Республикабыҙҙағы милли театрҙарҙың бер ҡасан да үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап ятҡаны юҡ, географик яҡтан сәхнәләре төрлө урында булһа ла, хәл ителәһе, фекер ҡораһы мәсьәләләре бер булғанғамы, Өфөнән ситтә ятҡан театрҙарҙа эшләүселәрҙе баш ҡалала йыш осратырға була. "Ижадхана"ның бөгөнгө геройының исеме лә рухи мәркәзебеҙҙең сәнғәт ҡорҙарында йыш яңғырай һуңғы осорҙа, сөнки ул бына ике йыл рәттән режиссерҙарҙы һәм драматургтарҙы бер үҙәккә йыйып, әүҙем эш алып барыу менән шөғөлләнә. Салауат дәүләт драма театрының баш режиссеры Зиннур Фәрит улы СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо юҫыҡта булыр.
Юлдар театрға илтте...
Сәнғәткә тоғро булған ғаиләлә үҫтем мин. Ҡартатайым Әһлей Фазлетдин улы Сөләймәнов Ейәнсура районыныҡы, һуғыштан һуң Баймаҡҡа килеп урынлашып, айырыуса мөһим эштәр буйынса следователь булып эшләгән. Тик сәнғәткә һөйөүе тынғылыҡ бирмәгән, ошо юлдан киткән. Районда ике музыка мәктәбе астырыуға өлгәшә, бөгөн уларҙың береһе - Иҫке Сибай ауылындағыһы һаман да эшләй һәм ҡартатайымдың исемен йөрөтә. Ҡурайҙа, скрипкала, думбырала, мандолинала һәм башҡа күп инструменттарҙа уйнаны. Өйҙәре төрлө музыка ҡоралдары менән тулы булып хәтерҙә ҡалған. Ҡартәсәй матур йырлай, әле лә уны йырлатып алабыҙ йыйылған саҡта. Атай-әсәй ҙә йырлай, шуға ла бала саҡтан йыр-моң араһында үҫкән кеше мин. Сәнғәткә ылығып китеүемә лә ошолар сәбәпселер инде.
Шулай ҙа 10-сы класты тамамлағас, юғары уҡыу йортоноң тарих бүлегенә уҡырға инә алмағас, һөнәрселек училищеһында ашнаҡсыға уҡып алдым. Ул саҡта Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда Земфира Айрат ҡыҙы Алтыншина режиссер булып эшләй ине, уның кәңәшен тотоп, Өфө сәнғәт академияһына уҡырға инеп, актер һөнәрен үҙләштерҙем. Уҡытыусыларыма рәхмәтлемен, һөнәр серҙәренә төшөндөрҙөләр, тел байлығын ҡулланырға, матур итеп һөйләшергә өйрәттеләр, сәнғәткә һөйөү уяттылар, ошонан һуң башҡа юлдар эҙләмәнем, быныһы тап минеке ине. Тик минең баштан уҡ режиссер булыу теләге бар ине. Курсыбыҙ менән Стәрлетамаҡ театрына эшкә урынлаштыҡ. Режиссерыбыҙ Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова ике йыл үткәс, артабан мине спектаклдәр ҡуйырға дәртләндерәсәк әкиәттәр эшләргә форсат бирҙе. Шулай яйлап режиссураға аяҡ баҫтым. Вахтангов исемендәге академик театр эргәһендәге Щукин исемендәге театраль институтта Александр Поламишев, Сергей Яшин кеүек ҙур шәхестәрҙең ҡулында уҡыуы ҙур һөйөнөс булды. Арыҫлан Йәнбәков менән беренсе институтты ла бергә тамамланыҡ, Мәскәүгә лә бергә киттек. Уның менән яҡын дуҫтар булдыҡ, ғаиләләр менән аралашып йәшәнек. Дүрт йыл бергә уҡыныҡ, бар ерҙә лә белемебеҙҙең, башҡорт театр сәнғәтенең кәм түгеллеген раҫланыҡ, үҙебеҙҙе лә, халҡыбыҙҙы ла күтәрергә тырыштыҡ.
Милли театр - ул ниндәй?
Сәхнәлә актер булып эшләп йөрөгән кешенең ҡапыл режиссураға тартылыуының сәбәптәре төрлөсә булыуы ихтимал. Тик актер һөнәрен эстән белеү режиссерға ныҡ ярҙам итә, был турала күптәрҙең әйткәне бар. Актерлыҡ мәктәбен үтмәһәм, мин бөгөнгө кеүек эшләй ҙә алмаҫ инем. Ун йыл артист булып эшләгәндә бер юлы спектаклдәр ҡуя инем, 2002 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем 23 спектакль сәхнәгә сыҡҡан. Театр менән сикләнмәнем, ҙур байрамдарҙың, һабантуйҙарҙың, фестивалдәрҙең, концерттарҙың режиссерҙары булдым.
Уйлап ҡараһаң, театр сәнғәте башҡортҡа бик хуш килеп кенә торған өлкә, сөнки йырлы, бейеүле халыҡтың борон-борондан һәр сығышы үҙе бер театр булған. Халыҡ йыйындарындағы сәсәндәр әйтеше, риүәйәттәребеҙ, йолаларыбыҙ ҡасандыр иртәме-һуңмы театрға алып барып еткерергә тейеш ине. Унан һуң, телебеҙҙең моңо бар, башҡа милләттәр: "Һеҙҙең тел йырлар өсөн генә яратылған", - тип һоҡлана. Бөгөнгө башҡорт театры рус психологик мәктәбе нигеҙенә ҡоролған. Уға нигеҙләнмәгән булһа, ул көнсығышҡа яҡыныраҡ, фольклор, йолалар нигеҙендә ҡоролор ине, моғайын. Ҡытайҙа, Японияла үҙ мөхиттәрендә барлыҡҡа килгән театрҙар кешегә бөтөнләй икенсе кимәлдә - энергиялар, символдар аша тәьҫир итә, беҙҙең театр ҙа шулайыраҡ йүнәлештә эшмәкәрлек итер ине.
Йолалар күрһәтеп кенә театр үҫешә аламы, тип йыш һорайҙар. Әлбиттә, мөмкин, беҙҙең театрҙарҙа бындай спектаклдәр ҙә күп. Йоланың бар нескәлегенә төшөнөп, профессиональ кимәлдә эшләп сәхнәгә сығарғанда, ул милли театрҙың йөҙөн билдәләрҙәй әйбер була ала. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙың, яҡуттарҙың, бүрәттәрҙең милли темаларға арналған әйберҙәре бик көслө һәм улар "Алтын битлек" Бөтөн Рәсәй театр фестивалендә ҡатнашып тора. Беҙҙең башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған "Ҡара йөҙҙәр" спектакле лә быйыл "Алтын битлек"кә тәҡдим ителде. Айрат Абушахманов йолаларға таянып, бөтөн донъя кимәлендә театрыбыҙҙың кимәлен күрһәтә торған әйбер эшләне. Әлбиттә, театрҙа йолаларға ғына ҡоролған спектаклдәр булырға тейеш тигән һүҙ түгел был, спектаклдәр төрлө булырға тейеш.
Беҙҙе башҡорт тамашасыһы ғына ҡарай барыбер, тип тә эшләй алмайбыҙ. Беҙҙең халҡыбыҙ ҙа бөтөн донъя мәҙәниәтенә үтеп инергә, беҙ улар менән бергә үҫергә тейешбеҙ. Киң ҡарашлы булырға кәрәк, беҙ бит бөтөн донъя менән бергә йәшәйбеҙ, айырым түгел.
Иң ауыр жанр
Драматургия - ул иң ҡыйын жанр. Унда быуаттар буйына эшләнелгән, шымартылған ҡанундар бар, шуларҙы белер өсөн күп уҡырға, белергә кәрәк. Был жанрҙың нескәлектәре күп, әйтәйек, романда фекереңде уҡыусыға еткерер өсөн 100 бит, 1000 бит яҙырға була, пьесала һәр һүҙ ҡәҙерле, ул кәрәкле урында ғына булырға тейеш. Һинең ике сәғәт ваҡытың бар, шул мәлдә тамашасының күңел төпкөлдәренә үтеп инеп, уның тойғоларын уятып өлгөрөргә бурыслыһың.
Шуға ла драматургтарға ярҙам итеү маҡсатынан продюсер Әлиә Яхина менән берлектә Заман драматургия һәм режиссура үҙәген барлыҡҡа килтергәйнек. Алдан әйтеп үтеүемсә, Мәҙәниәт министрлығының ярҙамы менән семинар-лаборатория үткәрәбеҙ. Ғөмүмән, республикаға бындай үҙәк күптән кәрәк ине. Ул театр донъяһындағы йәштәрҙе берләштерә, уларҙы драматургияға, театрға ылыҡтырасаҡ. Драматургтар һәм режиссерҙар өсөн семинарҙар менән генә сикләнмәйәсәкбеҙ, алдыбыҙҙа фестивалдәр үткәреү, белем биреүсе форумдар ойоштороу бурысы тора. Әйтәйек, беҙҙә театрҙар өсөн тауыш, яҡтыртыу операторҙарына, башҡа йүнәлештәрҙә эшләүсе белгестәргә уҡытмайҙар. Педагогтар саҡыртып, режиссерҙар, актерҙар, әҙәби, реклама бүлектәре белгестәренә курстар үткәрергә ине. Был эштең кәрәклеген Мәҙәниәт министрлығында ла аңлайҙар һәм ярҙам итергә тырышалар.
Эргәбеҙгә бер төркөм драматургтарҙы йыя алдыҡ. Уларҙын араһында әле генә ҡәләм тотҡан йәштәр ҙә, башҡа жанрҙарҙа танылыу яулаған әҙиптәр ҙә бар. Тағы ла күбәйһен ине улар, ғөмүмән, яҙышҡан шәхестәребеҙ үҙен драматургияла һынап ҡараһын ине. Башҡорт милли драматургияһы артһын, үҫешһен ине. Семинарҙың эше лә бит шуға йүнәлтелгән - йәш драматург режиссер, композитор, педагогтарҙы ишетеп, өйрәнеп, тәүге һабаҡтар ала. Былтырғы лабораторияның өсөнсө этабының һөҙөмтәһе шунда - яңы әҫәрҙәр буйынса бәләкәй генә спектаклдәр күрһәтеп, республика театрҙарының директорҙары, художество етәкселәре, режиссерҙарына күрһәттек. Үҙенсәлекле театраль биржала уларға үҙҙәренә һайлап алырға мөмкинлек булды. Әлеге көндә беҙҙең семинарҙа "бешеп" сыҡҡан пьесалар менән республика театрҙарында бер нисә спектакль ҡуйылып ята. Салауат дәүләт драма театры Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы үткәргән ике грант отто, әле репетициялар бара, беҙҙең үҙәктең драматургтары Шәүрә Шәкүрова менән Дамир Йосоповтың пьесалары буйынса. Йәш драматург Диана Ғиләжеваның пьесаһы буйынса "Нур" театрында кескәй тамашасылар өсөн спектакль ҡуйыла. Сибай театрында Альмира Мөхәрәмованың "Ярҙам ит миңә..." тигән пьесаһы ҡуйылырға тейеш һ.б. Бына шулай, көндөҙ ут яндырып эҙләйбеҙ инде драматургтарҙы, бөгөн хәстәрләмәһәк, иртәгә хәлебеҙ үҙенән-үҙе яҡшырып китмәҫ.
Тамашасыға ни кәрәк?
Режиссер булараҡ, бөгөнгө заман тамашасыһына ниндәй спектакль кәрәк икәнен аныҡ һәм теүәл белһәм, минең театрым тамашасы иң күп йөрөгән театр булыр ине. Шул уҡ ваҡытта, тамашасы быны аңламай ул тип, репертуарҙы ябайлаштырыу кәрәкмәй. Театр бит ул киң төшөнсә, ул үҙенә бөтөн сәнғәттәрҙе лә алған, унда скульптура ла, архитектура ла, йыры ла, бейеүе лә бар, темалар ҙа унда төрлө-төрлө булырға тейеш. Бөтөн донъяны, тотош заманды күрһәтә торған спектаклдәр кәрәк, ниндәйҙер сикләүҙәр индереү дөрөҫ түгелдер. Заманса пьесаны нисек яҙыу тураһында фекеремде белдерә алам, әммә мин генә был проблеманы хәл итеп бөтә алмайымдыр. Философик яҡтан ҡарағанда бында кешелектең уй-фекере ҡайһы тарафҡа йүнәлеүен, уның донъяның ҡайһы яғын аңларға маташыуын күрә белеү ҙә мөһим. Бөгөнгө замандың геройы ниндәй, уны эҙләү ҙә кәрәк.
Әлеге мәлдә театрҙа һынылыш осоро бара. Баҙар иҡтисады йәшәйешебеҙгә үтеп инһә лә, театрға инеп етмәне әле. Шуға ла репертуарлы театрҙың заманса формаһын барлыҡҡа килтереү йәһәтенән дә уйланырға мәжбүрбеҙ. Был беҙгә генә хас проблема түгел, тотош Рәсәй кимәлендә хәл әлегә шулай. Йәштәр театрға аҙ йөрөй, интернет, мәғлүмәт заманы тиһәк тә, тере һүҙҙән, ысын тойғонан бөйөгөрәк нәмәне уйлап табыуы ҡыйын ул. Шуға ла театр йәшәйеш әйләнешендә тағы ла өҫкә ҡалҡып сығасаҡ. Һуғыш мәлдәре менән сағыштырғанда, беҙ бөгөн балда, майҙа йөҙөп кенә йәшәйбеҙ. Тары бутҡаһы ашап йәшәгәндә лә театрҙы юҡҡа сығармағандар, әле лә ул һаҡланасаҡ. Островский әйткән бит: "Театр - ул милләттең өлгөрөп етеү билдәһе". Театрыбыҙҙы юғалтһаҡ, был милләтебеҙ өсөн ҡара замандар етте, тигән һүҙ буласаҡ.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Театр - тамашасы, киңерәк алғанда, теге йәки был милләт үҙен сәхнәнән күреп, үҙенең йәшәү мәғәнәһен аңлаһын өсөн кәрәк, тиҙәр. Бәлки, бына шуның өсөн генә булһа ла заманса драматургия булырға тейештер ҙә. Тик Зиннур Фәрит улы менән барыһы ла килешер: ижадсының өлгөрөп етеүен көтөп ултырырға түгел, ә ижадсыға үҙенең һәләтен күрһәтеү өсөн климат, атмосфера тыуҙырырға кәрәк. Әле генә тиерлек барлыҡҡа килгән заман драматургия һәм режиссура үҙәге республикала ошо атмосфераны тыуҙырыуҙы бурыс итеп ала ла инде. Был милли ижади мөхит милли театрҙарыбыҙ сәхнәһенән күп һорауҙарыбыҙға яуап бирер әле киләсәктә.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА