Милли кейем, уны тергеҙеү тураһында матбуғат биттәрендә байтаҡ яҙылды. Бөгөнгө көндә был өлкәлә эшләүселәрҙең һаны ишәйә, милли стилдә тегелгән костюмдар етештереү менән шөғөлләнгән предприятиелар арта бара. Бигерәк тә бар райондарҙа ла эшләп килеүсе Ағинәйҙәр ҡорҙары ағзаларының үҙ ерлектәре, үҙ ырыуҙары үҙенсәлегенә яраштырып, милли кейемдәр тегеп алып кейеп йөрөүе оло маҡтауға лайыҡ.
Сығанаҡтарға таянайыҡ
Ҡасандыр милли кейемде сәхнә ихтыяждарына тап килтереп стилләштереүҙе Фәйзи Ғәскәров башлаған, һәм шул йылдарҙан алып сәхнә кейеме ижад итеүсе рәссамдар, милли элементтар ҡушып, күҙ яуын алырлыҡ костюмдар ижад итә. Театр һәм эстрада артистарының бындай кейем кейеп сығыш яһауы - бик хуп күренеш. Әммә бер нәмә эсте бошора. Башҡорт кейеме йылдан-йыл нығырак стилләштерелә бара, һәм бөгөнгө көндә сәхнәлә лә, театрҙа ла саф башҡортса тегелгән традицион милли кейемде осратыуы бик ҡыйын. Ул ғына түгел, сәнғәт өлкәһендә эшләгән байтаҡ кешеләрҙең милли кейем тураһындағы белеме сәхнәлә күргән эстрада кейем өлгөләре менән сикләнә, шуға ла улар етди, тарихи темаларға төшөрөлгән нәфис фильмдарҙа, халыҡ йырҙарына клиптарҙа геройҙарына ошондай кейем кейҙерә, шуның менән тупаҫ дилетантлыҡҡа юл ҡуя.
Шуның өсөн терминдарҙы алдан уҡ асыҡлап үтергә кәрәк:
- Милли кейем - халыҡтың быуаттар буйы, бик аҙ ғына үҙгәрештәр кисереп, һаҡланып килгән ҡомартҡыһы.
-Милли стилдәге сәхнә кейеме - теге йәки был милли элемент ҡушып тегелгән, дөйөм милли колоритты сағылдырған сәхнә кейеме.
Был ике йүнәлеш тә параллель рәүештә үҫешергә тейеш, һәм уларҙы бутауға юл ҡуйырға ярамай. Шулай уҡ айырым ваҡиғаға арналған сюжетлы әҫәрҙәрҙә стилләштерелгән кейем кейҙереү дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, стилләштерелгән сәхнә кейеменең етди етешһеҙлеге - традицион милли кейем өлгөләре менән таныш булмау, яңы костюмдар ижад иткәндә уларға таянмау. Һөҙөмтәлә сәхнәләге ҡайһы бер кейемдәр бөтөнләй башҡорт үҙенсәлектәрен сағылдырмай, уларҙы төрөк йәки әзербайжан костюмдары тип тә атарға була. Ә тамашасы һәм уларҙы ижад иткән рәссамдар был кейемдәрҙе "милли кейем" тип атай бирә, һәм был төптө яңылыш фекер матбуғат биттәрендә лә урын ала.
Әгәр ҙә рәссамдар үҙ эшмәкәрлегендә С.И. Руденконың "Башкиры" китабына йәки С.Н. Шитованың "Башкирская народная одежда" тигән китабына (һуңғыһы, әйтергә кәрәк, милли костюмға бағышланған берҙән-бер абруйлы хеҙмәт) мөрәжәғәт итһә, үҙ ижадтары өсөн ҙур материал туплар ҙа, яңынан-яңы сәхнә кейеме өлгөләре тыуҙырыр ине. Был китаптар уларҙың өҫтәленән төшмәҫкә тейеш. Сөнки милли кейем халыҡтың холҡон сағылдыра, һәм заман рәссамдары, тарихи дөрөҫлөктө юҡҡа сығарып, милли кейемде үҙгәртеп, халыҡтың холоҡ-фиғеле тураһында ла яңылыш фекер тыуҙыра. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа сәхнәлә яугир ҡыҙҙарҙы кәүҙәләндереү үҙенсәлекле бер модаға әйләнде. Уларға ҡыҫҡа өҫкө кейем, аяҡҡа һылашып торған үтә күренмәле ыштан кейҙерәләр. Хатта ир һуғышсылар ҙа киң, оҙон кейем, киң ыштан кейгән, шулай булғас, ни эшләп ҡатын-ҡыҙҙар ярым шәрә кейенһен, ти? Уларҙы бындай рәүештә һүрәтләү башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын әҙәпһеҙ итеп күрһәтә.
Ә милли кейемгә килгәндә, бөгөнгө көндә ул музейҙарҙа, ғаилә архивындағы фотоларҙа ғына һаҡланған тиерлек. Театрҙа ла уны осратып булмай. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Башҡорт академия драма театры репертуарында милли кейем тик М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы" спектаклендә генә ҡулланыла ине, ә башҡа тарихи темаға ҡуйылған "Һуңғы ғәйнә", "Нәркәс" спектаклдәрендә актерҙар бик ныҡ стилләштерелгән кейем кейә.
Ә бит милли кейем - халыҡ ҡасандыр көн һайын кейгән, көндәлек ҡулланыуға, шулай уҡ яуҙа йөрөүгә яраҡлы итеп тегелгән кейем. Донъялағы бик күп илдәрҙә халыҡтар ауыл ерендә генә түгел, ҡалала ла милли кейем кейә. Һәм әле милләттәштәремдең милли кейем тектереп кейәйек, тип, матбуғат биттәрендә сығыш яһауы - айырым романтиктарҙың буш һүҙҙәре түгел, ә бөгөнгө көндә барған рухи күтәрелеш, үҙаң уяныу менән ауаздаш тәҡдим. Һәм нимәһе ҡыҙыҡ: халыҡтың ихласлап милли кейем кейә башлауы уның рухи яңырыуы менән туранан-тура бәйле. Бөтә континенттарҙа, бихисап илдәрҙә кешеләр, заманса бер иш кейемде сисеп, байрамдарға булһа ла милли кейем кейә, бының менән улар үҙ тамырҙарына яҡыная, асылына ҡайта. Сөнки кейеменә ҡарап, кешенең ниндәй милләттән икәнен әйтеп була, ул сит кешеләр өсөн визит карточкаһы, паспорт һымаҡ. Бындай "визит карточкаһы", әлбиттә, милли ғорурлыҡ та, шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ тойғоһо ла уята. Ләкин милли кейем тектерергә теләгән бик күптәр үҙ теләген тормошҡа ашыра алмай йә тегеүсеһе юҡ, йә кейем өлгөләре юҡ. Китаптарҙағы өлгөләр ни тиклем генә бай булмаһын, был өлкәлә асылмаған, өйрәнелмәгән урындар күп әле.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Боронғо фотолар - был мәсьәләне тәрәнерәк өйрәнер өсөн иҫ китмәле бай материал. Шәхси фотоальбомдарҙа һәм архивтарҙа һаҡланған фотоларҙа бөгөнгө көнгә тиклем онотолған кейем өлгөләре осрауы ихтимал. Шуға ла беҙ гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Әгәр ҙә һеҙҙә боронғо, ҡыҙыҡлы фотолар булһа, уның сифатлы копияһын редакцияға ебәрегеҙ. Бының менән һеҙ кейем тарихы ғилеменә, боронғо, әлегәсә аҙ билдәле булған кейем өлгөләрен ҡайтарыу, уны өйрәнеү һәм көндәлек ҡулланыуға индереүгә тос өлөш индерә алаһығыҙ.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА