«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ӘБҮҒӘЛИСИНАҺЫ РИМ ӘХМӘДОВТЫҢ ДАУАЛАУ СЕРЕ
+  - 

Тәбиғәт менән дуҫлашҡан, тәбиғәт телен аңлаған, тәбиғәттең серҙәрен белгән кеше бәхетле генә түгел, сәләмәт тә ул. Шулай тигәндә, тән сәләмәтлеге генә түгел, ә йән, рух сәләмәтлеге лә күҙҙә тотола. Танылған башҡорт яҙыусыһы, үлән белгесе Рим Билал улы ӘХМӘДОВ менән әңгәмәләшкәндә бының ысынбарлыҡ икәненә тағы бер ышанылды: эйе, тән һәм йән сәләмәтлеге ошонда, тәбиғәттә икән. Тик уның менән "уртаҡ тел" таба белергә генә кәрәк. Яҙыусы менән әңгәмәбеҙ ошо хәҡиҡәт хаҡында.

"Мин күптән инде айырым китап, мөхәббәт тураһында ҙур бер китап яҙырға хыяллана инем, ләкин ул китап тәбиғәт тураһында булыр тип уйыма ла индермәгәйнем..." - тип яҙаһығыҙ үҙегеҙҙең "Йылғалар, күлдәр һәм үҙәндәр тураһында һүҙ" тигән әҫәрегеҙҙә. Башҡортостан тәбиғәтенә һөйөү менән һуғарылған был китабығыҙ нисек тыуҙы?

- Тәбиғәткә, бигерәк тә үҙемдең тыуған Башҡортостаным тәбиғәтенә, айырым бер һөйөү йөрөтәм йөрәгемдә. Иҫ киткес ул беҙҙең тәбиғәт! Уның ҡосағында мин үҙемде кеше итеп тоям. Шуны беләм: урман-ҡырҙарҙа йөрөгәндә мин кәм-хур булмаҫмын, астан үлмәҫмен. Мин тәбиғәт менән шул тиклем дәрәжәлә дуҫлашҡанмын, һәр үләненең, һәр сәскәһенең, һәр ташының телен аңлайым кеүек. Ошо үҙем аңлағандарым ижадыма күсте, тәбиғәт минең яҙғандарыма ерлек, фон бирҙе, уны һуғарып торҙо. Башҡортостанды иңләп-буйлап күп йөрөнөм, әллә нисә тапҡыр Ағиҙелдән һал менән ағып төштөм. Йөрөгән еремдә тәбиғәткә бәйле халыҡ легендалары, риүәйәттәрен тыңланым, күңелемә һеңдерҙем. Улар ҙа ошо изге ерҙәге сәскә-үләндәрҙең, йылға-күлдәрҙең, тау-таштарҙың серҙәренә асҡыс бирҙе. Улай ғына ла түгел, улар миңә ҡайһы бер тарихи хәҡиҡәтте лә асырға ярҙам итте. Мәҫәлән, тап ошо тәбиғәт тураһындағы бәйет-легендалар аша мин башҡорттарҙың да үҙ халыҡ медицинаһы, үҙ табиптары булыуын астым.
"Ҡуңыр буға" бәйетен алайыҡ. Сит-ят яҡтарға килен булып төшкән Таңдыса малын эҙләп китеп бара торғас, юлдан яҙып, хәлдән тая, аҙығы бөтә, аяҡ-ҡулдары һыҙырылып, яралана. Шул саҡта ул барлыҡ сирҙәрҙән дауа таба алған атаһын иҫкә төшөрә: "Барып етә алһам, атайым минең яраларыма үгәй инә үләнен ябыр, дауалар ине...",- тип уйлай ул. Бәйеттә һүрәтләнеүенсә, уның атаһы Өлкәр ун ике йәшенән утыҙ йәшенә саҡлы Тегеранда табиплыҡҡа уҡыған. Ул белемле кеше булған, Уралда үҫкән үҫемлектәрҙән дауа әҙерләп, кешеләрҙе дауалаған, сәләмәтлектәрен кире ҡайтарған. Тегеранда саҡта уҡ шағирҙар менән аралашҡан, сәсән һәм уҡымышлы кеше булған. Таңдыса, күрәһең, үҙе лә атаһынан ҡайһы бер ғилемгә өйрәнгән булғандыр. Сөнки ул ашарға яраҡлы үләндәр менән аслығын ҡандыра-ҡандыра бара. Туҡталып, хәл йыйғанда, аяғындағы яраларға төрлө япраҡ яба, ауыртыныуҙарын баҫыр өсөн ҡырмыҫҡа майы менән ыуынып ала...
Бына ошондай тәбиғәткә арналған легенда, риүәйәттәр, шулай уҡ башҡа сығанаҡтар, үҙемдең күҙәтеүҙәрем аша тыуған белемемде һүрәтләргә батырсылыҡ иттем һеҙ телгә алған был китабымда.

Һеҙҙең тәбиғәткә, үҫемлектәргә арналған әҫәрҙәрегеҙ үҙенә күрә фәнни хеҙмәт, халыҡ медицинаһы дәреслеген тәшкил итә хәҙер. Һеҙ үҙегеҙ ҙә яҙыусынан табипҡа, үлән белгесенә әйләнгәнһегеҙ түгелме?

- Эйе, үләндәр менән мауығыуым ысын хоббиға әйләнде лә китте шул. ›Илле йыллап өйрәнәм үләндәр донъяһын. Уларҙы йыям, улар менән дауаланам һәм яҡындарымды дауалайым, һынауҙар үткәрәм. Үләндәр һәм үләндәр менән дауалау тураһындағы махсус әҙәбиәтте күҙәтеп барам, төрлө рецептар яҙып алам. Хәҙер минең 3 меңдән ашыу рецебым бар. Уларҙан мин бөтөн бер картотека төҙөп алғанмын. Әбүғәлисинаның "Дауалау фәне ҡанундары" тигән китабын минең кеүек ентекләп уҡыған берәй табип бармы икән?.. Тибет медицинаһы тураһындағы китаптарҙы ла шундай уҡ ентеклелек менән ҡат-ҡат уҡыйым. Уларҙы уҡыған һайын үҙеңә ниндәйҙер яңы мәғлүмәт алаһың. "Быныһы - ҡытайҙар ҡулланған дауалау алымы, быныһы - япондарҙыҡы, ә бына быныһы - тибет табиптарыныҡы", тип сағыштырам. Уларҙың ареалы төрлөсә булһа ла, ҡулланылышы тап килә икәнен асыҡлайым. Шунан рецепты ауырыуҙа һынап ҡарайһың һәм бер генә китапта ла тасуирланмаған, көтөлмәгән уңышҡа ирешәһең. Шулай итеп, төрлө урындан йыйылған белем үҙемдеке генә булған һығымталарға килтерә.
Ләкин мин үҙемде бағымсы ла, табип та тип иҫәпләмәйем. Мин үҙемде үләндәр тураһында мәғлүмәт йыйыусы коллекционер тип иҫәпләйем. Ғөмүмән, ҡайһы саҡта миңә әллә нисә ғүмер йәшәгәнмен һымаҡ тойолоп китә: береһендә мин - яҙыусы, икенсеһендә - тәржемәсе, өсөнсөһөндә - үлән белгесе... Бындай тойғо шунан килә: нимәгә генә тотонһаң да, профессионал булырға, үҙеңдең шөғөлөңдө төбөнә төшөп өйрәнергә кәрәк.

Үлән белгестәре күп, ләкин рәсми медицина ҡаршы тора алмаған ҡайһы бер сирҙәрҙе дауалап, барыһы ла һөҙөмтәгә ирешә алмай. Ә һеҙҙең тәжрибәлә бындай еңеүҙәр тиҫтәләп. Дауалау алымығыҙҙың берәй сере бармы?

- Юҡ, мин бер ниндәй ҙә сер яһамайым дауалау алымымдан. Минең китаптарымда дауалау алымдарым бик тәфсирләп яҙылған. Әгәр ҙә дауаланырға теләүсе ундағы тәҡдимдәрҙе тап мин һүрәтләгәнсә урын-еренә еткереп ҡуллана икән, шул уҡ һөҙөмтәгә ирешәсәк.
Шундай бер ваҡиға булды. Өршәк буйына үләндәр йыйырға барғайным. Бер ир менән танышып киттек. Минең үләндәр йыйыуымды күргәс, билдәле, был ир һөйләшеүҙе шул темаға бороп ебәрҙе. "Астма менән ауырыным,- тип һөйләп китте ул. - Бик оҙаҡ дауаланғандан һуң, ул сиремде еңдем. Ләкин күп тә үтмәй, аяҡ быуындарым һыҙлай башланы. Шул саҡ Рим Әхмәдов тигән кешенең дарыу үләндәре тураһындағы китабы килеп эләкте ҡулға. Шундағы ике рецептты яҙып алып, автор өйрәткәнсә ҡулланып ҡарағайным, тьфу, тьфу, ауыртыныуҙарымды ла оноттом..."
Яңы танышым, әлбиттә, минең баяғы китаптың авторы булыуымды белмәне, ләкин мин үҙемә тағы бер мәғлүмәт алдым: кешеләр, тимәк, минең китаптарым буйынса дауалана ала. Был мәғлүмәт мине тынысландыра, сөнки мин бит ауырыуҙарҙы ҡабул итмәйем, бары тик үҙемдең яҡындарымды, таныштарымды ғына дауалайым. Әлбиттә, бар кешеләргә лә ярҙам итке килә, ләкин был мөмкин түгел, мин бар кешеләргә лә үләндәремде еткерә алмаясаҡмын. Ә мин бары тик үҙ ҡулдарым менән йыйылған үләндәремә генә ышанам...

Тимәк, һеҙҙең дауалауҙың сере ошонда - үләндәрегеҙҙең үҙ ҡулдарығыҙ менән йыйылған булыуында?

- Хикмәт - үләндәрҙе үҙ ҡулдарым менән йыйыуҙа һәм уларҙы билдәле бер ваҡытта йыйыуҙа. Элегерәк был хәҡиҡәтте уйҙырма тип иҫәпләнеләр, ләкин был минең ныҡлы инаныуым: күп үләндәрҙе ҡояш байыған саҡта йыйырға һәм мотлаҡ ҡулдар менән өҙөргә кәрәк. Ябай ғына бер миҫал. Бер саҡ Башҡортостан Фәндәр академияһының биологтары мин йыйған бер үләнде анализға алды. Икенсе көнөнә үк бер хеҙмәткәр шылтырата: "Рим Билалович, ҡайһы урындан йыйҙығыҙ был үҫемлекте?" "Иглин районынан", - тим. "Беҙ ҙә Иглин районынан йыйҙыҡ. Ләкин ни өсөн үләндәрҙең составында шундай айырма? Беҙ йыйған үләндең составында алкалоидтар кимәле 0,7-0,8 генә, ә һеҙҙекендә - 1,96..." "Ә һеҙ үләндәрегеҙҙе ҡайһы ваҡытта йыйҙығыҙ һуң?" - тип һораған булам, ә үҙем бының серенә шунда уҡ төшөнөп алғайным инде. "Иртәнге 8-ҙән 4-кә ҡәҙәре..." "Ә мин ҡояш байыған мәлдә йыйҙым..." Бына был күп тапҡырҙар һыналған һәм раҫланған хәҡиҡәт.
Һәм тағы: үләндәрҙе билдәле бер ваҡытта ғына түгел, ә билдәле бер көндә йыйыу ҙа мөһим. Әгәр ҙә был ваҡытта йыя алманың икән, тимәк, киләһе йылды көтөргә ҡала. Үләндәрҙән дарыу әҙерләүҙең дә, ауырыуҙы дауалай башлауҙың да тәғәйен көндәре бар. Был ҡанундар боронғонан килә, уларҙы мин үҙ күҙәтеүҙәрем, үҙ тәжрибәм, үҙ тойомлауҙарым менән тағы бер тапҡыр иҫбатланым һәм шуларҙы ҡулланам. Махсус календарь төҙөп алдым. Ғөмүмән, үлән дауаһы - ул бик ҡатмарлы, бик сетерекле, ҙур белем талап итә торған өлкә. Уның серҙәре бик күп. Был серҙәрҙең барыһын да асып бөтөү өсөн минең үҙемә тағы бер ғүмер кәрәк булыр ине, тим...

Рим Билал улы, үләндәрҙең ни тиклем шифалы икәнен белһәләр ҙә, бар кеше лә уны өйрәнә, йыя, ҡуллана алмай. Ә шулай ҙа ҡайһы бер үләндәрҙе, мәҫәлән, мәтрүшкәне, һәр ғаилә ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡалырға тырыша. Бына шундай һәр кем таныған, аяҡ аҫтында булған тағы ниндәй үләндәрҙе ҡулланырға кәңәш итер инегеҙ кешеләргә?

- Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә - улары инде, ысынлап та, һәр ғаилә ҡуллана торған үләндәр. Ләкин урман-ҡырҙарға сығырға бик мөмкинселегең юҡ икән, үҙ баҡсаңдағы сүп үләндәре тип иҫәпләгән үҫемлектәргә лә иғтибар итергә була бит әле. Дегәнәкте генә алайыҡ. Яҙ башы менән мин уны ҡаҙып алам да, кимерәм дә йөрөйөм. Йәл, мин был ғәҙәткә һуңыраҡ өйрәндем. Йәшерәк саҡтан белһәм, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә тарымаҫ инем...
Рәсми медицина дегәнәктең шифаһын, дауалау үҙенсәлектәрен бик үк танып бармай, һәм уны сәс ҡойолғанда ҡулланырға кәңәш итеү менән сикләнә. Ә бына халыҡ медицинаһыңда уны яман шештән дауалай тип раҫлайҙар. Ҡулланылышы ошолайыраҡ: дегәнәк сәскәләрен сәй һымаҡ бешереп, ҡайнатмаһын эсергә; киптерелгән дегәнәк тамырын спиртта төнәтеп, ҡалаҡлап эсергә; яңы ғына ҡаҙып алынған тамырҙы ҡырғыста ҡырып, уны һары майҙа ҡайнатырға, һуңынан уға йомортҡа һарыһы өҫтәргә. Ғөмүмән, дегәнәктең барлыҡ сирҙәрҙән дә дауа икәнен мин үҙ тәжрибәмдә күп һынаным.
Сүп үләндәренән картуф баҡсаларында үҫкән аҡтамырҙы алайыҡ. Халыҡ медицинаһына арналған китаптарҙа аҡтамыр ҡайнатмаһы үпкә, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарынан, үт һәм бөйөр ташынан дауалау өсөн ҡулланыла, матдәләр алмашыныуы һәм тире боҙолоуынан ярҙам итә, тиелә. Уның ҡайнатмаһын шулай уҡ диатез, экзема осрағында балаларҙы йыуындырыу өсөн дә файҙаланалар. Кем белә, аҡтамыр үҙендә тағы әллә күпме серҙәр һаҡлайҙыр әле. Яҙ көндәрендә мин эт һәм бесәйҙәрҙең ошо үләнде шундай ҡомһоҙлоҡ менән кимергәнен күргәнем бар. Ни өсөн? Был да асылмаған сер булып ҡала. Башҡорттар юҡҡа ғына уны иң изге "аҡ" һүҙе менән атамағандыр ул...
Ғөмүмән, мин кешеләргә шуны кәңәш итер инем: дарыуҙарҙы аптекаларҙан эҙләмәгеҙ, уны үҙегеҙҙең аяҡ аҫтында табырға тырышығыҙ. Ана, әрем - ул күп сирҙәрҙән дауа, ана, кесерткән, бөтнөк, бәпкә үләне, арыҫлан ҡойроғо...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ошонда Мостай Кәримдең һүҙҙәренә мөрәжәғәт итке килә: "Һин, Рим, бик бәхетле кеше. Беҙ, Башҡортостан яҙыусылары, барыбыҙ ҙа тиерлек ауылда тыуып үҫкәнбеҙ, ләкин, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, ерҙән алыҫлаштыҡ. Һәм күпте юғалттыҡ. Һин, киреһенсә, тыуған ергә нығыраҡ яҡыная бараһың, унан илһам алаһың. Аҡ көнләшеү менән көнләшәм һинән. Һиндә хәҙер ике талант - яҙыусы таланты һәм халыҡ табибы таланты..." Ошо һүҙҙәргә ҡушылып, яҙыусы таланты һәр кемдә булмаһа ла, табиплыҡ һәләте, йәғни үҙеңде төрлө сирҙәрҙән һаҡлау инстинкты, тәбиғәт йоғонтоһо һәм шифалары тураһындағы белем һәр кем аңына бала саҡтан һалынған икәнде онотмайыҡ, юғалтмайыҡ шул һәләтте, тип әйтке килә.

Гөлфиә ЯНБАЕВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.16 | Ҡаралған: 1395

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru