Үткән шәмбелә Салауат районында халҡын рух азатлығына, иреккә әйҙәүсе батыр, сәсән-импровизатор, юлбашсы Салауат Юлаевтың тыуыуына 261 йыл тулыу айҡанлы "Салауат йыйыны" фольклор байрамы үткәрелде. Быйыл ул район кимәлендә генә уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән һәм күрше өлкәләрҙән милләттәштәрҙе бергә йыйҙы. Әҙәбиәт йылына, Салауат районы булдырылыуға 80 йыл, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыуға ла бағышланған күләмле байрам илһөйәрлек, рух көсө, батырлыҡ тәрбиәләүсе сара булыуын тағы бер ҡат итбаҫланы.
Байрамға килеүселәр өсөн иң ҡыҙыҡлыһы, фәһемлеһе, моғайын, театрлаштырылған тамашаны күҙәтеүҙер. Был юлы йыйындың төп тамашаһы башҡорт халҡының тарихи үткәненә байҡау яһаны, ил күргән ауырлыҡтарҙа быуындар араһындағы рухи бәйләнеште сағылдырҙы. XIV-XV быуаттарҙа ошо төбәктә йәшәгән Хәйерзаман әүлиә менән Ғайса әүлиәнең башҡорт халҡының азатлыҡ, ил ирке өсөн көрәшеп үткән шанлы һәм данлы тарихын бәйән итеүе тәбиғи рәүештә йыр-моң һәм бейеү менән үрелеп барҙы. "Матур әҙәбиәт - халҡым күңеле" тип аталған тамашаның сценарий авторы Салауат районынан сәсән телле, оҙаҡ йылдар дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Флорис Ғайсин әйтеүенсә, был сығыштар йәш быуында илһөйәрлек, азатлыҡ рухы тәрбиәләүҙе, китап уҡыуға һәм тарихты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Быуаттар дауамында башҡорт халҡының Рус дәүләтенә бәлә килгәндә уның төп яҡлаусыларының береһе буласағы тураһындағы антына тоғро ҡалыуы күптәрҙе һоҡландыра. Шул дәүләт хакимдары тарафынан үҙенең хоҡуҡтары ҡыҫырыҡланһа ла, аҫыл ир-егеттәренә "яуыз, ихтилалсы, хыянатсы" мөһөрө баҫылһа ла, дөйөм илгә яу килгәндә бөтә йәберҙәрен онотоп, беренселәрҙән булып ҡулына ҡорал алған ата-бабаларыбыҙ. Был, моғайын, башҡорт өсөн иң ҡәҙерлеһе - тыуған ере, азатлығы булғанлыҡтан да киләлер. Әммә һәр заманда ла үҙенең мәнфәғәттәрен башҡорт тик үҙе генә яҡлаған. Бөгөн дә ул ситтән, кемдәндер ярҙам өмөт итеү файҙаһыҙ икәнен, туған телен, мәҙәниәтен, ер-һыуын ҡәҙерләү, һаҡлау бары тик уның үҙенең бурысы икәнен аңларға тейеш. Ошо бурыс, ошо маҡсат тирәләй берләшергә тейеш. "Салауат йыйыны"ндағы тамаша ошо хәҡиҡәткә лә тағы бер тапҡыр төшөндөрҙө.
Быйылғы "Салауат йыйыны" фольклор байрамында тәүге тапҡыр Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге Республика сәсәндәр бәйгеһе уҙғарылды. Дөрөҫөрәге, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм уның Сәсәндәр үҙәге ярҙамында "Киске Өфө" гәзитендә һәм "Шоңҡар" журналында ойошторолған сәсәндәр әйтешенә байрамда йомғаҡ яһалды. "Киске Өфө" гәзите биттәрендә һәм интернетта "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" сайтында барған әйтештә 15-ләп кеше ҡатнашҡайны. Гәзит уҡыусыларыбыҙ уларҙы гәзит битттәрендә лә уҡып, әйтеш барышын күҙәтеп барҙы. Тик әйтештә ҡатнашыусылар псевдонимдар менән сығыш яһаны. Бына был юлы әйтештә еңеүселәрҙең "битлектәре" асылды, йәғни бәйгенең Гран-приһына лайыҡ булыусы Өшөрә - ул танылған шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова, беренсе урынға лайыҡ булыусы Көфө - ул шулай ул танылған яҙыусы-журналист Әхмәр Үтәбай, Шеш - ул Ырымбур ҡалаһынан Дауыт Амангилдин, икенсе урынға лайыҡ булыусыларҙан Айытҡужа - ул Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Әкрәм Ҡәйепҡолов, Йәнһылыу - ул Байым ауылынан Таңһылыу Вәлиева икәне асыҡланды. "Шоңҡар" журналы үткәргән әйтеш бәйгеһендә иһә егермеләп кеше ҡатнашты һәм уларҙың һигеҙе еңеүсе булып танылып, төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Улар араһынан Фәүзиә Ҡотлогилдина (Ғафури районы), Рөстәм Нуриев (Өфө ҡалаһы), Фларис Ғайсин (Салауат районы), Зилә Хоҙайбирҙина (Ҡырмыҫҡалы районы) икенсе, өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Байрам сәхнәһендә әйтештә ҡатнашыусы сәсәндәрҙе бүләкләгәндән һуң, Әхмәр Үтәбай Гүзәл Ситдиҡова, Әкрәм Ҡәйепҡолов, Таңһылыу Вәлиеваларҙы әйтешкә саҡырҙы. Был әйтештә күтәрелгән тема буйынса аҙаҡ башҡалар ҙа үҙ фекерҙәрен шиғри юлға һалды. Шулай ҙа был юлы сәсәндәрҙең ҡара-ҡаршы әйтеше ваҡытында тапҡыр яуаптар һирәгерәк яңғыраны. Әхмәр Үтәбай (Көфө сәсән) әйтеүенсә, философик уйланыуҙар талап иткән һорау биреп, уға яуап алыу еңелдән түгел, сөнки заман үҙгәреп, кешеләрҙең йәнле һөйләшеүҙән виртуаль аралашыуға күсеүе кешеләге сәсәнлекте юйып бөтөрә яҙған: "Сәсәнлек айҙар буйына зиһенде үткерләп, телде сарлап, бер туҡтауһыҙ күнекмәләр яһауҙы талап итә. Беҙ күптән иң мөһим мәғлүмәттәрҙе, хәл-ваҡиғаларға ҡағылышлы уй-фекерҙәребеҙҙе ҡағыҙға теркәп барырға күнеккәнбеҙ. Етмәһә, виртуаль аралаша башланыҡ", - ти Көфө сәсән.
Шулай ҙа, Айҙар Байыҡ исемендәге Республика сәсәндәр бәйгеһе ҡатнашыусылары Салауат еренә килеүҙәренә ифрат шатланып, күңелдәре үҫеп, рухланып, яңы ижади үрҙәр яуларға ҡанатланып ҡайтты. Ә инде ойоштороусылар киләсәктә халыҡ ижадының был йүнәлешен тергеҙеү йәһәтенән яңы таланттар эҙләү, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Сәсәндәр үҙәгендә тәжрибә уртаҡлашыуҙар үткәреү тураһында белдерҙе. "Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөнгө көндә бик талантлы шәхестәребеҙ булғанда ла власть даирәһендә лә, халыҡ араһында ла танылыу тапҡан, һүҙен тыңлата һәм артынан эйәртә алған сәсәндәр юҡ. Беҙ әле халыҡ фекерен халыҡҡа ғына еткерә алабыҙ, юғарылар беҙҙе ишетмәй. Бындай бәйгеләр киләсәктә ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә булышыр, тип ышанабыҙ", - тине "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин. Башланған эш - бөткән эш тигәндәй, шағир-импровизатор, булғадир Салауат Юлаев ерендә тәү башлап һулыш алып торған матур башланғыс киләсәктә үҫеш алыр, моғайын.
Салауат районы һабантуйы сиктәрендә үткән "Салауат йыйыны" фольклор байрамында, йылдағыса, һәр ауыл биләмәһе үҙенең тирмәһен ҡороп, уны салауаттарға ғына хас булғанса биҙәп, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап торҙо. Һәр ауыл биләмәһенең уңған хужабикәләренең ҡул эштәре, аш-һыуҙары юғары баһаға лайыҡ ине. "Иң бай милли ризыҡ" номинацияһында еңеүсе тип табылған Мөрсәлим ауыл биләмәһенең тирмәһендә жюри ағзалары башҡорт халҡының йөҙгә яҡын аш-һыу өлгөһөн теркәгән. Төрлө тематик күргәҙмәләр ойошторған ауыл биләмәләре халҡының был эше тирмәләр араһында үткәрелгән конкурстан бигерәк, "Салауат йыйыны" фольклор байрамына килеүсе балаларыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән ҡыҙыҡһыныусы сит милләт кешеләре өсөн файҙалы булды. Башҡорт халҡының бөтә булмышы: рухи һәм матди байлығы, йомартлығы, тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте асыҡ сағыла бит уларҙа. Быйылғы тирмәләр ярышында беренселекте Арҡауыл ауыл биләмәһе яуланы.
Салауат районының һабантуйында ат сабышы, көрәш, бағанаға менеү, тоҡ кейеп һикереү кеүек традицион бәйгеләрҙән тыш, волейбол, еңел атлетика, гер күтәреү буйынса ярыштар ҙа үтте. Ә балалар өсөн Салауат районына 80 йыл тулыуға арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙғарылды. Унда 23 мәктәп уҡыусыһы һәм балалар баҡсаһының 2 тәрбиәләнеүсеһе ҡатнашып, иҫтәлеккә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташтары Рәми Ғариповтың китабын, маҡтау ҡағыҙҙары алды. Жюри ағзаһы, Салауат районы мәғариф бүлегенең кластан тыш һәм тәрбиә эштәре буйынса методисы Лилиә Шәрәфетдинова әйтеүенсә, балаларҙың шиғыр һөйләүселәр конкурсы уларҙа тыуған яҡтарына ҡарата һөйөү, патриотик рух тәрбиәләргә, бөйөк яҡташтары менән генә түгел, үҙҙәренең дә башҡорт милләтле булыуҙары менән ғорурланыу тойғоһо уятырға ярҙам итә.
Әйткәндәй, Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге Республика сәсәндәр бәйгеһендә еңеүселәрҙең әйтеше аҙаҡ байрам майҙанында махсус әҙерләнгән "Сәсәндәр мәктәбе" сәхнәһендә дауам итте. Уларҙы Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары "Ағинәйҙәр ҡор"ҙары ағзалары тамаша ҡылды. Артабан, баһалама рәйесе, күренекле ғалим Әхмәт Сөләймәнов, Республика халыҡ ижады үҙәге эргәһендәге Сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева йыйылыусыларға сәсәнлек тураһында оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Сибайҙа сәсәниә Асия Ғәйнуллина етәкселегендә алып барылған эштәрҙе лә иҫәпкә алғанда, шөкөр, республикала сәсәнлек мәктәбен тергеҙеү буйынса эш башланды.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА