«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҢЛАҒАНҒА - ҒИБРӘТ, ЙӘКИ ТАРИХ ХАҠЫНДА ФӘЛСӘФӘ
+  - 

Тарихты белеү кешегә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, уны аңлай белгән кеше донъяға анализ күҙлегенән ҡарай һәм һәр ваҡиғаның асылына тиҙ үк төшөнә ала. Үткәндәрҙе белеү тормошта юғалып ҡалмаҫҡа булышлыҡ итә, бәлки, унан ғибрәт ала белгәндәрҙе хаталаныуҙан да аралай. Шул уҡ ваҡытта тарихтың пропаганда, идеология ҡоралы булыуын да хәтерҙән сығарырға ярамай. Яңылыш тәфсирләнгәндә уның миллионлаған кешеләрҙең башын бутап, фажиғәгә килтереүе лә ихтимал. Ысынбарлыҡта иһә, тарих насар ҙа, яҡшы ла булмай, ул факт, булған хәл. Уны кешенең нисек аңлауы, аңлатыуы һәр кемдең үҙенән тора. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Ғәле Фәйзрахман улы ВӘЛИУЛЛИН менән тарихтың фәлсәфәүи аспекты, уның кеше аңдарына, киләсәк быуындарға күрһәткән йоғонтоһо, ул биргән һабаҡтар, бөгөнгө заман менән бәйләнеше хаҡында фәлсәфә ҡорабыҙ.

Тарихты өйрәнеү нимә бирә кешегә? Ҡасандыр булған еңеүҙәр, еңелеүҙәр, уңыштар, хаталар хаҡындағы мәғлүмәт тормошта ярҙам итәме? Тарихты белмәү иһә зыян килтерәме?

- Тарих фән генә түгел, донъяның бер ҙур таянысы ул. Ябай халыҡ араһында ла, зыялылар мөхитендә лә "Тарихты белмәгән кешеләр киләсәкте лә фараз итә алмаясаҡ", "Тарихты белмәгән киләсәккә пландар ҡуя алмаясаҡ", тигән фәлсәфәүи уйҙырмалар бик күп. Тарихты яҡшы белеү бөгөнгө граждандар, бигерәк тә йәштәр өсөн иң ҙур таяныстарҙың береһе булып тора. Бөгөнгө көндә тарихты насар үҙләштереү арҡаһында төрлө ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныслы ла хәлдәр килеп сыға. Рус әҙәбиәте буйынса сығарылыш имтихандарының беренсе этабында Мәскәү ҡалаһында бер уҡыусы 1812 йылдағы Ватан һуғышы контексында яҙылған эшендә: "Пьер Безухов пистолетын тотоп, Мәскәү буйлап Гитлерҙы үлтерергә йөрөгән", - тип яҙҙы. Эйе, бер кеше генә дөйөм тенденцияны сағылдыра алмай, әммә ошондай осраҡтар хаҡында йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, ябай ғына тарихты ла белмәгән быуын үҫеп килә. Тарихты белмәү кешенең үҫешенә тотҡарлыҡ яһай бит ул. Ундайҙар йәмғиәттә һулыған сәскә кеүек шиңеп ҡала.
Белем алыуҙы, уны камиллаштырыуҙы, академия тамамланым, диссертация яҙҙым, архивтарҙы ҡарап сыҡтым, тигән һылтау менән дә, хатта бер көнгә лә туҡтатырға ярамай. Тормош көн һайын сиселешен талап иткән яңы һорауҙар ҡуя, көнүҙәк мәсьәләрҙе даими рәүештә хәл итергә тура килә. Ә яуапты ҡайҙан табаһың? Кеше аңы сикле бит, ә тарихта ошо проблемаларҙың айышын аса алырҙай яуаптар ята. Яуаптар ҙа бер төрлө түгел, һәр осраҡтың үҙ хәле, сиселеше бар. Етмәһә, тарих үҙе лә идеологик фән, уны ниндәй тарихсылар өйрәнгәнен, улар ниндәй ҡарашта булғанын да белеү, ошо идеологик буяуҙарҙан юғарыраҡ күтәрелеп анализ эшләү мөһим. Мәҫәлән, совет осоронда беҙ ҡыҙылдарҙы ғына кеше итеп күрһәтеп, аҡтар хәрәкәте тулыһынса дошман булған, тип фараз ҡылдыҡ. Бөгөнгө көндә иһә, совет осоронда киң ҡулланылышта булған "Граждандар һуғышы геройы" терминын ҡулланырға тел әйләнмәй, был һүҙбәйләнеш күңелебеҙгә ятмай. Ата улды үлтергән заманда ниндәй герой булыуы мөмкин? Хәҙер Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашҡан кешеләр, тип һөйләйбеҙ. Чапаев героймы? Төптәнерәк уйлаһаң, ул бер ҙә герой түгел. Тик большевик күрһәтмәләрен үтәп, ҡыҙылдарҙы алға алып барған, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ябай һалдаттан дивизия командиры дәрәжәһенә еткән кеше. Ағалы-ҡустылы Кадомцевтар геройҙармы? Улары банктарҙы, кешеләрҙе талап йөрөгән кешеләр. Эйе, улар совет идеологияһы, большевиктар өсөн файҙа килтергән геройҙар. Әммә икенсе яҡтан улар йәмғиәт закондарын боҙоп йөрөүсе кешеләр. Бөгөн беҙ партия идеологияһынан арынып, матур итеп һығымта яһай белергә тейешбеҙ.

Улай булғас, ысын тарихты ниндәй сығанаҡтарҙан өйрәнергә һуң? Интернетҡа ышанып булмай, ул, киреһенсә, күптәрҙе яңылыш юлдан алып китә...

- Бына ошо ваҡытлы идеологияларҙан азат тарих, уның ысынбарлығын сағылдырған экспонаттар, материалдар музейҙарҙа ғына һаҡланып килә. Бында тарих закондарын бер кем дә боҙа алмай. Тарих - ул ваҡыт, ваҡыт тәбиғәт закондарына буйһона, партия идеологияларының ғына уны икенсе юҫыҡҡа бороп алып китерлек көсө юҡ. Совет власы ла килде лә китте бит. Ә тарих алға елә, бер ҙә туҡтамай аға. Уны үҙеңдең ҡараштарыңа ярашлы тәфсирләп була, ләкин ауыҙлыҡлап булмай. Ниндәй генә бөйөк шәхес булмаһын, кеше аҡылы, есеме менән тарихты аңлап етеүгә барып етмәгән, барып етергә ғүмере лә етмәйәсәк.
Бөгөнгө көндә йәштәрҙең тарихты насар белеүе дәреслектәрҙең, уҡытыу методикаһының бик күп төрлө булыуы менән дә бәйле. Иң аяныслыһы, формалашып килгән аңдарға интернет аша ҡеүәтле интервенция эшләнә. Уның ниндәй йоғонто яһағанын әлеге мәлдә аңлау кимәленә етмәгәнбеҙ әле. Глобалләшеү тип әйткән булабыҙ, ә ошо глобалләшеү артында кеше аңдары менән идара иткән көс ята. Интернеттың АҠШ-тың махсус хеҙмәттәренең, ЦРУ-ның емеше икәнен беләбеҙ. Ә ни өсөн улар быны эшләне һуң? Сөнки ошо юл аша электрон приборҙар менән ҡулланған бөтә кешеләр хаҡында мәғлүмәт туплау мөмкинлеге тыуа. Беҙ ошо системаның ҡолона әйләнеп барабыҙ, әйләндек, тиһәк тә була. Үҙебеҙҙең ошо системаның бер шөрөбө булып ҡалғаныбыҙҙы аңлап та бөтмәйбеҙ. Бөтә донъя селтәрендә матур ғына программалар эшләүселәр беҙҙең уйыбыҙға яңы йүнәлеш бирә, беҙҙе ҡурсаҡҡа әйләндереп, идара итә, беҙҙең турала "хәстәрлек" күрә. Ошондай бер һынылышлы мәлгә килеп еттек. Эҙемтәләре ниндәй һуң? Ошо ауға килеп эләгеп, шашҡан кешеләрҙең фетнәһен Ливияла, Мысырҙа, Сүриәлә күрҙек инде, хәҙер Украинала күҙәтәбеҙ.
Элек йәмғиәттең коллектив аңына үҙгәрештәр индереү өсөн бер быуат ваҡыт кәрәк булһа, бөгөн бының өсөн 5-10 йыл да етә. Шул сәбәпле, оло тормошҡа саҡ тәпәй баҫҡан йәштәргә төрлө идеяларҙы биреүҙәре арҡаһында 20-25 йәшлек егеттәр фашистик уйҙар менән урамға сыға. Юҡ, улар тарихын, ата-бабаларын онотмай, улар был турала фараз яһарға ла ынтылмай, мейеләрендәге бер ҡылды ла ҡыбырлатмай. Украинала ни күрәбеҙ? Бөтә асыуҙы Рәсәй яғына ҡарап, ата-бабалары ҡаршы һуғышҡан дошмандарҙың исемдәрен күтәреп һөйләйҙәр.
Һәр кешенең шәхси талабы иленән дә, ерҙән дә, ата-әсәнән дә өҫтөнөрәк тигән ҡараш таратыла. Ололарҙы ихтирам итеү тигән нәмә юҡҡа сыға бара. Аҡсаны күберәк эшләү, бөтә проблемаларҙы аҡса менән хәл итеп була, тигән уйҙырмалар һалына. Тормош матурая, киңәйә, ә тәрбиәүи эш аҫҡа тәгәрәй кеүек. Америка ғалимдары тикшеренеүҙәр үткәргән. Улар һуңғы 20 йыл эсендә кешегә ихтирам менән ҡарау 2-3 тапҡырға кәмегән, тигән һығымтаға килгән. Интернеттың насар йоғонтоһо, кешенең патриотик нигеҙҙән айырылыуы, бөтә Ер шары гражданы булырға тырышып, үҙ халҡының традицияларын һанға һуҡмауы ла ошондай күңелһеҙ һандарҙы дәлилләй.
Эйе, тарихҡа күҙ һалһаҡ, һәр ваҡыт оло быуын йәштәрҙе әрләгән. Йәштәрҙе бер ҡалыпҡа һалырға тырышҡан кешеләр ҙә әҙ түгел. Икенсе яҡтан ҡараһаң, нәсихәт эшендә был шулай булырға тейештер ҙә, үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ һөйләмәһәк, беҙҙең халыҡтың традицияларын, ҡанундарын үтәгеҙ, тип, уларҙы бер кем дә өндәмәйәсәк. Американдар йәки инглиздәр килеп, беҙҙең балаларҙы башҡорт мәҙәниәтен, милләтте яратырға, уның йолаларын белергә, уларға хөрмәт менән ҡарарға өйрәтмәйәсәк инде.
Беҙҙең данлыҡлы тарихыбыҙ бар. Бөйөк Ватан һуғышын ғына алайыҡ, 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһы. Илгә 78 Герой биргән башҡа дивизия донъяла юҡ. Беҙ бына ошо ғорурлыҡты халҡыбыҙға еткерергә тейешбеҙ. 1696 йылда беҙҙең ырыу вәкиле Алдар батыр Азов яуында батырлыҡтар күрһәткән. Бына ошо тамырҙарҙы белеү, уларҙың батырлығы өсөн булған ғорурлыҡ ҡыйынлыҡтар булғанда, ауыр замандарҙа таяныс була, көс бирә.
Тарих ул ҡатып торған нәмә түгел. Ул ҙур фәлсәфәүи фән, тамыры ныҡ булған, бейек бер ағас шикелле. Мәғрүр үҫентенең бар япраҡтарын өйрәнеп, тикшереп, уларҙы матур итеп үҙләштергән, уның башына менеп еткән бер кеше лә юҡ, булмаясаҡ та. Кеше ошо ағас тирәләй осоп йөрөгән күбәләк кеүек кенә. Тарихты белеү йәмғиәт тәртибенең нигеҙе лә. Кешенең тышҡы ҡиәфәте аша ла шуны күҙәтергә була. Үҙ ерендә йәшәгән, быны белгән, таныған халыҡ, өркөтөлгән, ҡурҡытылған халыҡ түгел. Шуға күрә лә ул тура ҡарай, ә өркөтөлгән халыҡтың күҙе лә йүгереп тора, үҙе лә тынлыҡ белмәй, ҡайҙан килтереп һуғырҙар икән, тип ҡурҡып тора.

Ләкин тарихҡа үтә йомолоп, традицияларға артыҡ бирелеп, милли үҙенсәлектәргә ҡурҡыныс янай, тип, заман талаптарын ҡабул итмәү сигенә етеп, үҫештә артта тороп ҡалыу ҡурҡынысы ла бар түгелме?

- Эйе, тарихты бер юҫыҡта өйрәнеп, уны бер генә йүнәлештә фараз итеп, ниндәйҙер уйҙырмалар тыуҙырып, ошо ҡанундарҙан сыҡмайыҡ әле, тип йәшәргә өндәү дөрөҫ түгел. Беҙ элек ошолай йәшәгәнбеҙ, бөгөн дә шулай уҡ йәшәргә тейешбеҙ, тип халыҡтың үҫешенә нөктә ҡуйырға мөмкин.
Минең уйлауымса, милли идея нигеҙендә лә, тәрбиә эшендә лә үҙебеҙҙең халыҡ өсөн электән булған ҡиммәттәр ятһа ла, был заман менән йәнәш атларға ҡамасауларға тейеш түгел. Балаларыбыҙҙың, йәштәребеҙҙең иң алдынғы уҡыу йорттарына уҡырға китеүен, туған телдән тыш, матур итеп инглиз, немец, француз телдәрен, башҡа мәҙәниәттәрҙе өйрәнеүҙәрен хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуйыу кәрәк. Халыҡ-ара фән донъяһында беҙҙең балаларҙың исеме лә булыуы фарыз. Бөгөнгө көн ысынбарлығы шуны күрһәтә, ниндәйҙер өлкәлә алдынғылар рәтендә булыу өсөн урыҫ телен генә белеү етмәй, мотлаҡ сит ил, бигерәк тә инглиз телен белеү кәрәк. Уны белмәгән кеше - яртылаш, 50 процентҡа ғына белгес. Йәштәр менән осрашҡанда йыш ҡына, уҡыуығыҙҙың ҡалған өлөшөн мотлаҡ инглиз телен ныҡлап өйрәнеүгә сарыф итергә тейешһегеҙ, тип әйтәм. Ниндәй генә һөнәрҙе, фән өлкәһен алма, сит илдәр менән аралашмайынса, халыҡ-ара хеҙмәттәрҙе өйрәнмәйенсә, уңышҡа өлгәшеп булмай, үҙ өлкәңдәге яңылыҡтарҙан артта ҡаласаҡһың. Ә сит илгә сығып, ниндәйҙер тәжрибә алыуға бер кем дә ҡамасауламай бит. Башҡорт исемен данлау өсөн яңы мөмкинлектәр асыласаҡ. Ниндәйҙер бәләкәй сиктәрҙән сығып, яңы офоҡтарҙы асыу, халыҡ-ара бәйләнеште нығытыу - көн талабы. Беҙ уҡыусы, студент саҡта сит илдәр менән бәйләнеш әҙ ине. Ҡасандыр сиктәр асыласаҡ, тип тә уйламаныҡ. Шуға күрә, беҙҙең быуындың күптәренең сит телде белеү кимәле "һаумыһығыҙ", "һау булығыҙ", "ултырығыҙ", тип әйтеүҙән ары китмәне. Телде практикалау мөмкинлеге лә булмағандыр инде. Бөгөнгө көндә икмәк-тоҙлоҡ белем бер ниндәй гарантия ла бирмәй.
Үҙ халҡыңдың тарихын белеү күңелгә ныҡлыҡ бирә, килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтарҙы үтергә ярҙам итә. Тарих - ул кеше ҡараштарын формалаштырыусы нигеҙҙәрҙең береһе. Ул нигеҙҙең ныҡлығы кешегә милли сиктәрҙән сыҡмайынса ла үҫешергә ярҙам итә.

Тарихты белеү унан һабаҡ алыу өсөн дә кәрәк, тибеҙ. Кешелек тә күптән тарихтан ғибрәт алырға тейеш булғандыр. Ләкин ни өсөн кешелек бер үк хаталарҙы ваҡыт үтеү менән йәнә ҡабатлай, бер үк тырмаға ҡабаттан баҫа?

- Был фәлсәфәүи һорау. Ысынлап та, төптән уйлап ҡараһаң, кешелектең спираль рәүешендәге үҫешен күрергә була. Тимәк, элек ҡасандыр булған ваҡиғалар ваҡыт үтеү менән, бер нисә тиҫтә йылдан, быуаттан һуң тағы ла ҡабатлана. Әлбиттә формаһын, күләмен үҙгәртә, ләкин асылын, тыуҙырған сәбәптәрен һаҡлап ҡала. Ваҡыт даирәһе ҡуласаһында элекке нөктәһен икенсе яҫылыҡта үтә. Тарихи ваҡиғаларҙы быуат-быуаттан барлап сығып, билдәләп, бер спиралгә теҙеп элеп ҡуйһаҡ, үрҙә әйткән күренеште күҙәтә алабыҙ. Эйе, йәмғиәт бер ваҡытта ла үҙ үҫешендә туҡтап тора алмай. Тарих та ваҡытҡа, тәбиғәткә бәйләнгән. Йылдар аға, ваҡыт уҙа һәм бер кешегә лә был донъяла өҫтөнлөк бирелмәгән. Шуның өсөн, ябай кешегә үҙ хаталарын ҡабатлау хас булған кеүек, йәмғиәт тә үҙ хаталарын ҡабаттан үтә. Ер, һыу, һауа, тәбиғәт байлыҡтары менән бәйле аңлашылмаусанлыҡтар бер дәүерҙән икенсе дәүергә, бер системанан икенсе системаға күсә. Әйтәйек, үткән быуаттың башында сәнәғәттә ҙур ҡыйынлыҡтар килеп тыуа, XIX быуаттың аҙағында, XX быуаттың башында күҙәтелгән фәнни-техник революция, сәнәғәттең йылдам үҫеүе бер мәл тотҡарлыҡҡа килтерергә тейеш була. Шулай килеп сыға ла, һәм был Беренсе Донъя һуғышы менән тамамланып ҡуя.
Бына әле донъя лидерҙары, һуғыш уты тоҡандырып, емереклектәр килтерергә, һуңынан ошо емереклектәрҙе бөтөргән сәнәғәт, иҡтисад үҫешенә яңы этәргес алырға ниәтләй. Башҡа сара юҡ, бары ошоноң менән генә проблемаларҙы хәл итеп була, тип уйлай улар. Ә бит сара бар. Күршеңә һуғыш менән янау түгел, үҙеңдә булған мөмкинлектәрҙе уға асыу. Сөнки бөтә илдәр ҙә бер үк иҡтисади хәлдә түгел, фәҡирлек, мохтажлыҡ сигендә йәшәгән дәүләттәр ҙә бар бит әле. Ана шуларға ярҙам итеү кәрәк. Күршеләрең ҙурмы, әллә бәләкәйме, көслөмө әллә көсһөҙмө - ниндәй генә булыуына ҡарамай, уға асыҡ йөҙ менән ҡарарға, тәкәбберләнмәй хеҙмәттәшлек ептәрен нығытырға кәрәк. Әммә йәмғиәт килеп сыҡҡан проблемаларҙан иң еңел ысул ҡулланырға әҙер тора, бындай саҡтарҙа иҡтисади көрсөктө һуғыш аша хәл итергә тырыша, башы менән уйламай. Украина тирәләй башланып киткән ғауға арҡаһында былтыр беҙ тағы ла шундай ҙур көрсөккә килеп терәлеүебеҙгә шаһит булдыҡ. Әле булһа ла был мәсьәлә хәл ителмәгән. Ғөмүмән, кешелек ҡоралға тотонорға әҙер генә тора. Ошондай шарттарҙа ил Президенты Владимир Путинға сыҙамлыҡ теләр инем. Ил ағаларының айыҡ аҡыл менән эш итеп, донъяла булған ауыр хәлде һуғышһыҙ ғына хәл итеүгә зирәклеге етһен ине. Һуғыш ул бер ҡасан да яҡшы нәмә булмаған, ул ҡайғы, үлем, хәсрәт. Донъя эштәрендә "тупик" тигән нәмә юҡ. Тормош кемдеңдер хаталаныуына, яңылышыуына ҡарамаҫтан, дауам итә. Аҡсаһы кеҫәһенә һыймаған кешеләр, сәйәсмәндәр, капиталдары үҫеүҙән туҡтағас, сәйәсәттәре көрсөккә терәлгәс, үҙҙәре ҡатнашмаясаҡ һуғыш усағын тоҡандырырға әҙер тора. Был уларҙың халыҡтан айырылғанын раҫлай. Кеше бит донъяға һуғышыр өсөн килмәй, ул үҙенә бирелгән ваҡытты йәшәр өсөн килә. Ҙур-ҙур проблемаларҙы хәл итеп була. Был власть бирелгән етәкселәрҙең кешелеклегенән, эстәлеге матур булыуҙан тора.

Һуңғы ваҡыттағы ҡатмарлы сәйәси ваҡиғалар, иҡтисади, социаль көрсөк арҡаһындамы, әллә башҡа сәбәптәрҙәнме, йәмғиәттә Сталинды һағыныу, уны күккә күтәреп маҡтау тенденцияһы күҙәтелә. Ошоға үҙ ҡарашығыҙҙы әйтеп китә алмаҫһығыҙмы?

- Бәғзе берәүҙәрҙең " Сталин булһа, илдә тәртип булыр ине", тип һөйләнеүен ишетергә тура килә ул. Император, батшалар - проблемаларҙың хәл ителешенең нигеҙе, тип уйлау тарихты белмәүҙән, аңламауҙан килә. "Нишләп кешеләр урамда эсеп йөрөй, Сталин булһа, улай йөрөргә ҡурҡырҙар ине", тип кемдәрҙер "яҡты" иҫтәлектәргә бирелә. Эйе, ил башлығы ҡорған системанан ҡурҡып, кешеләр йәмәғәт тәртибен боҙоуға бармаған замандар булған. Ләкин 40 млн. кеше репрессияланған ваҡыттар ҙа булған бит. Золом ҡорбаны булған олатайым да матур итеп йәшәргә уйлағандыр, бала, ейәндәре шатлыҡтарын татып, бәхетле йәшәргә хыялланғандыр. Бер көн килеп золом ҡорбаны булырмын, тип уйлаған микән ул? Ҡәтғи идеология, кеше икенсе төрлө йәшәп, уйлап ҡуймаһын, тип "борсолоу", һәр нәмәгә шикләнеп ҡарау, бәләкәй генә һылтау табып, кеше яҙмыштарын селпәрәмә килтереү, ошаҡ, ғәйепһеҙҙәргә ялыу яғыуҙың киң ҡолас алыуы... Ошо ысулдар, ошондай ҡулдар менән урынлаштырылған тәртиптең кәрәге бармы?
Был хәлдәр нимәнән килеп сыҡты? Идеологиянан. Беҙҙең ҡағиҙәләргә генә ярашлы рәүештә йәшәргә тейешһегеҙ, һәр кемгә бер матрас, бер күлдәк, бер ботинка булырға тейеш, тигән ҡараштан. Аллаһы Тәғәлә һәр кешене партия идеологияһы менән түгел, ә үҙенсәлекле итеп, үҙенә генә хас есеме, булмышы менән яралтҡан. Был яҡҡа килһәгеҙ, теге яҡҡа бара алмайһығыҙ, тип кешенең иреген сикләргә буламы? Рух, фекер азатлығының булмауы иң ҡурҡыныс нәмә. Һиңә партия программа ҡуйған, башҡаса уйлай, һөйләй, эшләй, йәшәй алмайһың. Кеше төрлө, уның мауығыуҙары, ҡыҙыҡһыныу даирәһе, зауығы бер төрлө түгел. Һин шунда эшләргә, уҡырға, йәшәргә тейешһең, тип, әҙәм балаһының үҙенең теләктәре менән иҫәпләшмәү, кешенең тормошон сикләү яҡшы түгел. Халыҡты, коллективҡа, хатта көтөүгә әйләндереп, береһен командир, ҡалғандарын тотҡон итеп, халыҡтың һөйәгендә төҙөлгән система, ниндәй генә мөһабәт күренмәһен, емерелә. Шул уҡ спираль закондары ҡабатлана, Македонский империяһы, Алтын Урҙа, СССР - улар уны төҙөгән кеше һөйәктәре сереү менән ҡоланы.

Һәм һуңғы һорау. Ниндәй тарихи, йәки бөгөнгө көндә йәшәгән шәхескә үҙегеҙ етәкләгән Милли музейҙа экскурсия үткәрергә теләр инегеҙ?

- Ун алты йылдан ашыу музейҙа эшләү дәүерендә музей экспонаттары менән дәүләтебеҙҙең беренсе кешеләрен таныштырҙым. Нарышкин, Матвиенко кеүек ҙур сәйәсмәндәргә, Медведев президент булған саҡта - уға, республиканың төрлө кимәлдәге етәкселәренә экскурсия эшләгән саҡтар булды. Быйыл ШОС, БРИКС илдәре саммиты була, ошо ойошмаларға ҡараған дәүләт башлыҡтары киләсәк. Бәлки, уларҙы ла музей менән таныштырыу форсаты тейер. Үҙем иһә, ил Президенты, Владимир Путинға шәхсән рәүештә экскурсия үткәрергә теләр инем.
Ғөмүмән, музейҙарға экскурсия эшләү ил етәкселәре өсөн файҙалы эш. Мәҫәлән, Медведевҡа Милли музейҙы гиҙгәнендә башҡорт халҡы, башҡорт һалдаттарының Парижды алыуҙағы батырлыҡтары хаҡында һөйләгәс, ошо тәьҫораттарҙан сығып, үҙ сығышын "башҡорт халҡының ошо традицияларын нисек итеп оноторһоң, беҙгә быны оноторға ярамай", тип башланы. Музейҙа булған тарих тамыры бөтө кешеләргә лә ҡағыла. Ил етәкселәре лә тарихты матур итеп аңлап, күңеленә һеңдереп ҡайтһа, күңеле яҡшы, яҡты тәьҫораттарға тулыр ине, тип уйлайым. Ул идара иткән саҡта хата яһамаҫ ине, тип уйлайым, төрлө экспонаттар аша ебәрелгән мәғлүмәт, ошо хаталарҙы башҡа ҡабатламағыҙ, тип иҫкәртер ине. Шуға ла мин тарихты белергә тырышҡан етәкселәрҙе хуплайым.

Шулай итеп, әңгәмәсебеҙ әйтмешләй, тарих ул - заман офоҡтарында нығытылған бер спираль кеүек. Ваҡиғалар туранан-тура ҡабатланмаһа ла, кешелек бер үк хаталарҙы ҡабатларға әүәҫ. Ошондай хәл килеп сыҡмаһын өсөн, тарихтан ғибрәт ала белеү ҙә мөһим. Сөнки ул - иң яҡшы остаз. Ошо остаздың кәңәштәрендә донъя өсөн именлек, үҫеш өсөн этәргес ята.

Азамат САЛАУАТОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.05.15 | Ҡаралған: 1577

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru