Бынан бер нисә йыл элек ошо юлдарҙың авторына атаҡлы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге архивында һаҡланған ҡулъяҙма фондын өйрәнеп, тасуирлама төҙөү бәхете тейгәйне. Ошо бер томлыҡ фонд эсенә танылған телсе-ғалим, әҙип, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Нуриәғзәм Таһировтың ҡулъяҙма дәфтәре лә беркетелгән булып сыҡты. Дәфтәр ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған 14 шиғырҙан тора. Шиғырҙар башлыса социаль һәм лирик йөкмәткеле. Улар хаҡында ниндәй ҙә булһа һүҙ әйтерҙән алда, авторҙың тормош юлын һәм эшмәкәрлеген ҡыҫҡаса хәтергә төшөрөп үтеү урынлы булыр.
Нуриәғзәм Таһир улы Таһиров 1888 йылдың 9 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Ләүеш (Ҡужа) ауылында тыуып үҫкән. Ауылдағы урыҫ-башҡорт приход мәктәбен тамамлағандан һуң, 2 йыл самаһы күрше Мәүлит мәктәбендә һабаҡ ала, аҙаҡ Троицк ҡалаһындағы данлыҡлы "Рәсүлиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Ләкин бындағы тәртип менән килешә алмайынса, уҡыуын ташлап, Себер тарафтарына сығып китә. Күпмелер ваҡыт шахтала эшләй, ҡаҙаҡ ауылдарында балалар уҡыта. 1908 йылдың көҙөндә Нуриәғзәм, Өфөгә килеп, "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә һәм, ауыр шарттарҙа йәшәүенә, һаулығының насарайыуына ҡарамаҫтан, 1911 йылда уны уңышлы тамамлап сыға. 1917 йылға тиклем ул тыуған яҡтарындағы һәм алыҫ Себерҙәге ауылдарҙа уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә. Революция ҡубып, батша ҡолатылғас, Н. Таһиров башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1917 йылда делегат булараҡ Беренсе Бөтөн Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм Башҡорт Мәркәз Шураһына ағза итеп һайлана. Ҡоролтайҙың ҡушыуы буйынса Башҡортостандың төньяҡ райондарында һәм Пермь губернаһында башҡорт кантон идаралыҡтары ойоштороуға күп көс һала, Ырымбурҙа башҡорт йәштәренең "Тулҡын" исемле мәҙәни-ағартыу ойошмаһын төҙөүҙә ҡатнаша.
Башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң, Н. Таһиров ғәскәр сафында Көньяҡ фронтта Деникинға, Петроград янында Юденич дивизияларына ҡаршы һуғыштарҙа була. Аҙаҡ яҙмыш елдәре уны башҡорт хөкүмәте ағзалары менән берлектә Ҡаҙағстан, Урта Азия тарафтарына ташлай. Унан ҡайтҡас, 1921 йылдан башлап, Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариатының коллегия ағзаһы, 1922 йылдан Башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын, телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса ғилми йәмғиәт рәйесе булып эшләй. Ошо шаулы, шанлы йылдар эсендә, милләтселектә ғәйепләнеп, Силәбе төрмәһендә һөргөндә лә булып ала. 1929 йылда Нуриәғзәм Таһиров НКВД тарафынан йәнә ҡулға алына һәм ғүмеренең аҙағынаса, йәғни 1937 йылға тиклем, ҡаты эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә.
Нуриәғзәм Таһиров - башҡорт тел ғилеме тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ғалим. Егерменсе йылдарҙа ул милли телебеҙҙе ғәмәлгә индереү өлкәһендә мөһим эштәр башҡара: тел тарихы, грамматика, орфография, һүҙлек буйынса тиҫтәгә яҡын белешмә һәм дәреслек әҙерләп сығара. Уның үҙе һәм коллегалары менән бергәләп яҙған "Башҡортса яҙыу ҡоралы" (1924), "Башҡортса эш йөрөтөү өсөн ҡулланма һәм үрнәктәр" (1924), "Башҡорт теленең сарфы" (1925), "Башҡорт лөғәте" (1926) кеүек хеҙмәттәре бөгөн дә фәнни әһәмиәтен юғалтмаған.
Әҙәби ижад менән иһә Нуриәғзәм Таһиров шәкертлек йылдарында уҡ шөғөлләнә башлай. "Ғә-лиә"лә уҡыған осоронда айырата әүҙем яҙыша. Айырым шиғырҙарын, публицистик яҙмаларын Өфөләге "Тормош" гәзитенә лә ебәргеләй, күпселек әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре Ырымбурҙағы "Ваҡыт" ғәзите биттәрендә баҫыла. Революция һәм граждандыр һуғышы йылдарында башҡорт милли матбуғаты биттәрендә әүҙем сығыш яһай. Әҫәрҙәрендә һәм мәҡәләләрендә үҙен "Нуриәғзәм Таһиров" тип кенә түгел, "Нуриәғзәм Мансуров", "Нуриәғзәм Басыров" тип тә таныштыра, ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта "Нута" тигән псевдонимды ҡуллана.
Ғилми архивта һаҡланған ҡулъяҙма йыйынтығында ла автор үҙен Нуриәғзәм Таһиров (Басыров) тип исемләгән. Ҡомартҡыла һис ниндәй дата күрһәтелмәгән. Әммә йыйынтыҡҡа ингән "Хисапхәл" шиғырының 1910 йыл "Ваҡыт" гә-зитенең 632-се һанында баҫылып сығыуын иҫәпкә алғанда, әҫәрҙәр сама менән 1909-1910 йылдарҙа ижад ителгән, тип фаразларға нигеҙ бар.
Ҡулъҙма дәфтәрҙең ғилми архивтағы Ш. Бабич фондына килеп юлығыуы ла осраҡлы түгелдер. Нуриәғзәм уҡыуын тамамлаған 1911 йылда шул уҡ "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә Шәйехзада ла уҡырға инә. Аҙаҡ улар икеһе лә башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашалар, Башҡорт Мәркәз Шураһы ағзаһы булалар; Ырымбурҙа башҡорт йәштәренең "Тулҡын" ойошмаһын бергәләп төҙөйҙәр. Яҙмаларын автор фекерҙәше, көрәштәше, ҡәләмдәше булған мәшһүр Бабичҡа үҙе бүләк иткән булыуы бик ихтимал.
Дәфтәргә теркәлгән шиғры әҫәрҙәрҙең күпселеге мәғрифәтселек идеялары менән һуғарылған. Автор йыш ҡына, тирә-йүнгә күҙ һалып, тормош, йәшәйеш, милләт яҙмышы хаҡында уйланыуҙарға бирелә. Халыҡтың ауыр хәле, илдәге бәхетһеҙлектәр иң элек наҙанлыҡтан, һөнәрһеҙлектән, ти ул. Нуриәғзәм Таһировтың шиғри мираҫы үҙенсә ҡыҙыҡлы, үҙенсә әһәмиәтле. Ул, бер яҡтан, XX быуат башы башҡорт шиғриәтенең яңы биттәрен асһа, икенсе яҡтан, авторҙың ижади эшмәкәрлеге хаҡындағы фекеребеҙҙе байыта, ҡарашыбыҙҙы киңәйтә.
Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ,
филологя фәндәре докторы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА