Мәғлүм булыуынса, 2016 йылда эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы индексацияланмаясаҡ. РФ Президенты В. Путинға уның 17 декабрҙәге матбуғат конференцияһы ваҡытында пенсия йәшен оҙайтыу хаҡында һорау бирелгәс, тәүҙә ул пенсияны индексациялау мәсьәләһенә туҡталып китеүҙе кәрәк тапты. Йыл башынан пенсия 4 процентҡа индексацияланасаҡ, тине ул. "Ә бына эшләп йөрөгән һәм эшләмәгәндәр хаҡында, дөрөҫөн әйткәндә, уныһын хәтерләмәйем. Мотлаҡ асыҡлармын. Ләкин, минең ҡарашҡа, бөтөн пенсионерҙар - эшләгәндәре һәм эшләмәгәндәре өсөн дә дөйөм тәртип булырға тейеш," - тигәйне Президент.
Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, шулай булырға тейештер ҙә, ләкин Хөкүмәт мәсьәләне башҡасараҡ хәл итеп өлгөрҙө. Ярай инде, 4 процент өсөн хәҙер ҡырталашып булмай, Хоҙай һаулыҡ бирһен, тип, дарман барҙа, ә иң мөһиме - кәрәгең барға ҡыуанып, эшләргә, әҙ булһа ла файҙа килтерергә тырышырға кәрәктер. Беҙҙең быуын шулай тәрбиәләнде: ваҡыт уҙҙырып, ыштан туҙҙырып тигәнсә түгел, ә тырышып эшләргә, эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп шатланырға өйрәндек. Юғиһә, эштә әлегесә ыштан туҙҙырып ултырыусылар элек тә булды, бөгөн дә бар. Кемдәр, тиһегеҙме? "Өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы бер урындан икенсе урынға күсереп һалып ултырыусылар", тип көләләр ине уларҙан элек тә. Чиновниктар улар. Төрлө кимәлдә бер-береһенә дублер булып ултырыусы күп һанлы дәүләт хеҙмәткәрҙәре. Һәр төрлө министрлыҡтарҙы ғына алып ҡарағанда ла, асыҡ күренә: бүлек етәксеһе, бүлектең баш белгесе, әйҙәүсе белгесе, кәмендә ике-өс ябай белгес һәм башҡалар... Ә улар байтаҡ беҙҙә: Финанс, Һаулыҡ һаҡлау, Иҡтисади үҫеш, Ауыл хужалығы, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтарында. Уларҙан ҡала - муниципаль хеҙмәткәрҙәр. Был ведомстволарҙа һәр бүлек белгестәр менән нышып тултырылған, ә файҙа юҡ - тармаҡтарҙа эш һис алға бармай. 2014 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә 10 мең кешегә108 дәүләт хеҙмәткәре тура килһә, Һиндостанда - 29, Ҡытайҙа - 72, АҠШ, Германия, Испанияла - 100-110.
"Беҙгә йыйнаҡ, һөҙөмтәле эшләүсе аппарат кәрәк", тине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Д. Медведев. Көрсөккә бәйле генә түгел, бынан алдараҡ та дәүләт хеҙмәткәрҙәрен 20 процентҡаса ҡыҫҡартыу хаҡында һүҙ алып барылғайны, тине ул. Ләкин, ахырыһы, был сара ҡайҙа - үтәлгән, ә ҡайҙа уны бар тип тә белмәгәндәр. Был юлы иһә Медведев 2016 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт аппараты хеҙмәткәрҙәрен 10 процентҡа ҡыҫҡартыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы һәм үҙенең урынбаҫарҙарына уның үтәлешен контролдә тоторға ҡушты. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, илдә дәүләт хеҙмәткәрҙәре һаны 710 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Тимәк, ҡарар үтәлә ҡалһа, 71 мең кеше икенсе эш менән тәьмин ителергә тейеш була. Эшһеҙҙәргә эш булмаһа ла, быларға урын табылыр. Рәсәйҙә бит, ғәҙәттә, шулай эшләнә. Уның "формулаһы" нисек әле? Урындарҙы алмаштырыу менән һөҙөмтә үҙгәрерме - проблема бит бына шунда.
Һүҙҙе пенсияларҙы индексациялауҙан башлағайным бит әле. Фекер ебен шул ҡыҫҡартыу тигән нәмәгә ялғарға итә инем дә. Был сара пенсия күләменә йә булмаһа, ябай эшсе һәм хеҙмәткәрҙең эш хаҡына ҡағылһа ғына шундуҡ тормошҡа ашырылып та ҡуя. Пенсионер алған 10 мең аҡса эш хаҡын 50 тапҡырға күберәк алған юғары чиновниктарға, депутаттарға тынғы бирмәй бит һис тә. Ниндәй генә "ҡайсы" менән ҡыҫҡартып ҡарамайҙар: индексациялауҙы киҫеү, "ЖКХ", ОДН, "Капремонт" тигән бирәндәрҙе һөсләтеү... Шул 10 меңде күмәкләп талайҙар. Ә бына "Роснано" кеүек компанияла "тир түгеүсе" һәм миллионлап эш хаҡы алыусы "хеҙмәт коллективы" 2 миллион 240 меңгә Яңы йыл кисәһе ойоштороп, типтереп ята икән. "Аҡса беҙҙә бик күп, корпорацияла эшләүсе һәр хеҙмәткәргә икешәр премия яҙырлыҡ мөмкинлегебеҙ бар", тип маҡтана икән ошо мәжлестә А. Чубайс. Рәсәй фәне үҫешенә бер тинлек файҙаһы булмаған компания был тиклем килемде ҡайҙан ала һуң? Күренеүенсә, эшләмәй генә ала! Рәсәй аҡсаһы осһоҙланғас, был дәүләт компанияһының сит илдәге активтары һумға әйләндереүҙән икеләтә ҡиммәтләнгән. Өҫтәүенә, вкладтар буйынса проценттар ҙа ағыла. Бына нисек майҙа-балда ғына йөҙә беҙҙә элиталы дәүләт хеҙмәткәрҙәре. Ә ундайҙар илдә бер "нано" ғына түгел... Йот мәлендәге туй, тиҙәрме?
Әйтер һүҙҙе күңелһеҙ нотала тамамлағы килмәй шулай ҙа. Донъяла изгелек, ғәҙеллек тигән нәмә булһа, бәлки, маймыл беҙгә яҡшы хәбәрҙәр алып килер? Аллаһының "Амин" тигәненә тура килеп, бойомға аша ҡалһа, 2016 йылдың 1 апреленән, имеш, ОДН тигән нәмә урынына нормативтар булдырыла икән, тигән имеш-мимеш йөрөй. Тик баяғы 1 апрель тигәне генә шик тыуҙыра: баяғыса, урындарҙы, пункттарҙы ғына алмаштырып ҡуйыу булмаҫмы был? Һөҙөмтәлә "сумма" шул уҡ ҡаласаҡ ...Бына бит, яҡшы хәбәр тигәнде онотоп, күңел ҡатып киткән, бер нәмәгә ышанғы килмәй хәҙер. Ошо көндәрҙә генә В. Путин капремонтҡа түләүҙә ғәриптәргә, оло йәштәге ҡайһы бер пенсионерҙарға 50 процент ташлама тураһындағы Законға ҡул ҡуйҙы. Яңы йылыбыҙҙың яҡшы хәбәрҙәр менән башланыуы хәйерле. Артабан да шулай булһын, тип теләйек.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА