«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИКЕ ЗЫЯРАТЛЫ АУЫЛ
+  - 

Ошо көндәрҙә Ғафури районы Һабай ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" тигән ҙур сара ойошторолдо. Ошо уңайҙан, әҙме-күпме яҙма сығанаҡтарына таянып һәм быуындан-быуынға тапшырылып, беҙҙең көндәргә килеп еткән ҡайһы бер хәтирәләрҙе файҙаланып, ауылыбыҙҙың тарихына яҡынса бер аҙ байҡау яһап ҡарайыҡ.

Ә.З. Әсфәндийәровтың "История сел и деревень Башҡортостана" тигән хеҙмәтендә, ауылдың исеме әүҙем пугачевсы Һабай Ҡотлиндың шәхесе менән бәйле, тиелә. Ә уның оло улы Иманғолдоң 1760 йылда тыуғанлығын билдәләй. Басировтар шәжәрәһе буйынса, Мостафа олатайыбыҙҙың 1725 йыл Һабайҙа тыуғанлығы билдәле. Шулай булғас, уны донъяға тыуҙырған ата-инәһе лә Һабайҙа йәшәгән тигән һүҙ.
Халҡыбыҙҙың бик борондан үҙ аҫаба ерен һаҡлап, бер урында ғына йәшәгәнлеген иҫәпкә алһаҡ, Һабай ауылы башҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылған осорҙа ла булған, тип ныҡлы әйтергә була. Тик ул был ваҡыттарҙа ниндәй исем менән аталғанлығы әлегә билдәһеҙ. Үҙ тарихында ауылыбыҙҙағы өйҙәр һаны 60-70-тән артмаһа ла, уның ике ҙур зыяраты бар. Был да уның бик боронғо икәнен раҫлай.
Олатайымдың ауылыбыҙҙың тарихына ҡағылышлы һөйләгәндәре лә бик фәһемле. Ул - Әхмәтгәрәй Басир улы Басиров (1926 йылғы халыҡ иҫәбен алғанға тиклем Мөхәмәтәминов) батша армияһында туғыҙ йыл хеҙмәт итеп, 1904-1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашып, Рәсәйҙе арҡырыға-буйға йө-рөп сыҡҡан яугир булған. Шул арҡала ауылда ғына түгел, яҡын-тирәлә лә рус телендә таҙа һөйләшә белгән, заманына күрә тормош университеттарының бөтә баҫҡыстарын үткән бик абруйлы аҡһаҡал булған. Әлеге аҡылым булып, уның һәр һөйләгәнен яҙып барғанда, ҡалын ғына бер китап сығарып булыр ине лә бит...
Олатайым "олатайым һөйләй торғайны", тип, ауылыбыҙға типтәрҙәрҙең Ҡаҙан яғынын нисек килеп урынлашыуын да аңлатыр ине. "Халыҡ хәтере - мәңгелек", тиҙәр бит. Бер заман ауылыбыҙға арбаларына аттар егелгән бер төркөм ылаусылар килеп керә. Старостаға туҡтап, хәлдәрен аңлатып бирәләр. Мәсьәләне хәл итеү өсөн староста ауыл ҡарттарын сходҡа йыя. Сөнки ул заманда ауыл өсөн сход ҡарары ғына закон көсөнә эйә булған. Ылауҙағылар ауыл ҡарттары алдында тубыҡланып, балаларыбыҙ хаҡына, тип, ауылға ҡабул итеүҙәрен һорағандар. Улар күпме ерҙәр, ауылдар аша үтеүҙәрен, бер нисә тапҡыр көслө ямғыр аҫтында ҡалыуҙарын, юлда бер сабыйҙарын ерләп китеүҙәрен һөйләп бирәләр. "Ҡаҙанлылар (олатайым татарҙар тип һөйләмәй торғайны) ерҙәребеҙҙе тартып алып, беҙҙе тыуған төйәгебеҙҙән ҡыуғас, үҙ башҡортобоҙ ситкә типмәҫ әле, тип юлға сыҡтыҡ, бына нисәнсе ай киләбеҙ, беҙҙе бер ауылда ла ҡабул итмәнеләр. Алып сыҡҡан бөтә малдарыбыҙҙы ла юлда һуйып ашап бөттөк, бына ошо егеүле торған аттарыбыҙ һуңғы малыбыҙ. Әгәр һеҙ ҙә ҡабул итмәһәгеҙ, беҙгә йәшәү бөттө", - тип илашҡандар.
Ауыл ҡарттары бер аҙ кәңәшләшкәс, быларҙы ауылға ҡабул итергә ҡарар сығара. Йорт һәм башҡа ҡаралтылар төҙөү өсөн ер бүләләр, ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн берәүҙәр аласығын, келәтен биреп, бөтә ауыл менән төҙөлөш эштәрендә ярҙам итәләр. Малы күберәктәр һыйырҙары менән дә иҫәпләшеп тормайҙар. "Күмәкләгән- яу ҡайтарған" тигәндәй, ҡыш етеүгә, күскенселәрҙең торағы әҙер була. Шул замандарҙан башлап ауылыбыҙҙа Бикҡоловтар, Гәрәевтар, Ғилманшиндар һәм Яппаровтар ғаиләләре ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәп алып китәләр.
Тарихтан белеүебеҙсә, еренән яҙған башҡорт ергә аҫабалыҡ хоҡуғынан да мәхрүм ителгән һәм халыҡ иҫәбен алған ваҡытта милләтен башҡорт итеп яҙҙыра алмаған. Шул сәбәпле, фамилиялары үрҙә телгә алынған ауылдаштарыбыҙ 1926 йылғы иҫәп алыуҙа ла (һуңғы тапҡыр) үҙҙәрен "типтәр" тип яҙҙырғандар (миндә 1926 йылғы иҫәп алыу исемлеге бар).
Исеме бөтә донъяға танылған академик Р.Кузеев үҙе иҫән саҡта "Башҡортостан" гәзитенең эске ике битен тултырып "Башҡортостанда иң күп халыҡ - башҡорттар" тигән ҙур мәҡәлә баҫтырҙы. Бында ул типтәрҙәрҙең башҡортлоғон кире ҡаҡҡыһыҙ итеп иҫбат иткәйне.
Һабай халҡы революцияға тиклем бик иркен йәшәгән. Ул дәүерҙәге хужалыҡ иҫәбен алыу материалдарынан күренеүенсә, 58 йортта бөтәһе 317 кеше көн иткән. Аттар һаны - 408, ә һыйырҙар һаны 380 башҡа еткән. Бынан тыш, ваҡ мал да, бал ҡорто ла аҫрағандар. Һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнгәндәр. Игенде үҙҙәренә етерлек кенә сәскәндәр. Октябрь революцияһынан һуң, илдә коллективлаштырыу башланғас, "Ҡыҙыл таң" исемле колхоз төҙөп, райондың иң алдынғы хужалығына әйләнә. Орлоҡсолоҡ буйынса махсуслашып, райондың күсмә Ҡыҙыл Байрағын бер нисә тапҡыр үҙендә тота. Н.Хрущевтың колхоздарҙы эреләтеү сәйәсәте ауылыбыҙ өсөн емергес була. Колхозыбыҙҙың иген келәттәре, пилорамаһы, тирмәне, аттары менән ат фермаһы, тимерлеге һәм башҡа хужалыҡ кәрәк-яраҡтары - Ҡауарҙыға, ә һуңғараҡ Юлыҡҡа күсерелә. Шулай итеп, гөрләп торған колхоз юҡҡа сыға, тегеләре лә мандый алмай. Ә шулай ҙа ауылым халҡы милләтебеҙ яҙмышын бергә кисереп, илебеҙ үҫешенә үҙенең дә өлөшөн индереп йәшәүен дауам итә.

Рәсүл БАСИРОВ,
мәғариф ветераны.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.07.16 | Ҡаралған: 1303

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru