1998 йылдың 19 июль төнө... Донъяға өр-яңынан тыуған көнөм, йәғни төнөм. Ғәжәп, тәүге тапҡыр ҙа мин төндә тыуғанмын. Икенсе тыуған төнөмдө мин "Тәүбә төнө" тип тә атайым. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки мин тап шул мәлдән башлап Шешәбикә ханым менән хушлаштым. Мине юғалтыу ҡайғыһынан үкереп илап ятып ҡалды ул. Был "ҡара яу" афәтенән мин үҙ-үҙемде ҡулға алып, тик ихтыяр көсө ярҙамында ғына ҡотолдом. Тәүге рюмканы ҡулыма 1982 йылда алғайным. Тәүҙә студент ятағында һыранан башланым, яйлап-яйлап шарапҡа, араҡыға күстем. Аҙаҡ, был аҙғын Шешәбикәнең ҡолона әүерелеп, 16 йыл ғүмеремде әрәм иттем. Эскелекте аҙғын ҡатынға сағыштырыуым да юҡтан ғына түгел: ул үҙе һәр саҡ һиңә ҡосағын йәйеп тора, тәм итһәң, күңелле һымаҡ, тормоштағы ҡытыршылыҡтар тигеҙләшә, ә ул: "Тағы, тағы, йә..."- тип ымһындыра. Әммә шул уҡ "ҡатын" иртәгәһен эсеңдә үлеп ятҡан бесәйгә әүерелә. Тышҡа сығып, кире ҡосағыңа ташланыр өсөн йәнә ирендәреңде тейгеҙеүҙе һорай, талап итә. Саҡ-саҡ ҡына ауыҙға алдыңмы, тәүҙә ҡып-ҡыҙыл булып биткә сыға, аҙаҡ булмышыңа күсеп, тағы ла һиндә йәшәүен дауам итә.
Нисек эскене ташларға һуң? Никахһыҙ ҡауышҡан был "албанкы" ҡатындан нисек ҡотолорға? (Беҙҙең яҡта аҙғын ҡатындарҙы албанкы тиҙәр). Ғәҙәттә, эсеүен ташларға уйлаған кеше, үҙендә көс тапмаһа, наркологҡа йә психологҡа бара. Нарколог медицина препараттары менән дауалай, әммә дарыуҙарҙың көсө ваҡытлыса ғына. Психолог иһә һиндә булған ыңғай көстәрҙе уятып, был сиргә ҡаршы йүнәлтә. Әммә психолог туҡтауһыҙ ҡатмарлыҡтар тыуҙырған тормош юлыңда һәр саҡ яныңда була алмай. Ә бит кеше ауырлыҡтар алдында үҙ-үҙен еңә алмаған осраҡта рюмкаға ынтыла.Үҙ аллы, тик ихтыяр көсө менән был афәттән ҡотолоу мөмкинме? Үҙемдең тәжрибәнән сығып әйтәм: мөмкин! Тәүбә төнөнән алып бөгөнгәсә кисергәндәремде иҫләй торғас, ҡыҙыҡ ҡына яҙмалар барлыҡҡа килде. Үҙҙәре был ҡоллоҡтан ҡотолорға теләп тә, көстәре, ихтыярҙары етмәгәндәргә ошо яҙмаларымды тәҡдим итәм. Бәлки, ярҙамым да тейер. Был яҙмаларымды шартлы рәүештә "Һабаҡтар" тип атаным.
1-се һабаҡ: "Хоҙай өс тапҡыр иҫкәртә"
Аллаһы Тәғәлә кешегә өс тапҡыр иҫкәртеү ебәрә, тиҙәр. Был иҫкәртеүҙәр төрлөсә булыуы бар. Кемделер ул йәшәү менән үлем араһына ҡуя, икенселәргә кинәйә генә ебәрә. Саҡ-саҡ үлемдән ҡалғандарҙың был хәлгә көлөп ҡарауҙары аптырата. Тәүбә төнөмә тиклем мин ике тапҡыр иҫкәртеү алғайным инде, тимәк шул киҫәтеүҙе ҡабул итмәгән булһам, бөгөн, бәлки, яҡты донъяларҙа булмаҫ инем. Бөтә хикмәт иҫкәртеүҙе аңлауҙа һәм артабан шундай хәлгә ҡалмаҫ өсөн кисекмәҫтән саралар күреүҙәлер. Тәүге ике иҫкәртеү миңә бик ҡаты эскәндән һуң түҙеп торғоһоҙ баш ауыртыу, бахмур синдромы менән килде. Тәүгеһендә телем болғанып, һөйләшә алмаҫ хәлгә килдем, икенсеһендә иҫемде юғалтып ҡоланым. Ике осраҡта ла мин яйлап-яйлап баш төҙәтеү юлы менән аяҡҡа баҫтым. "Шынаны шына менән һуғып сығаралар", тип әйтәләр бындай саҡта.
Өсөнсө иҫкәртеү алдынан өс көн буйына күп итеп һыра, шарап, коньяк, араҡы һемерҙем. Компаниябыҙ ҙа бик елле ине, һуңғы тостарҙы әйткәнде бөтөнләй хәтерләмәйем. Төндә уянып киттем дә, хәлемдең үтә мөшкөллөгөн аңланым: баҡтиһәң, үлемдең эргәһенә үк килеп баҫҡанмын икән. Бер генә аҙым ҡалған, хәҙер аяғыма баҫып китмәһәм, йөрәгем туҡтаясаҡ. Көс-хәл менән тороп, бүлмә буйлап йөрөргә тотондом, йөрәк туҡтаған еренән кире эшләй башланы. Һыу эсергә, эсемдәге "үлгән бесәйҙе" һуғарырға иттем. Барманы. Шешә төбөндә ҡалған араҡыны стаканға һалып, еҫкәргә лә өлгөрмәнем, сайҡалып киттем. Ярамай! Ярты сәғәт самаһы бүлмә буйлап тәпәйләгәс, кире ятып ҡарарға уйланым. Әммә башымды терәүем булды, төпһөҙ упҡынға тәгәрәй яҙҙым. Тағы ла күҙемә үлем күренде, "теге яҡ" та эргәмдә генә яҡшы уҡ күренә, унда инеп китһәң, еңел генә булып ҡалыр һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта был яҡта аңлатып булмаҫлыҡ үкенес ҡала төҫлө. Әле әсәйем, атайым менән хушлашып өлгөрмәгәнмен, балаларымдың башынан һыйпамағанмын. Әммә мин өйҙә бер үҙем, улар минән алыҫта. Миңә ни, ярар, "рәхәтлеккә" сумыр ҙа китермен, һуң уларға ҡыйын буласаҡ бит. Упҡынға сумып уҡ өлгөрмәҫ борон, ҡапыл һикереп аяғыма баҫам да, донъялыҡҡа кире ҡайтҡандай булам. Тағы ла бүлмә буйлап йөрөргә тотонам. "Теге яҡта" шул тиклем рәхәт, был яғы бик-бик ауыр икән!
Хәҙер инде һыу эсеү, йә булмаһа, баш төҙәтеү мөмкинлеге бөтөүен тулыһынса аңлар хәлдәмен. Бүлмә буйлап йөрөйөм дә йөрөйөм. Туҡта әле, ятып булмаһа ла, ултырып тороу мөмкиндер. Ултырғысҡа терәлеүем була, йөрәк дөпөлдәй башлай. Тағы ла аяғыма баҫып, мине донъяла әлегә йәшәтеүсе берҙән-бер шөғөлдө дауам итәм - иҙән таҡтаһын шығырлатам. Башҡаса сарам юҡ...
Редакциянан: Авторҙың был яҙмалары гәзитебеҙҙә баҫылып сыҡҡайны инде. Актуаллеген, мөһимлеген иҫтә тотоп, уларҙан тағы ла өҙөктәр биреп алырға булдыҡ. Уны уҡып, тағы кемдәрҙер тәүбә һүҙе яҙырға батырсылыҡ итһә (аноним булһа ла ярай), уларҙы ла гәзитебеҙҙә баҫып сығарыр инек. Хаттар көтәбеҙ.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА