Һуңғы йылдарҙа киң мәғлүмәт сараларында башҡорт телен донъя кимәленә, атап әйткәндә, интернет донъяһына сығарыу тураһында йыш фекер алышына. Был хаҡта беҙҙең гәзиттә лә, башҡа милли баҫмаларҙа ла мәҡәләләр даими урын ала килә. Хәҙерге көндә интернетта башҡорт телен танытыуға күп көс һалыусы "Википедия" ирекмәндәре Рөстәм Нурыевты, Гүзәл Ситдыҡованы, Илдар Кинйәбулатовты һәм башҡаларҙы гәзит уҡыусы яҡшы белә. Бөгөн һүҙебеҙ компьютерҙа программалар "яҙыу" менән шөғөлләнеүсе Руслан СӘЙФУЛЛИН исемле егет тураһында. Руслан күптән түгел Санкт-Петербург ҡалаһында үткәрелгән "IT-Планета"-2014/2015 VIII халыҡ-ара олимпиадаһында ҡатнашып, "Иң яҡшы ирекле диплом" номинацияһында үҙе төҙөгән "Браузер клавиатураһы" ("Brouser keyboard") программаһы менән беренсе урын яуланы. Русландан әлеге олимпиада тәьҫораттары, үҙенең программаһы, интернет донъяһында башҡорт телен танытыу юлдарын нисек күреүе тураһында һөйләүен һораныҡ.
Һинең диплом проектың, программаң ниҙән ғибәрәт? Ни өсөн һин тап ошо программаға тотонорға булдың?
- Интернетҡа беҙ "Опера", "Гугл-Хром", "Мозила-Файрфокс" һәм башҡа төрлө программалар (браузерҙар) аша инәбеҙ бит инде. Минең шәхси компьютерҙар өсөн тәғәйенләнгән "Brouser keyboard" тигән программам ошо браузерҙарҙа өҫтәмә рәүешендә уйлап сығарылды. Ул башҡорт теленә күсеп, беҙҙең телдә яҙыу мөмкинлеге бирә. Был программаны киоскыларҙағы аҡса һалыу терминалдары өсөн дә ҡулланырға була. Уның сенсорлы экрандарҙа ҡулланыла торған клавиатураһы ла бар.
Программаның актуаллегенә килгәндә, уны эшләгәндә күптәрҙең компьютерында башҡорт теле көйләнмәгән булыуын иҫәпкә алдыҡ. Кемдеңдер операцион системаһы яңы түгел, кемдер өс тел (инглиз, рус һәм башҡорт) араһында күсеп йөрөү оҙаҡ, артыҡ мәшәҡәтле, тип, башҡорт телен компьютер теленә ҡуйырға теләмәй. Кем, алдараҡ әйткәнемсә, терминалдарҙа экран клавиатуаһында башҡортса яҙышырға теләй - шулар өсөн кәрәкле был браузер өҫтәмәһе. Гәрсә, был программала биш телдә: башҡорт, рус, инглиз, сыуаш һәм татар телдәрендә яҙышыу мөмкинлеге бар. Әйтәйек, сыуаш теле әле бер операцион системаға ла индерелмәгән. Сыуаштар өсөн дә был программа уңайлы.
Бынан ике йыл элек дәртләнеп китеп интернетта "китапхана" төҙөп ҡарағайным, әҙерлегем етерлек булмағанмы - был эште аҙағынаса еткерә алмай, ташлап ҡуйҙым. Шунан клавиатура төҙөнөм. Уны башҡорт программисы, веб-дизайнер Илдар Кинйәбулатов күреп ҡалды ла: "Ә уны браузарға өҫтәмә формаһында эшләп булмаймы?" - тип, миңә яңы идея бирҙе. Шулай итеп, сентябрь айында клавиатураны браузерҙарға ултыртыу буйынса эш башланым. Бихисап техник проблемаларҙы хәл иткәс, 7 май көндө "Опера"ға, унан аҙаҡ "Гугл-Хром"ға урынлаштырҙым. Әйткәндәй, "Гугл-Хром"ға ҡуйыу өсөн дә бер-нисә мәсьәләне хәл итергә тура килде. Өҫтәмәне күптән түгел "Мозила-Файрфокс"ҡа ла урынлаштырҙым. Браузер клавиатураһын әлегә бер ерҙә лә рекламаламаһам да, интернетҡа ҡуйған көндән алып бер-нисә аҙна үтеүгә, уны 800-ҙән ашыу кеше үҙенә күсерҙе. Киләсәктә тағы ла киңерәк ҡолас менән уны таратырбыҙ, интернеттағы башҡорт төркөмдәренә лә мәғлүмәт бирербеҙ, тип уйлайым.
Башҡорт телен интернет донъяһында тағы ла киңерәк файҙаланыу өсөн әлеге көндә ниндәйерәк йүнәлештәге проекттар тәҡдим итер инең?
- Милли проекттар һәр өлкәлә лә кәрәк инде ул. Мәғарифта булһынмы, һаулыҡ һаҡлауҙамы, иҡдисад өлкәһендәме, яңы мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәме... Башҡорт теленә өйрәткән программаларға ҡытлыҡ айырыуса ҙур, минеңсә. Был юҫыҡта үҙ күҙаллауҙарым да бар. Әйтәйек, был электрон әсбаптар беҙ өйрәнгән китап формаһында ғына булмаһын, ә балаларҙы, йәштәрҙе ылыҡтырырлыҡ техник алымдар ҡулланып, интерактив формала эшләнһен ине. Һүҙлектәр йүнәлешендә лә эшләү кәрәк. Юғиһә, улар ҙа аҙ. Әлегә башҡортсанан - руссаға, руссанан - башҡортсаға тәржемә итеү сервисы ла юҡ, киләсәктә уны ла эшләү - башҡорт программистарының төп бурысы булырға тейеш. Әлбиттә, бының өсөн бик күп көс түгергә тура килер әле...
Санкт-Петербург ҡалаһында үткән "IT-Планета" халыҡ-ара олимпиадаһы тураһында ла һөйләп үт әле. Унда ҡатнашып, "Иң яҡшы ирекле диплом" номинацияһында еңеп сығыу һиндә ниндәй тәьҫораттар уятты?
- Олимпиада инде бер-нисә йыл рәттән уҙғарыла. Унда донъяның барлыҡ төбәктәренән юғары һәм профессиональ белем биреү учреждениеларында уҡыусы студенттар һәм дипломлы хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша ала. Ярыштың һайлап алыу этабы ситтән тороп уҙғарыла. Йәғни, проекттар интернет селтәре аша ебәрелеп, махсус комиссия һынауы үтә. Мин үҙем, мәҫәлән, былтыр декабрь айында ебәрҙем эшемде. Күпмелер ваҡыт уҙғас, минең финалға үтеүем тураһында хәбәр килде. Юл сығымдарын, торлаҡ мәсьәләһен мин уҡыған Өфө Статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы үҙ өҫтөнә алды. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә бар донъяға билдәле Oracle, Cisco, D-Link, Huawei, 1С, Intel, NetApp, InterSystems, ГНУ/Линуксцентр компаниялары ҡанаты аҫтында үткәрелгән мәртәбәле ярышта еңеп сығыу, унда үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәрендә булыу, ҡарау, үҙем һымаҡ йәш программистар менән танышыу, шул мөхиттә йәшәү - аңлатып булмаҫлыҡ тәьҫораттар бирҙе, әлбиттә. Төп ете номинацияның береһендә еңеүсе булыуыма килгәндә, хәҙер мин, ниндәй ҙә булһа эшкә тотоноп, уға бирелеп, тырышып эшләһәң, уңышҡа өлгәшеп була икәненә төшөндөм. Быйыл колледжды тик 4-5 билдәләренә генә тамамланым, көҙгә ҡарай веб-дизайн менән шөғөлләнгән берәй компанияға эшкә урынлашырға иҫәп бар.
ЙОМҒАҠЛАП...
Киләсәктә тағы ла яңы программалары менән ҡыуандырыр әле был егет. Ул бит, башҡорт, рус, инглиз теленән тыш, бөгөнгө заман өсөн бик актуаль "компьютер телен" дә яҡшы белә!
Иҙел РӘХИМОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА