Хозур йәй халҡыбыҙға күңел тантанаһы ла бүләк итә. Хәйбулла далаһы быйыл һөтләнеп торған бәрәкәтле йәшеллек менән ҡапланды. Нур бөркөп тулҡынған бындай йәшеллек тураһында әкиәттәрҙә генә уҡырға мөмкиндер. Ләкин һәр әкиәт ысынбарлыҡты сағылдыра. Йәшеллек тип кенә атау ҙа, бәлкем, дөрөҫ булмаҫ. Күҙ иңләй алмаҫ асыҡлыҡтар ҡыҙыл, һары, зәңгәр, башҡа күп төрлө сәскәләр менән биҙәлгән. Биш йыл буйы ямғыр тамсыһы төшмәгән дала быйыл ямғырға кинәнде. Ә ел даланың айырылмаҫ юлдашы: ҡылғандар талғын ғына бәүелә, йә әләм төҫлө алға саҡырып әйҙәй, урғылып талпына. Улар, гүйә, кешеләрҙе лә туҡталып ҡалмаҫҡа, алға барырға саҡыра.
Арҙаҡлы ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевтың 125 йыллығын билдәләр өсөн республиканың төрлө яғынан йыйылған ҡунаҡтар ҙа ошондайыраҡ хис-тойғолар кисергәндер. Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы Й. Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы ла биш йылға бер тапҡыр ғына уҙғарыла. Уны ҡурайсылар көтөп ала, камиллыҡтарын йәнә лә һынар өсөн Хәйбулла еренә оло хыял, ҙур теләк менән киләләр. Ҡурайсылар һәм тәбиғәт байрамының бер бөтөн күренеш булып ҡабул ителеүе һис тә ғәжәп түгел.
Өс йөҙҙән ашыу ҡурайсы ҡатнашҡан бәйге монументаллеге, сағыулығы, бай йөкмәткеһе менән күңелдә ҡабатланмаҫ кисерештәр уятты. Тамашаның тәүге көнөндә Мәҙәниәт һарайының залында ултырған ҡурайсыларҙың, бөтөнөһө бер булып баҫып, дәррәү "Урал"ды уйнап ебәреүе булды, ирекһеҙҙән күҙҙән йәштәр бәреп сыҡты. Үлемһеҙ моң аша маһирҙарыбыҙ халыҡтың тарихын бәйән итте. Һүҙҙәр артыҡ ине. Күҙ алдынан ата-бабаларҙың ҡаһарман юлы, "телем, динем, илем" тип көрәшкә сыҡҡан мәлдәре ялтлап уҙҙы, васыят һүҙҙәре ҡолаҡта яңғырап киткәндәй булды. Үлемһеҙ моң бөгөнгө быуынды илаһи осошҡа әйҙәне.
Өс көн буйы барған тамашаның авторы Зөһрә Бураҡаеваның тырышлығын билдәләмәү мөмкин түгел.
- Тыуғандан алып ҡурай моңон, боронғо йырҙарҙы ишетеп үҫкән быуын мин, - тине ул үҙе. - Халыҡ ижады үҙәгенән сценарий яҙыуымды һорағастары, шундуҡ ризалаштым, сөнки Хәйбулла яғында моңло халыҡ йәшәй. Ул ҡурайсылар, бейеүселәр төйәге. Ҡурайҙы профессиональ кимәлгә күтәргән Й. Иҫәнбаевты йәш быуын да белергә тейеш. Кем ул, ҡайҙа йәшәгән, ни өсөн ҡурайсы булып киткән, ниндәй кәртәләр аша үтеп ҡурайына тоғро ҡалған? Бында килгән йәш быуын шуларҙы белһен тигән маҡсат ҡуйып яҙҙым...
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған ҡурайсы Рәйес Низаметдиновҡа, тамашаның режиссеры булараҡ, ҙур бурысты атҡарып сығырға тура килә. Репетициялар һәр көн иртәнән алып кискә тиклем бара. Биш-алты бейеү коллективын ҙур майҙанға туплап бергә бейетә алыу, уларҙы бер бөтөн итеп ҡабул иттереү… Кесеһенән алып олоһона тиклем һәр береһенең үҙ урынын белеп, ҡуйылған маҡсатты теүәл, камил итеп башҡарыуы режиссерҙың хеҙмәт емеше ул. Хәйбулла ерендә үткән конкурсты ул, ҡурайсыларҙың иң мәртәбәле бәйгеһе, тип атай:
- Тап Хәйбулла ерендә ҡурайсылар бәйгеһе ойошторолорға тейеш, сөнки әлеге ваҡытта иң күп ҡурайсылар ошо районда, - тине Рәйес. - Был байрамға үҙҙәренән генә 250-ләп ҡурайсы йыя алабыҙ, тигәйнеләр. Студенттарҙың сессияһы, уҡыусылар имтихан бирә һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында бөтәһе лә килә алманы. Ләкин 150 Хәйбулла ҡурайсыһының бында ҡатнашыуы үҙе генә лә күп нәмә тураһында һөйләй…
Рәйес үҙе лә Й. Иҫәнбаев исемендәге конкурста бишенсе тапҡыр ҡатнаша. Хәйер, мәртәбәле бәйгелә ҡатнашҡан һәр кемде ҡурай сәнғәтенә булған бына шундай һөйөү һәм ныҡышмаллыҡ ҡылыҡһырлай, тиһәк, хаҡлы булырбыҙ.
Ҡурайсылар бәйгеһе шулай башланды, шулай үтте. Башҡортостандың 13 районы, 7 ҡалаһынан 19 ҡурайсылар ансамбле, 92 башҡарыусы ҡатнашты. Сит яҡтарҙан килгән оҫталарҙың да булыуын әйтергә кәрәк.
Һәр бәйге яңы исемдәр аса. Й. Иҫәнбаев исемендәге конкурс иң йәш ҡатнашыусы ете йәшлек Динислам Утарбаевтың (Сибай ҡалаһы) хәтерендә мәңге уйылып ҡалыр. 12 йәшкә тиклемге ҡурай тартыусылар араһында ул 1-се урынды яуланы. 12 йәштән 16 йәшкә тиклемгеләр араһында 1-се урынға Алмаз Вәлитов (Благовещен районы) лайыҡ булды. Иң өлкән ҡурайсы 83 йәшлек Ильяс Дәүләтбаев (Баймаҡ районы) маһирлығы менән дә, дәрт-дарманы менән дә бик күптәрҙе һоҡландырҙы. Баһалама ағзалары күптәрҙең остазы булған оло ҡурайсыға махсус приз тапшырҙы.
16 йәшкә тиклемге өлгөлө ансамблдәр араһындағы 1-се урынды "Тамъян" (Әбйәлил районы) һәм "Толпар" (Учалы районы) ҡурайсылар ансамбле яуланы. 16 йәштән өлкән булғандар араһында Баймаҡ халыҡ ансамбле еңеүсе тип табылды.
Гран-приҙы тапшырыу тантанаһы - ныҡ тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе. Биш йылға бер тапҡыр үткән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә бигерәк тә. Гран-приға эйә булған ни бары 12 ҡурайсы бар. Ә кем булыр 13-сөһө, быйылғы сәмле ярыш кем өсөн үҙ ишеген асыр? Баһалама комиссияһы рәйесе Юлай Ғәйнетдинов иғлан иткәнгә тиклем был сер булып ҡалды. Бына сәхнәгә заманыбыҙҙың иң оҫта ҡурайсыларының береһе Белорет районы Шығай ауылының 72 йәшлек уҙаманы Мөхәммәт Түләбаев күтәрелде. Бер сәнғәт сараларынан да ситтә ҡалмаған, ҡурайҙы пропагандалауҙа ижтиһатлыҡ ҡылған, сит илдәрҙә ҡурай тауышын ишеттергән, бына тигән шәкерттәр тәрбиәләгән арҙаҡлы ҡурайсы лайыҡлы баһа алды. Бүләкләнеүҙән элек, кем еңерен белмәгән саҡта әле, ағайҙан интервью алырға өлгөргәйнем. Ул Хәйбулла еренә килеүенең маҡсатын шулай тип аңлатҡайны:
- Йәштәрҙе сәмләндерәйем, дәртләндерәйем тип юлландым мин бында. Ҡурай ул йәш-елкенсәктең генә музыка ҡоралы түгел, уны ололар ҙа матур итеп уйнай, шуны белһендәр, тип килдем. Минең быуындаштар әле тәүге турҙа уйнап сыҡты. Хәҙер икенсе турҙы көтәбеҙ…"
Й. Иҫәнбаевтың 125 йыллығына арналған республика ҡурайсылар бәйгеһе бер тында үтте, ул милләтебеҙҙең рух бейеклеген сағылдырҙы, тип тә өҫтәр инем. Мари-элдан килгән Муса Нурдәүләтов әйтмешләй, "һоҡланам, ҡурайсылар шундай ҙур әҙерлек менән килгәндәр. Баһалама ағзаларына еңел булмаясаҡ, ҡурайсыларыбыҙҙың кимәле бик тә, бик тә юғары…"
Данлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың бәрәкәтле төйәге өс көн буйы илаһи моң эсендә йәшәне. Оҫталарҙың йәше юҡ - олоһо ла, кесеһе лә берҙәй хөрмәткә лайыҡ. Ҡайһыныһын ғына алһаҡ та, улар беҙгә халҡыбыҙҙың бай йыр-моң сәнғәтен үҙ йөрәге аша үткәреп еткереүгә өлгәште. Ҡурай тигән тылсымлы моң ҡоралы менән хәтерҙе һаҡлаусылар, рухландырыусылар булғанда, киләсәгебеҙ ҙә яҡтыраҡ һәм ышаныслыраҡ булыр. Меңәр йыллыҡ тарихҡа эйә ҡурайыбыҙ был оло ҡорҙа шуны йәнә лә бер тапҡыр раҫланы.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА