«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ - МИЛЛИ ХОЛОҠ
+  - 

Ҡолаҡсын һәм көләпәрә

Башҡорт ирҙәр баш кейемдәре иҫ киткес күп төрлө, бихисаплығы менән хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы менән ярыша ала. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорттар төшөрөлгән француз һәм рус рәссамдарының һүрәттәрендә генә лә бик күп төрлө баш кейемдәрен күрергә мөмкин, уларҙың ҡайһы берҙәренең исемдәре лә билдәһеҙ.
Башҡорт баш кейемдәренең төп үҙенсәлеге - уларҙың ҡалҡыу булыуы. "...Башҡорттарҙы баш кейемдәре буйынса бер күреүҙән танып була. Ул кеглгә оҡшаған, әммә бигүк осло түгел, бейеклеге бер ҡарыш..." тип яҙа этнограф һәм тарихсы И.Г. Георги (1729-1802). "Уларҙың формаһы сәйер, ҡанаттары һәм елкәне ҡаплаған ҡойроғо бар", тип яҙа В.М. Черемшанский. Ул сәйер баш кейемдәре - ҡолаҡсын һәм көләпәрә. Ҡойроҡ, тип, ул йәнлек ҡойроғон түгел, ә баш кейеменең ҡойроғон атаған. Рустар был баш кейемдәрен малахай тип йөрөтә.
Ҡолаҡсын һәм көләпәрә - бик боронғо баш кейемдәре. Ул Азияның байтаҡ күсмә халыҡтарында осрай һәм хатта боронғо скиф һындарында күреп була уларҙы. Ҡолаҡсынды күбеһенсә ҡыш һәм йылдың һалҡын ваҡытында кейгәндәр, ә көләпәрә йәй көндәре елдән һәм туҙандан һаҡлаған. Уларҙың ҡолаҡтары яурынға тиклем төшөп торған, ә арҡалығы елкәне ҡаплаған. Ыжғыр елдәрҙән һәм ҡарҙан һаҡланыр өсөн иң ҡулайлы баш кейеме.
Ҡолаҡсын күбеһенсә төлкө тиреһенән тегелгән, һарыҡ йәки бүре тиреһенән дә ҡолаҡсындар осраған, өҫтөнән ҡара, ҡыҙыл төҫтәге туҡыма йәки тула менән көпләнгән. Көпләнмәгән ҡолаҡсын бик һирәк осрай, уныһы ла ярлыларҙа, тип яҙа С.И. Руденко. Ҡайһы берҙә ҡолаҡсындың баш өлөшөнә текә формаһын һаҡлау өсөн кейеҙ каркас теккәндәр. Ҡолаҡсынды тышынан уҡа менән биҙәгәндәр. Әйткәндәй, байтаҡ баш кейемдәренең биҙәлеш ҡалыбы ҡалпаҡта ла, ҡолаҡсында ла бер иш. Башҡорттар араһында ла ул ярымкүсмә тормош алып барған ырыуҙарға хас булған, уны бөрйәндәр, тамъяндар, түңгәүерҙәр, ҡарағай-ҡыпсаҡтар, табындар, меңдәр кейгән.
Көләпәрәне туланан йәки кейеҙҙән теккәндәр. Күҙгә ҡояш төшмәһен өсөн, маңлай тирәһе ҡапланыбыраҡ тора, ҡолаҡсындан айырмалы рәүештә, ҡолаҡтары һәм арҡалығы айырым, һәр береһе түңәрәкләп тегелгән. Уҡа урынына төҫлө туҡыманан ҡоршау урындары буйлап тар ғына таҫма һалынған.
Көләпәрәне Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә кейгәндәр: бөрйән, ҡатай, мең, үҫәргән ырыуҙары уны үҙенеке тип атай ала. Шуныһы ҡыҙыҡ: тире ҡолаҡсын һәм кейеҙ көләпәрә төрлө урында таралыу тапҡан, тик бөрйән ырыуы ғына ҡолаҡсын да, көләпәрә лә кейгән.
Йылы көндәрҙә ике баш кейеменең дә арҡалыҡтарын һәм ҡолаҡтарын өҫкә ҡайтарып булған. Бының өсөн сикә тирәһенән ике бау төшөп торған. Уны артҡа ҡушып бәйләгәндәр ҙә, арҡалыҡ менән ҡолаҡтарын ҡыҫтырып ҡуйғандар. Был баш кейеменең яңы реконструкцияларында бауҙы ҡолаҡсындың ҡолаҡ остарына ғына тегеп ҡуялар, әммә был осраҡта уларҙы ҡайтарып, тирләп киткән елкәне асып елләтә алмай юлсы.
Әйтергә кәрәк, ҡолаҡсынды - ҡышҡы, көләпәрәне - йәйге баш кейемдәре тип кенә ҡабул итергә ярамай. А.О. Орловскийҙың һүрәтендә ҡолаҡсын кейгән һыбайлы башҡорт япраҡлы ағас эргәһендә, тимәк, йәй көнө төшөрөлгән. Быға аптырарға түгел: һыбай йөрөгәндә ҡолаҡҡа ел бәрә, шуға ла һыбайлыларҙың йылы баш кейем кейеүгә мохтажлыҡтары бар. Ә кейеҙ көләпәрәне һалҡын көндәрҙә ябай тире кәпәс өҫтөнән кейеп сығыр булғандар.
Бөгөнгө көндә сәхнәбеҙҙә киң таралыу тапҡан, бер йәки ике ҡойроҡ тегелгән төлкө бүрек нәҡ тире ҡолаҡсынға оҡшатып уйлап сығарылған. Ул сәхнә кейеме булараҡ барлыҡҡа килгән, әммә байтаҡ кешеләр уны боронғо баш кейеме, тип яңылыша. Был бүректәр бик үҙенсәлекле, әммә тарихи темаларға һүрәт төшөргән рәссамдар бындай баш кейеменең борон булмауын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Ғөмүмән алғанда, мәктәптәрҙә башҡорт мәҙәниәте уҡытыусылары ғына түгел, рәсем уҡытыусылары ла балаларға халыҡ кейеме тураһында һөйләргә тейештер, тип уйлайым. Юғиһә, балалар сәхнәләге өлгөләрҙе генә күреп үҫә, халыҡ кейеме шуның менән сикләнәлер, тип уйлай.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Был баш кейемдәре ҡыш көнө лә, йәйге селләлә лә иҫ киткес уңайлы. Улар елдән һәм ҡояштан, ҡар-ямғырҙан, һыуыҡтан һаҡлай. Сәхнәнән дә бик матур күренә улар. Уларҙы яңыртайыҡ, тарих төпкөлөнән бөгөнгө көнгә ҡайтарайыҡ.

Таңсулпан БУРАҠАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1253

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru