2-се һабаҡ:"Иң ауыры - тәүге көн"
... Көнмө был, төнмө? Тәҙрәнән урамға ҡараһам, көн һымаҡ, диҡҡәтемде бүлмә эсенә күсерһәм, күҙ алдыма төн баҫа. "Туҡта, был минме әле ул?" тип, көҙгөгә ҡараш ташлайым. Унан миңә тексәйеп ҡарап торған бәндәне танымайым да һымаҡ. Кем һуң ул? Ҡайҙалыр осратҡан да, күргән дә кеүекмен. Күҙҙәремде йомоп, кире асам. Бер аҙ сырамыттым, үҙемә оҡшаған икән дәһә...
Тик тороуым тағы ла йөрәккә көс төшөрҙө, фатирымдың һәр бүлмәһенә сығып, һәр таҡтаһына баҫып, бик оҙаҡ йөрөнөм. Саҡ-саҡ ҡына хәл ингәндәй булды. Үҙ хәлемә ситтән ҡарап эш итергә кәрәк икәнлеген иҫемә төшөрҙөм. Был һабаҡты бер ағай өйрәткәйне. Ул шунан ғибәрәт: иң ҡыйын саҡта үҙлегеңде ситкәрәк ҡуйып, үҙ-үҙеңә икенсе кеше күҙлегенән ҡарау. Оҙаҡ көттөрмәне, сәсрәтә әйтте миңә ҡарап торған кеше: "Әхмәр, нишләүең был, һиңә бит аяҡ һуҙырға ла оҙаҡ ҡалмаған. Үлеп-нитеп китһәң, туғандарың башҡалар алдында оятҡа ҡаласаҡ бит. Көллө мир һөйләп, аяҡ күтәреп көләсәк. Балаларың ғүмер буйы: "Беҙҙең атай эсеп үлгән", - тигән мәсхәрә утында янасаҡ. Был бүлмәлә ҡалма, тиҙерәк, тиҙерәк ысҡын бынан..."
Ҡаланан алыҫ түгел ауылда йәшәүсе бер туған апайымды иҫкә төшөрҙөм. Эйе, һис юғы уның менән хушлашып өлгөрәйем. Көс-хәл менән кейенеп, шаулап торған ҡала урамына сыҡтым. Йорттар ауып барған һымаҡ, машиналар баштүбән йөрөгәндәй. Сайҡалып, ҡолай яҙҙым. Трамвайға ултырҙым, тик инеүем булды, йөрәк йәнә туҡтай яҙҙы. Бер туҡталыш барғас, төшкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Кеше һирәгерәк йөрөгән урамдар, тыҡрыҡтар буйлап, автовокзал яғына һәлпәнләйем. Тейешле маршрутҡа билет алып, автобус көтәм. Кешенең күплеге. Ниңәлер барыһы ла шат йылмая, сәбәп юҡтан, һылтау табып, хахылдаша. Әллә минән көләләрме? Береһе килеп, бер ауыр һүҙ әйтһә, ҡысҡырып илап ебәрерҙәймен. Бөтә кешеләр алдында нин-дәйҙер ғәфү итмәҫлек гонаһ ҡылған кеүекмен.
Оҙаҡ көттөрмәне, килде кеше ташығыс арба. Йөҙ кеше һыйҙырышлы автобусҡа ике йөҙләп кеше һыя икән, әммә был минең файҙаға түгел. Тын алғыһыҙ. Йөрәк өлпөлдәргә тотондо, ул туҡтамаһын өсөн берҙән-бер сарам - хәрәкәт. Бер-береһенә тығыҙ һылышҡан кешеләр араһында ҡыҫылып торған килеш ҡыймылдарға, йәшәргә тырышам. Мең бәлә, йөҙ ыҙа менән, пассажирҙарҙан әрләнә-әрләнә, саҡ үлмәй, ауылға барып еттем.
Мине күргән апайым илап ебәрҙе, йүгереп йөрөп сәй ҡуйҙы, тәғәм хәстәрләне. Уларҙы ауыҙға ҡабыу түгел, күтәрелеп тә ҡарай алмайым. Апайым менән хушлашып уҡ бөттөм, тағы ла икәүләшеп илашып алдыҡ. Кискеһен дә ни ашай, ни сәй эсә алмай, апайым һалып биргән урынға ятырға уйланым. Барлығы биш секундтай ғына ойоғанмындыр, үҙемә таныш булған кисереш аша тағы ла упҡынға тәгәрәйем.
Хәҙер инде мин өс көн, өс төн керпек тә ҡаҡмағанмын. Өйҙәгеләргә ҡамасауламаҫ өсөн, тышҡа сыҡтым. Ихата уртаһында тауҙай бесән өйөлөп ята. Еҙнәм уны көндөҙ "Беларусь" менән алып ҡайтҡан. Тел осомда "Хәрәкәт, хәрәкәт" тигән һүҙҙәрҙе ҡырҡ ҡабатлап, ихата буйлап бергилке әйләндем дә, ҡулыма һәнәк алдым. Ипләп кенә, остоҡ ҡына бесән сәнсеп, әүеҫлек башына ташланым, тағы ла сәнстем, тағы...
Унынсы ҡат өҫкә бесән елгәргәндә, маңлайымдан ағып төшкән бер тамсы тир ғәләмәтен тойҙом. Тәнем буйлап һыуыҡ һауа ағымы йүгереп үтте. Был юлы инде һәнәгемә күберәк бесән эләктерҙем. Тағы ла биш тапҡыр ынтылғас, арҡам лыҡма һыу булды. Бер аҙҙан шыбыр тиргә баттым, ҡапыл хәлем бөттө. Соланға инеп, биҙрәлә ултырған һыуға йомолорға иттем. Эскән генә шыйыҡса кире ауыҙҙан китте.
Минең хәлемде уйлап, йәнен ус эсендә тотҡан апайым өйҙән килеп сыҡты. Ул бер ҡулымдағы сүмескә, икенсе ҡулымдағы һәнәккә ҡарап, хәлемде үҙенсә баһалап, кире өйгә йомолдо. Мин тағы ла бер нисә һәнәк бесән ташлағансы, иҙелгән ҡорот һурпаһы сығарҙы. Үҙемде ошондай саҡтарҙа мең тапҡыр ҡотҡарған ҡеүәтле шыйыҡсаны бер тынала эстем. Әммә эсемдәге теге "үлгән бесәй" ҡорот әселеген үҙһенмәнеме, ауыҙымдан кире сығарҙы. Шулай ҙа маңлайҙан туҡтауһыҙ тир аға башланы.
Бер аҙҙан апайым ҡайнар сәй яһап алып сыҡты. Эҫе шыйыҡса нисектер эскә төшөп ятты кеүек, әммә оҙаҡҡа түгел, тағы ла кирегә китте. Ахырыһы теге "үлгән бесәй" танһыҡ ризығын таптырып ҡырталаша, икенсе төрлө шыйыҡса ҡойһаң, әллә үсегеп инде, баш тарта.
"Бесәй" менән таң атҡансы көрәштек: мин бер йөк бесәнде әүеҫлек башына ташлап бөтөрҙөм, апайым иһә өйҙән миңә бер туҡтауһыҙ шыйыҡса ташыны.
Эсеү ташлағанда иң ауыры тәүге көн. Эсеңдә ятҡан теге хәшәрәтте тонсоҡторҙом тип тә уйламайһың, сөнки уның ҡаны оҙайлы йылдар буйы минең дә ҡаныма күскән. Наркологтар әйтеүенсә, ҡанды тулыһынса таҙартыр өсөн кеше кәмендә 13 йыл эсмәҫкә тейеш. Тәүбә төнөмдәге иң ҙур еңеүем шунан ғибәрәт: мин тәүге тапҡыр баш төҙәтмәнем.
Бесәнен төн оҙононда әүеҫлек башына мендергәнем өсөн эй ҡыуанды еҙнәм. Иртәнсәк: "Әйҙә, ҡәйнеш, һыныҡ яҙҙыр" тип, ҡойоп та биреп ҡараны. Мин тәүге тапҡыр рюмкаға үрелмәнем.
Иң ауыры тәүге көн, тиҙәр. Артабанғы көндәрҙә лә еңел булманы.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА