Бөтә донъяла, төрлө ил ҡәүемдәрендә ижтимағи тормошҡа, көнитмешкә, шәхси сифаттарға, әхлаҡ-әҙәпкә бәйле меңәр йылдар буйына ҡулланылған, йола-ҡағиҙәгә әйләнгән эш-ҡылыҡ тәртиптәре, ғөрөф-ғәҙәттәр, аманаттар бар. Улар оҙайлы ваҡыт ҡат-ҡат hыналып, күп ҡабатланып, ырыу, йәмғиәт ағзаларының ғәҙәтенә кергән. Йәшәйешкә ҡағылған, кешеләрҙең холҡон, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҡоролған йола-ҡағиҙәләр араһында тыйыу, әйтәйек, берәй эш-ҡылыҡҡа рөхсәт бирмәү, уны туҡтатыу, ғәмәлгә ашырмау, бәғзе теләккә, хис-тойғоға, кисереш-ярhыуға, тотанаҡhыҙлыҡҡа, тәртипhеҙлеккә ирек ҡуймау кеүек ғәҙәттәр ҙә бар.
Исемгә тыйыу
Борон аллаларҙың ысын исемдәре йәшерелеп, икенсе төрлө аталған. Библияға ярашлы, теләhә ҡайҙа, кәрәккән-кәрәкмәгәндә изге исемдәрҙе телгә алыу ярамаған. Илаhтар культы, уларҙы ҙурлау, уларға табыныу йолалары - бар ҡәүемдәргә хас күренеш. Fәрәп мифологияhы буйынса, тыуҙырыусы, бар ҡылыусы, йыhанда аhәң, тәртип урынлаштырыусы бөтә донъя хакимы Душара Илаhтың тыйылған исеменең бер төрө, алмашы иҫәпләнә. Тереклек hәм уңдырышлылыҡ аллаhы Аарра яҡтылыҡ hәм ҡояш hыҙаттарын үҙендә hынландырып, Душара менән берҙәй танылған. Аллат иhә - күк hәм ямғыр алиhәhе. Был исем Илаhтың тыйылған төрө булыуы ихтимал, тигән фекер бар. Аллаh та, Хоҙай ҙа тыйылған исемдең алмашы, уртаҡ исем илаhтан яhалған, тип фаразлана.
Йемен мифологияhында Саба дәүләтендә ил хакимы Алмаках (Илмаках) Илаhтың тыйылған исеменең варианты итеп тоҫмаллана. Илмаках - Илу алла исеменең бер төрө. Ай hәм hуғарыу аллаhы Вадд та Илуҙың ҡушаматылыр, тип уйланыла. Ай аллалары Сами, Син да Илуҙың алмаш исемдәре булһа кәрәк. Зат Бадан, Зат Зәhрән, Зат Сәнтим, Зат Химйәм ҡояш алиhәhенең тыйылған исеменең төрлө рәүештәре итеп ҡабул ҡылына.
Иран риүәйәттәрендә аҡыллы хаким Ахурамазда (Ахура Мазда) Зәрдөшт hәм Ахеменид пантеондарында бөйөк Илаhтың тыйылған исеменең алмашы hанала. Табу hалынған исемдәр грек, рим мифологияhында ла осрай. Fөмүмән, Аллаhы Тәғәлә туҡhан туғыҙ исем менән йөрөтөлгән. Ысын исем-шәрифте йәшереү, алмаштары менән аталыу - яуыз көстәр йоғонтоhонан hаҡланыу, хилафлыҡтан ҡурсаланыу, туранан-тура танытмау, белдермәү сараhы.
Борон башҡорт халҡында исем ҡушыуға бәйле "Тәүге исем", "Fүмерле исем", "Эт исеме" кеүек йолалар булған. Тәүге исемде, йәғни йүргәк исемен кендек инәhе ҡушҡан. Бәпесте хатта аҙ ғына ваҡытҡа ла яңғыҙ ҡалдырыу ярамаған. Был уны ен-шайтандан hаҡлау, алмаштыртмау әмәле булған.
Абдулҡадир Инан "Шаманизм: тарихта hәм бөгөн" хеҙмәтендә яҙыуынса, ғәҙәт буйынса яҡуттарҙа ла баланың бәләкәй саҡтағы исеме ысын исеме тип иҫәпләнмәгән. Бындай йола боронғо уғыҙҙарҙа ла күҙәтелгән. Егет-еләнгә ҡаhарманлыҡ күрhәткәндән hуң ғына Деде Ҡорҡут исем ҡушҡан.
Монголдар иhә яңы тыуған баланы өс көн буйы ҡаҙан аҫтында hаҡлаған. Был ваҡытта инәhе ҡурсаҡ менән мәшғүл булған. Һуңыраҡ ата-инә: "Балабыҙ үлде!" - тип ҡысҡырған да ҡурсаҡты бер соҡорға күмгән. Баланы тыныс ҡалдырhын өсөн яман рухтарҙы шулай күҙ яҙҙырғандар. Үлем рухын алдар өсөн яҡуттарҙа яңы тыуған баланы күршеләргә "hатыу" йолаhы булған.
Балаhы булмаған йәки үлеп торған башҡорттар ҙа үлем рухынан арынырға ынтылған. Бәпес тыуғас та, кендек әбейе уны тышҡа алып сыҡҡан. Өй тирәләй бер аҙ йөрөгәс, тәҙрәнән өндәшкән: "Сит тарафтан бер бәпес килтерҙем, hа-тып алыусы булырмы?" Шунан hатыулашыу башланған, hатыусыға хаҡ итеп, мәҫәлән, тимер киҫәге бирелгән. Яңы тыуған балаға иhә Тимер, Һатыбалды, тәненә көс-ҡөҙрәт өҫтәр өсөн Теребай, Үлмәҫбай кеүек исемдәр ҡушылған.
Шулай итеп, бала сәләмәт, сыҙамлы, оло ғүмерле булhын өсөн Йәнтимер, Тимерйән, Таштимер, Йәноҙаҡ, Тимербикә, Йәнбикә исемдәрен биргәндәр. Исемдең магик тылсымы, ҡөҙрәте бар, исемдәр кешенең холоҡ-фиғелен, ҡылығын, үҙен тотошон, яҙмышын билдәләй, тип уйланылған. Ысын исемде йәшереү, яуыздарҙан hаҡланыу өсөн кешеләр ҡушамат исемдәр ҙә йөрөткән, hәм был ғәҙәт беҙҙең көнкүрештә лә күҙаллана.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
(Дауамы. Башы 24-28-се һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА