Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ВӘЛИДИ МУЗЕЙЫНДА КИНООПЕРАТОР ӘСҠӘТ ӘШРӘПОВ ТУРАҺЫНДА ЛА ХӘТИРӘЛӘР ҺАҠЛАНА
|
Башҡортостан Республикаһы Милли музейының филиалы - Әхмәтзәки Вәлиди музейы Ишембай районы Көҙән ауылында 1994 йылдың 4 октябрендә асылғайны. Музей экспозицияһында башҡорт халҡының данлыҡлы улы - шәрҡиәтсе, философия фәндәре докторы Әхмәтзәки Вәлидиҙең профессор мантияһы, яҙыу кәрәк-яраҡтары, документтары, фотографиялары һ.б бик күп экспонаттар тупланған.
Музей хеҙмәткәрҙәре Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы тураһында яңынан-яңы материалдар туплап, экспозицияларҙы байытыуҙан тыш, республика, район, ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнашалар. Былтыр Әҙәбиәт йылында беҙ музейҙа ауылдашыбыҙ, яҙыусы, әҙәбиәт ғилеме белгесе, ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп томлыҡ Башҡорт халыҡ ижады йыйынтығын төҙөүсе, мөхәррирләүсе һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нур Зарипов (Нурмөхәмәт Талип улы Зарипов) тураһында ла күп мәғлүмәт тупланыҡ.
Быйылғы Рәсәй киноһы йылы ла беҙҙең өсөн фәнни-тикшеренеү, яңы күргәҙмәләр ойоштороу эшенә этәргес булды. Әле үҙебеҙҙең музей архивындағы совет кино сәнғәтенә ҙур өлөш индергән Әсҡәт Тажетдин улы Әшрәпов тураһындағы документтар менән эшләйбеҙ. Беҙҙең архивта фотолар, яҡташыбыҙҙың үҙ ҡулы менән яҙған хаты, гәзит материалдары, туғандарының хәтирәләре бар. Әсҡәт Тажетдин улы Әшрәпов 1931 йылдың 15 апрелендә элекке Маҡар районы Ҡыҙыл Октябрь ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыр һуғыш йылдарында Көҙән ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый һәм 1947 йылда мәктәпте "5"-ле билдәләренә генә тамамлай.
Бына Әсҡәт Тажетдин улының 1972 йылда ауылдаштарына яҙған хатынан өҙөк: "Ауыр һуғыш йылдарында ла, барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, яҡшы уҡырға тырыштыҡ. Беҙ 7-се класты тамамлағанда "4" билдәһе аҙ булды. Мин һеҙгә уның сәбәбен, серен асып ебәрәйем. Төрлө ауылдарҙа (Көҙән, Октябрь, Ғүмәр) торһаҡ та, беҙ экзамендар алдынан бергә йыйналып, бергәләп әҙерләнә торғайныҡ. Йыйналыр алдынан һәр беребеҙ бер теманы әҙерләп, иптәштәргә һөйләй инек. Һөйләгән уҡыусы-уҡытыусы аҙаҡ тыңлаусыларға һорауҙар биреп, уларҙың ни дәрәжәлә теманы үҙләштереүен белешә торғайны. Былай әҙерләнеү беҙгә уҡыу материалын яҡшы үҙләштереүгә ярҙам итә торғайны. Беҙҙең күбебеҙ экзаменға ингәс, әҙерләнмәй генә яуап бирә ала торғайны. Шулай әҙерләнеүҙе иптәштәр, шаярып, "Әсҡәт системаһы" тип атанылар. Әгәр һеҙгә оҡшаһа, һеҙ ҙә ошолай әҙерләнеп ҡарағыҙ.
Ул ваҡытта мәктәптә комсомол ойошмаһы ойошторолғайны, мин уның беренсе секретаре булдым. Комсомолецтар, яҡшы уҡыу менән бергә, колхозға ла ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итте..."
Әсҡәт Әшрәпов 1947 йылда Көҙән мәктәбендә 7-се синыфты тамамлағас, Өфө ҡалаһында хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Бында ла ул иң әүҙем уҡыусылар иҫәбендә була: туристик походтарҙа, Башҡорт кавалерия дивизияһы юлы буйлап ойошторолған экспедицияла ҡатнаша, кино-фото түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Ошо урында бер ҡыҙыҡлы фактты иҫкә төшөрөү урынлы булыр. 1939 йылда Степан Злобиндың "Салауат Юлаев" романы менән танышҡас, режиссер Яков Протазанов батыр тураһында кино төшөрөргә була. Эш "Союздетфильм" киностудяһында башлана. Ә йәй көнө Көҙән ауылында халыҡты йыйып, сход үткәрәләр һәм беҙҙең яҡта кино төшөрәсәктәрен хәбәр итәләр. Аты булған ир-егеттәрҙе күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашырға саҡыралар. Ҡатнашыусылар араһында Әсҡәттең атаһы Тажетдин Заһретдин улы ла була. Был фактты Әсҡәт тә белә һәм гел генә ғорурланып һөйләй торған була.
1950 йылда мәктәпте тамамлағас, Әсҡәт Әшрәпов Мәскәүҙәге Кинематография институтына (ВГИК) уҡырға инә. Беренсе курсты тамамлап, Башҡортостанға ҡайтҡанда Әҙәбиәт институты студенты Рәми Ғарипов менән Фәндәр академияһы ҡушыуы буйынса Башҡортостанда фольклор һәм этнография буйынса материалдар йыйыуҙа ҡатнаша. Буласаҡ кинооператор тәбиғәттең, унда йәшәгән кешеләрҙең матурлығын күрә белергә өйрәнә шулай.
1955 йылда диплом эшен "бишле"гә яҡлай. Ул "На Оке" тип аталған киноочерк була. Диплом етәксеһе профессор Гальперин класында үҙе бер сенсация була был эш.
Кинематография институтын тамамлағас, үҙаллы ижад юлын Алматыла башлай. Тәүҙә ул бында икенсе кинооператор булып эшләй һәм күберәк документаль фильмдар төшөрә. 4 йыл эшләп, үҙен күрһәткәс, режиссер Солтан Ходжиков уны тулы метражлы нәфис фильм төшөрөргә саҡыра. "Если бы каждый из нас" тип атала ул фильм. Был талантлы режиссер менән эшләү бик ҡыҙыҡ була. Сөнки улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлауға өлгәшәләр.
Был популяр фильмдан һуң "Әсә тураһында хикәйәт" ("Сказ о матери") фильмын төшөрә Әсҡәт Тажетдин улы һәм 1968 йылда Ҡаҙағстан ССР-ы Дәүләт премияһына лайыҡ була. Фильм һуғышта яҡындарын юғалтҡан әсә тураһында. Ә Әсҡәт өсөн был тема бик яҡын: уның балалыҡ йылдары ла һуғыш йылдарында үтә бит һәм ул саҡта күргәндәр - улдарын, ирҙәрен, туғандарын юғалтҡан ҡатындарҙың илауҙары, аслыҡтан үлмәҫ өсөн туң ерҙән картуф сүпләүсе бәләкәс ҡыҙҙың ҡулдары мәңгелеккә уның хәтеренә уйылған... Фильмдың төп героиняһы Әминә лә уға үҙ әсәһен хәтерләтә: Көҙән ауылынан һуғышҡа китеп һәләк булыусылар араһында уның атаһы ла була бит. Кеше үҙен тулҡынландырмаған эшкә тотонорға тейеш түгел - был Әсҡәт Тажетдин улының ижади инаныуы була һәм фильм ошоно раҫлай ҙа инде.
Унан һуң Солтан Ходжиков менән тағы ла фильмдар төшөрөлә: "Артта - Мәскәү" ("За нами Москва"), "Атамандың һәләкәте" ("Конец атамана"), "Ҡыҙ-ебәк" ("Кыз-Жибек") һ.б. Был фильмдар өсөн Әшрәпов Әсҡәт Тажетдин улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Был "Эҙҙәр офоҡ артына китә" ("Следы уходят за горизонт") эше өсөн Ә.Т. Әшрәпов Урта Азия һәм Ҡаҙағстан республикалары кинофестивалендә диплом ала. Шулай итеп, Әсҡәт Тажетдин улы тарафынан 17 тулы метражлы нәфис фильм, 15 документаль фильм төшөрөлә. Уның фильмдары Бөтә Союз һәм Халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә күрһәтелә, төрлө приздарға лайыҡ була. Ул 1990 йылда Башҡортостан киностудияһын төҙөүгә лә үҙ өлөшөн индерә.
Әсҡәт Әшрәповтың тормош иптәше Лола Абдукаримова - киноактриса. Балалары ла ижад кешеләре. Улы Тимур Әшрәпов танылған клипмейкер. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Әсҡәт ағай Ҡырымда йәшәй һәм 2008 йылда вафат була. Балалары бындағы туғандары менән аралашып йәшәй. Әшрәповтарҙың йәш быуыны атай нигеҙен ҡоротмай. Бер туған апаһы Хөббөниса апайҙың улдары Әсләм менән Әҙһәм Көҙән һәм Ҡыҙыл Октябрь ауылдарында йәшәй. Беҙ, музей хеҙмәткәрҙәре, Әсҡәт Тажетдин улының бер туған ағаһының ҡыҙы - Ишембайҙа йәшәүсе уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Мөнирә Мөхәммәт ҡыҙына, ғаилә архивындағы мәғлүмәттәре менән бүлешкәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Сәүиә ВӘЛИЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 29.04.16 | Ҡаралған: 1296
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|