"Ғаилә ҡороуға оҫталыҡ кәрәкмәй, уны һаҡлап ҡалыу - оло сәнғәт", тигән бер аҡыл эйәһе. Берәүҙәр никахтан һуң башланған донъяуи ысынбарлыҡты йырып үтә алмайынса, һөйөүенән баш тартһа, икенселәр ғүмер юлын йәшәйештең барлыҡ шатлыҡ-ауырлыҡтарын күтәрешеп, бер-береһенә ышаныслы иптәш булып бергә үтә. Һәр ғаиләнең бәхет сере - үҙенсә, ләкин уларҙың һәр береһендә хөрмәт, ихтирам, эшһөйәрлек, ватансылыҡ, айыҡлыҡ төшөнсәләре төп урындарҙы алып тора. Айыҡлыҡ, тигәндән, бөгөнгө ҡоробоҙ ҡунаҡтары Флүрә һәм Раян СӨЛӘЙМӘНОВтар "Айыҡ ауыл" конкурсы еңеүсеһе булған Учалы районы Баттал ауылынан. Улар ауылдарында айыҡ йәшәү рәүешен урынлаштырыуға төп өлөш индереүселәр. Сөләймәновтар менән ғаилә ныҡлығының нигеҙе, балалар тәрбиәләү алымдары тураһында һөйләшәбеҙ.
Һәр ғаиләнең үҙенең танышыу-ҡауышыу тарихы була. Ә һеҙҙе яҙмыш нисек ҡауыштырҙы? Бер-берегеҙҙәге ниндәй сифаттар айырыуса күңелегеҙгә ятты?
Раян: Сығышым менән Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынанмын. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, 1997 йылда, Учалы районы Баттал ауылына география уҡытыусыһы булып эшкә килдем. Мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡанда уҡ йөҙөнән йылмайыу китмәгән, алсаҡ ҡыҙға иғтибар иттем. Ул - Флүрә ине.
Флүрә: Минең мәктәптә икенсе генә йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән сағым. Күңелдә ауылдан китеп, берәй ҙур ҡалала эшкә урынлашырға тигән ниәт булһа ла, ни өсөндөр уны тормошҡа ашыра алмай йөрөгән ваҡытым ине. Күрәһең, тәҡдирем ебәрмәгәндер, сөнки нәҡ тыуған ауылымда үҙемдең тормош иптәшемде осратырға насип итте Хоҙай.
Раян: Тәү күргәндә үк йөрәгемде яуланы Флүрә. Мин дә уның күңеленә яттым буғай - танышыуға ике ай тигәндә, никах уҡытып та ҡуйҙыҡ.
Флүрә: Раянды осратҡанға тиклем туғандарҙың, дуҫтарҙың "Ҡасан кейәүгә сығаһың?" тигән һорауына һәр ваҡыт: "Кейәүҙе почта аша яҙҙырып алам, моғайын, килер әле", - тип көлөр булдым. Шаяртыуым ниндәйҙер кимәлдә ысынбарлыҡҡа тура килде - тормош иптәшем үҙе ауылыма килде. Ул ваҡытта мин ситтән тороп, юғары уҡыу йортонда белем ала инем, шуға күрә әсәйем ҡулыма диплом алмай тороп, кейәүгә сығыу тураһында уйларға ла ҡушмай ине.
Раян: Ләкин уҡып бөтөп өлгөрмәне инде, мин кәләш итеп алып ҡуйҙым. Тик бер нигә ҡарамай, һоратырға барғанда ҡәйнә-ҡайнымдың "Флүрә диплом алырға тейеш", тигән талаптарын үтәнек.
Флүрә: Раяндың ныҡлы терәк була белеүе уҡыуҙа ғына түгел, ә, ғөмүмән, донъя көтөүҙә лә асыҡ сағыла. Уның һәр аҙымын уйлап эш итеүе, сабыр булыуы, киң күңеллелеге тормошобоҙҙо ышаныслы итә. Шулай ҙа күңелемде ул, тәү сиратта, тыныс булыуы менән арбаны. Ниндәй генә хәлдә лә албырғып ҡалмай, ә сабыр, тотанаҡлы эш итә. Тағы ла Раяндың аҡыллы, күп белеүе, тәрбиәле тормош иптәше булыуын да баһалайым. Ниндәй генә теманы ҡуҙғатһаҡ та, әңгәмәбеҙ һәр саҡ ҡыҙыҡлы һәм фәһемле була - ошо йәһәттән дә билдәләп үткем килә. Бер ултырып матур итеп һөйләшер-кәңәшләшер кешем булыуы менән бәхетем тулы.
Раян: Беренсе күргәндә Флүрәнең матур итеп йылмайып тороуы әле булһа күҙ алдымдан китмәй. Уның ошо мөләйемлеге йәшәйешебеҙҙе йәмләй, көндәребеҙҙе сағыуыраҡ итә. Шулай уҡ кәләшемдең ҡунаҡсыл, ярҙамсыл һәм туған йәнле булыуына ла һоҡланам.
Ғаилә ҡорғандың тәүге йылдарында әлегәсә бер-береһенә ят, төрлө мөхиттә буй еткергән ике кешенең бер-береһенә яраҡлашып, аңлашып китеүе бик үк еңелдән булмай. Һеҙҙең ғаиләлә ошо осор нисек үтте?
Флүрә: Бергә йәшәй башлаған ғына ваҡытта үҙемдекен һүҙ итә алмай илаған саҡтарым да күп булды. Нимәлер минеңсә булмаһа, күңелгә ныҡ ауыр була торғайны. Хәлемде аңлаптыр инде, Раян минең менән килешә торғайны. Хәҙер шул ваҡыттағы ҡылыҡтарым иҫемә төшһә, уңайһыҙ булып китә хатта.
Раян: Икебеҙҙе сағыштырып ҡарағанда, мин, ысынлап та, күндәмерәк, шуға күрә үҙһүҙлелеге менән кәрәкте бирҙе инде ул тәүге йылдарҙа Флүрә. Төрлө ваҡыттар ҙа, шул иҫәптән, ҡытыршылыҡтар ҙа булды тормошобоҙҙа, тик үҙебеҙҙә барыһын ла йырып сыға алырлыҡ көс, оҫталыҡ һәм аҡыл таба алдыҡ. Йәшәй-йәшәй бер-беребеҙҙе өйрәнеп, холоҡтарыбыҙҙы үҙләштереп, теге йәки был ситуацияла һәр кемебеҙ үҙен нисек тотасағын аңлағас, хәл бермә-бер еңеләйҙе. Ҡайһы урында өндәшмәй генә үткәреп ебәрәһең, икенсе осраҡта үҙеңдеңдекен һүҙ итеү өсөн тырышыу кәрәклеген дә аңлайһың һәм ошолай эшләйһең дә.
Флүрә: Яңы ғына ғаилә ҡороп йәшәй башлаған йәштәргә был йәһәттән ауырға тура килә, тигән фекерҙе яҡлаусылар күп. Ысынлап та, ҡайһы бер йәш парҙар хатта айырылышыуға тиклем барып етә. Ләкин беҙгә, ниндәй генә хәл-ваҡиғалар, холоҡ күрһәтеү булмаһын, был осорҙо үткәреп ебәреү үтә лә ауыр булды, тип әйтә алмайым. Бында минең уҡыуға башкөллө сумыуым да, эшебеҙҙең көсөргәнешле булыуы ла үҙенең ролен уйнағандыр.
Раян: Бер-береһенә өйрәнә алмай тартҡылашыуҙар донъялары түңәрәк, ата-әсәһе әҙерләп биргән етешлектә йәшәгән йәштәргә нығыраҡ хастыр ул. "Юҡлыҡ талаштыра, барлыҡ яраштыра" тигән мәҡәл бында урынлы түгел - беҙҙең тәүҙә йәшәргә урыныбыҙ ҙа юҡ, кеше йортонда тора инек. Беҙ, киреһенсә, тиҙерәк үҙебеҙҙең донъяны булдырыу, тормошто ҡотайтыу уйы менән яндыҡ, шуға күрә мөнәсәбәттәр асыҡлап ултырырға ваҡыт та булманы.
Флүрә: Эш хаҡы түләнмәгән ауыр ваҡыттарҙа йорт һалырға тура килде. Иҫемдә, эш хаҡы урынына икебеҙгә берәр тоҡ шәкәр бирҙеләр. Шуларҙы һатып, төҙөлөш өсөн аҙ ғына булһа ла кәрәк-яраҡ алдыҡ. Ул ваҡыттарҙа йәштәргә, йәш белгестәргә матди ярҙам күрһәтеү булманы, бер ниндәй ҙә программалар эшләмәне. Хәҙер иһә йәштәргә был йәһәттән еңелерәк, шуға күрә заманға зарланып ултырмаҫҡа, ә үҙеңә тейешлеһен, яйлыһын ваҡытында күреп, аңлап, файҙалана белергә генә кәрәк.
Ысынынында, бер-береңә өйрәнеү осоро тиҙ генә үтеп тә китмәйҙер һәм ғаилә ағзаларын түҙемлек, сыҙамлыҡ тигән сифаттың ғүмер буйы оҙата барыуы кәрәктер инде ул...
Раян: Бер-береңде өйрәнеүҙең ҡасан да булһа осона сығып етеп була икәненә ышанмайым, сөнки икеһе ике ғаиләлә тәрбиәләнеп, осрашҡанға тиклем бер-береһенә сит булған кешеләр ғаилә ҡороу менән бер бөтөнгә әйләнә алмай. Шуға күрә, беҙ әле булһа бер-беребеҙҙе өйрәнәбеҙ һәм был процесс ғүмер буйы дауам итәсәк. Башҡаса мөмкин түгел.
Флүрә: Ғаилә ҡороп ебәрҙең дә, донъялағы иң һәйбәт, иң бәхетле ҡатын менән ир булып китеп булмай. Ниндәй генә көслө мөхәббәт булмаһын, тормош юлында төрлө мәлдәр буласаҡ - абыныу ҙа урап үтмәй, күңел төшөнкөлөгө лә килә. Ләкин һәр осраҡта ла тораһың, үҙеңде ҡулға алаһың һәм алға атлайһың. Сөнки тормош шулай ҡоролған һәм был ғәҙәти хәл.
Раян: Өйләнешеү әлегәсә күрмәгән-белмәгән сит илгә барыу һәм уның үҙенсәлектәре менән танышыуға тиң. Никахҡа тиклемге һөйөү хистәре тормош ҡорғас яңы сағылышта асыла, ир менән ҡатын ысын мәғәнәһендә яратырға өйрәнә. Был барлыҡ ғаилә парҙарына ла хас, тип уйлайым. Эргәңдәге кешене нисек бар - шулай яратырға, уның барлыҡ ҡылыҡтары, холҡо, етешһеҙлектәре менән ҡабул итергә өйрәнеү өсөн күп ваҡыт кәрәк. Был асыштан һуң, әгәр ул ысынлап та һинең икенсе яртың икән, үҙеңдең бер ҡайҙа ла китмәйәсәгеңде, ғүмерлек юлдашың итеп һайлаған ҡатының менән йәшәйәсәгеңде аңлау тағы ла бер асыш була. Мин был ике асыштың да асылын яҡшы төшөндөм һәм яҙмышымдың Флүрә менән бәйле булыуына сикһеҙ шатмын.
Ғаиләлә һеҙҙең өсөн иң мөһиме нимә һәм ғаиләнең маҡсатын нимәлә күрәһегеҙ?
Раян: Минеңсә, бер-береңде аңлап, һәр ниәтте лә бер һүҙҙән, бер төптән булып башлау һәм аҙағына тиклем еткереү ғаилә нигеҙенең ныҡлығын тәшкил итә. Шулай уҡ ныҡлы һаулыҡ мөһим. Сәләмәтлек булмаһа, донъя йәме булмай, бер нәмә лә ҡыуаныс килтермәй. Йәшерәк саҡтарҙа һаулыҡҡа бармаҡ аша ҡарайһың, ләкин йылдар уҙған һайын уға иғтибарлыраҡ була бараһың. Шуға күрә балаларҙың спорт менән ихлас шөғөлләнеүен хуплайбыҙ һәм һәр яулаған уңыштарына ихлас ҡыуанабыҙ. Тән сәләмәтлеге менән бер рәттән, рух ныҡлығы ла мөһим икәнен бер ваҡытта ла күҙҙән ысҡындырмайбыҙ.
Флүрә: Тормошта даими килеп сығып торған ваҡ әйберҙәргә, ваҡиғаларға иғтибар итмәйенсә, бер-береңә ышанып йәшәү генә ир менән ҡатынды ысын ғаилә итә. Шулай уҡ йәмғиәттең бәләкәй генә, әммә мөһим ячейкаһы булып йәшәү өсөн бер-береңә терәк була белергә лә кәрәк. Бер-береңде табып, бергә ғаилә ҡороуҙың төп маҡсатын ошонда күрәбеҙ.
Һеҙҙең өс балағыҙ бар, мәктәп балаларын тәрбиәләү ҙә һеҙҙең, уҡытыусыларҙың бурысы бит инде. Тәрбиә тураһында һөйләшеп алайыҡ әле...
Раян: Эйе, уҡытыусылар булһаҡ та, күптәр тәрбиә мәсьәләһен бары тик мәктәпкә, уҡытыусыға ғына япһарып ҡуйһа ла, был өлкәләге төп кеше - ул ата-әсә, әлбиттә. Бала бағыу - ата-әсә иңенә йөкмәтелгән ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта күңелле һәм күңелгә ятышлы бурыс. Тәрбиә эшендә ата-әсәнең ҡарашы бер йүнәлештә булыуы күпкә отошлораҡ булһа ла, бар осраҡта ла улар тап килмәй. Беҙҙең ғаиләлә лә шулай: ниндәйҙер мәсьәләләрҙә икебеҙ бер һүҙҙән булһаҡ, ҡайһы берәүҙәрендә ҡараштар ҡапма-ҡаршылығы менән айырылып тора. Бәхәсләшеп тә китәбеҙ - унһыҙ ҙа булмай икән. Был, бер яҡтан, файҙалы ла, сөнки бәхәс хәҡиҡәт тыуҙыра, тигән бик дөрөҫ фекер бар. Ләкин бындай саҡта бер-беребеҙҙе нисек булһа ла еңергә тырышып, һәр беребеҙ үҙ һүҙен һүҙ итергә теләп бәхәсләшмәйбеҙ, ә балалар өсөн иң яҡшы, файҙалы юлды һайларға тырышабыҙ. Бәхәс тыуҙырған тәрбиә мәсьәләһендә икебеҙҙе лә ҡәнәғәтләндергән фекергә килеү оҫталығына йәшәй-йәшәй өйрәндек. Уртаҡ фекергә килергә өйрәнеү - һәйбәт тәрбиәнең нигеҙе һәм мәғәнәһе.
Флүрә: Һүҙгә килешеүҙәр бигерәк тә улыбыҙ Ришаттың тәрбиәһенә ҡағылғанда йыш була. Мин, әсәй булараҡ, уны һәр ваҡыт бәләкәй бала һымаҡ итеп күрәм һәм иркәләргә тырышам, ә Раян иһә дилбегәне баштан уҡ ҡаты итеп тотоу яғында.
Раян: Ысынлап та, балаларға ҡарата мөнәсәбәттә ҡамсы күберәк минең ҡулда, ә перәник - Флүрәлә була. Шулай ҙа ҡайһы саҡтарҙа уның ҡулындағы ҡамсы үткерерәк тә, зәһәрерәк тә "эләктерә". Ул ваҡытта перәник таратыу минең иңгә төшә.
Флүрә: Ләкин тәрбиә мәсьәләһендә мотлаҡ берәүҙең ҡулында перәник, ә икенселә ҡамсы булырға тейеш, тигән ҡараштан сығып эш итмәйбеҙ. Ҡайһы бер моменттарҙа перәник тураһында бөтөнләй оноторға тура килә, ә ҡайһы саҡта ҡамсының кәрәге булмай.
Раян: Беҙҙең ғаиләлә бәхәс тыуҙырмаған төп йүнәлеш - балаларыбыҙҙы ололарға, туғандарына ихтирамлы, бер-береһенә иғтибарлы итеп тәрбиәләү. Ошо нигеҙҙе бала күңеленә сабый саҡтан уҡ һалмаһаң, киләсәктә был бушлыҡты тултырып булмаясаҡ.
Флүрә: Ҡыҙҙарыбыҙҙы һәм улыбыҙҙы тәрбиәле, рухлы, иманлы, аңлы, кешелекле итеп, хөрмәтле һәм рәхмәтле була белеүсе итеп үҫтереүҙе алдыбыҙҙа торған изге бурыстарыбыҙҙың береһе тип һанайбыҙ һәм ошоға ынтылабыҙ. Был сифаттарға эйә баланың йөрәгендә яуызлыҡҡа, хыянатҡа урын булмай, ә күңеле таҙа кешенең тормошо ла матур була. Шулай уҡ зат-ырыуҙы танып-белеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Башҡорт үҙенең әллә нисә быуын ата-бабаһын белгән, һанлаған, үҙенең балаларына һөйләгән. Элегерәк ошо матур йола онотола башлаған ине халыҡта, хәҙер уның кире ҡайтыуын күреү ҡыуаныслы.
Раян: Шәжәрә - бер кешенең йәки айырым ғаиләнең генә тарихы түгел. Ул үҙенә тотош ауылдың, халыҡтың тарихын һыйҙырған уникаль төшөнсә һәм ҙур иғтибарға лайыҡ. Шуға күрә был йүнәлештә әүҙем тәрбиәүи эш алып барабыҙ. Шулай уҡ балаларға халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә өйрәтәбеҙ. Халҡыбыҙ был йәһәттән ифрат бай - уларҙы белеү һәм үҫеп килеүсе быуынға түкмәй-сәсмәй еткереү һәр ата-әсәнең шулай уҡ бурысы.
Флүрә: Тарихҡа, йолаларға үрелеп килеүсе тәрбиәгә ҡағылышлы тағы бер төп йүнәлеш - ул балала иленә, теленә, халҡына, тыуған еренә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү, тигән ҡараштабыҙ. Үҙенең булмышынан ситләшкән, тамырҙарын белмәгән, тарихын һанламаған, халҡының лайыҡлы улы һәм ҡыҙы булып үҫмәгән бала тәрбиәләүсе ата-әсә ниндәй генә үрҙәр яулаһа ла, ихтирамға лайыҡ түгел.
Раян: Илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары ғаиләлә һалынмаһа, уны бер кем дә төплө итеп аңлата ла, кеше күңеленә еткерә лә алмаясаҡ. Беҙ өйҙә тик башҡортса аралашабыҙ, үҙебеҙҙең телдә китаптар уҡыйбыҙ, йырҙар тыңлайбыҙ.
Флүрә: Бындай тәрбиә үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Алһыу ҡыҙыбыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған район, республика олимпиадаларында призлы урындар яуланы. "Урал батыр" эпосын ятлау буйынса конкурста ла йыл һайын ҡатнашып, үҙен лайыҡлы күрһәтте. Улыбыҙ ҙа башҡорт телен яратып уҡый, ул - уның өсөн тәүге һәм мөһим предметтарҙың береһе. Бәләкәсебеҙ Нургизә лә башҡорт халыҡ әкиәттәренә өҫтөнлөк бирә һәм ихлас тыңлай. Телевизорҙан "Тамыр" студияһы тапшырыуҙарын көтөп ала, башҡортса йәнһүрәттәр ҡарай.
Раян: Хеҙмәткә өйрәтеү, эшһөйәрлек тәрбиәләү тураһында ла онотмайбыҙ. Ҡулы эш белгән, хеҙмәттән ҡурҡмаған кеше тормошта юғалып ҡалмай - ошоно балалар күңеленә һеңдереп үҫтерәбеҙ.
Флүрә: Баланы тәрбиәләү төрлө йәштә төрлөсә була бит инде, ул йәшкә ҡарап үҙгәрә. Бәләкәй саҡтарында ҡулланылған тәрбиә алымдары бер аҙ үҫкәс яраҡһыҙ булыуы ихтимал. Һәр кем өсөн балаһының үҫмер ҡорона инеү осорон уҙғарып ебәреү бер аҙ ауырҙыр, моғайын. Ата-әсәнән айырыуса иғтибар талап иткән мәлде Алһыуыбыҙ тынысыраҡ һәм еңелерәк үткәрҙе, ә улыбыҙҙа ул бөтөнләй икенсе сифатта сағыла. Ул, бер ҡараһаң, һүҙсән, илгәҙәк, шуҡ малай, ә икенсе тапҡыр йомоҡ, уйсан, етди егет. Кәйефе лә йыш үҙгәрә, үҙен тотошо ла бала-саға кеүек түгел, ҡыланыштары ла көндән-көн олпатлана. Ғөмүмән, балалыҡтан сығып бара. Беҙ, үҙ йәһәтебеҙҙә, уға аңлаусан атай-әсәй булырға тырышабыҙ.
Раян: Атай булараҡ, уның хәл-тойғоларын аңларға һәм кәрәк урында төрлөсә ярҙам итергә ынтылам. Уның хәҙер шундай осор - үҙенең характерын да күрһәтеп алырға онотмай, ошондай саҡта әллә ни баҫмаҫҡа, ә ипләп кенә эш итергә тырышам, сөнки баланың формалашып ҡына килгән холҡон ҡатылыҡ менән һындырып ҡуйырға ла мөмкин. Шуға күрә, ҡайһы саҡта ныҡ асыуға тейһә лә, сығырымдан сыҡмайым, ә уның хаҡ булмауын дәлилдәр килтереп аңлатам. Ҡысҡырыуға, тауыш күтәреүгә ҡарағанда, тыныс ҡына һөйләшеү күпкә яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Ләкин ситуацияны ҡулдан ысҡындырырға ла ярамай, шуға бер хәлдең дә артыҡ бушап китеүенә юл ҡуймаҫҡа тырышам.
Ғаиләлә тәүге бала тыуыу менән ир менән ҡатын әле үҙен атай менән әсәй итеп тойоп етмәй, тигән фекер бар. Ошо дөрөҫмө?
Раян: Тәүге ҡыҙыбыҙ тыуғанда Флүрә уҡый ине әле, шуға ла уға уҡыуына иғтибар күп бүлергә тура килде, бәпәй ҡарап, өйҙә оҙаҡ ултырманы - эшкә сыҡты. Уҡытырға барғанында йәш ярымлыҡ ҡына баланы өйҙә яңғыҙын ҡалдырып киткән саҡтар ҙа күп булды. Бының хәүефле булыуын да, баланың ҡурҡырға мөмкин икәнен дә уйламағанбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙебеҙҙең атай-әсәлек бурысына еңелерәк ҡарағанбыҙ. Ә Нургизәбеҙгә бөтөнләй икенсе ҡараш хәҙер. Уның һәр аҙымын күҙәтеп, әпәүләп, иркәләтеп, ыңғайына ғына торабыҙ.
Флүрә: Беренсе баланы ҡулға алыу һәм бағыу, һис шикһеҙ, һәр ата-әсә өсөн иң бәхетле ваҡыт. Үҙеңдең дауамыңды күреү, беренсе тапҡыр бәләкәй генә баланы күкрәгеңә ҡыҫыу аңлатып бирә алмаҫлыҡ тойғолар бүләк итә. Ләкин шул уҡ ваҡытта беренсе балаға ҡарата иғтибар аҙыраҡ булған кеүек. Һәр хәлдә, беҙҙең ғаиләлә ошолай булды.
Раян: Алһыуға иркәләү ҙә артыҡ эләкмәне. Иң оло бала булғас, уға тиҙ генә ҡул араһына инергә тура килде. Ҡустыһын, һеңлеһен ҡарашты, өйҙә лә, ихатала ла эш етерлек тейҙе. Ә артабанғы балаларға ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрҙе. Мәҫәлән, Алһыу өс йәшендә үк магазинға йөрөй торғайны. Һатыусылар Флүрә яҙып ебәргән ҡағыҙ буйынса бер-ике тауар тоттороп ебәрер ине. Хәҙер Нургизәне магазинға ебәреү түгел, ихатанан да сығармайбыҙ яңғыҙын - ҡурҡытабыҙ.
Флүрә: Алһыуҙы китапса тәрбиәләп маташтыҡ. Ул төн уртаһында тороп, йүргәктәр үтекләп йөрөү, китапта яҙылғанса аштар бешереү - хәҙер барыһы ла көлкө тойола. Малай тыуғас, китапса тәрбиәләү ҡайғыһы китте, үҙебеҙҙең тәжрибәгә таянып эш иттек. Ә Нургизә донъяға килгәндә беҙ атай-әсәй булыуҙың тулы мәғәнәһен төшөнгән кешеләр булып формалаштыҡ.
Һеҙҙе барыһы ла айыҡ ҡарашлы, сәләмәт тормош алып барыусы ғаилә булараҡ белә...
Раян: Хәҙерге ваҡытта, ғөмүмән, сәләмәт тормош яҡлы кешеләр күп һәм был ҡыуандыра. Спиртлы эсемлек ҡулланмаған ғаиләләр, хатта тотош ауылдар барлыҡҡа килде, тимәк, күп йылдар муйындарҙы ҡормап тотҡан "йәшел йылан" ауынан ысҡынып барабыҙ. Беҙҙең ғаиләлә лә айыҡлыҡты пропагандалау, балаларға уның ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеген аңлатыу ныҡ ҡуйылған.
Флүрә: Тормошҡа айыҡ ҡараш менән ҡарағандарҙың һаны артҡан һайын, йәшәйешебеҙ күркәмләнә, тормоштар ҡотая, донъялар яҡтыра бара. Ләкин ниндәйҙер һаҙлыҡтан сығырға тырышыуға ҡарағанда, иң яҡшыһы - унда бөтөнләй эләкмәү. Шуға күрә, һәр атай-әсәнең бурысы - балаһының ошо һаҙлыҡҡа батыуына юл ҡуймау. Ә бының өсөн улар үҙҙәре балаларына лайыҡлы үрнәк булырға тейеш. Байрам өҫтәленән араҡы өҙмәйенсә, һәр әйткәнен рюмка менән йөпләп ҡуйыусы атай-әсәй үҙ балаһынан ниндәй айыҡ тормош талап итә ала һуң?
Раян: Мин үҙемде электән спиртлы эсемлектәргә битараф булдым, тип әйтә алмайым. Табындарҙа рюмка ла күтәргән булды, ләкин хәҙер эскелектең ниндәй ҙә булһа сағылышына ҡырҡа ҡаршымын. Флүрә иһә бер ҡасан да спиртлы эсемлектәрҙе үҙһенмәне. Шуға күрә хәҙер беҙҙең йорттағы байрам табындарында шарап, араҡы булмай һәм булмаясаҡ та. "Бер аҙ төшөрмәйенсә күңел асып булмай", тиеүселәргә ҡаршы, араҡы эсмәйенсә лә бик матур итеп күңел асырға була, тип әйткем килә.
Флүрә: Кәрәк-кәрәкмәгәнгә табын йыйып ултырғансы, балаларға күберәк иғтибар бүлеүҙе, уларҙың спортҡа, сәнғәткә, китап уҡыуға булған ынтылыштарын йөпләүҙе, төрлө файҙалы шөғөлдәргә ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Алһыу ҡыҙыбыҙ ҙа, Ришат улыбыҙ ҙа спортты бик яраталар һәм уның төрлө өлкәһендә уңышҡа өлгәшәләр.
Раян: Балаларға ниндәйҙер спорт инвентары йәки башҡа шөғөлдәре өсөн әйберҙәр кәрәк булһа, бер ҡасан да аҡса йәлләмәйбеҙ. Уларҙың тән сәләмәтлегенә, рухи һаулығына һалынған бөгөнгө вклад киләсәктә үҙенең матур һөҙөмтәләрен бирәсәгенә шигебеҙ юҡ. Шуға күрә, артабан да ошо юлдан атлаясаҡбыҙ һәм башҡаларҙы ла ошоға өндәйбеҙ.
Шулай итеп...
Бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып йәшәгән ғаиләләр донъя ҡото, тормош йәме. Ике яртының бер бөтөнөнә әйләнә алған бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ, йәмле лә, йәнле лә ғаилә менән әңгәмәләшеү үҙе бер ғүмер булды. Нәҡ ошондай ғаиләләр илдең төп терәге булып тора ла инде. Уларға артабанғы тормоштарының да яҡты һәм матур булыуын теләргә генә ҡала.
Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА