"Ислам дәүләте" тураһындағы хәбәрҙәр бер нисә йыл элек ишетелә башлағайны. Был террористик берләшмә әҙ генә ваҡыт эсендә үҙ сафтарына бөтә донъя буйлап кешеләр йәлеп итеү эшен киң йәйелдерҙе. Экстремистик характерҙағы материалдар 15 телгә тәржемә ителеп, видеохостинг, социаль селтәрҙәр, үҙҙәренең һәм берләшмәгә лояль мөнәсәбәттә булған ваҡытлы матбуғат саралары аша таратыла. Улар әленән-әле заманса технологияларҙы үҙләштерә һәм вербовкалау өсөн яңы форматтар эҙләй.
Күптән түгел Египеттың дини бойороҡтар буйынса баш идаралағы хәбәр итеүенсә, "Ислам дәүләте" оҙаҡламай үҙ рәтенә яңы ағзалар вербовкалау стратегияһын үҙгәртеп, эшмәкәрлеген ғәрәп төбәгенән Кавказ, Үҙәк Азия һәм Индонезия тарафтарына күсерәсәк. Был райондар осраҡлы рәүештә һайланмаған. Берләшмәнең вербовкалаусыларына иҡтисади, социаль һәм мәҙәни өлкәлә "проблемалары" булған дәүләттәрҙә эшләү еңелерәк. Бындай тенденция, башлыса, Урта Азия республикалары - Ҡырғыҙстан һәм Тажикистанға - хас. Ә Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанда хәлдәр икенсе төрлөрәк. СССР тарҡалғандан һуң был дәүләттәр етештереү ҡеүәттәренең бер аҙын ғына булһа ла һаҡлап ҡала һәм иҡтисади йәһәттән яңы реаль ысынбарлыҡҡа яраҡлаша алды. Унан тыш, улар Тажикистандағы кеүек оҙайлы хәрби конфликттарҙы һәм Ҡырғыҙстандағы һымаҡ сәйәси күтәрелештәрҙе урап үтеү мөмкинлеге тапты.
"Ислам дәүләте" террористик ойошмаһының "ғәҙел дәүләт" төҙөү идеяһы яңы ғына барлыҡҡа килмәгән. Асылда, "Ислам дәүләте" әлеге ваҡыттағы дәүләт ҡоролошона альтернатива тәҡдим итә һәм ул тик бер генә критерийға - "ғәҙеллеккә" таянасаҡ, тип бара. Халҡы булмаған дәүләт - дәүләт түгел, шуға ла "Ислам дәүләте" етәкселәре үҙҙәре рәтенә яңынан-яңы граждандар йыйыу эшмәкәрлеген киң йәйелдерә. Террористик ойошмаға килеүселәрҙе бер нисә категорияға бүлергә мөмкин. Беренселәре - һай белемле һәм бәләкәй, тотороҡһоҙ килемле кешеләр. Был төркөмгә ҡарағандар нәҡ ярлылыҡты әлеге дәүләттәрҙәге ғәҙелһеҙлек билдәһе тип һанай һәм улар өсөн берләшмә тәҡдим иткән идея ҡараңғы тоннелдең осонда күренгән яҡтылыҡҡа тиң. Үҙҙәренең әлеге хәленән күңелдәре ҡайтҡан һәм төшөнкөлөккә бирелгән был төркөм кешеләре "иман өсөн ыҙа сигеүсе" роленә риза була. Нәҡ улар "Ислам дәүләте" етәкселәре үлемдар сифатында ҡулланған радикалдар рәтен тулыландыра ла инде. Икенсе төркөмгә ҡарағандар ошондай уҡ "хәүефлеләр" рәтендә. Улар ҙа үҙҙәренең әлеге тормошо менән риза булмаған, эргәһендәге, илдәге, ғөмүмән, бөтә донъялағы хәлде үҙгәртергә теләүсе, тирә-яҡтағыларҙан күңеле ҡайтҡан, көс ҡулланырға яратыусы кешеләр. Шул уҡ ваҡытта улар йәмғиәттә бейек социаль урын биләүсе, белемле һәм тәү ҡарашҡа уңышлы кешеләр.
Вербовкаланыусыларҙың йәштәр менән эш итеү алымы башҡаларҙыҡынан ҡырҡа айырыла. Тормошта үҙҙәрен эҙләүсе һәм йәш көрсөгөн кисереүсе үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең психологик үҙенсәлектәрен файҙалана улар. Икеләнеүсән йәштәр үҙҙәрен ниндәйҙер бер сәйәси, дини һәм башҡа социаль ойошма вәкиле сифатында "табырға" тырыша.
"Ислам дәүләте" эшмәкәрлеге менән бөтә донъя илдәре лә көрәш алып бара һәм үҙ граждандарын уның рәтенә барып эләгеүҙән араларға тырыша. Мәҫәлән, Рәсәй быйыл халыҡ араһында был берләшмә идеяһын пропагандалау менән көрәшеүсе ФСБ-ның махсус бүлеген булдырҙы. Үзбәкстанда, Тажикистанда ла ошо уҡ юҫыҡта эшмәкәрлек йәйелдерелә. Ҡаҙағстанда һәм Ҡырғыҙстанда, шулай уҡ Рәсәйҙә телефон аша консультатив ярҙам күрһәтеүсе "ҡыҙыу линия" эшләй.
Шулай итеп...
Махсус хеҙмәттәр мәғлүмәттәренә ярашлы, "Ислам дәүләте" сафында әлеге ваҡытта 2 мең тирәһе Рәсәй, 300-ҙән ашыу Ҡырғыҙстан, 200 тирәһе Үзбәкстан, 400-ҙән ашыу Тажикистан һәм Ҡаҙағстан граждандары бар. Күренеүенсә, мәсьәлә көндән-көн ҡатмарлаша һәм бөтә дәүләттәрҙең дә тиҙ арала ошо юҫыҡҡа иғтибарын тағы ла арттырыуҙы һәм үҙ граждандарын был ҡапҡандан һаҡлап ҡалыу юлын табыуҙы талап итә.
Гөлназ МАНАПОВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|