«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛ ҠОРТТАРЫ БАЛ ҒЫНА ТҮГЕЛ, ҺАБАҠТАР ҘА БИРӘ КЕШЕГӘ
+  - 

Башҡортостан Ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге бер тиҫтә йыл эсендә балдан, кәрәҙҙән, һитәнән (прополис), инә ҡорт һөтөнән 200-ҙән ашыу продукция етештереп, ошо өлкәлә донъяла тиңе булмаған ойошмаға әүерелде. Үҙәктең бөтөн уңыштары ҙур коллективтың фиҙаҡәрлегенә лә һәм, әлбиттә, шул коллективты туплаған, уны яңынан-яңы идеялары менән алға әйҙәгән етәксе эшмәкәрлегенә лә бәйле. Үҙәктең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, биология фәндәре докторы, профессор Әмир Миңнеәхмәт улы ИШЕМҒОЛОВтан уңышлы етәксе һәм уңышлы хеҙмәткәр, яҡшы кеше булыу серҙәре менән уртаҡлашыуын, бал ҡорттары донъяһындағы кешелек өсөн ыңғай өлгө була алырлыҡ ғәжәйеп күренештәр тураһында һөйләүен үтендек.

Һәр кем үҙе билдәләй

Яңыраҡ эш бүлмәмә бер журналист килеп инде лә, түргә эленгән бихисап маҡтау ҡағыҙҙарын, рәхмәт хаттарын күргәс: "Ә быларҙы яулар өсөн нисегерәк эшләргә кәрәк? Һеҙ барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ?" - тип, беҙҙең эшмәкәрлектең киңлегенә ишаралап һорай ҡуйҙы. Бөгөнгө әңгәмәне лә тап ошо юҫыҡтан башлау урынлы булыр, минеңсә. Уңышҡа өлгәшер өсөн ниндәй өлкәне, юлды һайларға? Барыһы ла һинең ниндәй һөнәр эйәһе булырға ҡарар итеүеңә генә түгел, ә ошо һөнәрҙе һин ниндәй маҡсат менән һайлауыңа ла бәйле. Ә маҡсатты һайлағанда ҡайһы бер кешеләр буталып та китә. "Бәләкәй" маҡсатты - "ҙур", "ҙур"ын - "бәләкәй" тип уйлап та яңылыша әҙәм. Ҡайһы бер кешеләр беренсе урынға ҙур аҡсалы булыуҙы ҡуя, кемдәрҙер - машиналы, кемдәрҙер йортло булыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Ҡайһы кеше: "Мин ғаиләм менән бәхетлемен", - тип, башҡа маҡсаттарын икенсе планғараҡ күсерә. Кемдер башҡа кешеләргә ярҙам итеүҙән йәм таба. Миңә ҡалһа, һинең төп маҡсатың - халҡыңа хеҙмәт итеү булған хәлдә, башҡа хыял-маҡсаттарың да еңелерәк тормошҡа ашасаҡ. Әлбиттә, һәр кем үҙенең төп маҡсатын үҙе билдәләй инде.

Бәхет нимә ул?

Кешеләр бер-береһенән йыш ҡына "Һин бәхетлеме?" тип һорай. Ә бәхет нимә ул? "Матур ғаиләң булыуы, туған телеңдә һөйләшеүең, тыуған ереңдә йәшәүең һәм башҡалар - шул бәхет", - тибеҙ. Әммә бөтөн бәхеттәр араһында минең үҙемдең иң ҙур бәхетем бар. Хеҙмәт коллективыбыҙ менән бер йыйылған ваҡытта бәхет тураһында һүҙ сыҡҡас: "Иң ҙур бәхет - халҡыңа хеҙмәт итеп, хеҙмәтеңдең емешен күреү", - тигәйнем. Бөгөн дә шул һүҙҙәрҙе ҡабатлайым. Халҡыңдың фатихаһы, халҡыңдың рәхмәте - Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә тиң. Бындай бәхет һиңә икеләтә дәрт, дарман, көс, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшергә этәргес бирә. Халҡына ысын мәғәнәһендә хеҙмәт итеүселәр генә донъялағы иң ауыр яулана торған бүләкте - халҡының рәхмәтенә өлгәшә...
Мин бер ваҡытта ла кешеләргә айырып ҡараманым. Минең менән бергә эшләүсеме ул, кәңәш һорап килеүсеме, кәңәш биреүсеме, ҡала урамында һүҙ ҡатыусымы - барыһы менән дә ихласлап һөйләшәм, һәр кемгә телефон номерымды бирәм. Әйткәндәй, һайлауҙар ваҡытында телефоным шылтырауҙан өҙөлмәне. Әле лә шулай. Ғафури, Ауырғазы райондары һайлаусылары тарафынан депутат итеп һайланғас, бөтөн ғафуриҙарҙа, бөтөн ауырғазыларҙа ла минең телефон номерым бар. Әгәр халҡың һиңә таянып, шылтырата икән, был - халҡың менән бер тында йәшәүеңде, уның менән бер бөтөн, бер тамырҙан булыуыңды күрһәтә. Тамыр тигәндәй...

Уңыш тамырға бәйле

Был донъяла һәр нәмәнең яҡшымы, яманмы, нәҙекме, йыуанмы - тамыры бар. Сәскәнең дә, ағастың да, кешенең дә - үҙ тамыры. Барлыҡ тереклек тә тамырынан һут, көс ала. Кеше тамыры - уның ата-бабалары, тарихы. Бер тарихсы ағайҙың миңә әйткән бер һүҙе әле лә хәтерҙә: "Һин әллә кем булып йөрөмә! Уңыштарыңда һинең өлөшөң юҡ - һинең өсөн ата-бабалар эшләне, һиңә тамыр, ҡан бирҙе, шуны онотма!" - тигәйне ул. Ағай бик дөрөҫ әйтте, минеңсә. Мин үҙемдең тамырҙарымды яҡшы беләм. Әсәйемдең олатаһы Ғәлләм хәҙрәт революцияға тиклем Дини семинария ректоры булған. Уйлаһаң, уйылып китерлек бит: Күгәрсен районындағы Сапыҡ тигән ниндәйҙер бәләкәй генә ауылдан шундай ректор, сит илдә уҡып, өс тел белгән белемле кеше сыҡһын әле! Ғәлләм хәҙрәт булып китһен өсөн Ғәлләмдең атаһы ла хәҙрәт дәрәжәһендәге кеше булырға тейеш булғандыр бит. Юҡҡа ғына атаһы олатайҙы сит илгә 15 йылға уҡырға ебәрмәгәндер. Ул заманда беҙҙең олатайҙарҙың мөмкинлектәре киң, тамыры ныҡлы булған, тимәк. Беҙҙең нәҫелдә Зәки Вәлидиҙең комиссары дәрәжәһен үтәгән, "Түңәрәк өҫтәл", "Йәшелдәр" тигән китаптар яҙған (беҙ латин һәм ғәрәп графикаһы менән яҙылған ул китаптарҙы таптыҡ) ғалим, фән эшмәкәре, лидер Абдулла Ибраһимов - олатайымдың ҡустыһы ла бар. Ул Зәки Вәлидиҙең көрәштәше булғаны өсөн 1937 йылда иркенән мәхрүм ителеп, 1956 йылда ғына иреккә сығарыла...
Бәхет темаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Мин Башҡортостан ерендә, атай-әсәйемдең матур ғаиләһендә тыуыуым менән бәхетлемен. Атайым да, әсәйем дә - уҡытыусылар булды. Атайым - мәктәп директоры, беҙҙең синыф етәксебеҙ ине. Беҙ, балалары, һәр ваҡыт: "Эшебеҙ менән атайыбыҙҙың, әсәйебеҙҙең дәрәжәһенә тап төшөрмәйбеҙме?" - тип хафалана торғайныҡ. Атай-әсәй беҙҙе шул тиклем ныҡ тәрбиәләгән: ситкә сығып киткән саҡта ла үҙебеҙҙе атай-әсәй ҡанаты аҫтында һымаҡ итеп тоя инек, әле лә шулай тоябыҙ. Был беҙгә тормош һынауҙарын еңелерәк үтергә ярҙам итте. Мәскәүҙә юғары уҡыу йортонда уҡығанда ла, аспирантура тамамлағанда ла, ғилми эш менән булғанда, үҙемдең фән кандидаттарымды әҙерләгәндә лә, Мәскәүҙә Рәсәй Юғары аттестация комиссияһының эксперттар советы ағзаһы булған сағымда ла ата-әсәйемдән алған дәртте, тәрбиәне ныҡ тойҙом. Әйткәндәй, Мәскәү миңә бик ҙур һабаҡтар бирҙе, тормошҡа ижади кеше күҙлегенән ҡарарға өйрәтте. Әлбиттә, пионер, комсомол тәрбиәһен дә телгә алмай үтеү яҙыҡ булыр. Минең тамырҙарымды улар ҙа нығытты. Мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда уҡығанымда ла миңә комсомол сәркәтибе булырға тура килде. Ул йылдарҙағы эшмәкәрлегем өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары алдым...

Ғәҙел булырға кәрәк...

Билдәле поэма юлдары менән әйткәндә, был донъяла аҙашмаҫ өсөн ниндәй һуҡмаҡ менән барырға һуң? Ниндәй юлды һайларға? Уңышлы кеше булыр, уңышлы хеҙмәткәр булыр, халҡыңа файҙа килтерер өсөн әллә ниндәй хәтәр-хәтәр күрһәтмәләр буйынса йәшәргә лә кәрәкмәй. Бары тик ғәҙел булырға ғына кәрәк. Тәү сиратта намыҫың алдында ғәҙел бул. Шул саҡта һинең эштәрең алға китер. Кеше, бая әйткәнемсә, был тормошта йыш ҡына хаталар ебәрә. Уйламаған ерҙә ҡотҡоға бирелеп, насар юлға ла баҫырға мөмкин ул. Мин спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, тәмәке тартыу кеүек алама ғәҙәттәрҙе генә әйтмәйем. Уғрылыҡ тураһында һүҙем. Миҫал өсөн фән өлкәһен алайыҡ. Фәндә эшләүсе ысын ғалимдар бер ваҡытта ла урлашмай. Улар көнөн-төнөн эш, идея, алға китеш, һөҙөмтә тип саба. Ундай ғалим саңға батып, донъяһын онотоп, эш менән мәшғүл. Шундай ғилем эйәһенең өйөндә булырға тура килде бер мәл. Килеп инһәм, теге ғалим яп-ябай ғына фатирҙа аспиранттары менән шөғөлләнеп ултыра. Фатиры йүнләп йыйыштырылмаған да. Ул бер ҙә: "Әйҙәгеҙ әле һеҙ минең фатирымды йыйыштырығыҙ, миңә аҡса бирегеҙ, ә мин - диссертацияларығыҙҙы яҙып бирәм", - тимәгән бит! Рәсәйҙә ошо ғалим һымаҡ менталитетлы кешеләр күберәк булһа, илдең теге йәки был ҙур бер быуатҡа торошло проекттары, улар өсөн бүленгән аҡсаны урлау арҡаһында, "ҡомға терәлмәҫ" ине. Әлбиттә, кешегә йәшәр, туҡланыр, кейенер өсөн аҡса кәрәк. Әммә аҡса эшләүҙе беренсе урынға ҡуйырға ярамай. Минең үҙемә бер көн килеп: "Ижади эште һайлайһыңмы, әллә аҡсалы, әммә ижади булмаған эштеме?" - тип һораһалар, мин мотлаҡ рәүештә тәүгеһен һайлар инем.
Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының "Зоотехния" бүлеген тамамлағас, 1985-1988 йылдарҙа Бөтә союз малсылыҡ буйынса фәнни-тикшеренеү институтында аспирантурала уҡып ҡайттым да, 1988-1992 йылдарҙа Башҡортостан малсылыҡ һәм аҙыҡ етештереү буйынса фәнни-тикшеренеү проект-технология институтында эшләнем. Дәрт тә, дарман да ташып торған саҡ. Үҙемдең барлыҡ мөмкинлегемде эшкә егеү өсөн фермерлыҡ хәрәкәтенә ҡушылдым. Был өлкәлә эшләү миңә бик күп һөнәри һабаҡ бирҙе. 1992-1996 йылдарҙа үҙем етәкләгән 500 га майҙаны булған "Элита" фермер хужалығында етештерелгән 9 төр иген культураһы республикала уңышлы файҙаланыла башланы. Был культуранан гектарынан 45 центнерға тиклем мул уңыш алынды. Унан һуң ике йыл Башҡортостан малсылыҡ һәм аҙыҡ етештереү буйынса фәнни-тикшеренеү проект-технология институтында ҡортсолоҡ лабораторияһы мөдире булдым. 1998 йылдан 2003 йылғаса Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, унан - бөгөнгәсә - генераль директор вазифаһын башҡарам.
Мәскәүҙә үткән "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә 100-ләгән миҙал алғайныҡ, күптәр быға аптырауын йәшермәй, беҙҙән тәжрибә уртаҡлашыуыбыҙҙы үтенә. Ә бының сере ябай ғына: алдараҡ әйткәнемсә, фән етештереү файҙаһына эшләргә тейеш. Шул сағында тәжрибә лә була. Ҡайһы бер ойошмалар эштәренә ижади ҡарамайҙармы, фәнде ғәмәлдә ҡуллана алмайҙармы, беҙҙең һымаҡ мул уңышҡа өлгәшә алмайҙар. Ә беҙҙә фән дә, етештереү ҙә, тауарҙы һатыу ҙа яҡшы эшләй. Фән өлкәһе тап шулай эшләргә тейеш тә.

Ҡытайҙар менән бәйләнеш

Былтыр ноябрь айында беҙ, Башҡортостан делегацияһы, эш сәфәре менән Ҡытайға барып ҡайттыҡ. Ҡытайҙың йылдам үҫеүен барыбыҙ ҙа ишетеп беләбеҙ. Ысынлап та, шулай булып сыҡты: бар ерҙә йәнлелек, бар ерҙә хәрәкәт, үҫеш. Ысын үҫеш хөкөм һөрә. Тәртип тә яҡшы. Урындағы коллегалар менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып, матур тәьҫораттар менән Башҡортостанға ҡайттыҡ. Үҙем өсөн Ҡытай тураһында яһаған һығымталарымдың береһе шул булды: ҡытайҙар беҙҙең халыҡтан бер яғы менән дә айырылмай. Белем яғынан Рәсәй халҡы алдараҡ та тора хатта. Ә улар ни өсөн алға киткән? Сөнки, уларҙа системалы ҡараш көслө. Теләһә ҡайһы ойошманы, предприятиены алып ҡара - барыһы ла бер бөтөн булып эшләй, һәр кем ошо системаға үҙ өлөшөн индерә, үҙ эшен, ул эштең мөһимлеген белеп, аңлап башҡара. Уларҙа системаның бер өлөшө булараҡ, һәр ойошма нисек эшләргә тейеш, тигән аңлау бар. Эйе, уларҙа ҡанундар ҙа көслө, урлашҡан кешеләрҙе барлыҡ халыҡ алдын сығарып атырға ла мөмкиндәр. Тәртип булһын өсөн уныһы ла кәрәктер, бәлки. Ә беҙҙең ил шундай аҡыллы кешеләребеҙ, тәбиғи байлыҡтарыбыҙ була тороп, алға китә алмай. Сөнки беҙҙә эшкә тап системалы ҡараш юҡ. Ә бит Рәсәй халҡы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уйларға һәм эшләргә һәләтле. Донъялағы иң көслө компьютер белгестәренең 30 проценты - беҙҙекеләр. Хакерҙар һуң! Ә компьютерҙар Рәсәйгә Европа, Америкаға ҡарағанда һуңыраҡ индерелде. Бөгөн күпме ғалимдарыбыҙ ситтә эшләй. Минән йыш ҡына: "Бал ҡорттары тормошонан нимәне беҙең тормошҡа күсерергә теләр инегеҙ?" - тигән һорау бирәләр. Ул һорауға ла яуап әҙер: ҡорттар тормошонан системалы ҡарашты тәжрибә итеп алыр инем. Күстең үҙенең "президенты" - ҡорттоң инәһе, хужабикәһе, ата ҡорттары, умартаны һаҡлаусы "һалдаттары", балалар ҡараған "тәрбиәселәре", табыш табырға сығып киткән иң һиҙгер "разведчиктары" һәм табышты ташыған эшсе ҡорттары бар. Сығып китергә уйлайҙар икән - дәррәү, күс менән сығып китәләр. Улар шулай уҡ тәбиғәт шарттарына ныҡ иғтибарлы. Күпләп умарталарына ҡайта башлаһалар, хәҙер оҙаҡламай ямғыр яуа, тип көтөп тораһың. Шуға, бөгөн тормошта иң беренсе ҡорттарҙың ғаиләһендә булған системалы ҡарашты халыҡ тормошона, кеше тормошона күсерер инем.

Һәр үҫемлек - байлыҡ

Башҡортостан еренең уңдырышлылығына минең иҫем китә. Шундай риүәйәт тә бар бит: йәнәһе, Алла төрлө халыҡтарға ер таратҡан ваҡытта башҡорт Унан ер һорарға баҙнатһыҙланып тора икән. Батырсылығы етеп, үҙенә өлөш һорарға тәүәккәллек иткәнсе, ерҙәр өләшеп бөтөлгән. Шунан Алла үҙенә ҡалдырған ерҙәрҙе башҡортҡа биргән. Ул үҙенә иң һәйбәт ерҙәрҙе ҡалдырған булған бит инде. Бына шуға ла Башҡортостан халҡы шундай уңдырышлы, шундай гүзәл ерҙә йәшәй. Мәскәүҙә уҡыған ваҡытта шуға иғтибар иттем: унда ҡыярҙарҙы теплицаһыҙ үҫтереп булмай. Һауа ныҡ дымлы. Ҡышын минус 18 градус булдымы - ныҡ һыуыҡ. Фермер булын эшләгән ваҡытта Омскиға бойҙай орлоҡтары алып ҡайтырға барғайным. Юл буйлап китеп барам Себер яғына - юлдың ике яғынан һаҙлыҡтарҙан башҡа бер нәмә күренмәй. Ә беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың һәр яланы, унда үҫкән һәр үләне байлыҡ. Башҡорт еренең бренды - башҡорт балы, ул беҙҙең визит карточкабыҙ, тибеҙ. Әлбиттә, ул шулай. Әммә мин, ауыл хужалығы хеҙмәткәре булараҡ, шуны ла өҫтәр инем: беҙҙең 96 процент бал - тәбиғәттә үҫкән сәскәләрҙән алынған. Шул уҡ сәскә-үләндәрҙе һыйырҙар ашап, беҙгә һөт бирә. Шул уҡ ерҙә аттар йөрөп, үлән утлап, ҡымыҙ бирә. Йылҡы ите бирә. Шуға, мин әйтер инем: Башҡортостанда башҡорт балы ғына иң данлыҡлы бренд булып тормай - уның ошо ерҙә үҫкән бар йәшеллеге бренд булып тора. Башҡортостан үҙенең нефте, химияһы менән генә бай түгел - ере менән дә, ерҙә үҫкән продукцияһы менән дә бай. Шуға ла төрлө өлкәлә эшләгән ғалимдарыбыҙҙың һәр береһе үҙ йүнәлешен алға әйҙәһен, һәр йүнәлеш Рәсәйҙә лә, донъяла ла бренд кимәленә күтәрелһен ине, тип теләйем. Башҡортостандың үҙ халҡын һәм иҡтисадын күтәрер өсөн хәле лә, мөмкинлектәре лә, тәбиғи шарттары ла бар.

Балға тиңләшкән нимә бар?

Сит ерҙәрҙә күп йөрөйбөҙ, күпте күрәбеҙ, шуға ла минән, унда балға тиң ниндәй ризыҡ бар, тип һорағандары бар. Мин сит илдәрҙә балға тиң тәмле лә, шифалы ла ризыҡты осратманым. Беҙ Үҙәктә 200-ҙән ашыу яңы продукция етештерәбеҙ. Улар донъя кимәлендә бөтәһе лә конкурентлыҡҡа һәләтле. Теләһә ҡайһы тауарҙы ҡулға тотоп: "Бына бит шәп тауар!" тип әйтергә була. Бөгөн күптәр сит илдә йәшәүселәр аҡыллы, тигәнгә инанған. Әммә беҙ ҙә уларҙан ҡалышмайбыҙ, тип уйлайым мин. Беҙ, ауыл балалары, прополис нигеҙендә шундай продукциялар эшләнек! Хәҙер Сәғүд Ғәрәбстаны менән бергә һитә нигеҙендә продукциялар етештерергә килештек. Беҙҙең ниндәй генә тауарҙы алма - уның донъя кимәлендә тиңе юҡ. Аҡылыбыҙ, мөмкинлегебеҙ бер кемдән дә кәм түгел, тимәк. Беҙгә Хоҙай аҡыл да биргән, ҡан да биргән. Уны кәрәк йүнәлештә ҡулланырға ғына кәрәк.

ЙомҒаҡлап...
Һөйләшеүебеҙ аҙағында шулай ҙа "Уңышлы булыу өсөн үҙең һайлаған һөнәрҙең фанаты булырға кәрәкме?" тигән һорауымды бирергә батырсылыҡ иттем. "Юҡ, мин фанат түгел. Мин был йүнәлеште үҫтереүҙе аңлы рәүештә тормош маҡсатым итеп алдым, сөнки умартасылыҡ башҡорт халҡының төп шөғөлө лә, мәҙәниәте лә, тарихы ла ул. Был - ауыл хужалығы йүнәлеше генә түгел, ә республика өсөн сәйәси йүнәлеш тә, тип ҡараным. Унан һуң, был тармаҡты донъя кимәленә күтәрәбеҙ икән, Башҡортостанды, башҡорт халҡын да донъя кимәлендә танытабыҙ бит..."- тине Әмир Миңнеәхмәт улы. Уның был һүҙҙәре башҡа һорауға, "Илһөйәрҙәр ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?" тигәнгә яуап булып яңғыраны.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.06.15 | Ҡаралған: 1781

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru