрлө түңәрәктәргә йөрөнөм, байрам сараларында әүҙем ҡатнаштым. Ә 10 класта данлыҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың бер туған ҡустыһы Сәйфулла ағай алып барған ҡурай түңәрәгенә йөрөй башланым. Сәйфулла ағай көй өйрәтер алдынан мотлаҡ уның тарихын тәфсирләп һөйләп, йырын йырлап ишеттерер ине. Шулай ул йыш ҡына Өфөлә уҙған концерт, спектаклдәр, театр артистары тураһында һөйләй торғайны. Уның һөйләгәндәрен тыңлап, шул сихри сәнғәт донъяһына бер генә күҙ һалаһы ине, тип хыяллана торғайным, ә шулай ҙа үҙемде актерлыҡ һөнәрендә итеп күҙ алдыма килтермәй инем әле. Ул хаҡта хыялланыу ҙа ҡурҡыныс булғандыр беҙгә, ауыл малайҙарына.
Хыялыма илтеүсе юл...
Күк томандар артында үҙенә ымһындырып, ылыҡтырып торған ижад донъяһына, атап әйткәндә, актерлыҡ һөнәренә, урау-урау юлдар үтеп килдем. Мин мәктәпте тамамлаған ваҡытта йәштәрҙе ауылда, совхоз-колхоздарҙа ҡалдырыу эше киң йәйелдерелгәйне. Шуға күрә, ҡулға аттестат алғас, бөтә класс менән ауылда эшкә ҡалдыҡ. Мин бер йыл көтөүсе булып эшләгәндән һуң, армия сафына алындым. Оло тормош мәктәбе булған армияла тыуып-үҫкән ерҙең, туғандарҙың ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың, киләсәккә төрлө пландар ҡораһың. Мин дә тыуған ил алдындағы хәрби бурысымды үтәгәндән һуңғы тормошом хаҡында күп баш ваттым. Ауылда ҡалырға ярамағанын армияға тиклем үк аңлағайным инде. Ундағы аҡрын ҡына аҡҡан тормош, бер төрлөлөк, эштән һуң ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй ҡаңғырып йөрөүҙәр түҙеп торғоһоҙ була торғайны. Шуға күрә, ауылда ҡалмаҫҡа, ә ҡалаға барып, белем алырға, тигән ниәт менән ҡайтып төштөм армиянан. Ә туғандар унда мине өйләндерергә әҙерләнеп ята. Муйынға ҡамыт кейергә иҫәбем юҡ, тинем дә, урамда ноябрь булыуына һәм уҡыуҙарҙың күптән башланыуына ҡарамай, Магнитогорск ҡалаһына юлландым. Һуңлап килһәм дә, армиянан яңы ҡайтыуымды иҫәпкә алып, Магнитогорск педагогия институтының әҙерлек курсына (рабфак) уҡырға алдылар. Элек әҙерлек бүлегенә уҡырға ингәндә мотлаҡ ике йыл хеҙмәт стажы һәм характеристика талап итәләр ине. Ректорат характеристика һорап, мин хеҙмәт иткән рота командирына хат ебәрҙе. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәс, мине ике йыл дауамында һындырырға тырышып та, үҙ маҡсатына өлгәшә алмаған рота командирынан насар йөкмәткеле характеристика килеп төштө. Ошо ҡағыҙ киҫәге уҡытыусылыҡҡа юлымды япты ла инде. Һайлау мөмкинлегем юҡ ине, Стәрлетамаҡҡа юлландым һәм мәҙәни-ағартыу (культпросвет) техникумының оркестр бүлегенә уҡырға индем. Бер аҙҙан ошо уҡ техникумдың театр бүлегенә ситтән тороп уҡырға күстем дә, Салауат драма театрына сәхнә эшсеһе булып эшкә урынлаштым. Театр коллективы менән гастролдәрҙә йөрөгән саҡта Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә студенттар йыйыуҙарын ишетеп, баш ҡалаға юлландым. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, театр факультеты студенты булып киттем. Театрға юлым шулай урау-урау булды.
Театрҙағы тәүге аҙымдарым
Һәр студент институт сәхнәһендә төрлө образдар тыуҙырып, тәүге сирҡаныс ала, артабан үҙенең оло сәхнәләге тәүге сығыштарына әҙерләнә, шуға ынтыла. Минең өсөн был әһәмиәтле ваҡиға 4-се курста булды: Башҡорт дәүләт академия театры сәхнәһендә тәүге тапҡыр Нәжиб Асанбаевтың режиссер Лек Вәлиев сәхнәләштергән "Майҙан тотабыҙ" спектаклендә уйнаным. Диплом алып, ошо театрҙа эш башлаған тәүге йылдарҙа Әсғәт Мирзаһитовтың "Утлы өйөрмә"һендә - Айтуған, Мольерҙың "Ирекһеҙҙән табиб"ында - Лука, Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" спектаклендә - Сәмиғулла, Фәрит Богдановтың "Аманатҡа хыянат"ында тәфтишсе Шәйхулов ролдәрен уйнаным. Хәҙер яҙмаларҙан шул ваҡыттағы ролдәремде ҡарайым да, бик күп етешһеҙлектәремде күреп, аһ итәм: практик оҫталыҡ етешмәү арҡаһында эске иркенлек булмаған, геройымдың фекерен тулы итеп уйнап еткерә алмағанмын. Шулай сәсәй-сәсәй, абына-йығыла өйрәнәһең инде бар нәмәгә. Эшләмәгән кеше генә яңылышмай, тигән кеүек, уйнамаған актер ғына профессиональ йәһәттән үҫмәй.
Мин театрға эшкә килгәндә унда Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Тәлиға Бикташева, Илшат Йомағолов кеүек бөйөк актерҙар эшләй ине. Уларҙың сәхнәләге уйындарын, спектаклгә әҙерләнеүҙәрен күҙәтеп, образға нисек инеүҙәрен өйрәнеп, үҙем өсөн баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алдым, практик йәһәттән байыным. Шундай билдәле таланттар уйнаған театрҙа эш башлауы беҙгә, йәштәргә, еңелдән булманы, әлбиттә. Ләкин уларҙың спектаклдән һуңғы хуплау һүҙҙәре, һәр яҡлап ыңғайлатып тороуҙары, уйнаған ролдәр тураһында яҡшы баһалама биреүҙәре миндә үҙемә ҡарата ышаныс тыуҙырҙы һәм илһамланып эшләргә булышлыҡ итте.
Визит карточкаларым
Утыҙ йыллыҡ ижад багажымда төрлө пландағы - герой-романтик, тәрән фәлсәфәүи эстәлекле, комик, трагик, психологик ролдәрем бар. Уларҙың барыһы ла миңә берҙәй яҡын һәм ҡәҙерле. Һәр ролем ижадымды тулыландырҙы, актерлыҡ һәләтемде төрлө яҡлап асты. Ләкин һәр актерҙың визит карточкаһына әүерелгән роле була. Минеке иһә - икәү. Улар - Нурлан Абдыҡадыровтың "Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге"ндәге Темуджин һәм Кен Кизиның "Кәкүк ояһы"ндағы Макмерфи ролдәре.
Автор үҙе ҡуйған спектаклдәге Темуджин образының үҙ фәлсәфәһе бар, ул бик ҡатмарлы роль. Мин, йәғни бөгөнгө заман актеры, бынан 800 йыл элек йәшәгән Сыңғыҙханды кәүҙәләндерәм. Бер-нисә образ тыуҙырыу менән бер рәттән, спектаклдә иҫкән елде, яуған ямғырҙы, дала буйлап тәгәрәп барған ҡамғаҡты һәм башҡа тәбиғәт күренештәрен һынландырырға, төрлө музыкаль инструменттарҙа уйнарға, ҡош-хайуан тауыштары сығарырға, ҡайҙалыр йүгереп менергә, һикерергә, көрәшергә тура килә. Эмоциональ йәһәттән дә, физик яҡтан да ҙур көс талап иткән Темуджин роле VII Төрки телле халыҡтарҙың "Науруз" һәм Бишкек ҡалаһында уҙған "Арт-Ордо" Халыҡ-ара театр фестивалдәрендә "Иң яҡшы ир-егет роле" тип баһаланды. "Науруз"да ул шулай уҡ тәнҡитселәрҙең махсус призына лайыҡ булды. Башҡа фестивалдәрҙә лә был образым юғары баһа алды. Темуджин, "Генерал Шайморатов"тағы - Шайморатов, "Нәркәс"тәге - Сынтимер, "Ҡатынымдың исеме Морис"тағы Труабаль ролдәре өсөн республикабыҙҙың мәртәбәле премияһы - Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булдым.
Режиссер Айрат Әбүшахманов сәхнәләштергән "Кәкүк ояһы"ндағы Рэндл Макмерфи ролен дә билдәләп үткем килә. Психик ауырыуҙар дауаханаһындағы пациенттар тормошон һүрәтләгән был әҫәрҙе сәхнәләштереп, театр труппаһы "Алтын битлек" Милли театр премияһының өс номинацияһына тәҡдим ителде. Рэндл Макмерфи роле миңә "Туғанлыҡ" IV Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә шулай уҡ "Иң яҡшы ир-егет" роле номинацияһында еңеү килтерҙе.
Төп һәм эпизодик ролдәр
Һәр спектаклдең төп геройы менән бер рәттән, эпизодик ролдә уйнаусыһы ла була. Уларҙың икеһе лә берҙәй мөһим һәм спектаклдең төп темаһын асыу өсөн кәрәк. Төп ролде уйнағандағы оло яуаплылыҡ ҡайһы ваҡытта һине ныҡ баҫа һәм образды тулыһынса асыуға ҡамасаулай. Ләкин мин ролгә бер аҙ еңелерәк ҡарауҙы хуп күрәм. Тамашасы ролде уйнау минең өсөн ни тиклем ауыр икәнен күрмәҫкә тейеш. Театрҙа уйнай башлағанда уҡ ошо хәҡиҡәтте аңлаһам да, дөйөм мөхит баҫымына ҡаршы тора алмай инем. Ләкин ваҡыт үтеү менән үҙемде ҡулда тоторға, самаһыҙ хистәргә бирелеп, уғата көсәнмәҫкә өйрәндем.
Эпизодик ролде уйнауҙың да үҙ нескәлектәре бар. Төп ролде башҡарғанда, спектаклдең башынан аҙағына тиклемге арауыҡта мин барыбер ҙә үҙемдең бар мөмкинлектәремде асып, режиссер ҡуйған талапты урын еренә еткереп атҡарып сығам. Хатта бөтә уйыным бик үк уңышлы булмаһа ла, мәлдәре менән барыбер тамашасы күңеленә үтеп инерлек образ тыуҙырыуыма ышанам. Ә эпизодик ролде башҡарғанда иркенләп "йүгереү" өсөн ваҡыт юҡ, мин торған урындан юғарыға "һикерергә" тейешмен, йәғни сәхнәгә сыҡҡан әҙ генә ваҡыт эсендә тамашасыны әсир итерлек образ тыуҙырырға бурыслымын. Үҙемде ике ролдә лә берҙәй яҡшы тойһам да, күренекһеҙ генә төп геройҙы уйнағансы, характерлы эпизодик ролде башҡарыуға өҫтөнлөк бирәм.
Кино - һәйбәт, театр - яҡыныраҡ
Сәхнәлә уйнаған ролдәрем менән бер рәттән, киноролдәрем булыуына ла шатмын. Ижад йылғаһының тәү ҡарашҡа бер, ләкин айырмалыҡтары күп булған ике ярын тәшкил итеүсе театр һәм кино сәнғәтендәге төрлө образдарым мине актер булараҡ үҫтерҙе. Сәхнәлә образ тыуҙырыу менән камера алдында роль уйнау ҡырҡа айырыла. Спектакль - кино кеүек түгел. Айҙар, йылдар дауамында ниндәйҙер спектаклде уйнайһың, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлайһың, күп тапҡыр өйрәнелгән хәрәкәттәрҙе башҡараһың. Тик бөгөн уйналған шул уҡ спектакль бер ҡасан да кисәгеһенә һәм иртәгәһенә оҡшамай, сөнки һәр көндө сәхнәне төрлөсә тояһың. Спектаклде бер ҡасан да ҡабатлап булмай, сөнки уйнаған ролем нәҡ ошо көн күҙлегенән, ваҡиғаларынан, хәл-торошонан сығып башҡарыла, образым нәҡ бөгөн килгән тамашасы алдында тыуа һәм шул уҡ көндә "үлә". Сәхнәлә уйнағанда, кинофильмдан айырмалы рәүештә, шул уҡ көндә үҙемдең хеҙмәт емешемдең һөҙөмтәһен күрәм, тамашасының уйнауымды нисек ҡабул иткәнен беләм. Театр сәхнәһендә мин хис-тойғоларымды нисек бар - шулай күрһәтәм һәм ниндәйҙер хата эшләргә хаҡым юҡ, ә кинола уйнағанда төрлө технологиялар ярҙамында ролемде бер-нисә тапҡыр ҡабатлай алам. Кинола эштең һөҙөмтәһен монтаж, музыка ярҙамында үҙгәртергә, тулыландырырға йәки алып ташларға була. Ә сәхнә миңә бындай мөмкинлек бирмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, театр сәхнәһе барыбер яҡыныраҡ.
Тамашасы тураһында
Тамашасы - актер өсөн барометр, спектаклдең мөһим бер компоненты. Ролдең нисек уйналыуы уға ла бәйле. Бер көндә килгән тамашасы спектаклде бик ихлас ҡараһа, икенсе көндә килеүселәр үҙҙәрен бөтөнләй башҡаса тоторға мөмкин. Хатта бер үк тамашасының да спектаклгә мөнәсәбәте төрлө ваҡытта төрлөсә булыуы ихтимал. Мин шуны аңларға һәм уйынымды халыҡ күңеленә барып етерлек итеп ҡорорға тейешмен. Спектакль барышында тамашасыға ҡарап уйнамаһам да, үҙемдең ниндәйҙер етенсе тойғом менән залдың кәйефен, булмышын, тын алышын тоям һәм был күҙгә күренмәгән бәйләнеш уйыныма тәьҫир итмәй ҡалмай. Әгәр ҙә мин тамашасыны аңламаһам, ә тамашасы минең уйынды ҡабул итмәһә, спектаклде уңышлы итеп булмаясаҡ.
Замандың үҙгәреүе театр тамашасыһына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Элек халыҡ театрға дәррәү йөрөнө, тамаша залы шығырым тулы булып, спектаклдәрҙең һәр береһе аншлаг менән үтер ине. Ҙур ҡалаларҙа ла, бәләкәй генә ауылдарҙа ла тамашасы юҡлығына зарланыусы театр булманы. Ә хәҙер, ҡыҙғанысҡа күрә, был йәһәттән маҡтанырлыҡ түгел. Өфөлә лә, башҡа төбәктәрҙә лә спектаклгә йөрөүселәр һаны ҡырҡа кәмене. Өфө тамашасыһы баш ҡала театрҙары, шулай уҡ сит төбәктәрҙән гастролгә йыш килеүсе театр труппалары тарафынан ныҡ "иркәләтелгән" булһа, ауылдарҙа спектаклдәр бик һирәк ҡуйыла, сөнки ул, беренсенән, ҙур сығымдар талап итә, икенсенән, халыҡ йөрөмәй. Тамашаны хатта түләүһеҙ итеп ҡуйғанда ла залға тамашасы йыйып булмай. Был аҡса юҡлығына ғына бәйләнмәгән, ә рухи аҙыҡтың икенсе планға күсеүе, күңелдәрҙе битарафлыҡ баҫып барыуы тураһында һөйләй, буғай.
Һүҙ сәнғәте, һүҙ ҡәҙере
Элек йыш үткәрелгән шиғри кисәләргә халыҡ бик теләп йөрөнө. Ул ваҡытта һүҙ ҡәҙере бар ине. Ә хәҙер һүҙ сәнғәте юҡ кимәлендә, ләкин уға һорау бар икәнлеген режиссер булараҡ сәхнәгә сығарған "Февраль. Буран...", "Ҡыҙҙар моңо - моңо халҡымдың" исемле проекттарҙың тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителеүе асыҡ күрһәтте. Рәми Ғариповтың ижадына, тормош юлына арналған "Февраль. Буран..." шағир донъяһына сәйәхәт проекты бығаса театрға килеп тә урамаған оло шәхестәребеҙҙе, театрҙы бик үк үҙһенмәгән әҙәбиәт хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүе менән дә әһәмиәтле булды.
Замандаш шағирәләребеҙҙең һоҡланғыс ижадына арналған "Ҡыҙҙар моңо - моңо халҡымдың" шиғриәт кисәһе лә коллегаларым менән тамашасыға кәрәкле йүнәлештә эшләүебеҙҙе дәлилләне. Барыбыҙҙың да йөрәгендә йәшәгән илебеҙгә, телебеҙгә, халҡыбыҙға ҡарата һөйөү тойғолары менән һуғарылған кисә рухтарҙы байытты.
Әлеге ваҡытта Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына шиғри-әҙәби кисә әҙерләйбеҙ. Алла бирһә, ул да алдағы проекттар кеүек үк уңышлы булыр һәм тамашасы күңеленә хуш килер, тип өмөтләнәм.
Илһам сығанағым - ғаиләм һәм тыуған яғым
Ижадыма ҡуҙ өҫтәп, йылылыҡ биреп тороусы, ныҡлы ҡалғәм - ғаиләм булыуы менән бәхетлемен. Шатлыҡтан баш әйләнгәндә лә, ауырлыҡтар бөгөргә тырышҡанда ла ғаиләмә һыйынам. Хуплау һүҙҙәре әйтеп тороусы, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер яҡындарым йөҙөп йөрөп ижад итерлек көс-ҡеүәт, дәрт-дарман бүләк итә.
Тыуған яҡтарым да - шулай уҡ илһам сығанағым. Ҡасан ҡайтһам да, мотлаҡ бәләкәй саҡта атай менән көтөү көткән урындарҙы, бесән сапҡан ерҙәрҙе, Таштуғай буйҙарын йәйәү йөрөп әйләнәм. Был бәләкәй генә сәйәхәтем күңелдә булған төйөндәрҙе сисә, юшҡындарҙы алып ташлай. Ауылдан һәр саҡ илһамланып, яңы үрҙәр яуларға рухи көс йыйып киләм.
Ғаиләмә лә, тыуған еремә лә рәхмәтлемен. Үҙемдең һөнәремә рәхмәтлемен, сөнки ул минең йомоҡ ҡына булған характерымды асты, үҙемдә ышаныс тыуҙырҙы, уйнаған персонаждарым мине төрлө яҡлап байытты. Актер булыуым төрлө йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашыу, милләтем, туған телем, халҡым өсөн файҙалы эштәр атҡарыу мөмкинлеге бирә. Ошо йылдар эсендә һис ҡасан актер һөнәрен һайлауыма үкенмәнем. Бер ҡасан да унан күңелем ҡайтманы, актер булыуымдан ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисергәнем булманы. Театрға оҙон юлдар үтеп, донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, әҙме-күпме тәжрибә туплап, аңлы рәүештә килеүем унда була торған төрлө көтөлмәгәнлектәрҙе һынмайынса үткәреп ебәреү мөмкинлеге бирҙе.
Шулай итеп...
Кешенең тәҡдире маңлайына яҙыла, тиҙәр. Ышанырғамы, юҡмы - һәр кем үҙе хәл итә. Ләкин бөгөнгө әңгәмәсебеҙҙең тормош юлын байҡағанда ул һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанаһың. Осраҡлы елдәр уны әллә күпме тапҡыр сәнғәттән ситкә алып китһә лә, яҙмышынан - ижадтан һәм сәхнәнән - айыра алмаған. Бынан ул да - күңеленә ятҡан һөнәренә хеҙмәт итеүсе актер, беҙ ҙә - оло талант эйәһенең рәхмәтле тамашасылары, һис шикһеҙ, отҡанбыҙ.
Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА