Ғаилә - ул йәмғиәттең иң мөһим ячейкаһы, тиҙәр ине әле ҡасан ғына. Бөгөн кешелек мөнәсәбәттәренең үлсәүҙәре, хатта әхлаҡи ҡиммәттәр үҙгәрҙе, ғаилә ҡорорға ашыҡмаусылар һаны ла арта бара. Шулай ҙа яңғыҙлыҡ бер кемгә лә килешмәй, ти халыҡ аҡылы. "Аулаҡ өй" тип аталған ял итеү кисәләрен ойоштороусы Фәймә-Айгөл Ниғмәтуллина ошоно ла, эргә-тирәһендә парһыҙ яңғыҙаҡтарҙың күп булыуын да күҙ уңында тотоп эш башлай ҙа инде. Ни өсөн бөгөнгө йәмғиәттә буйҙаҡлыҡ ҙур проблема итеп ҡабул ителә? Яңғыҙаҡтарҙың артыуына нимә сәбәпсе? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Айгөл апайҙың үҙе менән яуаптар эҙләйбеҙ.
Еңел булмаған был эшкә тотонорға нимә этәрҙе һеҙҙе?
- Туғандар, дуҫтар араһында яңғыҙҙар күп булыуына йәнем әрнеүҙән башланғандыр. Әсәйем һөйләүенсә, минең бәләкәйҙән бер ҡыҙыҡ һыҙатым булған. Ҡунаҡ саҡырһаҡ, был инәйҙең бабайы юҡ, был бабайҙың әбейе юҡ, ошо икәүҙе берәү итәйек, тип әйтә торғайның, ти. Сибай педучилищеһында, Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡығанда ла егеттәрҙе ҡыҙҙар менән таныштыра инем. Ул мәлдә телефон юҡ, сәй эсергә килегеҙ, тип, бүлмәмә саҡырам, һөйләшеп ултырабыҙ. Минең ярҙамым менән ҡауышҡандарҙың барыһы ла матур йәшәйҙәр.
Башта 11 кеше менән генә башлап ебәрҙек. Икенсе аҙнаһында 22 кеше килде. Хәҙер аҙнаһына бер тапҡыр берәй сара үткәрәбеҙ, Белорет эргәһендәге ете район менән эшләйбеҙ. Алдан иғлан бирелгәс, барыһы ла белеп тора. Музыка ҡуябыҙ, уйындар уйнайбыҙ. Байрамдар мәлендә 150-200 кеше йыйылып китә. Махсус һорауламалар менән мәғлүмәттәр туплана, һәр кем исем-шәрифе, йәше, талаптарын яҙып ҡалдыра. Был папкаларҙы һәр сараға алып барабыҙ, өҫтәлгә һалабыҙ. Кемдер үҙенә йәр эҙләй, кемдер туғандарына - улар папкаларҙы ҡарап һайлай ала. "Бәйләнештә" сайтында төркөмөбөҙ бар. Дүрт йыл булды эшмәкәрлекте башлап ебәргәнгә, бөгөнгө көндә Белореттан тыш, тағы ла Өфөлә, Учалыла бүлексәләр бар, башҡа райондарҙа ла эшләргә теләүселәр барлыҡҡа килде.
Әйткәндәй, Башҡортостанда 27 кеше танышыу-аралашыу кисәләре ойоштороу менән шөғөлләнә, шуларҙың етәкселәре йылына бер тапҡыр йыйылып, һөҙөмтәләрҙе барлайбыҙ. Дүрт йыл дауамында мин 211 пар ҡауыштырғанмын, шуға ла былтыр йыл аҙағында миңә Гран-при тапшырылды. Иң ҡыуаныслыһы, уларҙың барыһы ла яҡшы итеп йәшәп ята, араларында 3 пар уртаҡ тел таба алмайынса айырылышырға маташҡайны ла, психологик, һүҙ ярҙамы күрһәтеп, уларҙың ғаиләләрен һаҡлап ҡала алдыҡ. Аллаға шөкөр, әлегә 18 бәпесебеҙ бар. Ошо 211 ғаилә араһында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр - 17 пар. Бер апай 52 йәшендә беренсе тапҡыр туй күлдәге кейҙе. Уларҙың туйын шартына килтереп, йолалар менән күмәкләп үткәрҙек. Хәҙер минең эшемә "Ағинәйҙәр ҡоро", ауыл советтары ҡушылды. Ауылдарындағы яңғыҙҙарҙы күндереп, сараларға ебәрәләр. Һәр хәлдә, ауыл халҡы уларҙы башлы-күҙле итергә тырыша.
Тимәк, яңғыҙлыҡ - йәмғиәттең көнүҙәк бер проблемаһына әүерелгән хәҙерге көндә? Өйләнмәй, кейәүгә сыҡмай йөрөүҙең сәбәптәре нимәлә?
- Хәҙер айырылышыуҙар күп бит. Һәр хәлдә, мин эш алып барған төбәктәрҙә шулай. Ҙур ҡалаларҙа ситуация икенсе төрлө булыуы ла ихтимал. Айырылышыуҙарҙың 40 проценты эскелектән килеп сыға. Ауыл ерендә эшһеҙлек менән эскелек бер-береһенә эйәреп йөрөй. Ғаиләнең именлеге ҡатын-ҡыҙҙан шулай ҙа, ирҙе әрләшеп, һуғышып еңеп булмай, әҙерәк маҡтап, әҙерәк хәйләләп, матур итеп һөйләшһәң, ир-егеттәр насар ғәҙәттәр менән дә дуҫлашмаҫ, ситтән булһа ла эшен дә табыр ине, моғайын. Өлкән кешене үҙгәртеп булмай, тиһәләр ҙә, ирҙең тәрбиәһе ҡатындан ул. Әсәйем һөйләй ине, элек ҡатын-ҡыҙ иренең эштән ҡайтыуын ҡапҡа асып көтөп торған, хәҙер беҙ артыҡ үҙаллыға, үҙһүҙлегә әүерелеп киттек. Ир-егет, киреһенсә, физик яҡтан көслө булһа ла, рухи яҡтан көсһөҙ, уға гел терәк кәрәк. Ҡатыны айырылып ҡайтып китһә, ул бөтөнләй аптырап ҡала. Минең ауылымда ғына шундай 18 ир-егет эскегә һалышып, юҡҡа сығып йөрөй.
Бер ҡасан да өйләнеп ҡарамаған ир-егеттәр араһында ҡатын-ҡыҙ менән донъя көтөп алып китеүҙе ауырлыҡ һымаҡ ҡабул итеүселәр күп. Ҡатын менән йәшәгәнсе, яңғыҙым йөрөйөм мин, тиҙәр, ғаилә өсөн яуаплылыҡ алырға теләмәйҙәр. Улар менән был темаларға һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр буласаҡ тормош иптәштәренә ниндәйерәк талаптар ҡуя бөгөн?
- Бының йәшерен бер нәмәһе лә юҡ, ҡатын-ҡыҙ етеш тормошта йәшәргә теләй, ир-егеттең финанс яғына иғтибар итә, ир-ат ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын, кәүҙә һомғоллоғон төп талап итеп ҡуя. Һеҙҙә эсмәйҙәрме, тип тә һорай ҡатын-ҡыҙҙар, сөнки улар, ысынлап та, эскелектән биҙеп бөткән. Эсеп йөрөгән кеше бындай сараларға йөрөй ҙә алмай. Юлға бензинға аҡса табырға, үҙеңде кеше араһында тота белергә кәрәк. Шуға, беҙҙең сараларға насар кешеләр йөрөмәй, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Ҡайһы бер ауылдарҙа спорт трикоһы, галоштар кейеп килеүселәр булған хәлдә лә, улар бер-береһенән күреп, тиҙ арала матурланып китәләр. Тимәк, беҙ уларҙы тәрбиәләйбеҙ ҙә. Телефондан кешенең күңелен ҡыймайынса һөйләшергә өйрәнәләр, ваҡытығыҙ булмаһа, яғымлы ғына итеп был турала әйтегеҙ, йылы һүҙ йән аҙығы, тип әйтеп торам. Уңған егеттәр күп ул, уларға бары тик аралашыу ғына етмәгән. Ғөмүмән, башҡорт халҡы ныҡ әҙәпле, тәртипле ул, сараларҙа бер тын сыҡмай, үҙҙәрен һәйбәт тоталар.
Кешеләрҙе ҡауыштырыу буйынса эшегеҙҙә ниндәйҙер ҡаршылыҡтар осраймы?
- Иң ауыры - күсеп барыу-бармау мәсьәләһе. Мәҫәлән, 50 йәшлек тол ҡатындар һәр бер районда күп, әммә улар үҙҙәренең донъяһын ташлап сығып киткеләре килмәй. Йәштәр ҙә күсеп барырға ынтылмай. Күсеп барһаң, унда һинең эшең дә, йәшәү шарттарың да күпкә яҡшыраҡ булыр, бәлки, тип тә әйтеп ҡарайым. Ауыл ерендә утын яғып йәшәгеләре лә килмәй, газ булһын, тиҙәр, бесән дә эшләгеләре килмәй. Егеттең машинаһы, эше мотлаҡ булһын, тиҙәр. Егеттәр иһә беҙҙең сараларға аҙыраҡ йөрөй, булғандары ла һайлап алыу мөмкинлеге барлығын тойоп алдылар хәҙер, улар шуға артыҡ ҡабаланмай. Тағы иң аптыратҡан бер нәмә бар - ҡыҙҙар, ир-егет әсәһен ҡарамаймы, нисә балаға алимент түләй, тип йыш белешә. Йәғни, беҙ ата-бабаларыбыҙ йәшәйешенән ныҡ ситкә тайпылғанбыҙ. Алимент мәсьәләһе ярай инде, бына әсәйҙәргә булған мөнәсәбәт хайран итә. Борон ҡайны-ҡәйнәһен дә ҡарағандар, быны ауырлыҡ итеп ҡабул да итмәгәндәр. Хәҙер рәхәт йәшәгеләре килә. 35 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар бала тапҡылары ла килмәй. Ә ғаилә ул ике яҡтың да теләк һәм тырышлығы менән төҙөлә.
Ололар элек, тиңеңә кейәүгә сыҡ, тиңеңә өйлән, тип теләк теләй ҙә ултыра ине. Һеҙҙең үҙегеҙҙең ниндәйҙер ысул, ҡағиҙәләрегеҙ бармы?
- Элегерәк димсе димләгән дә, һайланып тормағандар, йәшәп алғандар ҙа киткәндәр, тиеүселәр бар. Тик ул димселәр бит ҡыҙҙың да, егеттең дә ырыу-нәҫелен, затын яҡшы белеп димләгән. Йәғни, ана шул тиңен тапҡан барыбер. Әле лә ҡарайым: алма ағасынан йыраҡ тәгәрәмәй, мәҫәлән, дингә тартылыусыларҙың атай-олатайҙары динле булған. Шуға ла мин кешене бер тапҡыр ҙа күрмәйенсә таныштырмайым, был дөрөҫ тә түгел. Унан һуң, кешенең эске күңеле матур булырға тейеш, тиһәк тә, төҫтәре буйынса ла тап итергә тырышам. Бәләкәйерәк буйлы егеттәрҙе бәләкәй буйлы ҡыҙҙар менән таныштырам. Кеше араһында оялмай, уның күҙенә ҡарарлыҡ булһын. Йәше менән дә тап килергә тейештәрҙер ул. Беҙҙең сараларға йөрөүселәр араһында 30-40 йәшлек егеттәр ныҡ күп. Башлыса Бөрйәндә, Баймаҡта ул буйҙаҡ егеттәр. Белоретта ир-егеттәр аҙ, ҡатын-ҡыҙҙар күберәк. Учалыла ла егеттәр аҙыраҡ, Әбйәлилдә буйҙаҡ ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар һаны тигеҙ. Хәҙер иртә ғаилә ҡорорға ашыҡмай йәштәр, бәлки, был дөрөҫтөр ҙә. Күҙәтеүҙәремә ҡарағанда, 35 йәш тирәһендә өйләнешкәндәрҙең ғаиләһе ныҡ була, улар бер-береһе өсөн яуаплы икәнен белә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар атай тәрбиәһен дә алып үҫһен, тип тырыша. Әлегә өйләнгәндәр араһынан иң олоһона 83 йәш. Апайҙарҙың араһынан - 75 йәш.
Шулай итеп...
Заман ғаиләнең асылын бер аҙ үҙгәртһә лә, социаль институттар араһында уның үҙенең урыны бар әле. Ғаилә мәҙәни традицияларҙы, дөйөм кешелек ҡиммәттәрен, быуындар бәйләнешен һаҡлаусы нигеҙ ҙә. Бер классик әйтмешләй, тыуған илгә, тимәк, халҡыңа һөйөү ҙә ғаиләнән башлана. Тик ошо яуаплылыҡты әңгәмәсебеҙ кеүек әүҙем шәхестәребеҙ генә түгел, яңғыҙаҡтар үҙҙәре лә тойһон ине.
Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА