Ошо көндәрҙә, Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә ике-өс кенә көн ҡалғас, Баймаҡ районы Шәмсүл ауылында (хәҙерге Сәйәғәфәр ауылы янында) тыуып үҫкән Юнысбаев Әхмәтсафа ағай мәрхүмдең балаларына тулҡынландырғыс хәбәр килеп етте. Алты орден һәм башҡа күп миҙалдар кавалеры булған яугирҙы 1945 йылдың 9 апрелендә "Советтар Союзы Геройы" исеменә тәҡдим иткән булғандар икән. Ошо туралағы мәғлүмәтте интернет селтәренән Баймаҡта йәшәгән туғаны Зәкиә Солтанморат ҡыҙы тапҡан.
Әхмәтсафа ағай үҙе тере саҡта: "Командование миңә Советтар Союзы Геройы исеме биреүгә тәғәйенләүсе документ (представление) ебәргәйне. Тәки килеп етмәне бит миңә шул награда. Военкоматтан да эҙләтеп ҡараным. "Вы списках героев не числитесь", тигән генә яуап алдым...", - тип, ҡайһы саҡта һөйләп ҡуйғылай торғайны. Бала сағымда һуғыш эпизодтары хаҡында ҡабат-ҡабат һөйләтеп, уны йөҙәткәнем хәтеремдә.
Бәлки, шуғалыр ҙа, был хәбәр мине битараф ҡалдырманы. Ул ғына ла түгел, был хаҡта ишеткән уның балалары менән бер рәттән, мин дә күҙ йәштәремде тыйып ҡала алманым. Тулҡынлана-тулҡынлана, ашығыс рәүештә ҡулыма ҡәләм алдым. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Әхмәтсафа ағайымды геройға тәғәйенләп тә, шул юғары исемде бирмәгәндәренә ифрат та борсола инем. Әммә был хаҡта иҫбатлаусы документтар булмағас, әлбиттә, ошоғаса уның һөйләгәндәре тик хәтирәләр генә булып ҡала килде. Ә бөгөн ағайымдың һуғышта күрһәткән батырлығын бәйән иткән бер-нисә һуғыш эпизодын уның командиры яҙған "Наградной лист" аша күрһәтергә мөмкинлегем булыуына сикһеҙ шатмын.
Сигенә-сигенә, үҙ өңөнә яҡынайған һайын беҙҙең ғәскәрҙәргә нығыраҡ айбарланып, бар көстәрен йыйып ҡаршылыҡ күрһәткән фашист илбаҫарҙарының иҫәпһеҙ-һанһыҙ контратакаларын кире ҡаға-ҡаға алға барған совет һалдаттарының, ысын Геройҙарҙың береһе хаҡында һүҙ. Полк командиры гвардия подполковнигы Репяхов тарафынан ҡыҙыу һуғыш мәлендә сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына яҙылған был объектив материал ағайымдың иҫ киткес батырлыҡтары тураһында һөйләй. Ике кимәлдәге (полк һәм унан юғарыраҡ булған бригада) командирҙарҙың ҡултамғалары һәм хәрби частарҙың герблы мисәттәре менән нығытып ҡуйылған тексты гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм:
Н А Г Р А Д Н О Й Л И С Т
Юнусбаев Ахметсафа Мухаметович, Гвардии сержант, Наводчик орудия 318 гв. иптап, 6-й Отд. Гв. Истреб. Противотанк. Артил. Рижской Бригады РГК.
Представляется к званию ГЕРОЯ СОВЕТСКОГО СОЮЗА.
Год рождения 1924г. Национальность - башкир. Парт. - Чл ВКП(б)...
В Красной армии с августа 1942 года.
...Призван Баймакским РВК, Башкирская АССР...
1. КОНКРЕТНОЕ ИЗЛОЖЕНИЕ
ЛИЧНОГО БОЕВОГО ПОДВИГА ИЛИ ЗАСЛУГ...
За время пребывания в полку т. Юнусбаев показал свое мастерство, хладнокровие и бесстрашие в борьбе с немецкими танками и самоходными орудиями. Еще в битве за г. Орел, 3 августа 1943 года в районе Стальной конь, тов. Юнусбаев отражая контратаку танков противника, несмортя на то, что орудийный расчет был полностью выведен из строя и не взирая на ураганный артиллерийский, минометный огонь противника, на беспрерывную бомбежку с воздуха, он один вступил в единоборство с 12-ю танками противника и будучи раненым продолжал вести огонь. В этом неравном бою он уничтожил 3 немецких машин и вынес с поля боя тяжело раненого своего командира батареи. Танковая атака противника была отбита, наша пехота пошла вперед и достигла пригородов г. Орел.
В наступательных боях с 20-го по 26-е января 1945 года в районе дер. Зале, Латвийской ССР, тов. Юнусбаев сопровождая пехоту огнем и колесами, под сильным арт. мин. и пулеметным огнем противника своевременно и мастерски уничтожал огневые точки пр-ка, и тем самым давал возможность продвигаться нашей пехоте вперед. 26 января 1945 года в р-не д. Зале противник предпринял одна за одной шесть контратак силой до 500 чел. при поддержке семи самоходных установок. Тов. Юнусбаев в этих боях оставался у орудия и был легко ранен, но поле боя не оставил до тех пор, пока не отразил все контратаки противника. В этих боях он уничтожил два самоходных орудия, один танк, одну бронемашину, 4 пулеметных точки и до 50 солдат и офицеров пр-ка.
18-го марта 1945 года при отражении танковых контратак пр-ка в р-не д. Янайши, Латвийской ССР, расчет орудия где был наводчиком Юнусбаев был выведен из строя огнем артиллерии и пулеметов пр-ка, но тов. Юнусбаев несмотря на то, что пр-к вел сильный арт. мин. и пулеметный огонь, вступил в единоборство с 13-ю танками и самоходными орудиями противника.Тов. Юнусбаев поджег три вражеских машины, но был ранен в левую руку. Боеприпасы у его орудия сгорали от прямого попадания вражеского снаряда. Танки противника продолжали двигаться. Тов. Юнусбаев рискуя своей жизнью и истекая кровью, взял противотанковую гранату и пополз на встречу танкам противника. Подпустив вражескую машину на 10-15 метров, он превозмогая боль, выдернул зубами кольцо и бросил гранату. Самоходное орудие пр-ка запылало. Остальные танки и самоходные орудия пр-ка потеряв четыре машины повернули обратно.
Тов. Юнусбаев своим проявленным героизмом спас свое орудие и дал возможность нашей пехоте продвигаться вперед.
Командир 318 гв, ИПТАП
Гвардии подполковник Репяхов
9 апреля 1945г.
2.ЗАКЛЮЧЕНИЕ ВЫШЕСТОЯЩИХ НАЧАЛЬНИКОВ.
"Достоин присвоения звания "Герой Советского Союза".
Командир 6 отд. гв. ИПТА Риж. Бр. РГК
Гвардии полковник Крылов
10 апреля 1945г.
3. ЗАКЛЮЧЕНИЕ ВОЕННОГО СОВЕТА АРМИИ.
Достоин присвоения звания...
Танктарға ҡаршы һуғышыу өсөн тәғәйенләнгән артиллерия полкы составында, немецтарҙың контратакаларын кире ҡаға-ҡаға, бер-нисә мәртәбә яраланған, күп мәртәбәләр үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән ошо ағайым хаҡында нисә тапҡыр уҡталып, бер ваҡытта ла матбуғат биттәрендә яҙғаным булмағайны. Ҡасандыр, мәктәпте тамамлап, институтҡа имтихандар биреп йөрөгән саҡта, Ишембай районынан Рафаил Халиков менән танышҡайным. Атаһы, Советтар Союзы Геройы Тимербулат Халиков хаҡында ғорурланып һөйләгәс, минең ағайыма ла шул исемде бирергә тейеш булғандар, әммә командир яҙған тәғәйенләү документтары ҡайҙалыр юғалған, тип Рафаилға аҡ көнсөллөк менән ҡарағайным. Эйе, геройҙар исемлегендә, ысынлап та, ағайым юҡ. Ағайым үҙенең геройҙар исемлегендә булырға тейеш булып та, унда үҙенең юҡлығы хаҡында белә ине. Тап ана шуның өсөн дә архивтан кәрәкле документтарҙы эҙләтеү маҡсаты менән хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иткәйне ул. Әммә ул саҡта архив ҡағыҙҙарында соҡсонорға теләүселәр ҙә әллә ни булмағандыр инде...
Йәнен-тәнен аямай Ватаны өсөн һуғышҡан ябай һалдаттың сикһеҙ батырлығын раҫлаған бына ошо документ, һис шикһеҙ, артабан тейешенсә органдарға барып етергә тейеш булған да бит... Бик үкенесле, әммә беҙ үткәнде, тарихты кире бора алмайбыҙ. Тик бына ошо Юнысбаев Әхмәтсафа ағайым һымаҡ Ысын геройҙарыбыҙ хаҡында онотмаһаҡ ине. Ағайымдың үҙе тере саҡта һөйләгән хәтирәләре лә иҫкә төшә. Нисек итеп уны, ҡаты яраланған дәү кәүҙәле һалдатты, "Ҡалдыр ҙа кит мине һеңлекәш, көсөң етмәй бит…" тип үтенеүенә лә ҡарамай, һуғыш яланынан кескенә бер шәфҡәт туташы плащ-палаткаға һалып һөйрәп алып сыҡҡаны хаҡында, йәиһә, ҡамауҙа ҡалып, провизиялары бөтөп, һайыҫҡан, төлкө аулап тотоп ашағандары тураһында ла күп итеп һөйләргә була.
Янбаш һөйәгенә ҡаҙалған танк снаряды ярсығын ялан госпиталендә ала алмауҙары һәм шул дошман металын һуңғы көндәренә тиклем тәнендә йөрөтөүе хаҡында ла иҫкә алғылай ине ул ҡайсаҡ. Айырыуса болотло көндәрҙә ныҡ һыҙлай ине уның тән йәрәхәте. Хәҙер Баймаҡ районы Йомаш ауылының зыяратында инде ана шул немец тимер ярсығы...
Немец окобында "рукопашный" һуғышты ла татып ҡарағанын иҫкә ала ине бәһлеүән кәүҙәле Әхмәтсафа ағайым. Латвия ерен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан меңәрләгән яуҙаш иптәштәрен юғалтыуы һәм шул уҡ ваҡытта ана шул илдә һуңғы осорҙарҙа унда-бында күренгеләй башлаған неонацистар хаҡында ишетеп бик тә көйә ине ул.
Орден һәм миҙалдары күп булған яугирҙарҙы Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк тәүге Еңеү парадына алдан һайлап алып йыя башлағас, ағайым да шунда ҡатнашырға тейешле булған. Әммә парадҡа репетиция өсөн Мәскәүгә китеп өлгөрмәгән ул. Юлға сығырға бер-ике көн ҡалғас, яраланып, санчасҡа эләккән һәм һөҙөмтәлә парадҡа барырға яҙмаған батыр ағайыма.
Һуғыш тамамланғандан һуң тағы бер йылдай хеҙмәт итеп, Ҡыҙыл армия сафынан 1946 йылда демобилизациялана. Тыуып үҫкән ауылына ҡайтып, Хәмиҙә еңгә менән донъя ҡора. Ун өс бала табып, шуларҙың ун берен имен-һау үҫтерҙеләр. Еңгәм "Герой-әсә" исеменә лайыҡ булды. Балалары илебеҙҙең төрлө тарафтарында, төрлө тармаҡтарҙа эшләп, ғаиләләр төҙөп матур итеп йәшәп яталар. Хәҙерге көндә уларҙың 33 ейән һәм ейәнсәре, 45 бүлә һәм бүләсәре йәшәй. Ошо ике Геройҙың ифрат та инсафлы, тәртипле итеп тәрбиәләп үҫтергән балалары араһында һәр төрлө һөнәр эйәләре, медиктар, уҡытыусылар, фән кандидаты ла бар. Ейән һәм ейәнсәрҙәренә шатланып, һөйөнөп ултырыр ваҡытта ғына, алтмыш ете йәшендә (1991 й.) вафат булды ағайым.
Әхмәтсафа ағайымдың пинжәген "Ҡыҙыл Йондоҙ", "Ҡыҙыл Байраҡ", "III дәрәжә Дан Ордены", "I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы" ордендары һәм башҡа күп миҙалдар биҙәй ине. Уларҙан тыш, Баймаҡ совхозында механизатор булып эшләгәндә лайыҡ булған Октябрь Революцияһы ордены уның тыныс шарттарҙа ла күрһәткән хеҙмәт батырлыҡтарына ишара...
Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән ағайымдың Советтар Союзы Геройы исеменә тәғәйенләнеүе хаҡында белгертеп һәм ҡасандыр һуғыш яланында юғалып ҡалған ғәҙеллекте ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыуын үтенеп, балалары Рәсәй Президенты һәм Рәсәй хәрби көстәре Главнокомандующийы Владимир Путинға хат та яҙып ебәрҙе. Ул хатҡа ниндәйерәк яуап килерен бер Аллаһ ҡына белә. Беҙгә тик ғәҙеллектең еңеүенә өмөт итергә ҡала.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, отставкалағы подполковник.
КИРЕ СЫҒЫРҒА