«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨХӘМӘТХАН ҠУЛАЕВ
+  - 

Ҡайһы бер кешеләргә Хоҙай оло, йөкмәткеле, тынғыһыҙ тормош насип итә, хатта улар иңенә киләсәк быуындарҙың яҙмышын хәл иткән ваҡиғалар өсөн яуаплылыҡ йөкмәтә. Айырым берәүҙәр төплө белем алып, ауырлыҡтарҙа сынығып, бындай тормош юлын үҙҙәре һайлай һәм бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, үҙ халҡына хеҙмәт итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шундай шәхестәребеҙҙең береһе Мөхәмәтхан Ҡулаев тураһында булыр һүҙебеҙ.

Ул ваҡытта илдә бик киҫкен сәйәси һәм хәрби ваҡиғалар бара. Мстислав Ҡулаевҡа Башҡортостан автономияһы яҙмышын хәл итергә тура килә. Ул 1919 йылдың 20 мартында Владимир Ленин менән Башҡорт автономиялы республикаһын ойоштороу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Унан алда Сталин менән Әхмәтзәки Вәлиди автономиялы Башҡортостан һәм уның сиктәре хаҡында һөйләшкән була. 1919 йылдың 20 мартында РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы ултырышында Башҡортостан автономияһы раҫлана. Килешеүҙең аҙаҡҡы тексына Сталин, Ҡулаев, Халиков һәм Бикбаув ҡул ҡуя. Был документ 23 мартта тулыһынса "Известия" гәзитендә баҫылып сыға. 1919 йылда килешеүҙән һуң Ҡулаев Ҡаҙанға ғаиләһе янына ҡайтып килергә рөхсәт ала. Ҡайтҡас, тиф менән ауырып китеп, дауаханаға эләгә һәм оҙаҡ ҡына дауалана. Ошоноң менән Мстислав-Мөхәмәтхан Ҡулаевтың сәйәси эшмәкәрлеге тамамлана.
Тарихи шәхес, билдәле табиб Мөхәмәтхан Ҡулаевҡа мәғрифәтсе бурысын да атҡарырға яҙа. Ул башҡорт теленең фонетик төҙөлөшөн һәм грамматикаһын ентекле өйрәнә, фольклор әҫәрҙәрен теркәй, рус әҙәбиәте классиктарының хеҙмәттәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Һөҙөмтәлә рус графикаһы-кириллица нигеҙендә башҡорттар өсөн тәүге алфавит һәм әлифба төҙөй. Ауыл мәҙрәсәһендә ғәрәп, Ырымбур гимназияһында латин, Ҡаҙан университетында кириллица өйрәнгән Мөхәмәтхан Ҡулаев башҡорт алфавиты өсөн иң ҡулайлыһы кириллица тигән һығымтаға килә.
1912 йылда Ҡаҙанда Мстислав Ҡулаевтың тәүге китабы донъя күрә. Ул "Әйтелеш, һөйләшеү нигеҙҙәре һәм башҡорттар өсөн алфавит" тип атала. Ул төҙөгән алфавит 34 хәрефтән тора. Шулай итеп, ул иң беренселәрҙән булып рус графикаһына күсеүҙе яҡлап сыға. Ҡаҙанда уның был идеяһын ҡабул итмәйҙәр. Был турала Ҡулаев үҙе бына нимә тип яҙа: "Мәғариф буйынса халыҡ комиссарының һығымтаһы мине аптыратманы ла, борсоманы ла. Эшемде артабан дауам иттем. Һөҙөмтәлә "Башҡорт теленең өндәре тураһында" яңы китап яҙҙым".
1919 йылда Ҡулаев, камиллаштырып, "Әләпей" әлифбаһын баҫтыра. Телсе булараҡ, әлифба өҫтөндә генә эшләп ҡалмай, ә грамматикаға ла туҡтала һәм "Башҡорт теле ҡылымдары" китабын баҫтырып сығара. Был хеҙмәте үҫәргән башҡорттары һөйләшенә таянып яҙылһа ла, ул тәүге тәжрибә булыуы менән ҡиммәтле. Үҙе лә хәтирәләрендә былай тип билдәләй: "Башҡорт теле тураһындағы хеҙмәтем 1873-1895 йылдарҙағы үҫәргән башҡорттарының һөйләш телмәренә ҡағыла". Мстислав Ҡулаев Ҡаҙанда 1921 йылда кешенең анатомияһы, физиологияһы һәм гигиенаһы хаҡында татар телендә терминология һүҙлеге әҙерләүҙә ҡатнаша. 1943 йылда медицина өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн "Һаулыҡ һаҡлау отличнигы" билдәһе менән бүләкләнә.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы Ҡулаев 1958 йылда вафат була, Ҡаҙанда ерләнә. Үҙенең шәхси архивын, ҡулъяҙмаларын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына тапшырырға васыят әйтеп ҡалдыра. 1963 йылда институттың ул ваҡыттағы директоры Әхнәф Харисов Ҡаҙандан ғалимдың ике тоҡ документтарын алып ҡайта. Архивын тәртипкә килтереүҙә, тәүге теркәүҙәрҙе башҡарыуҙа Зиннур Ураҡсин да ҡатнаша һәм берәй әҫәр яҙыу теләге менән яна. Ниһайәт, 2006 йылда ул "Тәҙрә уйыусы" тигән повесын ижад итә.
Әлеге көндә Ҡулаевтың фонды Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана һәм үҙ тикшеренеүсеһен көтә, яңы күҙлектән ҡарап баһалауҙы талап итә. Шулай уҡ уның "Үҫәргән башҡорттары теле грамматикаһы", "Башҡортса-русса һүҙлек" тигән әле лә донъя күрмәгән ҡулъяҙмалары ла бар. Алты меңдән ашыу һүҙ тупланған хеҙмәтен диалектологик һүҙлек итеп баҫтырыу ҙа мөһим булыр ине.
Академик Зиннур Ураҡсин 2006 йылда: "Мөхәмәтхан Ҡулаев - тейешле дәрәжәгә күтәрергә хаҡлы шәхесебеҙ. Сәйәси эшмәкәрлеген иҫәпкә алмағанда ла, башҡорт өсөн алфавит, дәреслектәр төҙөп, халҡының аң-белемгә күҙен асырға тырышҡаны, күпме көсөн сарыф иткәне өсөн генә лә быға лайыҡ ул. Уның беренсе автономиябыҙҙы төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуын иҫәпкә алып, Өфөнөң бер яңы урамына исемен биреп мәңгеләштереү һис тә яҙыҡ булмаҫ ине. Быға иманым камил", - тип яҙғайны. Инде был ағайыбыҙ ҙа гүр эйәһе, иманы юлдаш булһын, әммә уның әйткән фекере бөгөн дә актуаль, әле лә әһәмиәтен юғалтмаған.

Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА.
(Аҙағы. Башы 34-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.08.15 | Ҡаралған: 1841

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru