Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн "Ҡыҙыл Байраҡ", "Ҡыҙыл йондоҙ" ордендары менән наградланған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Дәрүиш ауылының данлыҡлы аҡһаҡалы, күп йылдар етәксе урындарҙа эшләүсе ауыл хужалығы алдынғыһы, әле Ҡоншаҡ ауылында йәшәүсе Сөнәғәт Ҡунаҡкилде улы Яҡупов.
Валерий Ҡаһармановтың туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған ошо ветеран тураһында яҙған китабында һуғыш хәлдәре лә, тыныс тормош хәлдәре лә сағыу һүрәтләнә (В. Кагарманов. "Солдат. Хлебороб. Руководитель"). Шуларҙың береһе беҙҙе айырыуса тетрәтте. Германияның Фюрстенвальде ҡалаһында Сөнәғәт Яҡупов дошман танкыһына бер үҙе тиерлек ҡаршы тороп, еңеп сыға. Был турала бына нимә яҙа автор: "Һуғыш аҙағына яҡынлаша, барыһының да кәйефе күтәренке. Асфальт юлдар өҫтөнән күтәртеп һалынған тимер юл үткәргесе - күпер аҫтында нимәлер шәйләнгәнен күреп, командирына был турала әйткәс, взвод командиры орудие расчеты командиры Яҡуповҡа: "Һиңә генә шулай тойола ул", - тип, ҡул һелтәй.
Күпмелер ваҡыттан һуң теге күпер аҫтынан фашист танкылары килеп сығып, ата-ата, тар ҡала урамдарында торған совет һалдаттары яғына килә башлай. Улар артынан пехота ла килгәне күренә. Фашист танкыһы атҡан бер снаряд взводтың икенсе орудиеһына килеп тейеп, уны селпәрәмә килтерә. Расчет та һәләк була. Шул ваҡыт сержант Яҡупов үҙенең орудиеһын дошман килгән яҡҡа ҡаратып бороп, ярсыҡлы снаряд менән бер юлы һигеҙ дошман яугирын ҡырып һала. Артабан фугаслы снаряд менән бер тимер "аждаһа"ны туҡтата. Был яу ҡала урамында барғанға күрә, немецтар ҙа, совет һалдаттары ла "ус төбөндә" генә күренә. Ике яҡ та бер ниндәй "маневр" эшләй алмай: урын тар. Был дуэлде биноклдән күреп, беҙҙең яҡ командирҙары һалдаттарына ярҙамға танкылар, үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаларын сығара. Ә быға тиклем Яҡуповҡа бер пехота лейтенанты үҙенең бер-нисә һалдаты менән ярҙамға килеп, снарядтар ташыша. Яҡупов төҙәй ҙә ата, төҙәй ҙә ата. Һөҙөмтәлә, беҙҙең машиналар килгәнсе, фашистар бер урында тапана - алға бара алмай. Шулай ҙа бер танк атҡан снаряд Яҡуповтың янына килеп төшөп, шартлап өлгөрә. Ауыр яраланып, һушын юғалтыуы арҡаһында Сөнәғәт Яҡупов был яуҙың аҙағын хәтерләмәй. Ҡыйыу артиллеристың батырлығын штаб офицерҙары баштан аҙағынаса күреп тора. Һөҙөмтәлә, егетте Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлау тураһында указ килә..."
Былтыр ноябрь тирәһендә Сөнәғәт олатайҙы Өфөнөң 42-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләүсе ейәнсәре Әлиә Урал ҡыҙы ҡунаҡҡа - Яҡуповтарҙың шәжәрә байрамына саҡырған икән. Данлыҡлы ветеран менән шунда осраштыҡ һәм теремек зиһенле олатай менән бер аҙ әңгәмәләшеп алыу бәхетенә өлгәштек.
Сөнәғәт олатай, беҙ һеҙҙе, һеҙҙең быуын кешеләрен геройҙар, батырҙар быуыны, тип беләбеҙ. Һеҙҙең иңдәргә замандың иң ауыр йөгө төшкәнен дә аңлайбыҙ. Ә Бөйөк Ватан һуғышында, һуғыштан ҡайтҡас, үҙегеҙҙе герой тип һананығыҙмы?
- Юҡ, улым, беҙ, һәр хәлдә, мин үҙемде героймын, тип йөрөмәнем, әле лә ундайҙар рәтенә ҡуймайым. Ни өсөн тигәндә, беҙ барыбыҙ ҙа Ватаныбыҙға ҡурҡыныс янағанда үҙ бурысыбыҙҙы ғына үтәнек - уны фашист илбаҫарҙарынан азат иттек. Был - минең өсөн ҡәҙимге хәл. Һәр егет өсөн ҡәҙимге бурыс ул - Ватанды һаҡлау.
Тик бөгөн күптәр әрмегә бармауҙы хуп күрә. Һаулыҡтары насар булыуы арҡаһында бара алмағандар тураһында әйтмәйем, ә сәләмәтлеге яҡшы булып та, аңлы рәүештә әрме хеҙмәтенән "ҡасҡан" ҡайһы бер иптәштәр тураһында әйтәм. Ундайҙарға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек? Белеүебеҙсә, элегерәк хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәт икенсе булған, егеттәр мөҡәддәс бурысын атҡарырға атлығып торған, тиҙәр. Ә бөгөн ниңә хәлдәр ҡырҡа үҙгәреп китте икән?
- Был турала уйлаһам, иҫем китә. Башҡортостанда нисектер, ә беҙҙең Силәбелә, айырым Ҡоншаҡта - хәлдәр мөшкөл. Әле бына Ҡоншаҡта көҙгө саҡырылыш ваҡытында әрмегә китергә тейешле 45 кешенән 6 егет кенә килгән, тинеләр. Беҙҙең заманда әрмелә хеҙмәт итеү үҙе батырлыҡ һаналды, балалар үҙҙәре көсләшеп, әрмегә китә ине... Миңә ҡалһа, ғәйептең тос өлөшө дәүләттең үҙендә. Үткән тормошто, беҙҙең "башлыҡты" - Сталинды артығыраҡ яманлап, илдең саҡ нығынып килгән билен биртендерҙек. Сталин үлгәндән һуң үткән 1953 йылғы данлыҡлы сентябрь пленумында Хрущевтың сығышы менән һалынды был күренештең нигеҙе. Сталиндың бөтөн эшмәкәрлегенә ҡара яғылды, фәһем алырлыҡ, өйрәнерлек тәжрибәләр иҫәпкә алынманы. Ҡытайҙар үҙҙәренең Мао Цзэдунын бер аҙ тәнҡитләне лә, уның башлаған эштәрен дауам итте. Сөнки улар тарихтан ғибрәтен дә, фәһемен дә, тәжрибәһен дә ала белде. Совет осороноң яҡшы яғы бөтөнләй булманымы ни? Мин гел яҡшы булды, тимәйем - тормош булғас, хаталар ҙа, ауыр ваҡыттар ҙа булды. Артығын шаштырыуҙар ҙа. Һәр хәлдә, халыҡҡа эш бар ине. Был - иң мөһиме.
Тағы бер мәсьәләне күтәрмәй булдыра алмайым. Башҡортостанда нисектер, белмәйем, әммә беҙҙең районда мәктәптәрҙе ҡыҫҡартҡан, япҡан, балаларҙы икенсе ҙурыраҡ мәктәпкә ташыған булалар. Элек мин бала саҡта беҙҙең бәләкәй генә ауылда мәктәп астылар. Ә хәҙер, киреһенсә, мәктәптәрҙе ҡыҫҡартабыҙ, белемде күберәк итеп бирәбеҙ, имеш. Был фекер менән һис кенә лә килешеп булмай.
Ватансылыҡ тойғоһо ниҙән ғибәрәт? Нимә ул патриотлыҡ?
- Патриотлыҡ - ул үҙ илеңә ыңғай ҡарашың булыуы. Иленә хеҙмәт иткән кеше генә үҙен патриот тип атай алалыр. Мин Ҡарабашта ФЗО-ла забойсы һөнәрен үҙләштерҙем. Уны тамамлағас, беҙҙең курс егеттәрен тотошлай йүнәлтмә буйынса Алыҫ Көнсығышҡа эшкә ебәрҙеләр. Һуғыш башланыуын поезда ишеттек. Читаға килеп төшһәк, вокзал тулы һуғышҡа алынған егеттәр. Уларҙы оҙатыу, илау-һыҡтау күренешенә шаһит булдыҡ. Эш урыныбыҙға килеп етеп, шахтала эш башланыу менән кистәрен беҙҙе лә хәрби күнекмәләргә йөрөтә башланылар. Фронтҡа 1943 йылда ғына барып индек. Ә уға тиклем ентекле хәрби әҙерлек үттек. Бер ниндәй шарттар ҙа булманы. Иркутскиға алып барҙылар, дүрт рәтле оҙон землянка. Оҙонлоғо 40-50 метр булғандыр. Иҙән юҡ. Ике ҡатлы, дүрт рәт булып теҙелеп киткән ҡаҡ һикеләрҙә йоҡланыҡ. Һикенең өҫтөнә ҡамыш, күрән йәйеп, өҫтөнә палатка ябып, ҡағып ҡуйҙыҡ. Бына шундай "уңайлыҡтар" ине ул саҡта. Ҡалғаны - үҙеңдең шинелең дә, үҙеңдең бушлатың. Сылғауҙы үҙебеҙҙең аҫтыбыҙға һалып киптерә торғайныҡ. Ошондай шарттарҙа сынығыу үттек. Бирешмәнек, еңелмәнек. Ә хәҙер йәштәр хөкүмәттән ниндәй генә уңайлыҡтар талап итмәй! Шуныһына иманым камил - илде ниндәй генә шарттарҙа ла һаҡлау зарур. Һәр ваҡыт еңел дә, һәр ваҡыт ауыр ҙа булмай ул.
Бөгөн һуғыш ветерандарына күрһәтелгән хәстәрлектән ҡәнәғәтһегеҙме? Ғөмүмән, һеҙҙе ниҙәр борсой?
- Шәхсән үҙем тормош яғынан мохтажлыҡ кисермәйем. Пенсия етерлек, балаларға ярҙам итеү мөмкинлеге лә бар. Тик бына был эскелек, бына был эшһеҙлек күренештәре, әлбиттә, мине ныҡ борсой. Элек эш хаҡы аҙыраҡ булһа ла, беҙ барыбыҙ ҙа эшле инек. Әйтәйек, совхоз директоры ла, иҙән йыуыусы ла - бер исемлектән эш хаҡы ала инек. Кешеләр бер-береһенә иғтибарлы, ярҙамсыл ине. Хәҙер ундай мөнәсәбәт юҡ. Ветеран булараҡ, ҡасандыр илгә ошондай тормош килерен көтмәгәйнем. Ә шулай ҙа юғалып ҡалырға ярамай инде. Үҙебеҙҙе милләт булараҡ юғалтмайыҡ, туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, мәҙәниәтте һаҡлайыҡ.
Иҙел РӘХИМОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА