«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕСЕ ТУҒАНДАРЫБЫҘ ТӘБИҒӘТТЕ АФӘТТӘН ҠОТҠАРМАҠСЫМЫ?
+  - 

Ҡондоҙҙар кеше һымаҡ...

Быуаның һул яҡ ҡанаты тау битләүенә етеп туҡтаған. Һыу ситенә яҡын килеп сүгәләп ултырҙым да, ентекләп быуа стенаһын күҙәтә башланым. Бик тә аҡыллы эшләнгән ул, кеше ҡулы менән башҡарылған кеүек. Ләкин әҙәм балаһы быуаны икенсе төрлөрәк эшләй торғайны. Билдәле бер аралыҡта ҡаҙыҡ ослап ҡағып сығаралар һәм талдан йыш итеп ситән үрәләр. Быуа стенаһы уртаһында ярыҡ ҡалдыралар ҙа, шунда мурҙа һалалар. Ҡондоҙҙоң ҡаҙыҡ осларға һәм ҡағырға балтаһы юҡ бит инде. Ләкин бик еңел юлын тапҡан. Ул да кеше һымаҡ талдан йыш итеп ситән үргән. Һыу ағышы аҫтына мөйөш яһап урынлаштырылған. Ситәндең бер осо һыуҙан сығып тора, икенсеһе ләм, тупраҡ менән баҫтырылған. Күрәһең, каналдарҙы таҙартҡанда сыҡҡан ләм, балсыҡты ошо ситән өҫтөнә өйгәндәр. Ситәндең 20-30 сантиметр самаһы ғына осо күренә, ҡалғаны ләм аҫтында. Күренмәгән яҫылыҡ күпме икәнлеген тикшерергә ҡурҡтым, быуа йырылып ҡуйыуы бар. Шулай итеп, ситәндең тупраҡ һәм һыу ауырлығы менән баҫтырылған өлөшө бирешерлек түгел, ныҡлы тойола ине. Үрелгән ситән ярыҡтарына үлән, япраҡ ҡыҫтырғандар, өҫтөн ләм менән һылағандар. Тәрән һыу ятҡылығының артыҡ һыуы тәпәш кенә булып күренеп торған быуа стенаһы аша һарҡып ҡына ағып ята ине. Үҙенсә мини-шарлауыҡ. Һоро Өкө яҙмаһындағы быуаның уртаһында артыҡ һыуҙы ағыҙа торған улағы була. Был быуала ул күренмәй, сөнки урталыҡ ер байтаҡ алыҫ, күрерлек түгел. Бында ла булғандыр, йәй һыу ситән өҫтөнән аҡһа ла, ҡыш боҙ туңғас, артыҡ һыуға барыбер улаҡ кәрәк. Ғөмүмән, һәр быуаның рельефҡа ҡарап, үҙ нескәлектәре булалыр.
Киләһе йылына, бесән бөткәс, ҡондоҙ быуаһын күрергә тағы киттек. Быуаға етергә 200 метр самаһы ҡалғас, ҡапыл "гөрҫ" итеп ағас ҡоланы. Аптыраныҡ: тыныс ҡына елһеҙ көн, ә ағас ҡолай. Тауыш ишетелгән яҡҡа юлландыҡ. Ерҙе күҙәтеп барам: уң яҡта элеккесә тау бите, һул яҡта тауҙан алыҫлашып, уңға тартҡан дуға кеүек тәбиғи вал һуҙылған. Вал аҫтында тәрән, балсығына тиклем йыуылған яҙғы йырҙа уң яҡтағы йәйге йырҙаға барып ҡушыла. Ошо ҡушылған ерҙә ҡондоҙҙар быуа төҙөй башлаған. Тирә-яҡты ентекләп ҡарап сыҡҡас, шуға инандым: быуа төҙөү өсөн ысынлап та бик ҡулай урын. Быуылған ерҙән өҫтәрәк ике йырҙа араһы - тәбиғи ҡалҡыулыҡ. Ҡондоҙ өйө, үрҙәге ҡондоҙҙарҙыҡы кеүек, быуаһы һыу менән тулғас, яҫы һыу ятҡылығы уртаһында ҡаласаҡ. Үрҙәге быуа ҡондоҙҙары бала үҫтереп, башҡа сығарғандарҙыр, тип уйлап ҡуйҙым. Тағы бер мөғжизә буласаҡ, тип уйлап, алға атланыҡ.
Аҫҡы быуа бәләкәй ине әле, һыуы ла әҙ. Буласаҡ быуа урынындағы ағастар ҙа иҫән ултыра, каналдарҙы ла таҙартырға кәрәк, күпме эш!.. Үҙҙәре ҡайҙа йәшенеп йөрөйҙәр икән, өйҙәрен дә эшләй башламағандар, тип борсолоп, әрәмә араһындағы һыйыр һуҡмағы буйлап үргә киттек. Шуныһы ҡыҙыҡ: элек йылға тәрән ярлы йырҙанан аҡҡас, малдар һыу эсә алырлыҡ ер юҡ ине. Ә хәҙер, быуа һыуы тау битләүенә килеп терәлгәс, әйҙә, рәхәтләнеп эс. Шуға ла бында малдар һуҡмаҡ һалған. Өҫкө быуа эргәһенә килгәс, саҡ таныныҡ быны - иҫ киткес үҙгәргән. Талдан үрелгән быуа ситәне ләм аҫтында тамыр ебәреп, ҡуйы булып ужымлап үҫә башлаған. Ун сантиметр тирәһе оҙонлоҡтағы йәш тал үҫентеләре стена булып тауҙан-тауға һуҙылған. Был талдар көслө тамыр ебәреп, һыу төбөнә йәбешһә, өҫтәүенә йыуанайһа, ниндәй ныҡлы стена буласаҡ! Ул ғына ла түгел: киләсәк йылдар өсөн күпме аҙыҡ запасы бит ул! Киләсәкте ҡайғыртып эшләнгән эш был. Сөнки йылға үҙәнендәге талдар иҫәпле генә.
Ҡондоҙ өйө тәүге йылда асыҡ ағас өйөмө булып күренеп ултырһа, быйыл күренмәй - ҡуйы таллыҡ ҡаплаған. Күрәһең, ҡырҡҡан талдары ла, өйөлгән йыуан тал бүрәнәләре лә һыу эсендә булғас, тамыр ебәреп үҫә башлаған. Быуа өҫтө лә үҙгәргән. Тәүге йылдарҙа өй тирәләй һыу өҫтө асыҡ ине, хәҙер үлән баҫҡан: йәй буйына ашарлыҡ аҙыҡ запасы бит был! Йәй ашарға үләне, ҡыш туҡланырға талы бар. Баҡса яһап, сәсеп үҫтергәнгә оҡшаған. Ике яҡтағы каналдар ғына күм-күк булып, саҡ ҡына беленеп ята. Тимәк, ҡондоҙ өйө лә, быуаһы ла тәбиғи рәүештә нығытылған, йылдан-йыл тағы ла нығыясаҡ.
Бер нисә йылдан ни булырын күҙ алдына килтерәйек: быуа стенаһы талдары аҙыҡ запасы булыр, ҡырҙан ташырға түгел. Һыу төбөнә тамыр ебәргән талдан торған стенаның ныҡлығын әйтеп тә тормайым: һәр төрлө йырылыуҙан һаҡлаясаҡ. Өй өҫтөндәге ағас өйөмө лә үтәнән-үтә тере ағастар менән тегелһә, бер ниндәй йыртҡыс та өйөмдө емерә алмаясаҡ. Оҙаҡ йылдарға иҫәп тотоп ҡора белгән ҡондоҙҙар үҙ тормошон. Шунан әйт инде аҡылһыҙ мәхлүк тип. Һоро Өкө ҡондоҙҙарҙы Кесе туғандар тип юҡҡа ғына атамағандыр. Аҡыллы хеҙмәтенә ҡарап, уларҙы яҙыусы кешегә оҡшатҡан.
Быуа стенаһынан канал буйлап үргәрәк күтәрелдем: тәүге йыл унда самауыр йыуанлығы бер нисә уҫаҡты канал өҫтөнә йыҡҡайнылар. Ҡыҙыҡ күреп, ағас төпһәһенә яҡын килдем. Осланған ҡәләм кеүек ине ул. Теш юлы уның ныҡ үткер булыуын күрһәтә ине. Уҫаҡтарҙы йыҡҡандар, ә ни өсөн турап алып китмәгәндәр? Асыҡлай алманыҡ - ҡайтып киттек.
Икенсе йылына килгәндә лә уҫаҡтар шул көйө ята ине. Йыуан яғы кибеп бөткән, ә канал эсендәгеһе - һыу. Бушҡа, бер файҙаһыҙға йығылмағандарҙыр был ағастар, сере нимәлә? Тағы бер нәмә: йығылған ағас төпһәһенән өҙөлмәгән, ни өсөн? Күрәһең, һыу эсенә йығылған оҙон, тарбағай ағастың бурысы - яҙғы ташҡын һыу баҫымының көсөн кәметеү, быуаны һаҡлауҙыр. Яр ситендә улар әллә ни күп йөрөмәгән. Баһрау йыуанлыҡ бер нисә уҫаҡты йығып, тулыһынса алып киткәндәр, улар өй төҙөү өсөн материал булғандыр.
Яҙғыһын мул һыулы Шүлгән йылғаһы эҫе йәй еткәс, ауылға етәрәк, ҡорой. Көҙгө оҙайлы ямғырҙарға тиклем ҡоро йырҙа ята. Ул ғына ла түгел: һуңғы йылдарҙа ауылдан биш километр самаһы үрҙәрәк тә йылға ҡорой башланы. Замана ауырыуы был. Ағастар күпләп ҡырҡылғас, шишмәләр ҡорой, ҙур йылғалар һайыға. Һәр ерҙә лә шул уҡ афәт: һыу етмәй хәҙер. Шуға ла бит ҙур сығымдарға ҡарамаҫтан, Ағиҙелде быуып ҡуйҙылар.
Ошо ҡондоҙҙар быуа быуып, һыу запаслап, бәлки, йылғаны ҡороп бөтөүҙән ҡотҡарыр: быуала һыу самалап ҡына ағыҙыла бит. Ҡондоҙҙар ишәйеп китеп, быуалар күбәйһә, йылғаның хәле бермә-бер яҡшырыр ине. Легендар Йылҡысыҡҡан күле ошо йылғанан туйына бит. Шүлгән йылғаһы ҡороһа, күл ни хәлдә ҡалыр? Күл урынына ҙур ҡоро соҡор өңөрәйеп ятһа, ни матурлығы булыр? Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, оло фажиғә бит был. Киләсәк быуындар ни күрер?
Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында күл тирәһе йырып сыҡҡыһыҙ әрәмә ине. Әкиәт донъяһына ингән кеүек, күлгә барыу шомло, ә үҙе серле ине. Хәҙер күмәк мал һәм кеше ҡулы күл соҡорона тиклемге элекке ҡуйы шырлыҡты юҡ итте. Күл ярына машина менән баралар. Серлелек бөткәс, ғәҙәти бер һыулы соҡор, ә инде һыуы ла ҡороһа...
Шуға ла ошо ҡондоҙҙарға рәхмәт уҡырға ғына ҡала. Нисек тә булһа, уларҙы һаҡларға, теймәҫкә, бимазаламаҫҡа кәрәк.
Йәй еткәс, тағы ла ҡондоҙҙарҙы күрергә барырға хыялланабыҙ. Өҫтәге ҡондоҙҙарҙың донъяһы үҙгәрҙеме, йәш ғаиләнең быуаһы нисек килеп сыҡты икән, ҡыҙыҡ. Түҙемһеҙлек менән кө-тәбеҙ. Ишәйеп киткән бүреләр тейеп ҡуймаһын, насар уйлы кешеләр хилафлыҡ ҡылмаһын - бөтә теләк шул. Урман, тәбиғәт йәме булып, кешеләрҙе ҡыуандырып йәшәй бирһендәр. Ә беҙ ҡыш буйы йәйҙе һағынып көтөрбөҙ. Барыр мәл еткәс, шым ғына тау битләүенә килеп ултырырбыҙ ҙа, ҡоштар тауышын тыңлай-тыңлай, хозур ҡондоҙ донъяһын күҙ менән иркәләп, тәрән уйға сумырбыҙ.

Рауил АЙСЫҒОЛОВ.
Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылы.
(Аҙағы. Башы 3-4-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.16 | Ҡаралған: 1209

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru