"Евразия йөрәге" Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә үткән күркәм саралар араһында "Башҡорт милли кейеме көнө" тип исемләнгән байрам айырыуса күңелгә ятты. Йылдар буйы һандығында ҡәҙерләп һаҡлаған милли кейемдәрен, үҙ ҡулдары менән тегеп, биҙәп алған селтәр, ҡашмауҙарын кейеп, баш ҡала урамдарына сыҡҡан милләттәштәр М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдынан Салауат Юлаев майҙанына тиклем атлап уҙҙы. Был марш-парад "Башҡортса кейен!" тигән флэшмоб, концерт менән дауам итте. Сағыу байрамда баш ҡаланан һәм республиканың төрлө төбәктәренән килгән меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Милли кейем - һәр милләттең рухын, күңел байлығын, тарихын, боронғо көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәйеш ҡағиҙәләрен һынландырған паспорты ул. Башҡорт милләтенең йөҙө, асылы ла уның милли костюмдарының төрлөлөгөндә асыҡ сағыла. Тик һуңғы йылдарҙа был үҙенсәлекле рухи мираҫыбыҙ сәхнә кейеменә тиклем ябайлашып, үҙенең асылын юғалтып бара ине. Ниһайәт, БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан, шулай уҡ йәмәғәтселек кимәлендә лә, милли кейемдәрҙе тергеҙеү, популярлаштырыу буйынса саралар күрелә башланы. "Башҡорт милли кейеме көнө" нәҡ шундай рухты талпындырыусы сараларҙың береһе булып хәтерҙә ҡаласаҡ та инде. Өфө халҡы, артистар, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ғына түгел, Әбйәлил, Баймаҡ, Ишембай, Белорет, Күгәрсен, Учалы, Йылайыр, Федоровка, Бишбүләк, Архангел, Ауырғазы, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Илеш, Дәүләкән райондары һәм Туймазы, Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре лә милли кейемебеҙҙең бөтә зауығын күрһәтте был көндө. Башҡортостандың төрлө ауылдарынан килгән ағинәйҙәргә Өфөбөҙ урамынан туған телдә яңғыраған моң-көй аҫтында бейеп, милли кейемдә атлап үтеү ҡыҙыҡ тойолһа, ҡала халҡы иһә уларға һоҡланып та, аптырап та баҡты. Сөнки марш-парад рәтендә китеп барыусы ағинәйҙәр кейгән кейемдә илаһи матурлыҡты ла, һәр ырыуға хас үҙенсәлектәрҙе, деталдәрҙе лә күрергә була ине. Ә Ишембай ағинәйҙәренең береһе кейгән юрматы ырыуы ханбикәһе кейеме айырым иғтибарға лайыҡ булды. 16-17-се быуаттағы был кейем өлгөһө, әлбиттә, дәүләт музейҙарында юҡ, уны Ишембайҙағы шәхси музейҙа ғына тап итергә мөмкин. Владимир Бессаренко атлы ир-уҙаман ата-бабаларынан ҡалған башҡорт милли кейемдәре коллекцияһын күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай, айырым осраҡтарҙа ғына бына ошондай сараларға алып сыға.
Байрамға йыйылған баш ҡала башҡорттары ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә беҙҙең башҡорт милли кейеменең төрлөлөгөн, иҫ киткес бай булыуын баһаланы. "Оҡшаны, күңелдәр тулышып, күҙҙәргә йәштәр төйөлдө. Халҡымдың мәҙәниәте, тарихы менән ғорурланыу хисе күкрәгемә һыймай. Йәш ғаиләләр балалары менән милли кейемдең бер элементын булһа ла кейеп килгән - тимәк, уларҙа рух йәшәй", - тигән яуап алдыҡ күптәрҙән. Баш ҡаланың иғтибарын Парижды алған кеүек яуланыҡ, тиһәк тә, һис ҡупайтып ебәреү булмаҫ. Сөнки унда "Любизар" хәрби-патриотик клубы ағзалары 19-сы быуат башҡорт ирҙәре образында парад юлын һыбай үтте. Салауат Юлаев һәйкәле урынлашҡан майҙанға килеп еткәс, Сәғиҙулла Байегеттең йыры аҫтында бөтә ғәм бергәләп башҡортса бейеү башҡарҙы. Милли кейемдәрҙәге меңдән ашыу кеше, бер төрлө хәрәкәттәр яһап, дәртле көйгә тыпырлатып, осоп-ҡунып бейене. "Башҡортса кейен!" флэшмобынан һуң "Традицион башҡорт кейеме", "Башҡорт сәхнә костюмы", "Заманса кейемдә башҡорт элементтары", "Ике нөктә" балалар кейеме дефилеһы ойошторолдо. Тамашаны алып барыусылар сәхнәлә күрһәтелгән һәр кейем өлгөһөнөң үҙенсәлеге тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Бигерәк тә йәштәр өсөн был күргәҙмә фәһемле, кәрәкле ине. Улар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәгендә балитәктәр нисә ҡат булыуынан алып, камзул, кәзәкиҙәрҙең тегелеше, ир-аттарҙың кейемдәре тураһында арыу уҡ мәғлүмәт алды. Артабан "Мин башҡорт кейемендә!" конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортса кейенеп фотоға төшөп, шуны интернет селтәрендә урынлаштырыусылар араһында Гөлнирә Аҡбулатова, Эльвина Хисаметдинова һәм Тәнзилә Байсурина еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан ете йәшкә тиклемге кескәй балаларҙың барыһына ла еңеүсе дипломдары тапшырылды. Ғөмүмән, байрам тамашаһы бик мауыҡтырғыс итеп ҡоролдо: сәхнә театр артистары, эстрада йондоҙҙарының сығыштары, моңло йыр, дәртле бейеүҙәрҙән шау-гөр килеп торҙо.
Башҡорттарҙа тирмә ҡормайынса үткән байрам булғаны ла юҡ. Салауат Юлаев майҙанында теҙелешеп киткән тирмәләр тамашасыларға боронғо башҡорт йәйләүҙәренә экскурсия яһарға саҡырҙы. Ҡала халҡына тирмә тормошо былтыр төҙөлгән "Ватан" этнопаркындағы күргәҙмәнән билдәле, шулай ҙа ҡыҙыҡһыныусылар күп булды. Башҡорт милли аш-һыуҙары һатылған тирмәләрҙән халыҡ өҙөлмәне. Бынан тыш, Балаҡатай, Федоровка, Мәсетле, Әбйәлил, Белорет, Ғафури райондары һәм Сибай, Ағиҙел ҡалалары оҫталары һәм ағинәйҙәре үҙҙәренең ҡул эштәрен һатыуға алып килгәйне. Балаҡатай районы Билән ауылынан "Тамбур" биҙәү-ғәмәли сәнғәт халыҡ студияһы етәксеһе Венера Ғәлиәкбәрова балитәктәре ҡайып сигелгән күлдәктәр, аҡландағы иң матур сәскәләр төшкән алъяпҡыстар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сумкалар, ҡулъяулыҡтар алып килгәйне. "Кешелә милли рух ваҡыт уҙыу менән уяна, милли үҙаң да олоғая бара барлыҡҡа килә. Йәш саҡта мөһим тойолмаған әйберҙәрҙе ҡартая килә баһалай башлайһың. Бөгөнгө байрам ошонда йыйылған тамашасыларҙың һәр береһенең күңеленә үтеп инерлек итеп ойошторолдо. Бындағы йәштәр барыһы ла тамырҙары, халҡының тарихы, көнкүреше, йолалары менән ҡыҙыҡһына башлар, иманым камил", - тип һөйләне Венера Мәзит ҡыҙы.
ШУЛАЙ ИТЕП...
БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Халыҡтары ассамблеяһы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған "Башҡорт милли кейеме көнө" башҡа милләттәр алдында башҡорттарҙың боронғо халыҡ икәнен күрһәтеүҙән бигерәк, йәш быуынды ата-бабаларҙың рухи һәм матди мираҫына иғтибарлыраҡ булырға өндәгән сара итеп ҡабул ителде. Сөнки бында ҡатнашҡан сәнғәт вәкилдәре ике сәғәткә һуҙылған тамаша өсөн алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп еткән ағинәйҙәр ҙә ни бары башҡорт йәштәре үҙ халҡының милли кейеме ниндәй булыуын күрһен, белһен, тигән маҡсатты күҙ уңында тотто. Киләсәктә был байрам республикабыҙҙың даими үткәрелгән сараларының береһенә әүерелер, тип өмөт ителә. Һәр хәлдә, 2020 йылда Башҡортостанда үткәреләсәк Халыҡ-ара фольклориада фестивален беҙ ошондай халыҡсан байрамдар менән ҡаршыларға тейешбеҙҙер.
Сәриә ҒАРИПОВА
КИРЕ СЫҒЫРҒА