Ер һатыу, йәштәрҙең ауылдан китеүе, ауыл иҡтисадының көрсөккә терәлеүе, эшһеҙлектең һәм эскелектең сәскә атыуы - был хәүефле темаларҙы "Киске Өфө" гәзите даими күтәрә килә. Милләт бишеге ауыл булғанға күрә, бындай эстәлекле мәҡәләләрҙе уҡыуы ауыр. Иманым камил: тыуған төйәгенә ҡайтҡан һәр кем, сәселмәгән баҫыуҙарға, элекке дөйөм хужалыҡтың производство базаһы урынында ҡалған харабаларға бағып, үҙенә "Нишләп?" тигән һорау бирә һәм яуабын таба алмай.
"Ауыл тимерлегенең уты һүнгән, был ваҡытта баҫыу ҡырҙарын иңләгән техника, ни ғиллә менәндер инде, юҡҡа сыҡҡан, ырҙын табағында бер ус ашлыҡ юҡ, фермаларҙа мал мөңрәгән тауыштар ишетелмәй. Инде нисәмә йыл орлоҡ төшмәгән баҫыуҙар ҡыҫырға ҡалған, уларҙы ҡарағура баҫҡан. Һабан турғайҙарының һайрауын тыңлаған ҡарт игенсе ниҙәр кисерәлер инде был көндәрҙә? Әйтеүе ауыр. Ғөмүмән, элек ҡайнап торған ауыл, мәрткә киткәндәй, ауыр йоҡоға талған хәҙер. Ауыл халҡы, ҡалалар кеүек, яҙҙы тәбиғәттең йәмле күренеше булараҡ ҡына күҙәтә, уны, сәсеү, киләсәккә нигеҙ һалыу осоро, тип ҡабул итеүҙе онотоп бара. Үкенесле үҙгәреш!"
Өс йыл элек мин дә республика гәзиттәренең береһендә сыҡҡан мәҡәләмде, әсенеп, шулай башлағайным. Бөгөн иһә фекерем башҡараҡ. Ауыл ерендә хәл ҡырҡа үҙгәрҙе, тип әйтеүе дөрөҫ үк булмаһа ла, саҡ ҡына оптимизм өсөн урын булыуын билдәләп үткем килә. Эйе, ул әлегә төҫмөрләнә генә. Һәм бына нимәләрҙән ғибәрәт күңелгә йылы өргән һиҙелер-һиҙелмәҫ был үҙгәреш.
Иң ҡаты алышта еңеүгә күп осраҡта һан һәм ҡорал яғынан өҫтөнлөк түгел, ә дөйөм кәйеф, рухи күтәрелеш, маҡсатты дөрөҫ ҡуйыу һәм уға диҡҡәт биреп ынтылыу килтерә. Әлбиттә, бөгөн ауыл ерлегендә был тиклем кәйеф күтәренкелеге юҡ. Тағы ҡабатлап әйткем килә: ул тик бөрөләнә, төҫмөрләнә генә. Ауылда эш юҡ, тип зарланып, түбәгә төкөрөп диванда ятҡан, дөйөм хужалыҡтарҙы тарҡатыуҙа ғәйепләп, түрәләрҙе, дәүләт хужаларын әрләп, үҙеңдең булдыҡһыҙлығыңды аҡларға маташҡан заман яйлап ҡына сигенә, тарихта ҡала бара. Ирҙәр ситкә йөрөп булһа ла аҡса таба, шәхси хужалығын киңәйтә, башҡа кәсеп менән булыша, эш аса. "Иген сәсеп ҡарарға ине", тигән ниәтен йәшермәгәндәр ишәйә. Фермерҙар ергә нығыраҡ ерегә, айырым хужалыҡ итеүҙең серҙәренә тәрәнерәк төшөнә бара. Үҙҙәрен хәҙер ышаныслыраҡ, иркенерәк тоялар улар, ауыл яҙмышы үҙҙәренең ҡулына ҡалыуын аҙағына еткәнсе аңламаһалар ҙа, быны һиҙемләйҙәр. Тәүәккәлерәктәре, батыр йөрәклеләре, ил яҙмышын үҙҙәренекенән айырмағандары тыуған төйәк хәстәрен үҙ иңенә алды ла инде. Тик әлегә һирәгерәк ундайҙар.
Иң ауыры - кешене эшкә көйләүе. Ауыл, ниһайәт, ең һыҙғанған икән, быны эләктереп алмау, күтәрмәкләмәү халҡыбыҙ алдында енәйәт булыр ине. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ ҡыҫырыҡлана, милләт яҙмышы хәүеф аҫтында, тип күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ. Үкенескә ҡаршы, был шулай. Дөйөм глобалләшеү заманында башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Беҙ Амазонка шырлығында ҡамалып йәшәгән ҡәбиләләргә тиңләшә алмайбыҙ: йәштәр ҙур ҡалаларға уҡырға китә, эшкә бөтә ил буйлап таралалар, хатта сабыйҙар ҙа интернет, телевизор аша донъя гиҙә, үҙҙәрен айырым милләт, билдәле ерлектәге йәмғиәт ағзаһы итеп түгел, ә иң элек дөйөм кешелек вәкиле булараҡ танып үҫә. Ҡала мөхитендә тәрбиәләнгән бала, булмышы менән, ғөмүмән, космополит, тиһәм, артыҡ яңылышмамдыр. Уларҙың күп тигәндә 20-25 проценты ғына, ҙурайғас, әсә телендә аралаша алыу һәләтен һаҡлап ҡала. Өйҙә теле башҡортса асылған сабый балалар баҡсаһына барһа, хатта башҡорт төркөмөндә йөрөп тә, русса һөйләшеүгә күсә. Күктән алып түгел, ә туғандарымдың, дуҫ-иштәремдең балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡарап раҫлайым быны. Үтә лә үкенесле һәм йән әсеткес хәл был. Ҡала ерлегендә ҡатнаш никахтар бик күп. Был да башҡортто ассимиляция упҡынына илткән юл.
Алыҫтан башлаған һүҙемдең мәғәнәһе шунда: милләтте һаҡлайыҡ тиһәк, ауылды күтәрергә кәрәк. Иң ышаныслы юл, иң һөҙөмтәле эш был юҫыҡта фәҡәт ошо булыр. Хәйер, мин хәҡиҡәт асмайым, тик билдәле аксиоманы ҡабатлайым, бөгөнгө мәлдең был ғәмәл өсөн үтә лә ҡулай булыуын аңғартам, иҫкә төшөрәм.
Ҡайҙан башларға, нисек тотонорға?
Киләсәген уйлаған ауыл кешеһе өсөн был һорауҙарға аныҡ яуап алыу үтә лә мөһим. Сөнки уның аҡсаһы юҡ, хөкүмәт ярҙамына ышанып етмәй, кредиттан ҡурҡа, түрәләр менән һөйләшә белмәй. Хатта хәләл көсөн түгеп үҫтергән һуғым малын баҙарға алып барып үҙе һатырға йөрьәт итмәй, осһоҙға ғына алыпһатарға тоттороп ебәрә.
Һуңғы ун-ун биш йыл дауамында Татарстандан килеп, Урал аръяғы райондарынан быҙау йыйып алалар. Илле-алтмыш килограмлыҡ өс-дүрт айлыҡ быҙауҙы халыҡ ҡыуанып ун ике-ун биш мең һумға тотороп ебәрә уларға. "Алты айҙа ошо быҙауҙы дүрт йөҙ килограмм ауырлығына еткерәбеҙ. Һеҙҙең яҡ малының иммунитеты көслө, ашатһаң, тиҙ йоға", - тиҙәр татар ҡәрҙәштәр. Сер итеп шуны ла өҫтәйҙәр: үҫеүгә йоғонто яһаған стимуляторҙар ҡулланалар, төрлө препараттар ҡаҙайҙар икән малҡайҙарға. Быныһын һүҙ ыңғайында ғына әйтеүем һәм ул күтәрелгән мәсьәләгә ҡағылмай.
Ғөмүмән, Татарстанда малсылыҡ - дәүләт кимәленә күтәрелгән иҡтисади йүнәлеш. Ауылдарҙағы халыҡ, һимерткән малды ҡайҙа ҡуйырмын, нисек һатырмын, тип аптырау түгел, был турала уйламай ҙа. Барыһы ла көйләнгән, юлға һалынған. Кемдер мал үҫтерә, икенсеһе - һуя, өсөнсөһө - һата. Тормоштарын барып күргән кешеләр, күршеләр етеш, бай йәшәйҙәр, тип һөйләйҙәр.
Тимәк, эшкә белеп тотонғанда, уны бергәләп ойошторғанда, беҙҙең ауылдарҙы ла күтәрергә мөмкин - шарттар, закондар, иҡтисади киңлек бер үк бит. Дәүләт, урындағы власть, йәмәғәтселек тотонорға тейеш быға. Был тәңгәлдә бер ни ҙә эшләнмәй, тип әйтеп булмай. Дәүләт программалары ҡабул ителгән, ҙур ғына аҡса ла бүленә, райондар хакимиәттәрендә махсус мәғлүмәт үҙәктәре ойошторолған, йәмәғәтселек әленән-әле проблеманы күтәрә, мөрәжәғәттәр ҡабул итә. Тик һөҙөмтә самалыраҡ барыбер. Ни өсөн? Сөнки был эш формаль төҫ алған, ихласлыҡ, һөҙөмтәгә ынтылыу юҡ. Ауыл хакимиәте башлығы үҙ ихатаһында тырышып мал аҫраған ауылдашына, әйҙә, хужалығыңды тағы ла киңәйт, уның бына ошо һәм ошо юлдары бар, тип йөрөмәй. Уны етәкләп, район хакимиәте белгестәренә, банкка, башҡа урындарға йөрөтмәй. Урындағы түрәгә был кәрәкмәй, сөнки ул, күп осраҡта, барыһына ла битараф кеше.
Башҡорт ҡоролтайҙары был юҫыҡта ҙур һәм файҙалы эш атҡара алыр ине. Ғәҙәттә, битараф булмаған милләттәштәребеҙ ошо йәмәғәт ойошмаларына тупланған бит. Әгәр урындағы ҡоролтай һәр ауылда бер генә фермерҙы ҡурсалауға алып, аяҡҡа баҫтырһа, уларҙы район кимәлендә берләштерһә, уставында ҡаралған маҡсатҡа өлгәшкән, тип баһаларға мөмкин, минеңсә. Йыйылып алып, тел бөтә, мәҙәниәт үлә, тип бөтмәҫ хәбәр һөйләүҙән мең артыҡ булыр ине был эш. Ауыл йәшәһә, тел дә йәшәйәсәк!
Байгилде МОТАЛЛАП.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА