Һуңғы ваҡытта баш ҡалала вандализм термины йыш яңғырай башланы, сөнки вандалдар йә тегендә, йә бында зыян эшләп кенә тора. Йыл башынан Өфө скверҙары һәм парктарында вандализмдың - 50-нән ашыу, торлаҡ ойошмалары тарафынан дөйөм йорт милеген боҙоуҙың 200 осрағы теркәлгән.
Өфө ҡала округы хакимиәте хәбәр итеүенсә, йорт подъездарындағы баҫҡыс майҙансыҡтарына, почта йәшниктәренә, яҡтыртҡыстарға, һүндергестәргә, сарҙаҡҡа менеү йәки подвалға төшөү юлдарының бигенә, лифт кабиналарына, йорттарҙың фасадтарына, домофондарға, сүп-сар урналарына һәм эскәмйәләргә көн юҡ. Шулай уҡ идара итеүсе компаниялар йыл һайын йорттарҙы йылытыу миҙгеленә әҙерләгәндә баҫҡыс майҙансыҡтарындағы ватылған тәҙрә быялаларын алмаштырыу өсөн дөйөм суммаһы 1,2 миллионлыҡ быяла һатып алырға мәжбүр. Был сумма әллә ҡайҙан күктән төшмәй, ошо уҡ йортта йәшәүселәрҙең кеҫәһенән сыға. Ә бит хәҙер күпселек йорттарҙа домофондар тора, уларға еңел генә инеп тә булмай. Тимәк, вандализм йә ошо йортта йәшәүсе балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең, йә уларҙың дуҫтарының эше. Һәм улар үҙҙәре йәшәгән йортто ремонтлау өсөн аҡсаны ата-әсәһе, олатай-өләсәһе түләүен аңларға тейеш. Быны аңлатыу, әлбиттә, ғаилә ағзаларының бурысы.
Тағы бер мәлгә иғтибар итмәй мөмкин түгел: быйыл вандалдарҙың эшмәкәрлеге эҙемтәләрен бөтөрөүгә генә муниципалитет 1,5 миллион һум өҫтәмә аҡса бүлергә мәжбүр булған. Был инде ҡайҙалыр яңы балалар майҙансығы, ял урындары, спорт майҙансығы һ.б. төҙөлмәй ҡалды, йәғни халыҡтың уңайлылығы өсөн ниндәйҙер шарт үтәлмәне йәиһә тотҡарланды, тигән һүҙ.
Йылдан-йыл ҡала матурлана барғанда һәм быны граждандар үҙҙәре лә социологик һорау алыуҙар ваҡытында билдәләгәндә, закон боҙоусыларҙың ни өсөн шундай аҙымға барыуы аңлашылмай. Әйткәндәй, вандалдарға РФ Енәйәт кодексының 214-се статьяһына ярашлы яза биреү ҡаралған. Ләкин уларҙың кем икәне ҡасан асыҡланыр икән?
Ошо көндәрҙә вандалдар халыҡтың иң яратҡан ял урындарының береһе - Салауат Юлаев исемендәге баҡсаның архитектура яҡтыртҡысын боҙған. Төрлө төҫтәрҙә нур һибеүсе был яҡтылыҡ сығанағы ҡоролмаларҙы яҡтыртып, баш ҡаланың бер биҙәге булып балҡыһа, әлеге ваҡытта күперҙең бер таяуындағы яҡтыртҡысы ватылған. Бер нисә көн алда беседкалағы ике яҡтыртҡыс сафтан сығарылған була. Уларҙы ҡуйыусы подрядсы ойошма вәкиле Илья Косоухов белдереүенсә, "бындай яҡтылыҡ сығанаҡтары өҫтәмә ҡорамалһыҙ эшләмәй, ә улар заказ буйынса ғына әҙерләнә һәм ҡуйыла. Ә вандализм күренештәре финанс юғалтыуҙарынан тыш, монтаж эштәрен дә тотҡарлай".
Былар хаҡында халыҡ ни уйлай икән?
Теманы дауам итеп...
Альмира САБИРОВА, мәҙәниәт хеҙмәткәре: Яңы йортта йәшәйбеҙ, ишек һәр саҡ бикле, домофондар ҡуйылған. Ингәндә һәр кем үҙенең асҡысын ҡулланғас, сит кешеләр инеп-сығып йөрөй алмай. Шуға, ундай дөйөм милеккә зыян килтереү осраҡтары юҡ, тиер инем. Ошо көндәрҙә коридор стенаһында бер фатирҙа йәшәүсе ҡыҙҙар тураһында алама яҙыу барлыҡҡа килде. Быны ла вандализмға индерергә мөмкинме икән? Кемлеген асыҡлай башлағас, яратҡан ҡыҙы менән асыуланышҡан егеттең үҙенсә шулай үс алыуы һөҙөмтәһе икәнлеге мәғлүм булды. Фатирҙы ҡуртымға алып йәшәгән апалы-һеңлеле ҡыҙҙар үҙҙәре буяу һатып алып, стенаны матурлап буяп сыҡтылар. Ә инде ҡала урамдарында йәки парктарҙа ҡыйратылған, ватылған, боҙолған объекттар күренһә, әлбиттә, күңел ҡырыла. Бында ғәйеплеләрҙе табып, яза бирергә түгел, ә ошо аҙымға барырға этәргән сәбәптәрҙе асыҡларға һәм йәмғиәтте ошо сәбәптәрҙән арындырыу юлдарын эҙләргә кәрәк, минеңсә.
Ләйсән ДӘҮЛӘТОВА, Сибай ҡалаһы: Беҙҙә лә, үкенескә күрә, вандализм осраҡтары йыш осрай. Яңы ултыртылған сәскә йә ағастарҙы йолҡоп алыу тиһеңме, һәйкәлдең башын ҡырҡыумы, ҡойманы һындырыумы - аптырап тормай халыҡ. Мин уны, нигеҙҙә, йәштәрҙең эшһеҙ йонсоп йөрөүенән күрәм. Көстәре бар, тиңдәштәре араһында үҙҙәрен "батыр" итеп күрһәткеләре килә, шикелле. Әммә йәштәр генә түгел, социаль селтәрҙәрҙә оло апайҙарҙың магазин алдында үҫкән сәскә, ағастарҙы йолҡоп китеүе тураһында ла видеояҙма бар. Сәбәбен кемдер аҡса түгеп, йәмғиәттә матурлыҡ тыуҙырырға тырышыуы тураһында уйлап бирмәүҙә, ул ғына ла түгел, бөтөнләй уйлай белмәүҙә күрәм. Әгәр саҡ ҡына уйлай белһәләр, үҙҙәрен башҡаларҙың урынына ҡуйып ҡарарҙар, кеше хеҙмәтен баһаларҙар ине, моғайын. Бындай зыянлы элементтарға улай эшләргә ярамағанлығын штраф менән генә аңлатып булалыр, тип уйлайым.
Ахун БАЕВ, Баймаҡ ҡалаһы: Һуңғы йылдарҙа заман афәтенә әйләнә барған вандализм күренештәре беҙҙең республика төбәктәрендә лә киң ҡолас ала бара. Бәләкәй генә ауыл-ҡасабаларҙа ла, баш ҡалабыҙҙа ла ҡыйратылған, ватылған, боҙолған объекттар осрап тора. Вандализм ҡолона әйләнеп барыусылар араһында малай-шалайҙың ғына түгел, хатта ҡыҙҙарҙың да булыуы үтә аяныслы. Нилектән барлыҡҡа килә һуң был вәхшилек? Ата-әсә тәрбиәһе етешмәгәнлектәнме, әллә башҡа берәй сәбәптәнме? Минеңсә, иң беренсе нәүбәттә, эшһеҙлектер уның башы. Ата-әсәләр хәҙер көнө-төнө эш тип саба, балаларына иғтибар ҙа етмәй. Хатта ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының көн оҙоно нимә менән шөғөлләнгәнен, компьютерҙан, телевизорҙан нимә ҡарағанын да белмәй. Белеүебеҙсә, яңғыҙ өйҙә ҡалған бала төрлө кинолар, фильмдар ҡарай, уларҙағы насар ҡылыҡтарҙы ғәҙәти күренеш тип ҡабул итә һәм ошо геройҙарға оҡшарға тырышып, үҙе лә һиҙмәҫтән, яҙыҡ юлға баҫа ла инде. Уның иң тәүге вандализм акты өйҙә, өй тупһаһында башлана: ҡыҙыҡ өсөн генә нимәнелер ватып ҡарай, һуңынан дуҫтары араһында үҙенең "текә"леген күрһәтергә тырышып, урамда ла ниндәйҙер хаслыҡ ҡыла башлай.
Хәҙерге ваҡытта кистәрен автобус туҡталыштарында йыйылышып ултырған йәштәрҙе йыш күрергә була. Улар үҙ-ара матур ғына аралашып ултыралар ҙа, һуңынан, бер үк күренештән ялҡып, башта ултырған ерҙәрендә исем-шәрифтәрен ҡалдыра башлайҙар, яйлап ултырғыстарҙы ватып-емерәләр. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта тик ошо шөғөл менән генә булышыусы төркөмдәр ҙә осрай. Уларҙың был ҡылыҡтары осраҡлы түгел, тиер инем, сөнки улар көндөҙ үк үҙҙәренә кәрәкле объектты һайлап, ниндәйҙер маҡсат буйынса эш итә. Дөйөмләштереп әйткәндә, вандализмды мин үҙенә күрә ауырыу тиер инем.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА