«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫМЫҘ, ҠОРОТ, ҠАҘЫЛЫҠ АҘЫҠ ҠЫНА ТҮГЕЛ, ДАУА ЛА
+  - 

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - тыумышы менән Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Башҡортостан фәнни-етештереү ветеринария лабораторияһы директоры урынбаҫары, ветеринария фәндәре кандидаты, доцент Азамат Мөхтәр улы БУКАНОВ булыр. Азамат Мөхтәр улы күптән түгел Әлшәй районында үткән Ҡымыҙсылар һәм йылҡысылар республика конкурстарында баһалама ағзаһы булараҡ ҡатнашты. Сара һуңынан ул дөйөм ҡымыҙсылыҡ, йылҡысылыҡ тураһындағы ҡайһы бер фекерҙәре менән уртаҡлашты. Һүҙ - ҡунағыбыҙға.

Ҡымыҙмы, ҡымыҙ эсемлегеме?

Ҡымыҙсылар конкурсында мин Башҡортостан ветеринария лабораторияһы хеҙмәткәре булараҡ ҡатнаштым һәм конкурс сиктәрендә тәҡдим ителгән продукцияның сифатын, хәүефһеҙлеген ҡараным. Күптәр тармаҡ стандартына (ОСТ) һылтанып, кәзә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ эсемлектәренең ярлығына "Ҡымыҙ" тип яҙа ла ҡуя. Был дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. ОСТ стандарттарына һылтаныу - бер, ә был эсемлектең 33-сө регламент талаптарына яуап биреүе - икенсе һәм мөһимерәк мәсьәлә. Әммә күптәр был регламентты белмәй, ә уның урынына элегерәк ғәмәлдә булған, әммә хәҙер ғәмәлдән сығарылған 88-се регламентты нигеҙ итеп ала. 33-сө регламентта ҡымыҙ һәм ҡымыҙ эсемлеге ике төрлө эсемлек булараҡ билдәләнә. Ҡыҫҡаса әйткәндә, яңы регламент буйынса бейә һөтөнән бешелгән эсемлек - традицион рәүештә "ҡымыҙ" тип, ә кәзә, һыйыр һөттәренән әсетеп яһалған эсемлек иһә "ҡымыҙ эсемлеге" тип аталырға тейеш. Ошондай уҡ хәлде беҙ һөт продукциялары баҙарында ла күрәбеҙ.
Бөгөн магазинда һатылған һөттәрҙең береһе лә һөт түгел. Улар "һөт эсемлеге" тип аталырға тейеш. Пастеризацияланған 100 процентлы натураль һөт иң күп тигәндә 7 көн һаҡлана. 12 көн, 1 ай, 6 ай һаҡланғандары - һөт түгел, ә һөт эсемлеге. Һуңғылары ни өсөн улай оҙаҡ әсемәй? Сөнки уларға консерванттар өҫтәлә.
Башлаған һүҙҙе дауам итәйек. Республикабыҙ райондарындағы ҡымыҙ етештереү-селәрҙең дә был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереүенә күп тапҡырҙар шаһит булғаным бар.

Кәзә һөтө яҡшыраҡмы, бейә һөтөмө?

Кәзә ҡымыҙын тәмләп ҡараған ҡайһы берәүҙәрҙең "Үәт, исмаһам, шәп!" тип маҡтағанын ишеткәнем бар. Ғилми хеҙмәткәр булараҡ, шуны әйтергә бурыслымын: теләһә ниндәй ҡымыҙ эсемлеге файҙаһы буйынса ысын ҡымыҙ менән ярыша алмай. Ни өсөн тигәндә, ҡымыҙҙа кислота бар. Пектин кислотаһы тип атала ул. Ә был кислота бары тик бейә ҡымыҙында ғына барлыҡҡа килә. Һыйыр, кәзә һөтөнән бешелгән ҡымыҙ эсемлектәрендә ул булмай. Пектиндың файҙаһы нимәлә, тиһәгеҙ, ул организмға зыян килтерә торған бактерияларҙы юҡ итә, ә файҙалы микрофлораны тере ҡалдыра. Тимәк, пектин төрлө ауырыуҙарға ҡаршы көрәшә, тигән һүҙ. Тәү сиратта, әйтәйек, ашҡаҙан, үпкә ауырыуҙарынан яфаланғандарға ярҙамға килә. Бейә ҡымыҙындағы был файҙалы матдә туберкулез сиренән дә һаҡланырға ярҙам итә. Йылҡы малы бер ваҡытта ла был сир менән ауырымай.

Талаптар ҡаты

Беҙҙең лабораторияның ҡымыҙ менән бәйле эшмәкәрлеге тураһында ла һорарһығыҙ. Беҙ ҡымыҙҙың стандартҡа тап килеүен тикшерәбеҙ, ошоно күрһәткән сертификаттар бирәбеҙ. Йәғни, беҙ ҡымыҙҙы аккредитациялаусы төп орган булып торабыҙ. Ундай органдар республикала икәү генә. Береһе - беҙҙең лаборатория, икенсеһе - Өфөнөң Шәфиев урамындағы Гигиена һәм эпидемиология лабораторияһы. Беҙҙең лабораторияға малсылыҡ, үҫемлекселек, ҡортсолоҡ, балыҡсылыҡ өлкәләрендәге бөтөн продукцияны ла килтерергә була. Беҙ уларҙың сифатлы һәм хәүефһеҙ икәнлеген тикшереп, протокол яҙып бирәбеҙ. Бөгөнгө техник регламенттың талаптары бик ҡаты. Унда Санпин талаптары ла, ГОСТ талаптары ла бар. Бөгөнгө көндә күп фермерҙар, эшҡыуарҙар техник регламент талаптарын үтәмәй. Теге йәки был аҙыҡтың, эсемлектең сифатына шик тыуһа, уның техник регламентҡа тап килеүен белдергән сертификатын һорарға онотмағыҙ.

Сыңғыҙхан сәләмәтлегенең сере

Әле күптән түгел монгол императорҙары тураһында төшөрөлгән күп сериялы бер фильм ҡараным. Фильмда Сыңғыҙхандың, уның ғәскәренең байрамдарҙа әсегән ҡымыҙ эсеүе телгә алына. Тап ҡымыҙ эсеүҙәре арҡаһында ла уның ғәскәре ауыр шарттарҙы сыҙамлы кисергәндер. Монголдар миңә башҡорттарҙы хәтерләтте. Монгол ғәскәренең артынан бер көтөү ҡуй малы, бер төркөм эшсе халыҡ эйәреп йөрөгән. Улар һарыҡ, йылҡы ите ашаған һәм ҡымыҙ эскән. Барыһы ла юл шарттарында атҡарылыуын иҫәпкә алғанда, Сыңғыҙхандың даһилығына тағы бер тапҡыр инанаһың. Ни өсөн икәнлеген киләһе бүлектә аңлатырмын.

Ит ашағас, ҡымыҙ уртла

Бөгөнгө көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәүсе башҡорттарҙың көнкүрешендә һарыҡ, йылҡы көтөүе айырылғыһыҙ. Ошо төбәктә йәшәгән ырыуҙар элек ярым күсмә тормош алып барған. Бойҙайҙы ул ултыраҡ тормош алып барыусы ырыуҙарҙан иткә алыштырып алған. Йәйләү шарттарында күберәген сөсө икмәк бешергән. Әммә аҙыҡтың төп өлөшөн әлеге лә баяғы ит биләгән. Ә итте саманан тыш күп ашау ашҡаҙанға ныҡ көсөргәнеш тыуҙыра. Итте организм өсөн файҙалы микроэлементтарға тарҡатыу өсөн ферменттар кәрәк. Шул ферментты ҡымыҙ тулыландырған да инде. Башҡорт ҡымыҙ эсеп, ул ҡымыҙ ашҡаҙанындағы итте эшкәртергә булышлыҡ иткән. Шулай итеп, боронғолар итте һуңғы файҙалы элементына тиклем үҙләштерә белгән. Шуға ла ашҡаҙаны шәп булған уның. Хәҙер беҙ итте нисек ашайбыҙ? Ҡоролай ашабыҙ. Иң ауыр ит һаналған һыйыр итен генә алайыҡ. Ул йомшаҡ түгел. Бигерәк тә олоғайған һыйыр малының ите ҡаты була. Шундай итте ашағандан һуң төн уртаһында ашҡаҙан ауырта башлай. Ни өсөн ауырта? Сөнки ит ашҡаҙандан эсәктәргә китмәй. Артабан китер өсөн фермент кәрәк. Ә фермент нимә була? Бауырҙан кислота бүленә лә, итте бәләкәй өлөштәргә тиклем тарҡата. Шуның өсөн башҡорттар борон-борондан ит менән ҡушып, ҡымыҙ эскән.

Ит тураһында

Минән ни өсөн төрлө халыҡтарҙа теге йәки был итте ашау тыйылыуы тураһында ла һорайҙар. Мәҫәлән, ни өсөн славян халыҡтары йылҡы итен ашамай? Сөнки улар атты изге хайуан тип һанай. Көнбайыш Европа халыҡтарында ла йылҡы итен ашаусылар ҙа, ашамаусылар ҙа бар. Мәҫәлән, француздар йылҡы итен ашай, ә инглиздар, немецтар - ашамай. Теге йәки был йорт хайуаны культы, йәки, киреһенсә, ул хайуан итен ашауға табу һалыныуы, ғәҙәттә, дини ҡанундар менән аңлатыла. Фәнни күҙлектән ҡарағанда был күренештәрҙең сәбәбен аңлауы ауыр түгел. Өсөнсө миҫалды - мосолмандарҙың сусҡа итен ашауҙан тыйылыуын ҡарайыҡ. Физиологик йәһәттән был хайуандың эске ағзалары кешенекенә бер ни тиклем оҡшаш. Шунлыҡтан, сусҡалар кешеләр араһында таралған ауырыуҙар менән яфалана, уны тарата. Элек, мәҫәлән, сусҡаларҙың тағун (чума) эпидемияһын таратыуы уларҙы аҫырауҙы тыйыуға килтергән бер сәбәп булған. Ваҡыт үтеү менән көнкүрештә тыйылған был әйбер дин өлкәһенә лә үтеп инеп, нығынған. Бөгөнгө көн ысынбарлығынан сығып ҡарағанда, минең уйымса, сусҡаға ваҡытында вакцинация яһалған, ул яҡшы шарттарҙа үҫтерелгән икән, хатта сусҡа итенең дә зарары юҡ. Йәғни, әрмелә беҙҙең егеттәргә сусҡа итен ашарға тура килһә, бынан трагедия яһарға кәрәкмәй. Былай ҡарағанда ла сусҡа ите шул тиклем йомшаҡ, һығылмалы ит. Уны эшкәртеү ашҡаҙанға ла еңелерәккә тура килә. Ул иттән бешерелгән шешлек тә башҡа ит менән сағыштырғанда һәйбәтерәк килеп сыға. Әгәр был ит тураһындағы һүҙ һеҙҙең дини ҡараштарығыҙға ҡаршы килә икән, мин уны бер кемгә лә көсләп таҡмайым. Бары тик лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһенә таянып, был иттең кеше һаулығы өсөн зыянһыҙ икәнлеген еткерергә теләүемдән генә был темаға туҡталдым. Файҙа тигәндәй, йылҡы итенә еткән ит юҡ инде ул барыбер. Йылҡы итендә холестерин, йәғни майҙан бүленеп сыҡҡан фермент булмай. Тимәк, йылҡы ите ашаған кеше йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бирешмәй.

Башҡорт халыҡ медицинаһы

Кемдер: "Беҙҙең ата-бабалар был ризыҡтарҙың файҙаһын нисек иҫәпләп сығара алды икән?" - тип тә уйлап ҡуйғандыр. Һуңғылар менән дә килешергә була. Ни тиһәң дә, тәбиғәте менән табип та булған ул башҡорт. Юҡҡа ғына рус зыялылары, табиптарҙан өҫтөнөрәк күреп, башҡорт халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итмәгәндер бит. Ошо фекерҙән сығып, тағы шуны әйтке килә: әгәр иҡтисади көрсөк артабан бөтөн дәүләт, һаулыҡ һаҡлау институттарын эшлектән сығара ҡалһа (әлбиттә, беҙ быны теләмәйбеҙ), беҙҙең халҡыбыҙ һис юғы медицина препараттары етешмәүҙе еңелерәк кисерәсәк. Сөнки уның баҡсаһы ла, дарыуы ла эргәһендә, тигән һығымта яһағы килә. Ҡымыҙы, ҡаҙыһы, йылҡы ите, ҡорото, балы бар бит халҡыбыҙҙың.

ЙОМҒАҠЛАП...
Бөгөн беҙ милли ризыҡтарыбыҙ тураһында фәнни күҙлектән сығып һүҙ алып барҙыҡ. Кемдер үҙенең белем багажына яңы факттар өҫтәгәндер, кемдер быға тиклем ишеткән, белгәнен хәтеренә нығытҡандыр. Тағы бер генә һүҙ ҡалған икән. Халҡыбыҙҙың бик шәп һыҙаты бар: ихласлыҡ. Ике- өс сәғәт элек кенә танышҡан ят кешене кем үҙенең баҙына алып төшөп, ғүмер буйы йыйған байлығын күрһәтһен? Бары тик беҙҙең кеше генә бындай ихласлыҡҡа барыусан. Әле бына бөгөнгө геройыбыҙ ҙа "хазина күрһәтәм", тип, үҙ йортона саҡырҙы. Йорттоң иң аҫҡы өлөшөндә, хужаның китапханаһында, меңәрләгән китап һаҡлана. Ул китапханала, башҡа авторҙарҙың хеҙмәттәре тупланмаларынан тыш, хатта Лениндың да бөтөн яҙмалары бар. Ғалим был коллекцияны йәш сағында уҡ уҡып сыҡҡан. Ике ҡатлы коттедждың аҫты - китапхана, оҫтахана ролен үтәй, ер өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан ике ҡаты иһә ял һәм эш урыны. Һәр ҡатта йыуыныу бүлмәһе, бәҙрәф-ванналар бар. Урамда ҡош-ҡорттоң ниндәйе генә юҡ: тауыҡтарҙың, ҡаҙҙың, өйрәктең, күркәләрҙең әллә нисәмә төрө йөрөй. Баҡсала һыу һиптереү системаһы менән йыһазландырылған йылытҡыс (теплица) күҙ яуын алып ултыра... Бер төймәгә баҫһаң, система үҙенән-үҙе төрлө яҡҡа һыу һиптерә башлай. Барыһы ла Азамат Букановтың үҙ ҡулдары менән эшләнгән. Әйткәндәй, теманан бер аҙ ситләшеп, геройыбыҙҙың ниндәй хужа булыуын тасуирлай башлауыбыҙҙың сәбәбе етди. Киләсәктә Азамат Мөхтәр улынан, нисек уңышлы йорт хужаһы булырға, тигән темаға ла фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һорап, уның ризалығын алдыҡ, тигән һүҙҙе генә уҡыусыларыбыҙға еткерге килә. Тимәк, осрашыуҙар алда буласаҡ әле.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.08.15 | Ҡаралған: 2518

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru