Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ТАБИПЛЫҠҠА УҠЫ ҺӘМ ТЫУҒАН РАЙОНЫҢА ЭШКӘ ҠАЙТ!
|
Ошо көндәрҙә "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева инициативаһы менән "Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең механизмы булараҡ, белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләү" тип аталған түңәрәк ҡор үтте. Уның эшендә профиль министрлыҡтары һәм ведомстволары, муниципалитет вәкилдәре ҡатнашты.
Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы белдереүенсә, Рәсәй Президентының майҙа ҡабул иткән Указдарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дәүләт медицина кадрҙары ҡытлығын бөтөрөү өсөн аныҡ саралар күрелә. Был йәһәттән табиптарҙы ауыл ерҙәрендә ҡалдырыу йүнәлешендә төрлө социаль ярҙам булдырылған. Ләкин Башҡортостанда былтыр "Земство табибы" программаһы 56 процентҡа ғына тормошҡа ашырыла. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар: программа тулыһынса федераль бюджет иҫәбенә башҡарылғанда, ул 100 процентҡа үтәлә, әммә 2013 йылдан сығымдарҙы ҡаплауҙың 50 проценты субъекттар иңенә һалынғанлыҡтан, хәл ҡатмарлаша. Сөнки күпселек төбәктәрҙең аҡсаһы юҡ. Төбәк бюджеты күпме күләмдә аҡса бүлә, федераль бюджет та шул күләмдә генә финанслай. Әлеге ваҡытта федераль бюджетта ошо программаны тормошҡа ашырыу маҡсатында 500 миллион һум резервта ята. Әгәр субъекттар аҡса бүлеп, өҫтәмә заявка бирә икән, резерв фонд шунда уҡ аҡса бүлергә әҙер. Быйыл 100 заявка бирелгән һәм уның былтырғы кеүек яртылаш ҡына тормошҡа ашырылыуына юл ҡуйырға ярамай.
Әммә "Земство табибы" - урындарҙа медиктар проблемаһын хәл итеү юлдарының береһе генә. Бынан тыш, йәш белгестәрҙе матди яҡлау, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү, торлаҡ проблемаларын хәл итеү, эш хаҡтарын арттырыу һ.б. кеүек өҫтәмә социаль ярҙам саралары менән берлектә алып барылған юғары медицина уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек кенә медицина кадрҙарына ҡытлыҡты бөтөрөүе мөмкин. Миҫал өсөн, сарала ҡатнашыусы Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рита Сәмиғуллина әйтеүенсә, районда 48 процент табиптар етешмәй. Әлбиттә, Тәтешле, Яңауыл кеүек көнбайыш райондар был мәсьәләне үҙҙәренсә хәл иткән - улар Ижевск медицина университеты менән 20 маҡсатлы урынға килешеү төҙөгән. Әммә Башҡортостанда башҡа райондар ҙа бар һәм уларҙың бар ҡарап торғаны - Башҡорт дәүләт медицина университеты. Унда ла, Рита Мадарик ҡыҙы әйтеүенсә, килешеү аныҡ төҙөлмәгән һәм төрлө ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. "Республиканың башҡа юғары уҡыу йорттары менән йүнәлтмә буйынса маҡсатлы уҡытыуға килешеү төҙөү - ябай процедура, бер медуниверситетҡа килеп терәлһәк, лабиринтҡа эләккәндәйбеҙ", - ти ул.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Вәлиев иһә республикала медицина хеҙмәткәрҙәре дефициты буйынса мониторинг алып барылыуы тураһында һәм уҡыуға ҡабул итеүҙәге проблемалар тураһында белдерҙе. "Маҡсатлы ҡабул итеү кем өсөндөр балаһын уҡырға тығыу мөмкинлеге генә булмаһын ине. Сөнки күп ата-әсә өсөн һөнәр түгел, ә юғары белем мөһим. Шул сәбәпле күптәр диплом алғандан һуң һөнәре буйынса эшләмәй. Икенсе яҡтан, муниципаль райондарҙы комплекслы үҫтермәй тороп, бер генә йәш белгес тә унда эшкә барырға атлығып тормаясаҡ. Йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн инфраструктура булыуы мөһим. Шул уҡ ваҡытта, социаль ярҙам күрһәтеү өсөн бөгөн муниципалитеттарҙың да, үҙәк район дауаханаларының да аҡсаһы юҡ. Ә был тормошҡа ашырылырға тейешле проекттың төп талабы булып тора. Тағын бер мөһим мәсьәлә - бөгөн маҡсатлы ҡабул итеү өсөн берҙән-бер критерий - БДИ. Ә ҡала балаларының күрһәткестәре ауыл райондарында уҡыған блаларҙың һөҙөмтәһенә ҡарағанда яҡшыраҡ. Шуға бында төрлө яҡты күҙаллаған дөйөм критерий булдырырға кәрәк", - тине. Уның был фекере менән йыйылыусылар ҙа килеште, сөнки Сәлиә Мырҙабаева белдереүенсә, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ебәреүселәр исемлеге БДИ һөҙөмтәләре билдәле булғандан һуң түгел, ә 1 апрелгә тиклем әҙер булырға тейеш. БДМУ-ның уҡытыу эштәре буйынса проректоры Олег Ғәлимов фекеренсә, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса килеүселәрҙең муниципаль райондарҙа уҡ һайланып, профориентация үтеүе зарур.
Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы ауыл райондарынан медик һөнәрен һайлаусы йәштәр өсөн БДМУ-ла маҡсатлы ҡабул итеү квоталары арттырылырға тейеш, тип иҫәпләй. Бөгөнгә был һан вуздағы дөйөм бюджет урындарының 50 процентын тәшкил итә (бюджет урындары дөйөм урындарҙың яртыһына тиң). Депутат был йәһәттән сирҡаныу алған да инде: былтыр уның хәстәрлеге һөҙөмтәһендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Пермь, Силәбе һәм Ижевск ҡалаларының медицина университеттарына Башҡортостан йәштәре өсөн 90 квоталы урын бүленгән. Башҡортостан студенттары уҡыған вуздар исемлегендә И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты, Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты, академик И. П. Павлов исемендәге Беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты бар. "Йүнәлтмә буйынса уҡыусы студенттар 1-се курстан башлап үҙҙәрен ебәреүсе учреждениела практика үтәсәк һәм вузды тамамлағансы уҡ үҙен ниндәй эш көтәсәге тураһында хәбәрҙар буласаҡ", - ти депутат.
Земфира ХӘБИРОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 02.11.15 | Ҡаралған: 1279
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|