Гитлер армияһының Советтар Союзына һөжүм итергә йыйыныуы хаҡында 30-сы йылдар аҙағында уҡ билдәле була. Әммә Совет дәүләте етәкселеге 1941 йылдың 14 июнендә радио аша, Германия менән беҙҙең ил араһында һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөлгән, тип сығыш яһап, халыҡты тынысландыра. Теүәл ете көндән Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Һөжүм Советтар Союзынан киҫкен саралар талап итә. Шуларҙың иң тәүгеһе - Хәрби көстәрҙе туплау һәм һуғышҡа һалдаттар әҙерләү була. СССР Юғары Советы Президиумы 1941 йылдың 22 июнендә армияға мобилизациялау тураһында Указ сығара. Был Указға ярашлы, 23-36 йәшлек ир-егеттәр кисекмәҫтән хәрби комиссариаттарға барырға тейеш була. Райондарға һәм ҡалаларға телеграммалар ебәрелә. Кешеләрҙе һәм транспортты мобилизациялау пландары төҙөлә.
Республиканың Милли архивында һаҡланған документтарҙан күренеүенсә, Өфө һәм Ишембай ҡалаларында, Баймаҡ, Дүртөйлө һәм Хәйбулла райондарында мобилизация айырыуса тиҙ һәм ойошҡан рәүештә башҡарыла. Баймаҡ районы республикала һуғышҡа иң күп һалдат оҙатҡан төбәктәрҙең береһе. Был райондан яуға бөтәһе 16324 кеше китә, шуларҙың ете меңгә яҡыны әйләнеп ҡайта алмай.
Дошманға нәфрәт менән янған кешеләр, һуғышҡа алыуҙарын һорап, ҡала һәм ауылдарҙа асылған мобилизация пункттарына килә башлай. Тәүге өс көн эсендә генә Өфөлә йәшәүсе 1270, Стәрлетамаҡтан 500-ҙән ашыу кеше һуғышҡа китергә теләк белдерә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 30 июнгә тиклем 94 митинг, 85 йыйылыш һәм 27 мең 483 кешене йәлеп иткән 521 һөйләшеү үтә. Был митингыларҙа һәм йыйылыштарҙа барлығы 206 кеше сығыш яһай. 30 июнгә тиклем ҡала хәрби комиссариатына 380 ғариза бирелә.
1941 йылдың 1 октябрендә Дәүләт Оборона комитеты ҡарары менән 15 йәштән 50 йәшкә тиклемгеләрҙе хәрби уҡытыу башлана. Был курстарҙа автоматсылар, пулеметсылар, саперҙар, снайперҙар, элемтәселәр, шәфҡәт туташтары әҙерләнә, шоферҙар, санитарҙар өйрәтелә. Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларында осоусыға һәм парашютсыға уҡыталар. Республика йәштәре уҡытыу курстары өсөн 267 мең 700 ағас винтовка макеты, 14 мең 800 граната, 2 мең 500 сапер көрәге эшләй. 1942 йылдың аҙағына республикала 1624 уҡытыу пункты була. Унда 61 мең 573 кеше уҡып сыға. 1944 йылға тиклем бөтәһе ике йөҙ меңгә яҡын кеше хәрби уҡыу үтә.
Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|