«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАЙЫН ҺУТЫ
+  - 

Яҙ миҙгелдәрендә кешеләр йыш ҡына витамин етешмәүҙән яфалана. Оҙайлы ҡыш айҙарынан һуң сәләмәтлеген нығытып, организмдары талап иткән файҙалы витаминдарҙы туплап алырға теләгән һәр кемгә тәбиғәт үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Был юлы һеҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, тәбиғәт аптекаһының шифалы сығанаҡтарының береһе - ҡайын һуты тураһында ентекләберәк һөйләмәксебеҙ.

Ҡайын һутын көндәр йылынып, ҡар ирей башлағандан алып ағастар бөрөләнгәнгә тиклем йыйырға була. Һут иң шәп аҡҡан ваҡыт иртәнге ундан киске алтыға тиклем. Ғәҙәттә бер ҡайындан 2-3 литр һут алырға мөмкин. Ҡайын һуты бик шифалы булыуын белеп, күберәк йыйырға теләгән осраҡта ла үтә һаҡһыҙ рәүештә бер ағасты күп тишкеләргә ярамай. Әгәр ҙә олононоң диаметры 20-25 см булһа - бер, 25-35 см - ике, 35-40 см - өс, 40 сантиметрҙан артыҡ булған осраҡта дүрт тишек яһарға мөмкин.
Ҡайын һутының составында эфирлы майҙар, витаминдар, сапонин матдәләре, бетулол, тиҫтәләгән органик кислоталар бар. Ҡайын һутын 2-3 аҙна дауамында даими рәүештә көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсеү организмдың яҙ осоронда миктәүе, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек һәм күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итә. Фитотерапия күҙлегенән ҡарағанда, ҡайын һуты организмда матдәләр алмашыныуын яйға һалырға булышлыҡ итеүсе иң шәп әмәл. Ябай һыуҙан артыҡ айырмаһы юҡ кеүек булһа ла, ул ашҡаҙанға ла ыңғай йоғонто яһай. Төрлө микроэлементтарға бай ҡайын һутын шулай уҡ тире, ҡан ауырыуҙары, быуындар һыҙлауы, тамаҡ шешеүе, бронхит, үпкә шешеүе һәм башҡа төр тын юлы ауырыуҙарын дауалауҙан тәҡдим итәләр. Һут бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән ташты ҡыуа, ҡанды таҙарта, йоғошло ауырыуҙар менән яфаланған осраҡта организмдан зыянлы матдәләрҙе йыуып сығара. Ашҡаҙан сей яраһы, бауыр, бөйән, үт ҡыуығы ауырыуҙарын, түбән әселек, радикулит, ревматизм, быуын шеше, туберкулез, зәңге, баш ауыртыуын, венерик ауырыуҙарҙы дауалау өсөн эсергә мөмкин. Экзема, һытҡы сыҡҡанда тирене таҙартыу һәм дымландырыу йәһәтенән дә ярҙам итә. Тағы ла сәстәрҙәге ҡауаҡты бөтөрөү, уларға тәбиғи йомшаҡлыҡ биреү өсөн ҡайын һыуы менән йыуырға кәңәш ителә. Ҡаты тымау тейгәндә яңы ғына йыйылған ҡайын һутын һәр көн иртәнсәк бер стакан, йүтәлләгәндә йә һыуыҡ тейҙергәндә һөт ҡушып йылытып, аҙ ғына он йәки крахмал бутап эсергә кәрәк. Шулай ҙа, ҡайын алҡаһы һеркәләренән аллергия булған кешеләргә, күкрәк һөтө имеүсе балаларға ҡайын һуты кәңәш ителмәй.
Әгәр ҙә һеҙ һутты йыйып алғандан һуң бер аҙ һаҡлап эсергә теләһәгеҙ, быяла һауытҡа тултырып, һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Әммә 2-3 көндән артыҡ һаҡламау хәйерле, юғиһә, әсегән һуттың файҙаһынан зыяны күберәк булыр. Тағы ла ҡайын һутын быяла банкыларға ябырға мөмкин. Бының өсөн уны эмалле һауытта 80 градусҡа тиклем эҫетеп, быяла банкыларға ҡойоп, тимер ҡапҡас менән ныҡлап ябырға. Шунан 15-20 минут тирәһе 85 градуслыҡ эҫе һыуҙа тотоп алырға һәм бүлмә температураһында һыуытырға. Һауыттарға ошо рәүешле ябылған ҡайын һуты бер-нисә ай шифаһын юғалтмай.
Ҡайын һыуынан кеүәҫ тә эшләп эсергә була. Иң ябай ысулы шундай: яңы йыйылған ҡайын һутын 1,5 литрлыҡ пластик шешәгә ҡойоп, эсенә 5-10 бөртөк йөҙөм төшөрөп, ҡапҡасын ҡаты итеп бороп ябабыҙ һәм йәйгә тиклем мөгәрәпкә төшөрәбеҙ. Кеүәҫ тиҙ арала әҙер булһын, тиһәгеҙ, ҡайын һутын 35 градусҡа тиклем йылытып, 1 литрға 15-20 грамм сүпрә һәм 3 йөҙөм бөртөгө һалырға кәрәк. Лимон ҡабығы өҫтәп ебәрергә лә мөмкин. Тәмле кеүәҫ 5-7 көн эсендә әҙер буласаҡ. Сәләмәтлекте, иммунитетты нығытыу өсөн 300 грамм ҡыҙыл көртмәленең һутын һығып, бер аҙ бал ҡушып, 2 литр ҡайын һыуы менән бутап эсергә тәҡдим ителә. Ҡыҙыл көртмәле урынына үҙегеҙгә оҡшаған бүтән төр еләк-емештәр һутын һалырға мөмкин.
Ҡайын һуты нигеҙендә эшләнгән маска биткә бик файҙалы икән. 1 ҡалаҡ ҡаймаҡты 2 ҡалаҡ ҡайын һуты һәм 1 балғалаҡ бал менән ҡушып бутарға. Масканы биткә һөртөп, 15 минут тирәһе тоторға һәм һалҡынса һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәк. Биткә һытҡы, экзема сыҡҡан осраҡта ҡайын һутын мамыҡҡа манып битте һөртөү килешә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.04.15 | Ҡаралған: 1975

Киске Өфө
 
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru