Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө 12 июндә өс иҫтәлекле датаға - башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына - 262 йыл, Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүгә - 442 йыл тулыуға һәм Рәсәй көнөнә арналған байрам саралары уҙғарырға әҙерләнә. Йола буйынса, ошо саралар алдынан Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек ЯЛАЛОВ журналистар менән осрашты һәм быйылғы йыл башынан алып барылған эштәр, яуланған уңыштар, хәл итеү талап иткән мәсьәләләр менән таныштырҙы.
- Тәүге ярты йыллыҡ тамамланмағанға күрә, Өфө ҡалаһының социаль-иҡтисади күрһәткестәре буйынса әлегә отчеттар юҡ, - тип башлап китте һүҙен Ирек Ишмөхәмәт улы. - Шуға, быйылғы биш айлыҡ статистик, оператив мәғлүмәттәрҙе генә киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итмәксебеҙ. Иҡтисадта көрсөк күренеше күҙәтелһә лә, Өфөнөң 2015 һәм 2016 йыл башындағы социаль-иҡтисади күрһәткесенең динамикаһы ыңғай. Бюджетҡа аҡсаның үҙ ваҡытында күсеүе ҡаланың тотороҡло үҫешен дәлилләгән күрһәткестәрҙең береһе булып тора. Бюджеттың килемле өлөшөн атҡарып сығыу ярайһы уҡ ҡыйынға төшөүе беҙҙе бик ҡаты экономиялау режимында эшләргә мәжбүр итә. Экономиялауҙы үҙебеҙҙән башланыҡ: хеҙмәт командировкаларына, кеҫә телефоны бәйләнешенә, яғыулыҡ-майлау материалдарына киткән сығымдарҙы аҙайттыҡ. Беҙҙең муниципаль предприятиелар һәм учреждениелар ҙа сығымдарҙы кәметеү пландарын төҙөнө. Әйткәндәй, эште еренә еткереп эшләһәң, уңыш оҙаҡ көттөрмәй. Яңыраҡ Өфө РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы ҡатнашлығында ойошторолған "Йәмәғәт финанстары идараһы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы муниципаль берәмеге" тип исемләнгән туғыҙынсы Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, призлы урын яуланы. Был хәл, һис шикһеҙ, ҡала хакимиәтенең финанстар менән һөҙөмтәле файҙаланыуы тураһында һөйләй. Ҡайһы бер белекһеҙ "белгес"тәр Өфөнөң бөгөнгө хәленә дөрөҫ булмаған баһа биреп ҡуя ул ҡуйыуын. Ундайҙарға, мәсьәләне яҡшылап өйрәнмәй тороп, теге йәки был хәл-күренешкә ҡабалан баһалар яһамай торорға кәңәш итер инем. Бына бит, Standart & Poors халыҡ-ара рейтинг агентлығы ла Өфөнөң финанс күрһәткестәренең яҡшырыуын иҫәпкә алып, үҫеш тенденцияһына "Тотороҡло" тигән билдә ҡуйҙы.
Артабан Өфө ҡала хакимиәте башлығы сәнәғәт хәлдәре менән таныштырҙы. Быйылғы 4 ай эсендә баш ҡала предприятиеларында сәнәғәт етештереү индексы 101 процент сиген үткән. Был күрһәткес былтырғыһы менән тап килә. Өфө ойошмаларының йыл башындағы финанс хәле лә былтырғы менән сағыштырғанда яҡшырған. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 34,5 мең һум тәшкил итә, был 2015 йылдың ғинуар-март айҙарынан 5,9 процентҡа күберәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ҡала иҡтисадына индергән өлөшө йылдан-йыл арта. Быйыл ҡала хакимиәте тарафынан кәмендә 100 бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеһына ярҙам итеү планға индерелгән, 300 эш урыны һаҡлап ҡалынған, 100 яңы эш урыны булдырылған.
Төҙөлөш тармағындағы эштәргә лә туҡталды Өфө ҡала хакимиәте башлығы. Дүрт айҙа 150 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. "Был былтырғы күрһәткестәрҙән 8 процентҡа күберәк", - тине Ирек Ялалов. Бынан тыш, ул Өфө ҡалаһы тарихында беренсе тапҡыр бер юлы дүрт мәктәп төҙөлә башлауы тураһында ла белдерҙе. Мәктәптәр Нуғай ҡасабаһында (825 урынлыҡ), "Инорс-4" (1650 - уҡыусыға һәм 340 мәктәпкәсә йәштәге балаға иҫәпләнгән), "Колгуевский" (550 урынлыҡ) һәм "Дим-8" (850 урынлыҡ) биҫтәләрендә төҙөлә. "Был - ябай мәктәптәр түгел, улар комплекслы белем биреү учреждениелары. Йәғни, балалар баҡсаһы ла, спортзал да бер үк урында урынлашҡанлыҡтан, баҡсанан мәктәпкә күскән балаларға яңы мөхиткә өйрәнергә кәрәкмәй - улар шул уҡ урында уҡыуын дауам итә. Был тәжрибәне беҙ Ҡытай Халыҡ республикаһынан алып ҡайттыҡ", - тине Ирек Ишмөхәмәт улы.
Өфө ҡалаһы, Мәскәү менән Санкт-Петербургтан ҡала, илдәге халыҡ-ара кимәлдәге саралар ойоштороусы өсөнсө майҙансыҡҡа әүерелә бара. "Был һуңғы йылдарҙағы ҡалалар әүҙемлеге статистикаһынан да күренә", - тине Ирек Ялалов. Йәғни, көрсөк тәьҫире ҡаланың ошо йүнәлештәге хәрәкәтенә ҡамасауламай, тигән һүҙ. Көрсөк шарттарында аҙ аҡса тотоноп, һөҙөмтәле эш эшләү сәбәбен Ирек Ялалов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең үҙ эшенең оҫталары булыуына һәм ойоштороуҙағы уңыштар менән бәйләй. 2015-2016 йылылыҡ биреү осоро уңышлы үтелгән. Был юлы йылылыҡ биреү селтәрендә авариялар былтырғынан 119 осраҡҡа аҙыраҡ булған. "Был - Өфө ҡалаһында ғына алып барылған уникаль тәжрибә - иҫке торбаларҙы алыштырыу эшенең ҡыш миҙгелендә лә туҡталмауында. Унан бигерәк, беҙҙә был эште атҡарған саҡта селтәрҙә алыштырыласаҡ торба эшен ваҡытлыса һалынған торбалар, параллель юлдар дауам итә. Ремонт эштәрен йыл әйләнәһенә алып барыуыбыҙ арҡаһында ла авариялар кәмей", - тип аңлатты Ирек Ялалов.
Тағы. Өфө һуңғы йылдарҙа юлдарҙы асфальтлауҙың да яңы, заманса ысулдарын әүҙем файҙалана. "Кемдер беҙгә, ҡала урамдарына йәһәт-йәһәт кенә итеп бер ҡат асфальт һалып, ҡотолорға кәңәш итә. Ул кәңәш дөрөҫ түгел. Минеңсә, элеккесә эшләү ярамай хәҙер: иң мөһиме - асфальт юл файҙаланыу ваҡытына тура килерлек итеп һалынырға тейеш. Юғиһә, юл һалыуҙы йомғаҡлаған йылда асфальтты махсус юл лабораторияһы тикшерһә, ул бөтөн талаптарға ла яуап бирә, ә бер йылдан һуң шул урындағы асфальттың ныҡ иҫкергән, таушалған булыуы асыҡлана. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, беҙҙә асфальт йәйгәндә ҡатнашманы йәбешкәк итеү өсөн ҡулланылған битум сифатлы түгел. Беҙҙә битум эшләүсе ике компания бар, әммә уларҙың тауарҙары бер йылдан һуң төп тәғәйенләнешен үтәмәй - йәбешмәй башлай. Ямғыр һыуын юлдан ситкә ағыҙыу өсөн тәғәйенләнгән яһалма йырындар (ливневики) мәсьәләһенә лә айырым иғтибар бирелә. Улар булмай тороп, асфальт юлдарҙың оҙаҡ хеҙмәтләндереүенә өлгәшеп булмай. Беҙҙең ҡалаларҙы шул йырындарһыҙ ғына проектлағандар, хәҙер беҙ элекке хатаны төҙәтәбеҙ ҙә инде. Ошо йүнәлештә алып барылған эштәр һөҙөмтәһендә Һупайлы биҫтәһе һыу баҫыу ҡурҡынысынан арынды", - тип, юл төҙөлөшөнә лә туҡталды баш ҡала хакимиәте башлығы.
Осрашыу барышында бик күп уңыштар тураһында әйтелде, улар тураһында гәзитебеҙ биттәрендә әленән-әле яҙып торабыҙ. Өфөлә үҙгәрештәргә өйрәнеп тә бөтөлгән инде. Әле бына яңыраҡ ҡына һәр светофор эргәһенә, тротуарҙарҙың йүнәлешен күрһәтеп ятҡан буйлы-төртөклө ҡыҙыл таҡталарҙы күреп, "Был ни ғәләмәт!" тип аптырап йөрөнөк. Уйлана торғас, уларҙың һуҡырҙар өсөн эшләнгәнлеген аңлап ҡалдыҡ. Өфө ҡалаһы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең хәүефһеҙлеген дә ҡайғырта, тимәк.
Шулай итеп...
Ирек Ялаловтың һөйләгәндәрен тыңлағандан һуң, ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ мыжғып торған мегаполистың тормошо шул тиклем ентекле уйланылған, аҡыллы кешеләр тарафынан контролдә тотолған ғәйәт ҙур бер система икәнлегенә тағы бер ҡат инандыҡ. Ирек Ишмөхәмәт улының: "Тынғыһыҙ эшләргә тура килә. Минең һәм коллегаларымдың шәмбе һәм йәкшәмбе көндәребеҙ бөтөнләй тиерлек юҡ. Бындай тиҙлек, эшсәнлек артабан да дауам итһә, Өфө ҡала түгел, ә әкиәткә әйләнәсәк тиҙҙән", - тиеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй бит.
Байым РӘХИМЙӘНОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА