Шул саҡ Темәстән кешеләр килеп инә. Йорт тирәләй һаҡ ҡуйыла. Ҡайны кеше сит кешеләргә йәй ташын күрһәтә. Һыуҙан ҡырҡ көн элек алынған ташты кире урынына ҡайтарыу талабы ҡуйыла улар тарафынан. Олатайым менән өләсәйемде бер арбаға, ҡайныһы менән ҡәйнәһен икенсе арбаға ултыртып, сит кешеләр ауыл янындағы йәйләүгә алып китә уларҙы. Шул ваҡыт халыҡ араһынан кемдер йәй ташын һорап ала. Таш ҡулдан-ҡулға күсеп китә: береһе уның менән ауырыған күҙен ышҡый, икенсеһе ташты сырхау балаһының ауыҙына тыға, ә өсөнсөһө һыҙлаған беләге буйлап йөрөтөргә керешә. Йәй ташының сәләмәтләндереү көсө бар икәнен бөтә халыҡ белгән була ул заманда.
Мәхшәр оҙаҡ дауам итмәй - ҡораллы кешеләр ташты өләсәйемә кире ҡайтарып бирә. "Ташты һыуға ҡарап тороп һалма, - тип кәңәш бирә оло йәштәге ҡатындар. - Йылғаға арҡаң менән боролоп, яуырының аша ташла. Йәй ташы һыуға барып төшкән урынын кеше белеүен теләмәй". Әммә Саҡмағош буйына килгәс, өләсәйем кәңәште тота алмай. Һыуға ҡарап ултырып, ташты тәрәнерәк урынға төшөрә. Алған урынына һис кенә лә төшөргөһө килмәй, сөнки ташты тотоп алған урын һай була. Һай урынға һалһа, ташты эҙләп, шул урынға яңынан киләсәген күңеле менән һиҙә ул. Бынан тыш, өләсәйем таштың башҡа кешеләрҙең ҡулына эләгеүен дә теләмәй. Әгәр ул, өлкәндәрҙең һүҙен тыңлап, ташты яуырыны аша ташлаһа, тарих ошоноң менән тамамланыр ине.
Ысынында иһә хәл икенсе төрлөрәк йүнәлеш ала. Ташты һыуға төшөрөп, сүгәләп ултырған еренән күтәрелә башлауы була, өләсәйемдең кәүҙәһе көтмәгәндә юғары тиҙлектә өҫкә осоп китә һәм күктә юғала. Олатайым был мәлдә ҡатынының эргәһендә торған була. "Аллаһы Тәғәлә мине күккә алды ла ҡуйҙы, - тип аңлатты был мөғжизәне өләсәйем. - Үҙем менән нимә булғанын аңлап өлгөрмәнем. Күккә олғашыуым хаҡында олатайыңдың һүҙҙәренән сығып әйтәм".
…Аңына килгәндә, өләсәйем таныш булмаған урында тороуын аңлап ала. Тирә-яҡта йәшел ҡарағайҙар үҫеп ултырғанын күрә. Үҙенән һулда, Мәккә яғында, теҙелеп ултырған тирмәләрҙе ҡарап тора. Улар янында аҡ яулыҡ ябынып, ҡатын-ҡыҙҙар һыйыр һауа. Бихисап башҡа кешеләрҙе лә күрә ул. Таныш булмаған урында өләсәйемде бер кем дә алып йөрөмәй, шуға ул яңы донъяны үҙаллы өйрәнергә була. Атлай торғас, өләсәйем ҡара-көрән төҫтәге алмасыбар аттарҙан торған йылҡы өйөрөнә тап була. Малҡайҙарҙың ялдары шундай оҙон була - ергә етеп, шунда тулҡын-тулҡын булып ята. Улар араһында айғырҙар ҙа, бейәләр ҙә, ҡолондар ҙа була. Ҡатын-ҡыҙҙар бында ла эшкә бирелгәндәр - бейә һауалар икән. Тағы бер аҙ атлағас, өләсәйем бейек аҡ тауға барып сыға. Уның итәгендә дүрт мөгөҙлө аҡ тәкәләр йөрөгәнен күрә ул. Хайуандар таныш булмаған кешегә текләп-текләп ҡарайҙар (ошо урында өләсәйем малдарҙың үҙенә нисек ҡарағанын кәүҙәһенең торошо һәм күҙ ҡарашы ярҙамында һүрәтләп күрһәтте). Аҙмы-күпме ваҡыттан һуң уның ҡаршыһына өҫкө өлөшө ҡырҡып алынған ғәләмәт бейек тау килеп баҫа. "Ҡаршы-Көршө тауы тураһында һөйләй торғайнылар. Был тау, ахырыһы, шулдыр", - тип үҙ алдына һөйләнә ул (Минең был тау тураһында бер кемдән дә бер нәмә лә ишеткәнем булманы - С.М.).
Уңға тартып бара торғас, иге-сиге булмаған диңгеҙгә барып сыға өләсәйем. Һыу бөтә донъяны баҫып алғандай тойола. Тик Мәккә яғында ғына ҡоро ер барлығын күрә ул. Унда мискә йыуанлығындағы йыландарҙың, бер-береһенә уралышып, телдәрен сығарып, үҙенә текләп ҡарап тороуын күреп, ҡурҡып ҡала. Өләсәйем уларҙың араһынан атлап үтә, әммә йыландар уға зыян килтермәй. "Ҡарайес-Көрәйес тигән йыландар ҙа була. Уларға ла доға ҡылығыҙ, тип өйрәтә торғайнылар ҡарттар. Был йыландар шуларҙыр", - тип эстән генә һөйләнеп ала ул.
Үтеп барышлай һөйрәлеүселәр араһында самауыр йыуанлығындағы кеҫәрткеләр йөрөгәнен дә абайлай. Саҡ ҡына арыраҡ, һыу эсендә, ошоғаса күрмәгән хайуандарҙы күреп, иҫе китә өләсәйемдең. Ғәләмәт оҙон муйындары менән бер-береһенә үрелешеп, үҙ-ара низағлашып, шау-шыу тыуҙыралар улар. "Аҙағыраҡ, балаларым мәктәпкә барғас, мин ул хайуандарҙың һүрәтен китапта күрҙем. Һеҙ уларҙың исемен беләһегеҙ", - тип аңлатма биреп китеүҙе кәрәк тип тапты өләсәйем. Был хайуандар жираф булып сыҡты.
…Ошо урында өләсәйем аңын юғалта һәм кире үҙ донъяһына әйләнеп ҡайта. Олатайым уны йылға буйында түгел, ә кемдеңдер мунсаһы артында табып ала. Йәрәхәт-фәләнһеҙ, шул уҡ кейемендә, тик иҫһеҙ хәлдә була ул. Алты-ете сәғәттән һуң өләсәйем ҡәҙимге хәленә ҡайтҡандай тойола һәм көндәлек эштәрен башҡарырға тотона. Әммә ире һарайға инеп киткән арала, иҫкәртмәйсә, ҡапыл юҡ була. Ҡатынын ҡайҙа эҙләргә кәрәклеген белә олатайым - тиҙ-тиҙ атлап Саҡмағош яғына китә. Яр буйына килһә, өләсәйем, кейеме менән һыуға төшөп, йәй ташын һәрмәп табырға маташып йөрөгән була. Һыуҙан тартып сығарып, олатайым ҡатынын өйөнә алып ҡайта һәм сынйыр менән ауыр һандыҡҡа бәйләп ҡуя. Ошо ваҡиғанан һуң уға өләсәйем менән бик оҙаҡ мәшәҡәтләнергә тура килә. "Колхоз ойошторолған мәлдә лә иҫем килделе-киттеле ине әле", - тип иҫләй торғайны өләсәйем етмешенсе йылдарҙа. Тимәк, йәй ташы менән булған мажараның эҙемтәләре тиҫтә йылдан ашыу ваҡытҡа һуҙылған булып сыға.
Өләсәйемдең яҙмышы һыу аҫты донъяһы менән ныҡ бәйле булды. Йәй ташынан тыш, ул һыу һыйырҙары хаҡында ла һөйләргә яратты. Икенсе Этҡол ауылынан кемдеңдер шундай һыйырҙың быҙауын алып ҡайтыуын телгә ала торғайны. Һөргөнгә ебәрелгән ҡустыһының төрмә начальнигына һыу һыйырының быҙауын тотоп алып килеүе, шул арҡала ваҡытынан алда иреккә сығыуы хаҡында бәйән иткәне лә иҫтә. "Һыуҙа яралған быҙауҙың алты имсәге була. Бала ғына булһа ла, имсәгенән һөт саптырып тора. Тик тиҙ күҙегеүсән булғанға, һирәк осраҡта ғына мандып китә ул хайуанҡай", - тип һөйләй торғайны ул.
Баҡмал өләсәйем һөйләгән мажараға оҡшашлы ваҡиғалар башҡа урындарҙа теркәлмәгәндер, ахырыһы. Һәр хәлдә, мин был турала ишеткәнем, дә уҡығаным да булманы. Фекеремсә, "тере таш" әлесә һаҡланып ҡалһа, шул Саҡмағошта ғына ҡалғандыр. Йылғаға ул Алтынбай күленән (икенсе исеме - Киндер күле) килеп ингәндер, тип фараз итәм мин. Бәлки, ошо күл беҙҙең донъя менән "Урал-батыр" риүәйәтендә һүрәтләп кителгән һыу аҫты иленең тоташҡан урынылыр. Артабанғы тикшеренеүҙәр был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә булышлыҡ итер, тигән ниәттә ҡалам.
Ямғырға тәьҫир итә алырлыҡ көсө булған эре таштар иһә Башҡортостанда әҙ түгел. Бынан һикһән биш йыл элек, 1930 йылда, тыуған яҡты өйрәнеүсе М.Ф. Чурко Белорет районының Йөйәк ауылы эргәһендә мөғжизәле таш булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған. Ҡаяны хәтерләтеп, өҫкә ҡалҡып сыҡҡан таш икән ул. Урындағы халыҡтың әйтеүенсә, шул ташты ҡамсы менән туҡмаһаң йәки уға ҡул менән тейһәң, дауыллы ямғыр башлана икән. Быға башҡа милләт кешеләре лә ышана икән, сөнки бер урыҫ шул ташҡа ҡулы менән тейгән икән, ҡойма ямғыр башланған, ә ташҡа тейгән кеше аҙаҡ ауырып киткән.
Ошондай тәбиғәт һәйкәлдәре менән танышырға теләүселәргә Зәкирйән Әминевтың мәҡәләһен уҡып сығырға тәҡдим итәм. Мөғжизәле таштар тураһында әлеге көндә был ғалимдан да тулыраҡ яҙған кеше юҡ. Мәҡәлә бынан бер йыл элек урыҫ телендә баҫылып сыҡты (Аминев З.Г. Абдулкадир Инан о камне яда и об обрядах вызывания дождя // Ахнаф Харисов и актуальные проблемы башкирской филологии. (К 100-летию со дня рождения). Материалы Всероссийской научно-практической конференции. - Уфа, 2014).
Тыуған төйәгебеҙ шундай киң һәм тарихҡа иҫ киткес бай, шунлыҡтан халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын йыйып, туплап, китап итеп сығарырға теләүселәр артҡандан-арта бара. Кемдәрҙә йәй ташына ҡағылышлы ҡомартҡылар һаҡланып ҡалған, миңә ошо адрес менән мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайым: mrabisamat@mail.ru
Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
философия фәндәре докторы.
(Аҙағы. Башы 13-сө һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА